Яман менән юлдаш булма: яҡшы юлдан яҙҙырыр

Яман менән юлдаш булма: яҡшы юлдан яҙҙырыр

Яман менән юлдаш булма: яҡшы юлдан яҙҙырыр

Бөгөн кешеләр телевизорҙы әҙерәк ҡарай башланы, тиһәк тә, уға алмашҡа икенсерәк нәмә – YouTube видеоплатформаһы килеп, хакимлыҡ итә башланы. Әгәр ҙә һеҙ уның ярҙамы менән Ҡөрьән йә берәй дин әһеленең сығышын тыңлайһығыҙ икән, был иманды нығытыуға бик шәп ысул. Әммә файҙалы тапшырыуҙы ҡарап бөтөү менән, күҙебеҙ үҙенән-үҙе экранда кәңәш ителгән видеоға төшә лә: "Нимә инде ул ярты сәғәт, ҡарайым да шунан һүндерәм", – тип, иғтибарыбыҙҙы йәлеп иткән контентҡа сумабыҙ. Бер секунд эсендә тоҡанып киткән ҡыҙыҡһыныуыбыҙ шуның менән генә мөрхәтһенһә икән! Юҡ шул, утыҙ минутың сәғәттәргә һуҙыла...

 

Ҡөрьәнде тыңлағандан һуң, илаһи торошобоҙҙо кәрәкмәгән мәғлүмәт, ҡолаҡҡа ятмаған тауыштар, буш һүҙҙәр менән боҙабыҙ. Роликтарға мауығып, береһе тамамланып өлгөрмәй, икенсеһенә күсәбеҙ, шунан өсөнсөһөнә һ.б. Ултыра торғас, ваҡыттың заяға үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Аҙаҡ ныҡ үкенәбеҙ, үҙебеҙҙе игәйбеҙ. Шул ваҡыт эсендә ике донъя бәхетенә ирешер өсөн шәп ғәмәл – Изге Китаптан берәй сүрә йә берәр хәҙис ятлаһаҡ, беҙҙән дә шәп кеше булмаҫ ине. Көнитмешебеҙ иһә мәғәнәһеҙ сюжеттарҙан, еңел-елпе фильмдарҙан ғына тора! Ә ундай нәмәнең тормошобоҙға тәьҫире ныҡ көслө һәм яман.

 

Һаҡ булығыҙ, «Ютуб»!

Ваҡытыбыҙҙың күп өлөшө иҫәпһеҙ-һанһыҙ роликтар менән үтә. Бер минутҡа күҙ һирпәм дә сығам, тип Интернетҡа кереүебеҙ сәғәттәргә һуҙыла. Йыш ҡына беҙҙе бер сәбәп кенә ошо хәлдән сығара ала. Ул да булһа, зарядка көсөнөң бөтөүе.

Мөхәммәд ﷺ әйтте: «Иманлы кеше, үҙен әшәке тотоп, яла яғыусы ла, тупаҫ та, битәрләүсе лә түгел». Аллаһ Рәсүле ﷺ йыш ҡына үҙенең сәхәбәләре, ҡатындары һәм балалары менән шаярған, уның шаяртыуҙары бер кемдең дә намыҫына теймәгән, барыһына ла мәрхәмәтле, әҙәпле булған ул. Әбү Һөрәйрә һөйләгән: «Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ҡасандыр: «Йә Аллаһ Рәсүле ﷺ, һин беҙҙең менән шаяраһың», – тигәндәр. Ул: "Мин бары тик дөрөҫ булғанды ғына әйтәм", – тип яуап биргән" (әт-Тирмизи). Исламдан йыраҡ булғандар "шаярып", мосолмандарға ата-әсәләргә буйһонмау, хәләл ефетеңде ихтирам итмәү кеүек мәғәнәһеҙ төшөнсәләрҙе пропагандалай башлаһа, быға йә ҡул һелтәйбеҙ, йә көлөп ҡарайбыҙ, был иһә барыбыҙ өсөн дә ныҡ хәүефле. Аллаһу Тәғәләнең асыуын килтергән нәмәләргә көләбеҙ икән, тимәк, беҙ ошо яман күренештәргә ризалыҡ белдерәбеҙ. Аллаһ ҡушҡанын шаярыу ҡатыш ҡабул итеүебеҙ иманыбыҙға зыян килтерер, нәфсебеҙгә ҡаршы тора алмай, ялҡауға әйләнеүебеҙ, мөһим эштәрҙән ситләшеүебеҙ бик мөмкин. Аллаһ һаҡлаһын!

