Нисек насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға?

Нисек насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға?

Нисек насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға?

Күп кешеләрҙең оялырға мәжбүр иткән насар ғәҙәттәре була. Һәр ҡайһыбыҙ уларҙан ҡотолорға теләй, әммә был зарарлы ғәҙәттәрҙән бик аҙҙар ғына арына ала.

 

Өйрәнгән ҡылыҡтан баш тартыуы еңел түгел, ул ғәҙәт кешелә борсолоу һәм дискомфорт тыуҙыра икән – бигерәк тә. Шулай ҙа бер аҙ тырышлыҡ һалһаң, хан заманынан килгән насар ҡылыҡтарҙан да ҡотолорға мөмкин.

Был мәҡәләлә бирелгән бер нисә кәңәш зарарлы ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Әммә был бер-ике көн эсендә һәм хатта бер-ике ай дауамында башҡарыла торған эш түгел.

Психологтар иҫбатлауынса, кешегә иҫке ғәҙәтен яңыға алмаштырыр өсөн кәмендә өс ай ваҡыт кәрәк. Шуға күрә алдан киҫәтәм: был юл еңел булмаясаҡ һәм һеҙҙән сабырлыҡ һәм ныҡышмаллылыҡ талап итәсәк

 

Насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоуға илткән 10 аҙым

 

  1. Етешһеҙлегеңде таныу.

Иң беренсе сиратта, алама ғәҙәтенән арынырға теләгән кеше үҙенең етешһеҙлеген факт булараҡ танырға тейеш. Әгәр кеше ихлас рәүештә насар ғәҙәтен проблема булараҡ ҡабул итмәй икән, ул бер ҡасан да уға ҡаршы көрәш башламаясаҡ.

  1. Барыһының да тик үҙеңдән торғанын аңлау

Насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу йәки ҡотола алмауҙың бары тик үҙегеҙҙән торғанын ҡабул итеү зарур. Әгәр ҙә ниндәйҙер эске тауыш һеҙгә, бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ, тип тәҡрарлай икән, тыңламағыҙ! Рухи көсөгөҙҙө нығытығыҙ. Бик ныҡ теләһәгеҙ, һеҙ бит быны булдыра алаһығыҙ.

  1. Аллаһ үҙенең хаталарын таныған кешеләрҙе ярата

Ғаләмдәр хужаһы уның тыйғандарынан тыйылмаған бәндәләренә һис риза түгел, әммә Ул үҙ хатаһын таныған һәм уны төҙәтергә тырышҡан ҡолдарын бик ярата. Ҡылған гонаһтарына ихлас тәүбә итеп, Аллаһу Тәғәләнең ғәфү итеүен һорағандар ҙа гонаһһыҙ бәндәләргә тиң бит.

  1. Ниәт һәм план

Дөрөҫ ниәт ҡылып, киләһе аҙымдарығыҙҙы барлаған эш планы төҙөгөҙ. План ҡормайынса башҡарған һәр эш уңышһыҙлыҡҡа илтә. Уңайһыҙлыҡ сәбәпсеһе булған насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу процесы эҙмә-эҙлелек талап итә.

Ҡылыҡ-фиғелде һәйбәт яҡҡа үҙгәртер өсөн аныҡ аҙымдар яһарға әҙер булығыҙ. Иң мөһиме – проблеманы хәл итеү юлында мөҙҙәттәрҙе (сроктар) билдәләгеҙ һәм унан тайпылмай, яйлап алға барығыҙ. Шунда уҡ ыңғай һөҙөмтәләр булмаһа, өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ. Көтөлмәгән уңыштар булһа, ирешелгән менән ҡәнәғәт булып, ярты юлда туҡтап ҡалмағыҙ.

  1. Зарарлы ғәҙәттәрҙе файҙалылары менән алмаштырыу

Зарарлы ҡылыҡтарҙан арыныу менән бергә, уларҙы үҙегеҙ өсөн файҙалы шөғөлдәр менән алыштырырға өйрәнһәгеҙ, насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу күпкә еңел булсаҡ. Йыш ҡына алама ғәҙәттәр кешенең буш ваҡытының күп булыуынан һәм ыңғай эмоцияларҙың, кисерештәрҙең етешмәүенән барлыҡҡа килә. Шуның өсөн өҫтәмә ғибәҙәттәрҙе күберәк ҡылыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ, дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ.

