Исламда шәхестең үҙидаралығы: тарихи мәғлүмәт

Исламда шәхестең үҙидаралығы: тарихи мәғлүмәт

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: « Үҙенең асылын танып белгән кеше Раббыһын танып белгән», – тип әйткән.

 

Аллаһ мосолмандарға: «Аллаһты онотҡан һәм Ул үҙҙәрен оноттортҡан кешеләргә (үҙҙәренә файҙа килтермәгәндәргә) оҡшамағыҙ. Улар – фасиҡтар (Аллаһҡа буйһонмаусылар)», – тип мөрәжәғәт итә. («Әл-Хәшр» сүрәһе, 19-сы аят).

 

Был хеҙмәттең нигеҙендә ошо аят: «Кешеләр үҙҙәрен үҙгәртмәйенсә, Аллаһ уларҙың хәлен үҙгәртмәй» («Әр-Рад» сүрәһе, 11-се аят) һәм «Үҙенең асылын танып белгән кеше Раббыһын танып белгән», – тигән хәҙис ята. Бөтә китаптарҙа Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ әхлаҡлығы, затлылығы, намыҫлығы беҙҙең өсөн яҡты миҫал булып торор.

Күп кенә аҡыл эйәләре һәм бөйөк ғалимдар һәр ваҡыт үҙидараның мөһимлеген күрһәткән. Мәҫәлән, Сократ: «Үҙеңде танып бел». Сенека: «Үҙен ҡулда тотоусы барыһынан да көслөрәк», «Быуат йәшә – быуат буйы йәшәргә өйрән», – тип билдәләй. Уильям Джеймс былай тип яҙа: «Кешенең, тирә-яҡтағы әйберҙәргә үҙ мөнәсәбәтен үҙгәртеүе арҡаһында, үҙ тормошон үҙгәртә алыуы минең быуынымда иң ҙур асыш булып тора». Джозеф Эдисон: «Ҡеүәтле аҡыл өсөн үҙ-үҙең менән идара итеүе иң ҡыйыны» – ти.

Күптәргә Сократтың: «Мин бер нәмә лә белмәүемде генә беләм!», аҙаҡ уның «Үҙеңде танып бел!» – тигән өндәүе билдәле. Сократ өсөн үҙ-үҙеңде танып белеү – ул үҙ тойғоларыңды, эске этәргес көстө аңлау тигәнде аңлата. Ғалим өсөн этәргес көс булып хәҡиҡәткә һөйөү, ғәҙеллек, батырлыҡ, тәртип һәм намыҫ кеүек сифаттар тора.

Тикшеренеүҙәребеҙ күрһәте-үенсә, бөйөк аҡыл эйәләренең һәм философтарҙың әйткәндәре асылы һәм йөкмәткеһе буйынса Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ һәм тәҡүәлеләрҙең һүҙҙәре менән сағыштырырлыҡ түгел. Шуға ла беҙҙең үҙидаралыҡ темаһын Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм сәхәбәләрҙең бөйөк һүҙҙәре аша ҡарауыбыҙ осраҡлы түгел.

Аллаһ Илсеһе ﷺ әйтеүенсә: «Аллаһ Үҙ ҡолона яҡшылыҡ теләһә, уға динде, был донъялағы аскетизмды (заһитлыҡты) аңларға һәм үҙ етешһеҙлектәрен күрергә мөмкинлек бирә».

Үҙидара мәктәбе тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Меңәрләгән йылдар дауамында кешеләр үҙ эске донъяһы менән эш итеү ысулдарын камиллаштырған. Үҙ-үҙе менән идара итеү сәнғәтенә боронғо грек аҡыл эйәләре, мысыр руханиҙары һәм вавилон сихырсылары хеҙмәттәрен бағышлаған. Ҡытайҙа Конфуций трактаттары дәүләт кимәлендәге бик мөһим документ тип таныла һәм бөтә уҡыу йорттарында өйрәнелә. Төрлө мәҙәниәттәрҙә үҙ-үҙең менән идара итеү сәнғәте төрлөсә үҫешкән. Кешелек тарихы дауамында улар үҙ-ара буталып та, айырылып та, кире уҡмашып та киткән. Был процестар бөгөн дә туҡтамай. Боронғо заманда ҡулланылған күп ысулдар бөгөн яңы һулыш алырға тейеш. Үҙ-үҙең менән менән идар итеү фәне өҙлөкһөҙ үҫешергә тейеш.