Әлбиттә, һеҙ: «Бер аҙ ял итеп алыр өсөн бер-ике роликтың ғына зыяны юҡ», – тип үҙегеҙҙе тынысландыра алаһығыҙ.Үҙ-үҙеңде алдау ғына был, бындай ял итеүҙең файҙаһы икеле. Башҡа юл менән хәл йыйып, көс тупларға була бит! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш күтәрмәй телефонда ултырыуыбыҙ – заманыбыҙҙың иң ҙур бәләһе, тиергә мөмкин.

 

Смартфондарға бәйлелек

Смартфон, YouTube һәм башҡа төрлө социаль селтәрҙәрҙең таралыуы йәмғиәтебеҙгә белгестәр тарафынан номофобия тип нарыҡланған яңы етди сир алып килде. Төрлө сәбәп менән телефонһыҙ ҡалған кешенең паникаға бирелеп, психологик ярҙамға мохтажлығы ул номофобия. Күреүегеҙсә, етди мәсьәлә. Юҡ, беҙҙең менән бындай хәлдең булыуы мөмкин дә түгел, беҙ яп-ябай, һап-һау кешеләр, тип проблеманы инҡар итеүебеҙ бар. Дөрөҫлөккә тура ҡарайыҡ, беҙ бөтәбеҙ ҙә ниндәйҙер кимәлдә социаль селтәргә, телефонға бәйлебеҙ. Бының менән риза булмаһағыҙ, смартфонығыҙҙы ябай телефонға алыштырып, Интернетһыҙ, текә техникаһыҙ күпме сыҙай алғанығыҙҙы һынап ҡарағыҙ. Күптәр мәғлүмәт ҡойоно туҡтауҙан ҡаушап ҡалыр, тип уйлайым. Сөнки күп дуҫтарымдың телефонһыҙ, YouTube һәм башҡа приложениеларһыҙ тамағына аш бармағанын яҡшы беләм. Әйтерһең дә, смартфон – тән ағзаһы, бер секундҡа айырылһа, тыныслығы юғала. Күҙ ҡараһылай һаҡлап йөрөткән «уйынсығ»ын хәстәрләй, аҡсаһын йәлләмәй, матур футлярынан башлап терәгесенә ҡәҙәр ала!

Ундай ҡаты тест аша үтергә батырсылығы етмәгән дуҫтарға башҡа ысулдар тәҡдим итмәксебеҙ. YouTube тоҙағына эләкмәҫ өсөн, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалып ҡарағыҙ:

  1. Ҡарар алдынан – күп тапҡыр уйла!

Берәй ролик йә ялтырауыҡ шоу ҡарағығыҙ килеп китһә, иң башта үҙегеҙҙән был видеояҙмаларҙа иманды ҡаҡшата торған мәғлүмәт йә әшәке һүҙҙәр, урынһыҙ шаяртыуҙар, музыка һәм башҡа яман күренештәр бармы, тип һорағыҙ. Ишеткән һәм күргән бөтә нәмәне үҙенә һеңдереп торған йөрәгебеҙҙе ҡурсып, яман тәьҫирле нәмәнән һаҡланырға, тирә-яҡтан яуған мәғлүмәтте иләк аша үткәрергә өйрәнәйек. Күп роликтар емергес көскә эйә. Ғалимдар күптән үк музыканың күңел торошобоҙға туранан-тура тәьҫир иткәнен раҫлаған.

  1. Аллаһу Тәғәләнең беҙҙе һәр ваҡыт күргәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

Әгәр ҙә YouTube каналындағы видеоларҙа Аллаһу Тәғәләнең асыуын килтергән кадрҙарҙы күреп ҡалһағыҙ, тәүҙә Ҡөрьәндән берәй аят йә дин әһеленең лекцияһын тыңлап ҡарағыҙ ҙа йөрәгегеҙгә иғтибар итегеҙ. Ошонан һуң һеҙҙә теге яман видеоға тағы ла әйләнеп ҡайтыу теләге һүрелер, тип ышанғы килә. Ошо алым Аллаһу Тәғәләнең һәр ваҡыт беҙҙең менән, һәр бер уй-ниәтебеҙ хаҡында хәбәрҙар булыуын иҫкә төшөрә.

  1. Файҙа килтерерлек нәмәне генә ҡарағыҙ!

