«Һап-һау кешенең дә ҡайғылары була, бирешмәҫкә кәрәк!..»
«Һап-һау кешенең дә ҡайғылары була, бирешмәҫкә кәрәк!..»
Беҙ ҡайҙалыр ҡабаланабыҙ, бөтмәҫ тормош мәшәҡәттәрен йырып сығырға ынтылабыҙ. Донъя матурлығына, бәлки, һоҡланабыҙҙыр, әммә күңел күҙебеҙ йыш ҡына һуҡыр ҡала. Эргәләге кешеләрҙе тышҡы ҡиәфәте, хәрәкәт-ҡылығы буйынса баһалайбыҙ, ә күңел сөңгөлөндә ниндәй хазина йөрөткәндәрен аңлап етмәйбеҙ. Сәләмәтлектәре самалы кешеләрҙе күреп, ҡыҙғаныу, йәлләү тойғоһо кисерәбеҙ. Ә ғәмәлдә – рухи яҡтан улар һау кешеләрҙән дә көслөрәк, байыраҡ, бәхетлерәк булып сыға. Тәне түгел, күңеле зәғифтәр ҡыҙғаныу уята.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында үҙенсәлекле бер шағирә йәшәй. Ишетеү һәләтенән мәхрүм. Уның ҡарауы шиғри һәләтте тәбиғәт уға мул итеп биргән.
Алһыу Алтынбаеваның үҙен тотошо, кешеләр менән арлашыуында бер ҡатлылыҡ, сабыйлыҡ, самимилыҡ һиҙелә. Ә һөйләгәндәренә ҡолаҡ һалһаң, шундай фәлсәфә, тормош аҡылы, йәшәүҙе яратыу, ихтыяр көсө. Тыңлаған һайын тыңлағы килә.
«Донъя һикәлтә һымаҡ ул, менәһең, менәһең. Кем нығыраҡ үрмәләй ала, шул өҫтәрәк инде ул. Шуға аҫта тормағыҙ, тип әйткем килә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә. Алға ынтылығыҙ, гел алға. Матурлыҡты күрә белеп, йәм табып йәшәргә кәрәк. Ҡулдан килгән эште эшләгеҙ», – тип кәңәш итә Алһыу апай. – «Мин бер һуҡыр әбейҙе беләм. Тома һуҡыр. Ул гармунда уйнаны, бәйләм бәйләне. Әле лә иҫән-һау. Бына шуға һоҡланам мин. Ике балаһын юғалтты. Барыбер йәшәй. Биш ейәне бар».
Шиғри күңелле ханым Йылайыр районы Матрай ауылында тыуа. Атаһы Ғәйфулла Муса улы Бөйөк Ватан һуғышынан капитан дәрәжәһендә ҡайта. Уны Йылайырға МТС ойошторорға ебәрәләр. 60-сы йылдарҙа ғаилә Бөрйәнгә күсә. Алһыу беренсе класҡа Иҫке Собханғол мәктәбенә бара. «Әле лә Һаҡмар йылғаһын һағынам, – тип хәтер йомғағын һүтте мөләйем апай. – Ҡаялары, тәбиғәте һоҡланғыс. Бәләкәйҙән тәбиғәт йәнлемен. Шиғырҙарҙы мәктәптә уҡығанда яҙа башланым. 2014 йылда «Мөхәббәтттән ваз кисмәйем» тигән беренсе китабым сыҡты. Унда башҡортса шиғырҙарым да бар. Хәҙер инде биш китап авторымын».