Үҙидаралыҡтың барлыҡҡа килеү тарихы раҫлауынса, үҙ-үҙеңде идара итеү бер көн эсендә башҡарып сығырлыҡ һәм ҡабат әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ ябай эш түгел. Киреһенсә, был эш һеҙҙең бөтә ғүмерегеҙ буйынса дауам ителергә тейеш. Аллаһу Тәғәләнең Ҡөрьән аша әйтелгәндәренән, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙистәренән, бөйөк ғалимдарҙың һүҙҙәренән сығып, беҙ үҙебеҙгә: «Кем мин? Мин нимә беләм? Нимә эшләй алам? Уйҙарым мине ҡайҙа алып бара?» – тигән һорауҙар бирергә тейешбеҙ. Был һорауҙарҙы һәр көн һайын ҡабатлап торорға һәм выжданығыҙ ҡушҡанса яуап бирергә тырышырға кәрәк. Үҙ-үҙеңде танып белеү – ул үҙең өсөн нимәнең айырыуса ҡиммәтле, әһәмиәтле һәм лайыҡлы икәнен аңлау, күреү, шул уҡ ваҡытта үҙеңдең ғәмәлдәреңдә, тәртибеңдә нимәне инҡар итеүеңде һәм нимәне намыҫың һәм рухың ҡабул итмәүен билдәләү.

Билдәле булыуынса, күп диндәрҙә, айырыуса мосолман динендә кешенең һәйбәт булмаған, гонаһҡа илткән әйберҙәр тураһындағы уйҙары һәм теләктәре тыйыла. Мәҫәлән, Исламда кеше тураһында насар һөйләү, сит ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарау, никахтан тыш мөнәсәббәтәрҙә булыу ғына түгел, ә хатта насар уйҙар ҙа тыйыла, Рамаҙан айында бигерәк тә.

Быларҙан сығып, һәр нәмәлә үҙ-үҙең менән идара итеү аша шәхси бәрәкәткә ирешеүгә мөмкин. Быға дәлил булып Әхмәт хажи Абдуллаевтың «Тәҡүәлеләр әҙәбе» тигән китабында килтерелгән «Үҙ-үҙеңдән башла!» – тигән хәҙис тора.

Күп кенә ғалимдар һәм философтар, кеше үҙ-үҙенә, үҙ фекерҙәренә, ғәмәлдәренә юғары талапсан булырға тейеш, тип һанағандар. Беҙҙең эраға тиклем V быуатта Конфуций: «Үҙеңә ҡарата талапсан бул, ә башҡаларға мәрхәмәтле бул, шул саҡта үҙеңде кешеләрҙең нәфрәтенән һаҡларһың», – тип әйткән. Күреүебеҙсә, ул беҙҙе башҡаларға ҡарата дөрөҫ булмаған ғәмәлдәрҙән һәм һүҙҙәрҙән араларға тырыша. Һүҙ менән кешене үлтерергә, кәмһетергә, батырырға, һыҙып ташларға мөмкин, шулай уҡ һүҙ менән шатландырырға, һауыҡтырырға, бөйөк эштәргә дәртләндерергә мөмкин. Шуға күрә беҙ уй-фекерҙәр, теләктәр, ниндәйҙер аҙымдар менән ысынбарлыҡтағы ғәмәлдәр араһындағы айырманы асыҡ күрә белергә тейешбеҙ, тап шул рәүешле генә шәхсиәтебеҙгә тәьҫир итеүсе элементтарҙың асылын аңлап, үҙ-үҙебеҙ менән идара итеү процесына ҡушылып китә алабыҙ.

 

«Ислам фәне: шәхестең үҙидаралығы» китабынан

Мөхәммәт Букар Гамидуллаев

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...