Интернетта ла ваҡытыбыҙҙы файҙалы үткәрергә мөмкин. Хобби-шөғөлдәребеҙҙе иҫкә төшөрәйек. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыуҙың яңы рецебын өйрәнә ала. Кесе быуын менән әкиәттәр, һөнәрҙәрен арттырыу ниәте менән фәһемле яҙмалар, оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға йә тыңларға була. Был осраҡта YouTube каналының көндәлек тормошобоҙҙа тоғро ярҙамсы дуҫыбыҙға әүерелеүе бар.

  1. Аллаһу Тәғәләгә доға ҡылығыҙ.

Тәүбә ҡылып, холҡобоҙҙо, йәшәү рәүешебеҙҙе үҙгәртергә теләһәк, беҙҙе Аллаһтан йырағайтҡан, ғаиләбеҙгә һәм беҙгә әхлаҡи яҡтан насар тәьҫир иткән бөтә нәмәнән һаҡланырға тырышабыҙ. Кабель каналдарын байҡап сыҡҡас, ошо йәһәттән боҙоҡлоҡ, әхлаҡһыҙлыҡты күтәргәндәрен алып ташлайыҡ. Шунан һуң йөрәкте, иманды нығытыу өсөн Аллаһтан ярҙам, еңеллек һорайыҡ. Аллаһ бер кемде лә яуапһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырмай, доғалы кешенең тормошо көйлө була!

  1. Китап уҡығыҙ!

Йәмғиәтебеҙҙең етешһеҙлеге ул әҙ уҡыу. Китап уҡыу рухиәтебеҙ өсөн бик кәрәк, телмәребеҙҙе, зиһенебеҙҙе үҫтерә. Яҡшылыҡҡа өндәүсе матур әҫәрҙәргә, ислам китаптарына, карьера һәм рухи үҫешкә илһамландырған әсбаптарға иғтибар бүлегеҙ. Электрон төрөн түгел, ҡағыҙҙа нәшер ителгәнен уҡырға тырышығыҙ. Ашаған ризығыбыҙ кеүек, ҡараған нәмә лә беҙҙә сағыла. Дөрөҫ туҡланһаҡ, көс-ҡеүәт арта, зарарлы ризыҡ ауыҙға эләкһә, сиргә һабышабыҙ. Шуның һымаҡ, негатив видеоларҙан да әхлағыбыҙ зыян күрәсәк. Фәһемле фильм һәм сюжеттарҙан, киреһенсә, күңелебеҙ сафланыр ғына. Быны барыһы ла яҡшы аңлай!

Телевизорға мөкиббән ғаиләне был ғәҙәтенән арындырыуы анһат түгел, әлбиттә. Балаларыбыҙға үҙебеҙ үрнәк күрһәтеп, иң тәүҙә телевизор һәм интернетта ултырыуыбыҙҙы сикләп, иғтибарҙы ғаиләбеҙҙе берләштергән башҡа матур йолаларға йүнәлтеп, ғүмеребеҙҙең ҡалғанын файҙа менән үткәрергә тырышайыҡ. Мәҫәлән, хәҙер күп ерҙә ислам динен өйрәнеүгә нигеҙләнгән уйындар һатыла. Йәки өйҙә йәш быуынды ҡыҙыҡһындырған темаға төрлө конкурстар ойошторорға мөмкин. Еңеүсегә һәм ҡатнашыусыларға бүләк әҙерләгеҙ. Аллаһу Тәғәлә һәр кешене иман, рухи үҫешкә ынтылыш менән бүләкләгән. Йөрәгебеҙҙә зыян килтереүсе яманлыҡтан һәр ваҡыт һаҡланыу, иманыбыҙҙы нығытҡан яҡшы эштәргә тотоноу, матур урындарға ынтылып йәшәү ниәте булһын! Изге маҡсатҡа тоғролоҡ истиҡамәт тип атала. Ошо изге юлда яманлыҡтан һаҡланып, Аллаһ Ҡушҡанса йәшәргә ынтылған һәр кеше оҙон-оҙаҡ вәғәздәр һөйләмәйсә лә дәғүәт итә, иманға өндәүселәр сафында була. Аллаһтың беҙгә ҡәҙерләп тапшырған аманаты – балаларыбыҙҙы ла, үҙебеҙҙе лә Раббыбыҙ шундай бәхеткә ирештерһен! Илаһи әмин!

 

Әхмәт Исаев

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

 

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...