Баланы намаҙға өйрәтеү ысулдары
Баланы намаҙға өйрәтеү ысулдары
Биш тапҡыр намаҙ уҡыуҙың фарыз һәм әһәмиәтле икәнлеге барыбыҙға мәғлүм. Ҡиәмәт көнөндә лә тәү нәүбәттә намаҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ. Хәҙистә лә был турала: «Хөкөм көнөндә иң башта намаҙға иғтибар бирелер». Намаҙҙы зиһене теүәл, бәлиғ йәшенә еткән бөтә мосолмандар ҙа уҡырға бурыслы, бәлиғ булмағандарға намаҙ фарыз түгел, ләкин балаларҙы намаҙ уҡыуға кесе йәшенән ук әҙерләү зарур. Сөнки был ғәмәлде үҫеп етеү менән һәр береһе дөрөҫ башҡарырға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Балағыҙға ете йәш тулыу менән намаҙға баҫтырығыҙ, ун йәшенә етеп тә, тыңлашмай, ошо ғибәҙәтте үтәүҙән баш тартҡан сағында яза, бирергә мөмкин һәм айырым йоҡлатырға кәрәк». Ошо ғибәҙәткә һөйөү уятыр өсөн бар ата-әсәләргә лә ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк. Бала күңелендә ата-әсәләр тарафынан көсләп, мәжбүри рәүештә ҡушҡан намаҙ итеп түгел, ә Раббының Ризалығына ирешер өсөн иң матур ғибәҙәт икәнлеген күндерергә, уҡыу теләген, ғибәҙәткә ихтыяжын тәрбиәләргә кәрәк. Иғтибарығыҙға баланы намаҙға өйрәтеүҙең туғыҙ ысулын тәҡдим итәбеҙ:
1. Намаҙ уҡыусы ата-әсә – бала өсөн ыңғай өлгө
Намаҙ менән бала әсә ҡарынында уҡ таныша башлай. Сабый әсәһенең көнөнә биш тапҡыр бер үк эш башҡарыуына өйрәнеп китә, тимәк, намаҙ сабыйҙың донъяға килгәнгә тиклем үк ғүмеренең мөһим бер өлөшөнә әүерелә.
Һәр бер бала өсөн тәүге өлгө – уның ата-әсәһе. Кисектермәй, оҙаҡҡа һуҙмайса, һәр бер намаҙын ваҡытында уҡырға тырышһа, балаһы ла быға өйрәнәсәк. Ата-әсәһе уға: «Аллаһ ﷻ мине көтә. Миңә Уның Хозурына барырға кәрәк!» йәки «О, намаҙ ваҡыты етте! Миңә кисекмәҫтән Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға кәрәк! Һуңларға ярамай!»
Тыуғандан алып бала ата-әсәһенең намаҙ уҡығанын күреп үҫергә тейеш. Имсәк баланы намаҙлыҡ эргәһенә һалып торорға мөмкин, әйҙә, яҡын кешеһенең хәрәкәттәрен күҙәтеп кинәнһен! Әҙ генә үҫкәс, йәш әсә балаһын намаҙҙан һуң ҡулға алып, доға ҡыла ала (баланың гигиенаһын иҫәпкә алып, әлбиттә). Ҙурайыңҡырағас, бала эргәгеҙгә баҫып, хәрәкәттәрегеҙҙе ҡабатлай башлар, бергәләп уҡыр. Ғәзиз балағыҙҙы изге юлға дәртләндереү йәһәтенән, кескәй намаҙлыҡ алып ҡуйығыҙ ҙа, ул гел күҙ алдында ятһын. Намаҙ көндәлек тормошобоҙҙоң мөһим бер өлөшө булһын. Беҙҙең ихласлыҡты күреп кенә балалар был ғибәҙәттең әһәмиәтен аңлар һәм артыбыҙҙан эйәрер, ин шәә Аллаһ!
2. Намаҙға бала саҡтан өйрәтегеҙ
Ун йәшкә тиклемге балалар өсөн намаҙ фарыз түгел, ләкин бәләкәй саҡтарынан уҡ уларға был ғибәҙәтте теләк менән башҡарыу өсөн бөтә уңайлыҡтар, ыңғай мөхит булдырыу мөһим. Пәйғәмбәр ﷺ беҙгә баланы ете йәштән башлап намаҙға өйрәтергә ҡушҡан. Шуға ла күп диндар кешеләр ата-әсәләргә сабый сағынан уҡ баланы иртәнге намаҙға уятырға кәңәш итә. Намаҙ фарыз булғанға ҡәҙәр улар иртә торорға өйрәнә, яҡшы ғәҙәткә нигеҙ һалына. Намаҙ уҡыу өсөн бәләкәсегеҙгә айырым урын әҙерләгеҙ, был айырым бүлмә йә бүлмә мөйөшө булһын.
