Ҡөрьәндән айырылмағыҙ!

Ҡөрьәндән айырылмағыҙ!

Һәр йылдағыса, Рамаҙан шәриф айына ҙур пландар бағлап аяҡ баҫам. Тәүге көндән үк үҙ өҫтөмдә ал-ял белмәйсә эшләргә, күтәренке кәйеф менән йөрөргә һүҙ бирәм, тәүҙә бер эшкә тотоноп ҡарайым, шунан икенсеһенә тотонам. Һәм ахырҙа үҙемде был донъяла иң көсһөҙ, иң баҙнатһыҙ бәндә икәнлегемде аңлап, айҙарҙың солтаны – Рамаҙанды юғары кимәлдә үткәрә алмауыма ҡайғыра башлайым, үрһәләнәм, эстән кимерәм, ни тиһәң дә, бер ҡасан да үҙ-үҙемдән ҡәнәғәт түгелмен. Өйҙәгеләрҙең дә ураҙа ғибәҙәтенә битараф, һалҡын булыуҙары күңелемдәге утҡа ҡуҙ өҫтәйҙер, күрәһең. Беҙҙән бер ни ҙә тормай шул: нәсихәт биреүсе беҙ түгел, Аллаһу Тәғәлә!

 

Былтыр Рамаҙан айының ике аҙнаһы Башҡортостандан ситтә үтте. Ҡара диңгеҙ буйындағы шифаханаларҙың береһендә арзан хаҡҡа ял итеү форсаты килеп тыуҙы, шунан баш тартһаҡ, ахмаҡ булырбыҙ, тип иптәшем мине һәм улымды Краснодар крайына алып сығып китте. Дүрт тәүлек поезда үтте. Эх, күпме матур мәжлестән тороп ҡалдым, баҫмабыҙ ойошторған ифтарҙа ҡатнаша алманым, тип, моңһоуланып та алдым. Ял йорто, ысынлап та, дан ине! Улым көн һайын бассейнда йөҙөп кинәнде, көндөҙ диңгеҙ һауаһын һуланыҡ.

Имандаштарым менән йәнле аралашыуҙан мәхрүм булһам да, бәхетемә, көн һайын онлайн дәрестәрҙә ҡатнашыу форсаты булды. Бының өсөн, төнөн дүртенсе яртыла йоҡонан тороп, сәхәр ашап алам да дәрескә әҙерләнәм, мөғәллимә уҡырға ҡушҡан биттәрҙе ҡарап сығам. Сәғәт биштә дәрес башлана, етелә тамамлана. Дәрес бөтөүгә, бөтә ял йорто уяна башлай.

Шулай көн һайын төнөн-иртән Ҡөрьән уҡыйым, тәжүид ҡағиҙәләрен ҡабатлайым. Һуң ятып ғәҙәтләнелгән, йоҡом туймай. Бер көндө тағы ла тырышып Ҡөрьән уҡыйым, күҙем йомолоп бара, үлеп йоҡом килә. Йоҡламаҫҡа тырышып, күҙҙәремде сылт-сылт йомам һәм... Бер ҡараһам, ни ғәләмәт, әле генә аяттар теҙелгән Ҡөрьән бите ап-паҡ! Бер юл, бер хәреф әҫәре лә юҡ! Мәңгелек булып тойолған бер секунд эсендә йөҙ төрлө уй үтте башымдан: «Ҡөрьән юҡҡа сығыр көн килеп еттеме әллә? Мин шул аяныслы, ҡурҡыныс ваҡиғаның бәхетһеҙ шаһитымы? Ул көнгә тиклем ныҡ йыраҡ, тигәндәр ине бит! Уға тик-лем Дәжжәл, Ғайса пәйғәмбәр һәм күп ваҡиғалар булырға тейеш! Ни өсөн иң бәхетһеҙ йән мин булып сыҡтым?!»