Бәлә көтмәгәндә килә. Күңелсәк, тиҫтерҙәре араһында теремеклеге, шаянлығы менән айырылған Алһыуҙың ҡыҙылсанан һуң ҡолаҡ арты биҙе шешә. Ул заманда дауалау мөмкинлектәре лә самалы. 13 йәшлек ҡыҙ тәүге операция үткәрә. Ләкин сир китергә уйламай, ишетеү һәләте көндән-көн юғала бара. 26 йәшендә икенсегә операция яһатҡан Алһыу бөтөнләй һаңраулана. Йәш, һылыу ҡыҙ ҡолаҡ аппараты менән йөрөргә тартына, унһыҙ йәшәргә өйрәнә. Әсәһе Алһыуҙың төп ярҙамсыһына әйләнә. Мөкәрәмә Шакир ҡыҙы һаулығы ҡаҡшаған ҡыҙын төрлө яҡлап тормошҡа әҙерләй, белем бирә, юғалып ҡалмаҫҡа, кеше көнлө булып ултырмаҫҡа өйрәтә. Уҡырға әүәҫ Алһыу Өфө китапхана техникумын, ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт институтын тамамлай.
«Күңел ҡуҙғалһа ла, шатлыҡ кисергәндә лә шиғыр тыуа. Әсәйемде юғалттым, шиғырҙарым, яратҡан эшем булмаһа, ҡайғынан, яңғыҙлыҡтан әллә нимәгә тарыр инем», – тип күңел серен систе Алһыу Ғәйфулла ҡыҙы.
Алһыу Ғәйфулла ҡыҙы Алтынбаева 31 йылдан ашыу район китапханаһында эшләгән, китап донъяһында, матурлыҡ донъяһында йәшәгән. Рус, башҡорт классиктары шиғырҙарын яттан белә. Бигерәк тә Бөрйән шағирҙарын ярата, уларҙың әҫәрҙәрен руссаға тәржемә итеү тураһында хыяллана, сөнки ике телдә лә иркен яҙа. «Баҙал» әҙәби-ижад берекмәһенең әүҙем ағзаһы ла ул, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты. Ә яратҡан шағиры Есенин әҫәрҙәрен сәғәттәр буйы һөйләй ала.
Алһыу Алтынбаева шиғырҙары – йәшәү көсө, тормош сәме, мөхәббәт тойғоһо менән һуғарылған. Егеттәр миңә ғашиҡ булмай, кейәүгә сығып, бала таба алмам, ҡатын-ҡыҙ бурысын үтәү миңә яҙмаған тип, яҙмышына үкенгән, рәнйегән саҡтары булдымы икән? Тере йән бит, булғандыр. Ләкин йомшаҡлыҡтарын, икеләнеүҙәрен еңеп өйрәнгән ул. Хеҙмәттәштәре Алһыу Алтынбаеваны иғтибарһыҙ ҡалдырмай, килеп, хәлен белеп, ярҙам итеп тора. Бигерәк тә Сәлимә Мисбах ҡыҙы Ишдәүләтова төп таянысына әйләнгән. Күңел бушатҡансы һөйләшә-һөйләшә сәйҙәр эсеү – үҙе бер ғүмер. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына Алһыу Ғәйфулла ҡыҙы ишетеү аппараты ҡуллана башлаған, уныһын да оҙаҡ кейә алмай, ҡолағын шаулата, башын ауырттыра. Ишетмәгәс, телефон менән дә файҙаланмай. Әммә был донъя менән аралашыуға ҡамасауламай. Социаль селтәрҙәрҙә әүҙем яҙыша. Йәшләй генә үлеп ҡалған ағаһының ҡыҙҙары менән ҡатнашып йәшәй, уларҙың һәр уңышына ҡыуана. Үҙен яҡшы физик формала тоторға тырыша, велотренажерҙа шөғөлләнә, йәйәү йөрөргә ярата. «Алһыу апайыбыҙ ғүмер буйы комплектациялау бүлегендә эшләне, – ти Сәлимә ханым. – Миңә лә уның ҡул аҫтында ун йыллап эшләргә тура килде. Бик һәйбәт итеп өйрәтте. Китапты шифрлау буйынса мин унан күп дәрестәр алдым, тип әйтһәм дә була. Ул бер ваҡытта ла ҡайғырмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, шул сифаты миңә ныҡ оҡшай. Ныҡ маҡсатлы. Интернет аша ул бөтөн конкурстарҙа ҡатнаша. Тормош ҡатмарлы тип, башты түбән эймәҫкә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, алға ҡарап йәшәргә, эшләргә өйрәтә».