Намаҙ уҡыу өсөн тәғәйен урыны булғас та, балалар был ғибәҙәттең ни тиклем мөһим һәм әһәмиәтле икәнен еңелерәк аңлар. Балаларға был урынды таҙа һәм бөхтә тотоуҙың кәрәклеген дә аңлатып китергә кәрәктер. Ошо бүлмәнең диуарына һеҙ намаҙ ваҡытын иҫкәрткән ҡағыҙҙар, кәрәкле доғалар, өҫтәмә ғибәҙәт ҡылыу өсөн яҙылған кәңәштәр, төшөрөлгән һүрәттәрҙе элеп ҡуя алаһығыҙ. Ошо бүлмәлә баланың намаҙ уҡыу өсөн күлдәге йә түбәтәйе ятһа, тағы ла һәйбәт.
3. Ярҙамсы күрһәтмә әсбаптар яһағыҙ!
Балаларға ошо хаҡта иҫкәртеп торған һүрәттәр һәм таблицалар менән өйрәнеүе еңелерәк булыр. Бергәләп ислам календарын төҙөгөҙ. Унда аҙнаның һәр бер көнө, намаҙ ваҡыты, һижри йылъяҙма буйынса нисәнсе йыл икәнлеге, айҙың исеме булһын. Ошондай календарь ярҙамында мосолман айҙарын иҫтә ҡалдырып, ваҡыттың үҙгәреүен күҙаллай башлай алаһығыҙ, шулай уҡ көн тәртибен планлаштырыуҙа ла был ныҡ ҡулайлы буласаҡ.
Икенсе ысул – намаҙ графигын аҙна һайын төҙөп, һәр бер уҡылған намаҙҙы билдәләп барырға, ә шунан инде графикҡа күҙ һалып, балаға ғибәҙәт ҡылыуҙа тырышлығы өсөн бүләктәр бирергә мөмкин.
Тағы ла бер дәртләндереүсе ысул – ул «Намаҙ ағасы». Бының өсөн ағас һүрәте төшөрөргә кәрәк, аҙаҡ инде бала уға япраҡтар өҫтәй:
• Ваҡытында башҡарылған намаҙ өсөн – йәшел япраҡ, шулай итеп, бала Аллаһу Тәғәләнең унан Ҡәнәғәт һәм Риза булыуын аңлар.
• Һуңлап башҡарылған намаҙ өсөн – һарғылт япраҡ. Был инде Аллаһтың мосолмандың һуңға ҡалып уҡығанын яратмауына, тимәк, быға башҡаса юл ҡуймаҫҡа тырышырға кәрәк икәнлегенә ишара булыр.
• Уҡылмаған намаҙ өсөн – ҡыҙыл төҫлө япраҡ. Был иһә Раббының Ризаһыҙлығы хаҡында иҫкәртеп торор. Балаға был осраҡта Аллаһтан уны Ғәфү итеүен һорарға кәрәктер.
4. Баланы намаҙға баҫтырған көндө билдәләгеҙ!
Балаға ете йәше тулғас, «Намаҙ байрамы»н ойоштороу яҡшы булыр ине. Мөһим сараға балағыҙҙың дуҫтарын, уларҙың ата-әсәләрен саҡырығыҙ. Шатлыҡлы көндә ғәзизегеҙгә намаҙлыҡ, был ғибәҙәт өсөн махсус кейем-түбәтәй, намаҙға өйрәткән китап, будильник-сәғәт бүләк итегеҙ. Намаҙ уҡыуҙың әһәмиәтен һөйләп үтегеҙ, Ислам нигеҙҙәре буйынса викторина, намаҙ уҡыған өлкән балалар араһында конкурс ойоштороғоҙ.
5. Пәйғәмбәргә ﷺ һөйөү уятығыҙ!
Төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе – Мәккәлә тыуған, аҙаҡ Мәҙинәгә һижрәт ҡылған Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ тормошо менән таныштырыу. Сира, йәғни Аллаһ Рәсүле ﷺ хаҡында бәйән итеү, балала бөйөк шәхескә һөйөү уятыу, һәр ғәмәлдә тик уға эйәреү кәрәклегенә баҫым яһау, сөннәткә иғтибарлы булырға өндәү – тәрбиә эшендә мөһим урын алып торорға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ғәжәйеп мөғжизәләренең береһе – Мәккәнән Иерусалимға күсерелеп, ә һуңынан күккә күтәрелгән Миғраж төнө тураһында ла һөйләп бирегеҙ. Шул уҡ төндә Аллаһ ﷻ иң һөйөклө Рәсүленең ﷺ өммәтенә биш тапҡыр намаҙҙы фарыз иткәнен, Миғражға тиклем Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ибраһим кеүек иртән һәм кис ике рәҡәғәтлек ғибәҙәт ҡылғанын, беҙ белгән намаҙҙың тәртибенә һәм ваҡытына Ябраил фәрештәнең өйрәтеүен еткерегеҙ балаларығыҙға.
6. Намаҙға ҡабаландырмай күндерегеҙ.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баланы өйрәтеүе рәхәт түгел, шуға күрә был осраҡта «бәләкәй аҙымдар» менән дә барырға мөмкин. Сабый сағынан уҡ баланы таҙалыҡҡа, бөхтә булыуға өйрәтегеҙ. Ябай доғалар, Ҡөрьәндән аяттар, кескәй сүрәләр ятлатығыҙ. Балағыҙҙың зирәклегенә, теләгенә ҡарап, уның намаҙға баҫырға ҡасан әҙер булыуын үҙегеҙ аңларһығыҙ. Биш намаҙын да башҡарыуын талап итмәгеҙ. Мөһим ғибәҙәткә яйлап, бер ниндәй стресһыҙ ылығыу мөһим.
Тәүҙә тәүлегенә бер намаҙ, күпмелер ваҡыттан һуң тағы ла өҫтәп, икәү итегеҙ, яйлап бишәүгә еткерегеҙ. Өҫтәлгән һайын йәш мосолмандың һәр бер уңышын, тырышлығын бүләктәр, матур мөнәсәбәтегеҙ менән ҡеүәтләндереп барығыҙ, һәр ваҡыт рухын күтәрегеҙ, йылы һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ.
7. Эҙмә-эҙлеклекле булығыҙ.
Ата-әсәнең бурысы – бала намаҙын ваҡытында уҡыймы, был турала онотмаймы, тип баланы күҙәтеп торорға, онотһа йә ялҡауланһа, сара күреү − мотлаҡ. Өлкәндәрҙең даими контроле һөҙөмтәһендә, бала яйлап намаҙға күнә, был матур ғәҙәткә әйләнә, һәм киләсәктә ул быны үҙ аллы эшләйәсәк. Әммә был мөһим бурысты ата-әсә балаға йомшаҡлыҡ менән матур мөғәмәлә аша күндерергә тейеш.
8. Намаҙҙы бергәләп уҡығыҙ.
Атай кеше йәмәғәт башында имам булып, бөтә ғаилә менән бергәләп ғибәҙәт ҡылыу – баланы намаҙға өйрәтеү өсөн иң шәп этәргес. Был, айырыуса, атайҙары һымаҡ белемгә ынтылып, уларға оҡшарға тырышҡан малайҙарға ҡағыла. Өлкәндәргә эйәреп, йома һәм ғәйет намаҙҙарына барыуҙары ла бик мөһим, әһәмиәтле. Был үҫмергә мосолмандарҙы бер бөтөн йәмғиәт итеп күреү, берҙәмлек тойғоһон бирә, киң күңеллек сифатын үҫтерә.
9. Доға ҡылығыҙ.
Һәм иң мөһиме – Аллаһу Рахманға ялбарып, кесе быуын өсөн доға ҡылып, Унан кескәйҙәр йөрәгенә Раббыға, динебеҙгә, намаҙға ҡарата оло һөйөү һалыуын, тәүфиҡлы, әҙәпле, күркәм холоҡло булып үҫеүҙәрен һорайыҡ.
Доға: «Раббиджғәлнии муҡыымәс-саләәти, үә миң ҙурриййәтии, Раббәнәә үә тәҡаббәл дуаа». «Йә Рабби, мине һәм минең тоҡомомдо намаҙ уҡыусыларҙан ит. Раббыбыҙ! Минең доғамды ҡабул ит». Әмин! («Ибраһим” сүрәһе, 40-сы аят).
Аллаһ Рәсүле ﷺ былай тигән: «Аллаһ, һис шикһеҙ, өс кешенең – йәберләнгәндекен, юлсының һәм балаһы өсөн доға ҡылған ата-әсәнең һорағанын ҡабул итер». Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә бөтә мосолмандарға ла ике донъяла ла беҙҙе бәхетле иткән балалар менән бүләкләһен! Илаһи әмин!