Аяттары юйылып, Ҡөрьән урынына аҡ ҡағыҙ ғына ҡалған күренеш тураһында беҙҙе Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙә, сәхәбәләребеҙ ҙә иҫкәрткән. Ахырызаманға яҡынайған бер төндә Ҡөрьән китаптан да, хәтерҙән дә юйыласаҡ. Ғабдуллаһ ибне Мәсғүт еткергәнсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Бер төн эсендә Ҡөрьәнде кире аласаҡ Аллаһ, ерҙә бер аят та ҡалмаясаҡ. Был көн килеп еткәнсе, Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡығыҙ». Кешеләр аптырап ҡалған: «Мөсхәфтән дә юҡҡа сығасаҡмы ни? Ә кешеләрҙең йөрәгенә һеңгән аяттар менән ни буласаҡ?» Аллаһ Рәсүле ﷺ шулай яуап биргән: «Бер төн эсендә Ҡөрьән юҡҡа сығып, кешеләр етемһерәп ҡалырҙар. Бәхетһеҙ бәндәләр хатта кәлимәи-тәүхид «ләә иләәһә илләллаһ» һүҙҙәрен онотоп, туҙға яҙмаған мәғәнәһеҙ һүҙҙәр генә сығасаҡ уларҙан. Аллаһ Изге Китапта был турала шулай ти (мәғәнәһе): «Вәғәҙә ителгән Көн килгәс (Ҡиәмәттә), улар өҫтөнә ер аҫтынан бер Дәббәне (шулай тип аталған ҡурҡыныс затты) сығарасаҡмын. Ул кешеләрҙең аяттарыбыҙға ысын күңелдән инанмауҙары тураһында һөйләр» («Ән-Нәмл» сүрәһе, 82-се аят).

Былар барыһы ла был донъяның аҙаҡҡы көндәрендә – Ахырызаманда буласаҡ. Ошо хаҡта Ибне Мәсғүттән еткерелгән тағы бер хәҙис бәйән итә: «Был Ҡөрьән артығыҙҙан алынасаҡ». «Нисек аласаҡтар, беҙ бит уны йөрәгебеҙҙә һәм мөсхәфебеҙҙә нығыттыҡ!?» «Бер төн эсендә уны алып китәсәктәр, бер мөсхәфтә лә, бер йөрәктә лә ҡалмаясаҡ ул, һәм бынан һуң кешеләр хайуандар ише булыр». Шунан ул Аллаһу Тәғәләнең һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе: «Һәм, әгәр Беҙ теләһәк, һиңә үәхи ителгән нәмәләрҙе, әлбиттә, алып китер инек, ә унан һуң һин бында Беҙгә ҡаршы үәкил тапмаҫ инең» («Әл-Исра» сүрәһе, 86-сы аят).

Ошо ҡурҡыныс көнгә шаһит кешеләр, ҡото алынып, һәр береһе тәүбә ҡылырға, Аллаһтан ғәфү үтенергә ашығасаҡ. Әммә был көнгәсә килеп еткәндең тәүбәһен ҡабул итмәйәсәк Аллаһ. Бик һуң булыр уларҙың тәүбәһе...

Күңелем һыҡраны, иланы, яман асыштан ҡанһыраған йөрәкте тынысландырыр өсөн, күҙҙәремде ныҡ итеп йомдом һәм яңынан астым. Йә Аллаһ, йәнә һоҡланғыс күренешкә шаһит булдым: Уның аманаты, васыяты, ҡушҡандары йәнә Китабында урын алған. Һәм мин илаһи һүҙҙе тырышып-тырмашып уҡырға тырышам! Мә шәә Аллаһ! Әлхәмдүлилләһи Раббил Ғәләмин! Әле кисергәнемде берәүгә лә күрергә, кисерергә яҙмаһын! Бәхетлеләр сафында йөрөтһөн беҙҙе Аллаһ! Әле заман ахырына йыраҡ, донъя бөтөүен күрмәҫбеҙ әле, тип кенә тыныс йөрөйһө урынға, яҡшылыҡты арттырыр ғәмәлдәр ҡылайыҡ, файҙалы ғилем алайыҡ, ҡыуанып, рәхмәттәр уҡып, ураҙа тотайыҡ, Ҡөрьән буйынса йәшәп ҡалайыҡ! Әлегә тәүбә ишектәре асыҡ!

 

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....