Мосолман айҙары үҙенсәлеге

Мосолман айҙары үҙенсәлеге

Исламдың ай календары мосолмандар өсөн оло ваҡиғанан, Мөхәммәд пәйғәмбәр салләлаһу ғәләйһис-сәләмдең һәм уның сәхәбәләренең Мәккәнән Мәҙинә ҡалаһына күсенгән көнөнән (б.э. 622 йылдың 16 июленә тура килә) алып башлана һәм «һижри» йыл иҫәбе тип атала. Уны 638 йылда Ғүмәр хәлифтең бойороғо буйынса индерәләр. Мосолман календары буйынса, йыл 12 айҙан, йәғни 354 йәки 355 көндән тора. Айҙарҙың оҙонлоғо – 29 йәки 30 көн. Исемдәре: Мөхәррәм, Сәфәр, Рабиғел-әүүәл, Рабиғел-ахыр, Йомадиәл-әүүәл, Йомадиәл-ахыр, Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан, Шәүүәл, Зөлҡағиҙә һәм Зөлхизә. Мөхәррәм, Рәжәб, Зөлҡағиҙә һәм Зөлхизә тыйылған изге айҙар һанала. Улар ингән осорҙа һуғыш асыу, һунар итеү тыйыла.

Исламдың ай календары мосолмандар өсөн оло ваҡиғанан, Мөхәммәд пәйғәмбәр саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең һәм уның сәхәбәләренең Мәккәнән Мәҙинә ҡалаһына күсенгән көнөнән (б.э. 622 йылдың 16 июленә тура килә) алып башлана һәм «һижри» йыл иҫәбе тип атала. Уны 638 йылда Ғүмәр хәлифтең бойороғо буйынса индерәләр.

Мөхәррәм. Беренсе көнө яңы йылдың башы булып тора. Унынсы көнө Ғәшүрә байрамына тура килә. Уны ураҙа тотоп, ғибәҙәттәр ҡылып, матур итеп үткәрәләр.

Сәфәр. Тәбиғәт, япраҡтар һарғайған ваҡытҡа тура килгән көҙгө ай булған, шуға ғәрәптәр уны «һары» тип төҫ буйынса билдәләп йөрөткән. Беҙҙең башҡорт халҡында Сәфәр айы тураһында байтаҡ ырым-ышаныуҙар бар. Боронғолар, «Сәфәр айы – ҡоро ай, был айҙа ҙур эштәр башларға ярамай», «Сәфәр айында кәләш алырға, кейәүгә сығырға ярамай», тигәндәр. Шуға ҡарамай, Мөхәммәд пәйғәмбәр салләлаһу ғәләйһис-сәләмдең ҡыҙы Фатима Ғәлигә Сәфәр айында кейәүгә сыҡҡан. Үрҙә әйтелгән ырымдар ислам динен ҡабул иткәнгә ҡәҙәр ғәрәптәрҙә лә булған. Әммә барлыҡ айҙар, көндәр ҙә Аллаһу Тәғәләнеке. Шуға ла, уларҙың һәммәһенә хөрмәт менән ҡарау лазым.

Әүлиәләрҙең әйтеүенсә, Сәфәр айының һуңғы шаршамбыһы ғына хәүефле. Был көндә, гонаһлыларға яза булып, ер йөҙөнә 320 мең төрлө бәлә-ҡаза төшә икән. Шуға Сәфәр айының һуңғы шаршамбыһын дүрт рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, Аллаһтан хәүеф-хәтәрҙән һаҡлауын һорарға кәрәк.

Рабиғел-әүүәл. Йылдың өсөнсө айының үҙенсәлеге шул – 12-һендә Аллаһтың яратҡан ҡоло Мөхәммәд пәйғәмбәр салләлаһу ғәләйһис сәләмдең тыуған көнө. Раббыбыҙ барлыҡҡа килтергәндәрҙең иң яҡшыһы булған рәсүлебеҙ, йыһаныбыҙ нуры, беҙгә тура юл күрһәтеүсе Мөхәммәд пәйғәмбәр салләлаһу ғәләйһис сәләм тыуғанға күрә, был көндө «Мәүлит байрамы» тип тә йөрөтәләр. Рабиғел-әүүәл айын мосолмандар һөйөклө Рәсүлебеҙгә салауаттар әйтеп, уның тормош юлы тураһында китаптар уҡып, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үткәрә.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...