Фәрештә кергән өй нурлы була

Фәрештә кергән өй нурлы була

“Был өйҙөң эсе нурлы, йә булмаһа был өйҙә ҡот юҡ, нуры юҡ”, – тип әйтәләр. Ысындан да, берәү бай йәшәй, өй эсендә затлы әйберҙәр, кәрәк-яраҡтар бөтәһе лә бар, ләкин нимәлер етмәгән һымаҡ. Күңел менән иғтибарлап ҡараһаң, нур юҡ был өйҙә, был фатирҙа, йәғни ҡотһоҙ, тип әйтергә мөмкин.

Икенсе берәү ярлыраҡ йәшәй, байлығы менән маҡтанырлыҡ түгел, ләкин ул өйҙөң эсендә күҙгә бәрелеп торған нур бар, йәм бар, күркәмлек һиҙелә. Әлбиттә, өй эсендә был сифаттар кешенең байлығына бәйләнмәгән, ә туранан-тура уның йәшәү рәүешенә – мосолманса йәшәү рәүешенә бәйләнгән.

Ысын мосолман тәртибен һаҡлап йәшәгән ғаиләнең өй эсе йәмле, нурлы була, ул өйҙә бәрәкәт тә була. Ә хужаларҙың үҙҙәренең йөҙөндә Ислам нуры балҡып тора, сөнки бындай өйҙә фәрештә бар, был өйгә (фатирға) фәрештә керә, ул нур килтерә, нур һибә был өй эсенә. Фәрештә булған өсөн өй эсе нурлы, күркәм, йәмле.

Ә теге ҡотһоҙ өйҙә фәрештә юҡ, фәрештәләр ул өйҙө урап үтәләр. Ә ни өсөн? Сөнки был өйҙә (фатирҙа) фәрештәләр һөймәгән, яратмаған тәртип урынлашҡан. Мосолманса, шәриғәт ҡушҡанса йәшәмәйҙәр. Был өйҙөң, фатирҙың стеналарында һәр төрлө йәнле әйберҙәрҙең һүрәттәре эленеп тора: кеше һүрәттәре (фото), хайуан, ҡош-ҡорт һүрәттәре, йә булмаһа суйындан ҡойолған, таштан һ.б. эшләнгән статуэткалар.

Музыка ҡоралдары, иҫерткес эсемлектәр, (араҡы, ҡойолған бал, спирт, һыра һ.б.) булһа, фәрештәләр кермәйҙәр. Шулай уҡ өй эсендә ҡатын-ҡыҙ ялан баш йөрөһә, жөнөб булған кешеләр (ғөсөл алғанға ҡәҙәр) булһа, шулай уҡ фәрештәләр кермәй. Һәм хәҙерге ваҡытта күп кешеләр өй эсендә эт аҫрайҙар. Бындай өйҙө лә фәрештәләр йыраҡтан урап ҡаса. Эт аҫраған өй эсендә намаҙ ҙа уҡырға ярамай. Аллаһу Тәғәлә Үҙе һаҡлаһын, ундай өй эсендә эт аҫраусы кешеләрҙән беҙҙе йыраҡ ҡылһын.

ИСМӘҒИЛ ИГЕҘЙӘНОВ

“Мосолмандарҙың изге ерендә” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...