  1. «Ысҡындырыу механизмы»нан алыҫыраҡ тороғоҙ

Алама ғәҙәттәр менән көрәштә ошо ҡылыҡтарҙы булдырырға ярҙам иткән «ысҡындыру механизмы»нан («пусковой механизм») алыҫ тороу мөһим. Үҙегеҙ өсөн файҙалы шөғөлдәр уйлап табығыҙ. Насар ғәҙәткә кире ҡайтыу теләге тыуа ҡалһа, шунда уҡ яңы шөғөлөгөҙгә тотоноғоҙ.

  1. Аралашыу даирәһен үҙгәртегеҙ

Кешенең насар ғәҙәттәре, бигерәк тә йәш быуындыҡы, йыш ҡына төрлө алама компаниялар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә һеҙҙең холоҡ-фиғел тап ошо рәүешле үҙгәреш кисергән икән, аралашыу даирәһен алмаштырыу, насар ҡылыҡтарға этәргес биргән дуҫ-иштәрҙән ҡотолоу кәрәк. Был осраҡта шулай уҡ һеҙҙе камиллыҡҡа өндәгән тәҡүәле, күркәм холоҡло дуҫтар табып алыу бик урынлы булыр.

  1. Физик күнегеүҙәр яһау һәм саф һауала йөрөү

Алама ғәҙәттәрҙе физик күнегеүҙәр яһау һәм саф һауала йөрөп әйләнеү менән алмаштырырға мөмкин. Физик күнегеүҙәр һәр кем өсөн файҙалы: дөрөҫ тормош алып барған кешеләр өсөн дә, насар ғәҙәттәренән ҡотолорға теләгәндәр өсөн дә. Һуңғылары өсөн бигерәк тә әһәмиәтле. Спорт менән регуляр рәүештә шөғөлләнеү һәм саф һауала әүҙем хәрәкәт итеү көсөргәнешлекте кәметә һәм кәйефте күтәрә.

  1. Үҙегеҙҙе дәртләндерегеҙ

Маҡсатығыҙға илткән һәр уңышығыҙ өсөн үҙегеҙгә дәртләндереү сараһы уйлап табығыҙ. Насар ғәҙәттән арынырға ярҙам иткән һәр аҙымығыҙ өсөн үҙегеҙҙе бүләкләй барығыҙ. Психологтар әйтеүенсә, бүләкләнгән һәр ғәмәл беҙҙең үҙаңда сағылыш таба һәм ыңғай аҙымдың артабан да ҡабатланыуына этәргес бирә. Тик тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһендә көтөлгән иң ҙур бүләк – Раббыбыҙҙың ризалығы икәнен һис кенә лә оноторға ярамай.

  1. Насар ғәҙәттәрҙе кәметә барыу

Әгәр һеҙ алама ғәҙәттәрҙән тиҙ генә тулыһынса ҡотола алмайһығыҙ икән, ҡулығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Уларҙы, ваҡытына һәм урынына ҡарап, яйлап кәметеү сараһын күрегеҙ. Тәүҙә был ғәҙәткә ҡарата яһалма ҡаршылыҡтар тыуҙырығыҙ. Мәҫәлән, нимәнелер ҡулланырға кәрәк икән, уны һирәгерәк ҡулланырға тырышығыҙ. Шулай, яйлап, зарарлы ғәҙәттән бөтөнләй ҡотолғансаға тиклем, дауам итегеҙ.

Бәндәгә хаталаныу ҙа, абыныу ҙа хас. Үҙегеҙ билдәләгән темпты күтәрә алмай, ысҡынып китһәгеҙ ҙә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Киреһенсә, һәр төрлө һөҙөмтәгә әҙер булығыҙ. Һеҙ көн дә үҙ өҫтөгөҙҙә эшләйһегеҙ икән, һис шикһеҙ, яйлап, ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәкһегеҙ.

Һәр ваҡыт Аллаһу Тәғәләнәнең ярҙамын һорағыҙ. Һәр ғәмәлдә Аллаһу Тәғәләгә таяныу – үҙгәреш барышының айырылғыһыҙ бер өлөшө булырға тейеш. Бар доғаларығыҙҙы ла ҙур ихласлыҡ менән ҡылығыҙ һәм шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: Раббыбыҙ беҙгә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер.

 

Нурмөхәммәд Изудинов

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...