Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм айының фазиләттәре

Һәр мосолмандың күңелендә Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ризалығына ирешеү ынтылышы бар. Мөбәрәк һәм изге айҙарҙа был тағы ла әһәмиәтлерәк була. Ошо йәһәттән иң сауаплы һәм емешле осорҙарҙың береһе булып Мөхәррәм айы һанала.

Шуны ла хәтергә төшөрөргә кәрәк: мөхәррәм ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «тыйылған”, йәғни, “хәрәм» тигәнде аңлата. Ни өсөн хәрәм ул? Ошо хаҡта бер нисә фекер бар:

− Был айҙа, дошмандан һаҡланырға мәжбүр булған осраҡтарҙан тыш, ҡораллы һуғыш тыйылғанға күрә ул әл-Мөхәррәм тип атала. Был дөрөҫлөккә тап килгән фекерҙәрҙең иң ышаныслыһы.

− Сөнки был айҙа Ожмах Иблис өсөн хәрәм ҡылынған..

− Башҡа хәрәм айҙарҙағы кеүек Мөхәррәмдә лә насарлыҡ, гонаһ ҡылыу ғәмәл дәфтәрендә ауырыраҡ яҙыла.

Әл-Мөхәррәмдең тағы бер нисә фазиләте бар, ошоно беҙгә Ҡөрьән Шәрифтең аяттары һәм Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Сөннәте иҫбатлай. Был турала Аллаһу Тәғәлә әйтә: «Ысынлап та, Аллаһтың ай һаны Күктәр менән Ерҙе яратҡан көнөндәге китабында − ун ике ай. Шуларҙың дүртеһе − хәрәм ай. Шул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ».

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Мөхәррәм − Аллаһу Тәғәләнең айы. Шуға күрә был айҙы мөмкин тиклем күберәк ғибәҙәт менән үткәрергә тырышырға кәрәк. Имам Әл-Ғаззали (уны Хәжәтүл Исламийә, йәғни “Исламдың дәлиле”, тип тә атап йөрөткәндәр) «Ихйә» китабында, Мөхәррәм айын ғибәҙәттә үткәрһәң, уның бәрәкәте бөтә айҙарға ла етер, тигән.

Был айҙа ураҙа тотоуҙың сөннәт ғәмәлдәрҙең береһе икәнлеген имам Мөслим килтергән хәҙис тә иҫбатлай: «Рамаҙан айынан һуң ураҙа тотоу өсөн иң яҡшыһы − Аллаһу Тәғәләнең айы − Мөхәррәмдә». Имам ән-Нәүәүи «Зәүәид ур-рауза» китабында бына ни тип яҙа: «Ҙурланған айҙар араһында ураҙа тотоу өсөн иң яҡшыһы − Мөхәррәм».

Бер көндө бер сәхәбә Ғәли ибне Әбүталибтан һораған: «Эй мосолмандар әмире! Рамаҙандан һуң ҡайһы айҙа ураҙа тотоу сауаплы?» Ғәли ибне Әбүталип уға: «Шундай һорауға Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: ‘‘Рамаҙандан тыш ураҙа тоторға теләһәң, уны Мөхәррәм айында тот. Ысынында ул − Аллаһу Тәғәләнең айы, тәүбәләр ҡабул ителә торған осор”, − тип яуап бирҙе”, − тигән.

Ибне Ғәббәстән риүәйәт ителә: «Аллаһ Илсеһе ﷺ әйтте: «Мөхәррәм айындағы ураҙа башҡа айҙарҙа тотҡан утыҙ ураҙанан өҫтөнөрәк булған кеүек, Рамаҙан айының бер көн ураҙаһы ла Мөхәррәмдә тотҡан утыҙ ураҙанан лайыҡлыраҡ». Сөннәтебеҙ буйынса, һижри йылдың тәүге айында, шулай уҡ Ғәшүрә көнөндә лә ураҙа тотоу матур ғәмәлдәрҙән һанала. Ибне Ғәббәс был турала ла әйткән: «Аллаһ Рәсүленең ﷺ Ғәшүрә көнөндә һәм Рамаҙан айындағы кеүек ураҙа тоторға шул тиклем ашҡынып торғанын мин башҡа бер ҡасан да күрмәнем» (әл-Бохари).

Мәҙинә ҡалаһына һижрәт ҡылғас, Рәсүлебеҙ ﷺ урындағы йәһүдтәрҙең Мөхәррәм айының унынсы көнөндә ураҙа тотоуҙарына иғтибар итә һәм ошо көндө ололау сәбәбен һорай. Улар: “Был бәрәкәтле көн. Тап ошо көндә Аллаһу Тәғәлә Мусаны һәм Израил халҡын Фирғәүен һәм уның ғәскәренән ҡотҡара. Шул сәбәпле Муса ошо көндә ураҙа тотор булған”, − тип һөйләп бирә. Быны ишеткәс, Раббыбыҙ Илсеһе ﷺ: «Муса ғәләйһис-сәләмде хөрмәтләргә беҙҙең хаҡыбыҙ һеҙгә ҡарағанда ҙурыраҡ», − тип әйткән. Шул ваҡыттан башлап, ошо көндә Рәсүлебеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм ураҙа тотҡан һәм быны өммәтенә лә ҡушҡан” (Әл-Бохари).

Мөхәммәд ﷺ Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотҡан һәм сәхәбәләренә лә шуны кәңәш иткәс, улар: «Эй Аллаһ Илсеһе! Йәһүдтәр һәм насраниҙар хөрмәтләгән көн бит был», − тип иҫенә төшөргәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тигән: «Киләһе йылдан беҙ ошо айҙың туғыҙынсы һәм унынсы көнөндә (ике көн) ураҙа тотасаҡбыҙ, ин шәә Аллаһ». Әммә киләһе йыл башланыр алдынан Аллаһ Илсеһе ﷺ мәрхүм булған» (Мөслим).

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә был йылды ла беҙҙе һәр ваҡыт Үҙенең Юлында йөрөтөп, булмышыбыҙға күберәк тырышлыҡ һалып, һәр сәғәтебеҙҙе яҡшы ғәмәлдәр менән үткәрергә насип итһә ине. Аллаһуммә әмин!

Мөхтәрәхмәт Магомедов, Светлана Әбсәләмова тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...