Кешене хөкөм итмә!

Кешене хөкөм итмә!

Бер танышым йәш сағында:

– Фәлән-фәлән дуҫым көн дә кибеттән һыра алып ҡайта. Ҡайта ла был һаҫыҡты һемереп тә ҡуя. Аптыраҡ инде – шул нәмәне нисек эсәләр икән?! Ауыҙға алырлыҡ та түгел бит, исмаһам! Нимәһенә иҫтәре китә?! – тип гел дуҫтарын тәнҡитләп һөйләр ине.

 

Утыҙ йыл самаһы уҙғас, бер көндө урамда шул танышымдың ҡатынын осраттым. Байтаҡ ҡына һөйләшеп, хәлдәребеҙҙе белешеп торған арала иптәшенең һыраға «мөкиббәнлеген» белеп ҡалдым. Һәм шул ваҡытта был ирҙең яҡындарын фашлап һөйләгән һүҙҙәре иҫемә төштө.

Шулай уҡ бер апайҙың әйткәне ҡолағыма һеңеп ҡалған. Күршеләренең ҡапҡаһынан сығып килгән ирҙәрҙе тәҙрәһе аша күҙәтеп торҙо ла, асыуынан төкөрөп ебәрҙе:

– Кит ғибрәт! Бынауҙың кейәүе кандидат булып йөрөй бит әле, үҙе яман итеп ергә һемгерә, ҡулъяулығы юҡмы икән ни?! Ҡарап тороуы ерәнгес!

Минең алдымда үҙен мәҙәниле күрһәтергә тырышып, кешенең тәрбиәһеҙлеген фашлаған был ҡатындың кейәүе менән аралашырға тура килде яңыраҡ, кинйә ҡыҙының иптәше баяғы ғалимдан да арттырып ебәрә. Күрҙем дә, теге апайҙы йәлләп ҡуйҙым.

Эйе, донъя ҡуласа, әйләндереп килтереп бер баҫа. Айырыуса, кешене яманлап, бөтә мир алдында рисуай иткәндәрҙе, күҙгә-күҙ ҡарашып, матур кәңәшен бирер урынға, ҡаты хөкөм сығарғандарҙы баҫа.

Шелтәләү түгел, хатта аптырарға ла ярамай. Күп һынағаныбыҙ бар: аптыраған нәмәбеҙ үҙебеҙгә була.

Әгәр һүҙ ыңғайында берәйһе икенсе кешене яманлай башлаһа: «Кешегә хөкөм сығарма», – тибеҙ. Изге китаптарҙа ла: «Кешене хөкөм итмә, үҙеңде хөкөм ҡылмаҫтар», – тиелә.

Кешене ниҙәлер ғәйепләү, гонаһлы итеп күрһәтеү, ҡылығына аптырау күптәребеҙгә хас. Бәғзеләр был һыҙатты күңеленән төбө-тамыры менән йолҡоп сығара ала. Кемдер был ғәҙәтенә ҡаршы тора алмай, бер үк «тырма»ға баҫа ла баҫа, үҙенең яманлығын ғүмере буйына ташламай.

Тормошобоҙҙо башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, үҙебеҙҙе өҫтөн ҡуйып, бындай өҫтөнлөктөң берҙән-бер хужаһы – Аллаһу Тәғәлә икәнен онотоп ебәрәбеҙ түгелме? Кешеләрҙе хөкөм итеү, ҡаныбыҙға һеңеп, йыш ҡабатланһа, был хаҡта етди уйланырға кәрәк. Аллаһу Тәғәләнең Ризалығы өсөн тырышып, ынтылып йәшәгән мосолман кемделер шулай хөкөм итергә тейешме һуң? Бөтә тереклеккә яҡшы мөғәмәләлә булырға өндәгән динебеҙ ундай тәкәбберлеккә ҡаршы. Ваҡытын, уйҙарын башҡаларҙы хөкөм итеүгә бағышлаған кеше изге маҡсатына өлгәшә алмай! Хөкөм итеүҙе туҡтатып буламы икән? Яман гонаһлы һыҙаттан ҡотолорға теләһәк – еңә алабыҙ! Ислам-тудей.ру сайтында килтерелгән кәңәштәр ҙә бик ҡулай булыр.

