Рамаҙан айына кәңәштәр

Рамаҙан айына кәңәштәр

Рамаҙан айына тиклем күп ҡалманы, 23 марттан ураҙа тота башлайбыҙ, ин шәә Аллаһ Рахман! Беҙгә көндәлек ваҡ мәшәҡәттәребеҙҙән бер аҙға арынып, сабыулап йөрөүебеҙҙе туҡтатыңҡырап, Рамаҙан айына план төҙөргә ваҡыт етте түгелме? Үҙеңде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге биргән изге Рамаҙан яҡыная, был форсатты ҡулыбыҙҙан ысҡындырмайыҡ.

 

  1. Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙ асҡанда, Аллаһҡа ялбарып, Унан һорағаны кире ҡағылмай, тигәнде иҫтә тотоп, ошо форсат менән файҙаланырға тырышығыҙ. Ошо мәлдә йәберләнгән, төрлө эҙәрлекләүҙәргә дусар булып, ҡыйынлыҡ кисергән мосолмандар өсөн дә доға ҡылырға онотмағыҙ. Аллаһу Тәғәләнең уларҙы ҡотҡарасағына ла өмөт бар.
  2. Рамаҙан айында төнгө ғибәҙәткә, уның әжеренә лә иғтибарһыҙ булмағыҙ, һаҡһыҙлыҡ күрһәтмәгеҙ. Пәйғәмбәрҙәр генә гонаһһыҙ. Хата-гонаһтарыбыҙҙы юйыр Рамаҙан айының төндәрендә уяулыҡ һаҡлайыҡ. 3. Йылдың иң ҡәҙерле мәле – Рамаҙан айының һуңғы ун төнөн юҡҡа исраф итмәгеҙ. Сөнки тап шулар араһында мең айҙан да ҡәҙерлерәк төн бар. Ошо төндә әжерен ҡулдан ысҡындырған кеше зыян күреүе итимал.
  3. Шулай уҡ Рамаҙандың һуңғы төнөндә лә ғибәҙәт ҡылығыҙ. Изге ай дауамында Йәһәннәм утынан ҡотолған ҡолдарҙың һаны күпме булһа, шунсама кеше Рамаҙан айының һуңғы төнөн уяу үткәргәне өсөн язанан ҡотолор. Бәлки, Раббыбыҙ, һинең ай буйына төнгө ғибәҙәткә һалҡынлыҡ күрһәтеп тороуың арҡаһында, Йәһәннәм әһеле исемлегенән һыҙмай, һинең Уның ишегенә Рамаҙандың аҙаҡҡы төнөндә шаҡып, ҡотолоуыңды теләйҙер. Был төндә уяу бул, зекер ит, Ҡөрьән уҡырға һәм доға ҡылырға тырыш.
  4. Был айҙа Рәсүлебеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм кеүек йомарт һәм изге бул. Ул Рамаҙанда иң ҙур йомартлыҡ күрһәткән. Әйҙә Аллаһу Тәғәлә һине был айҙа үҙ мөлкәтеңә әһәмиәт бирмәй, Раббыһы менән генә хушһынған, Уға ихлас табынған аскет итеп күрһен. Ураҙа тотоусыларҙы ифтарға саҡыр, һәр ваҡыт мохтаждарҙы ашатырға тырыш, ғаиләңә лә йомарт бул, күршеләреңә бүләк бир. Туғандар менән араңды нығыт, тәү сиратта, фәҡирҙәрен күҙ уңында тотоп, Аллаһ һиңә Үҙенең Рәхимлеге менән биргән муллыҡ-байлыҡтан уларға ла өлөш сығар. Берәй ислам гәзите, журнал, буклет һатып ал да иман, ислам тураһында онотҡан мосолманға бүләк ит – бәлки, шуның арҡаһында ул иҫенә килеп, тәүбә ҡылып, хаҡ юлға баҫыр.
  5. Ҡөрьән уҡыуҙың һәр минутынан сауап ал, исмаһам, изге айҙа уны уҡып сығырға тырыш, үҙ алдыңа шундай маҡсат ҡуй.
  6. Был айҙа мосолман ҡәрҙәшең менән низағлашма, кенә һаҡлама. Рамаҙан айында ла шуны эшләмәһәк! Матур мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышайыҡ, матур айҙа тыныс тормошҡа нигеҙ һалайыҡ.
  7. Әгәр ғаиләле булып, ҡатының һәм балаларың булһа, уларға ла өгөт-нәсихәтеңде йәлләмә, әжер-сауапҡа бергәләп ирешерһегеҙ. Тәһәджүдкә торғанда яҡындарыңды ла уят, Ҡөрьән уҡығанда – Аллаһу Тәғәләнең хикмәттәрен һәм мөғжизәләрен иҫтәренә төшөр, истиғфарға, йәғни Аллаһтан ғәфү үтенеү доғаһын өйрәт. Был һинең бурысың! Ошо хаҡта Аллаһу Тәғәлә бына нимә тип әйтә: "Әй иманлы балалар, утын урынына кешеләр һәм таштар яғылған йәһәннәмдән үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ. (Енәйәтселәрҙе) ҡыҙғана белмәй торған, көслө һәм Аллаһтың әмеренә ҡаршы килмәй торған, бары тик Аллаһ бойорғанды үтәй торған (зобаниҙар) фәрештәләр шул йәһәннәмдең һағында тора" ("Тәхрим" сүрәһе, 6-сы аят).
  8. Ысынлап та, ғибәҙәттә тағы ла ҙурыраҡ ныҡышмалылыҡ күрһәтеүең – Аллаһу Тәғәләнең ҡабул итеү билдәһе. Рамаҙан айындағы ғибәҙәтеңдең дә ҡабул ителеүен теләһәң, Рамаҙан айынан һуң да гонаһтарыңа, хаталарыңа кире ҡайтма, фиғелеңде ыңғай яҡҡа үҙгәрт.

Ураҙа байрамы еткәс, туғандарың менән мөнәсәбәтеңде тағы ла нығытып, хәл-әхүәлдәрен белеш, ҡунаҡҡа саҡыр, ғаиләңә лә иғтибарыңды йәлләмә. Рамаҙан айын Ҡөрьән уҡып үткәргән булһаң, был изге йоланы артабан да дауам итергә тырыш. Бер туҡтауһыҙ тәүбә ҡылып, Аллаһты ихлас зекер иткәндәр Раббының Рәхмәтендә һәм Ризалығында булыр.

  1. Аллаһты бер ҡасан да онотма, гел иҫеңдә тот, зекер ит, ул саҡта Аллаһ та һинең менән буласаҡ. Ураҙа айына етди һәм яуаплы ҡарарға кәрәк. Тәүҙә, әлбиттә, ошо айҙа нимә эшләргә кәрәклеген аңларға, ә һуңынан инде ныҡышмал рәүештә динебеҙ ҡушҡанса рухи яҡтан сынығыу юлында булырға тейешбеҙ. Билдәле булыуынса, Аллаһу Тәғәлә Үҙенә табан бер генә аҙым булһа ла яһаған бәндәһенә сикһеҙ Рәхимлеген күрһәтергә вәғәҙә иткән.

 

Светлана Ғәлиуллина әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...