Алһыу Алтынбаева шиғыр һөйөүселәр өсөн – көтөп алынған ҡунаҡ. Шиғырҙарын тыңлап бер һоҡланһаң, тормош фәлсәфәһенә тағын бер хайран ҡалаһың. Яҙмыш һынауҙарына дусар булһа ла, рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн юғалтмағандарҙың һәр һүҙе – һабаҡ. Бәлки, уларҙы тап һынауҙар сыныҡтырғандыр. «Быйыл мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йылы, – ти көслө рухлы ханым. – Шуларға әйткем килә: көтмәгеҙ, үҙегеҙҙе үҙегеҙ үрләтегеҙ. Матур йәшәгеҙ, күркәм сәскәләр, баҡсалар ултыртығыҙ. Ипле һөйләшегеҙ. Гөрләтеп йәшәү өсөн барыбер бөтә мөмкинлек тә бар. Үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнде эшләп йәшәргә тейешбеҙ, ҡыуанып, шатланып, ҡайғыларға бирешмәй. Һап-һау кешенең дә ҡайғылары була, бирешмәҫкә кәрәк! Насар ишеткәс, Ҡөрьән уҡый белмәйем инде. Әммә Аллаһҡа ышанам, Ул бар! Мәсеткә аҡса һалам, хәйер-саҙаҡа бирәм. Бер үҙем генә булһам да, әсәйемә аяттар уҡытам. Ҡөрьән ашына биш кеше саҡырһаң да, барыбер яҡшы итеп әҙерләргә кәрәк».
Алһыу Алтынбаева Башҡортостан Яҙыусылар союзына инергә хыяллана. Дөрөҫөрәге, үҙенең алдына шундай маҡсат ҡуйған. Тик әлегә йыйынтыҡтары үҙнәшер менән сыҡҡас, ундай мөкинлек юҡ, әммә өмөтөн өҙмәй. Күптәрҙе сәмләндереп тормош баҫҡыстарынан үрмәләргә яҙһын әле, Алһыу Ғәйфулла ҡыҙы! Һеҙҙәй көслө заттар барҙа, йәшәү ҡәҙере арта.
Йәнем йәберҙән арыны,
Шулай ҙа була икән.
Атылған йондоҙ ярһыуы
Йәнеңә тула икән.
Йәнемдә ҡойондар ҡайнай,
Әгәр аңлау тапмаһа.
Байлыҡ баһала булғанда,
Хистәр бер тин тартмаһа.
Йомартлыҡтан йәйерәй ул,
Ҡәҙерләй ошо мәлде.
Кәйелеп оса шатлыҡтан,
Йотлоғоп йота йәмде.
Бер ни белмәй ойоғанда,
Айырыла ул тәндән.
Үпкәләрҙе оноттора,
Көс-кәр ала күктәрҙән.
Аңлата ла алмай шул йән:
Әҙәм көсө – намыҫта.
Ғәфү итә белгәндәрҙән
Һағыш йөрөй алыҫта.
Ғәйепләй ҙә алмай шул йән,
Бары һыҙлана ғына.
Тәндә тынсыу булғанда ла
Китмәй, ҡуҙлана ғына.
Ҡуҙы менән уята ул,
Сәмләндереп йәшәүгә.
Яманлыҡты оноттора,
Егә маҡсат-мисәүгә.
Һатмай ҙа, һатылмай ҙа ул,
Һөйрәй ул бәхеткәсә.
Беҙҙең менән бергә үҫә
Ҡарындан ләхеткәсә.
(Р. Ҡазбулатова тәржемәһе)