  1. «Изгеләрҙең үткәне, ә гонаһлыларҙың киләсәге бар», тигән әйтем бар. Әҙәм балаһының бөгөнгө хәле даими түгел. Кешенең торошо, холҡо, уйҙары һәр ваҡыт үҙгәреп тора, үҙенең хаталарын, гонаһтарын күреп, ул уларҙы төҙәтергә тырыша, үҙ өҫтөндә эшләй йәки, киреһенсә, үҙенә ҡул һелтәһә, хәле көндән-көн киҫкенләшә, түбәнгә тәгәрәй. Берҙән-бер үҙгәрешһеҙ ҡалған нәмә – тәүбә ишектәренең асыҡ, Аллаһу Тәғәләнең бар нәмәгә Хаким, Ғәфү итеүсе булыуы. Ысын күңелдән тәүбә ҡылыусыны Аллаһ ярлыҡай.
  2. Етешһеҙлектәрегеҙҙе танып, гонаһтарығыҙ хаҡында уйланығыҙ. Берәйһен хөкөм итер алдынан, үҙегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе был турала онота. Әҙәм балаһы камил түгел, уға хаталаныу-яңылышыу хас, үҙебеҙ ҙә хата эшләйбеҙ, шуға башҡа кешенән бер яғыбыҙ менән дә яҡшыраҡ түгелбеҙ. Ошо рәүешебеҙҙе онотоп, башҡанан үҙебеҙҙе өҫтөн ҡуйып, кәмһетеп ҡарап, хөкөм итеү бурысын үҙ өҫтөбөҙгә алып, ҙур хата яһайбыҙ, дөрөҫөрәге оло гонаһҡа батабыҙ.
  3. Үҙеңде өҫтөн ҡуйыу – тәкәбберлек билдәһе. Ә тәкәббер кешенең мәңгелектәге урыны ҡот осҡос – йәһәннәм упҡынында, Аллаһ һаҡлаһын! Аллаһ Илсеһенең ﷺ әйткәнен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: «Күңелендә туҙан бөртөгөндәй генә тәкәбберлек булған кеше йәннәткә инә алмаҫ». Үҙен бүтәндәрҙән өҫтөн ҡуйған кеше, фашлаған күренеште, ҡылыҡты әлегә тиклем үҙе эшләмәгәнгә күрә, үҙен яҡшыраҡ тип һанап, башҡаларҙы хөкөм итә башлай, мөһөр һуға. Шуға күрә минән дә шәп, гонаһһыҙ бәндә юҡ, тип «әхлаҡ полицияһы» вәкәләтен үҙ өҫтөбөҙгә алып, бөтәһен дә күҙәтеп барырға кәрәкмәй, сөнки ысынында беҙ ундай түгел.
  4. Шуны онотмайыҡ: теге йәки был кеше ни өсөн үҙен тап шулай тота, уны бындай хәлгә нимә килтергән йәки тап шулай итеп эшләргә мәжбүр иткәнен беҙ белмәйбеҙ, сәбәбен аңламайбыҙ, тимәк, ниндәйҙер һығымта яһарға, хөкөм сығарырға хоҡуғыбыҙ юҡ.
  5. Аллаһу Тәғәләнең иң яратҡан ҡоло, иң күркәм, иң камил холоҡ эйәһе Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер ҡасан да бер кемде лә хөкөм итмәгән, шелтәләмәгән. Мөьмин мөьмин булмаҫ – үҙенә теләгәнде мосолман ҡәрҙәшенә лә теләмәһә. Ә һуң үҙебеҙсе? Хаталанғанда, яңылышҡанда үҙебеҙҙе әрләйбеҙме? Юҡ, йәлләйбеҙ генә! Кешенең яҙыҡ эш ҡылғанын, хата яһағанын күреп тә, Аллаһ Рәсүленең ﷺ матур өлгөһөндә йәшәргә тырышҡан мосолман бер ҡасан да яуызлыҡ теләмәҫ, ҡәрҙәшенә ярҙам итер, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп ебәрер.

Аллаһу Тәғәлә үҙенең сикһеҙ Рәхмәте менән беҙгә, барыһына ла илтифат, ихласлыҡ, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, изгелектәр ҡылып ҡына йәшәргә насип итһен! Кешегә теләгәнебеҙ, әйткәнебеҙ – яҡшылыҡ булһын!

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...