Зөлхизә айы

Зөлхизә айы

Зөлхизә айы дүрт харам айҙарҙың (Мөхәррәм, Рәжәп, Зөлҡағиҙә) береһелер: «Һис шикһеҙ, Аллаһ хозурында айҙарҙың һаны Ул күктәрҙе һәм ерҙе яратҡан көндәге китабында ун ике ай. Шуларҙың дүртеһе – харам ай...» (9:36). Зөлхизә айында оло байрам – Ҡорбан ғәйете бар.

 

Изге ғәмәлдәр ҡылыу өсөн Зөлхизә айының иң хәйерлеһе тәүге ун көндөр, тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә (ибне Хиббән). Мосолман ғалимдарының әйтеүе буйынса, иң хәйерле ун көн тураһында хатта Аллаһу Тәғәлә Үҙе үк Ҡөрьәндә әйтә: «Таң менән ант итәм! Ун төн (Зөлхизәнең тәүге ун көнө) менән дә (ант итәм)» (89:1-2).

Аят һәм хәҙистәрҙән күренеүенсә, Зөлхизә айының тәүге туғыҙ көнөндә ураҙа тотоу бик сауаплы ғәмәлдәрҙән һанала, ләкин Ҡорбан ғәйете көнө ураҙа тотоу тыйылған. Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ был айҙың тәүге көндәрендә һәм Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотҡан (Тирмиҙи, Әбү Дәүд).

Был хөрмәтле айҙа шулай уҡ йышыраҡ зекер, тәкбир һәм хәмед һүҙҙәрен (Сүб(е)хәәнәллааһ, Әлхәмдүлилләәһ, Аллааһу әкбәр; Ләә иләәһә илләллааһү, үәхдәһү ләә шәриикә ләһ, ләһүл мүлкү үә ләһүл хәмдү үә һү-үә ғәләә күлли шәйьин ҡадиир; Сүб(е)хәәнәл-лааһи үә бихәмдиһ; Ләә хәүлә үә ләә ҡеүүәтә илләә билләәһ; Аллааһу әкбәр! Аллааһу әкбәр! Аллааһу әкбәр! Ләә иләәһә илләллааһү, үәллааһү әкбәр. Аллааһу әкбәр! Үә лиләәһил хәмд һ.б.) әйтеү хәйерле ғәмәл. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: «... тәшриҡ кеүек билдәле байрам көндәрендә Аллаһ исемен күп зекер итһендәр...» тип әйтә (22:28; Әхмәд).

Зөлхизә айында тәүбә итеү ҙә иң күркәм ғәмәлдәрҙең береһе. Аллаһу Тәғәлә әйтә: «... Әй, мөьминдәр! Аллаһҡа тәүбә итегеҙ, донъя һәм әхирәттә бәхетле булырһығыҙ» (24:31).

Ә йыраҡ хаж ғәмәлен Аллаһ ризалығын өмөт итеп юлға сыҡҡан хажиҙарға был көндәре хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен ҡылыу бик сауаплы, тигән Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм (Бохари; Мөслим).

Тағы ла сауаплы ғәмәлдәрҙең береһе – йәмәғәт намаҙҙарын ҡылыу өсөн мәсеткә барыу һәм мохтаждарға Аллаһ ризалығы өсөн хәйер-саҙаҡа биреү, тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ (Мөслим), ә Аллаһу Тәғәлә Үҙенең китабында: «... Беҙ һеҙҙе ризыҡландырған нәмәләрҙән сарыф итегеҙ...» (2:254), тип әйтә.

Аллаһу Тәғәлә йылдың көндәре араһында дүрт көндө ҡәҙерле итте. Быларҙың береһе – йома көндөр. Йома көнөндә шундай сәғәт барҙыр, әгәр мосолман кешеһенең ҡылған доғалары шул ваҡытҡа тура килһә, Аллаһу Тәғәлә уның доғаһын ҡабул итер (Бохари; Мөслим). Икенсеһе, Ғәрәфә көнөлөр (Мөслим). Шул көн Аллаһу Тәғәлә фәрештәләренә маҡтанып әйтер: «Йә, Минең фәрештәләрем! Минең мосолмандарыма ҡарағыҙ, бөтә юл, тән ауырлыҡтарына сабырлыҡ күрһәтеп, малдарын сарыф ҡылып һәм Минең рәхмәтемде өмөт итеп, төрлө ерҙәрҙән килделәр. Шаһитлыҡ итегеҙ! Дөрөҫлөктә, Мин уларҙы ярлыҡаным» (Әхмәд).

Өсөнсөһө, Ҡорбан салыу көндәре. Мосолман Аллаһ ризалығы өсөн, Уның рәхмәтенә өмөт итеп, ҡорбан салһа, ҡорбанының беренсе тамған ҡаны, һәр ҡылған гонаһына кәффәрәт булыр (Бәйһаҡи). Һәм дүртенсеһе, Ураҙа ғәйете көнөлөр (Бохари).

Донъяла йәшәгәндә, изге эштәр ҡылыу өсөн күп мөмкинселектәр бар. Изге эштәрҙең олоһо йәки кесеһе юҡ, Аллаһ ризалығы өсөн ихлас күңелдән ҡылынған бәләкәй генә изге ғәмәл тамуҡ утынан ҡотолоуға сәбәп булыуы бар, ин шәә Аллаһ.

Изге, сауаплы эштәр ҡылыу, гөнаһлы эштәрҙән тыйылыу, тәүбә итеү, ғибәҙәт ҡылыу, зекер итеү, Ҡөрьән уҡыуҙар, белем алыу тик хөрмәтле Зөлхизә айында ғына түгел, ә йылдар буйы дауам ителһә ине. Сауаплы һәм изге ғәмәлдәр донъяуи маҡсат (дан ҡаҙаныу, аҡса эшләү, маҡтаныу йәки маҡсатҡа ирешеү өсөн) менән эшләнһә, был ихлас күңелдән ҡылынған ғәмәл булмай, ә рия, күҙ буяу, яһалма була һәм был ғәмәлдәргә әжер-сауап яҙылмай, ә Ҡиәмәт көн улар туҙан бөртөгөнә әүреләсәк. Был турала ла Аллаһ Ҡөрьәндең «әл-Фурҡан» сүрәһенең 23-сө аятында бик асыҡ әйтә: «Беҙ уларҙың ҡылған ғәмәлдәрен ҡараныҡ һәм уларҙы таралған ваҡ (файҙаһы булмаған) туҙанға әйләндерҙек».

 

Әминә Ноғоманова-Ғәзизова әҙерләне

Сибай ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...