КЕЙЕМЕН КҮР ҘӘ ХӘЛЕН КҮР
КЕЙЕМЕН КҮР ҘӘ ХӘЛЕН КҮР
“Яулыҡлы ҡыҙ үтте яндарымдан...”
Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары кибетендә күлдәк кейеп, башына яулыҡ ябынып торған апай: “Әстәғфируллаһ, ҡуй инде, ҡалай оят, шунса заман урамда йәмһеҙ булып йөрөнөммө икән”, − тип һатыусы ҡыҙға хәбәрен һөйләп оҙон еңле күлдәк, яулыҡ алып сығып китте.
Ысынлап та, урамда һирәгәйгән аҡ сәстәрен, йыйырсыҡлы күкрәктәрен, һәлберәгән тиреле беләктәрен асып, тубыҡҡа тиклем ҡыҫҡа күлдәк, футболка, салбар, бриджи, хатта шорты кейеп, ҡорһаҡтарын йәки йыуан бот-балтырҙарында ҡабарған зәңгәр тамырҙарын күрһәтеп, йолҡонған ҡаштарына ҡәләм һыҙып, ирендәрен ҡабартып, тырнаҡтарын үҫтереп йөрөгән инәй-апайҙар күбәйҙе. Уларға ҡарап, урамға сыҡҡанда, көҙгөгә күҙ һалаһығыҙмы ул, тигән һорау бирге килә. Аллаһу Тәғәлә кейемде матурлыҡты ҡаплар өсөн генә бирмәгән, кейем шулай уҡ етешһеҙ йәки йәмһеҙ урындарҙы йәшерер өсөн дә кәрәк.
Урамда ҡыҫҡа итәкле, майкалы йәш ҡыҙҙарҙы күреп аптыраған булабыҙ, оят, тип әйтәбеҙ. Уларҙың шулай кейенгәненә ниңә аптырарға йәки уларҙы әрләргә, улар кемгә ҡарап үрнәк алырға тейеш һуң, әгәр уларҙың әсәләре генә түгел, ә инәй-апай, өләсәйҙәре үҙҙәре үк урамда, оялмайынса, ярым шәрә йөрөй икән.
Ә бит Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйткән (мәғәнәһе):
“Иманлы ҡатындарға әйт: ҡараштарын йәшерһендәр һәм енси ағзаларын һаҡлаһындар. Күрһәтергә ярағандарынан (йөҙ, аяҡ һәм ҡул суҡтарынан) башҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр. Бөркәнсектәре муйындарын һәм күкрәктәрен ҡаплап торһон... (24:31).
4 февралдә Сибай ҡалаһындағы “Тәҡүә” мәсетендә Бөтә донъя хижәп көнөнә арнап ойошторолған мосолман ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәре күргәҙмәһе үтте. Бөтә донъя хижәп көнө 2013 йылда ғына байрам кеүек билдәләнә башлай, ә Сибай “Тәҡүә” мәсетендә был сара ҡала күләмендә 2010 йылда уҡ ҙурлап үткәрелә. Һуңынан ҡала хакимиәте тәҡдиме буйынса ҡаланың “Арыҫлан Мөбәрәков” исемендәге драмтеатрында ла ойошторола.

“Был сараның төп маҡсаты халыҡты, бер аҙ булһа ла, Ислам дине менән таныштырыу; әхлаҡ, әҙәп ҡиммәттәрен тәрбиәләү; хижәп төшөнсәһе һәм уның төрҙәре менән таныштырыу; пәйғәмбәрҙең ҡатындарын үрнәк итеп ҡуйыу”, − тине байрамды ойоштороусы Гүзәл Мөхәммәдйәнова. Сара аят уҡыу һәм Әғләметдин хәҙрәттең хижәп тураһындағы вәғәзе менән башланып, күмәкләп Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә салауат әйтеү менән дауам ителде.
Байрам дини һорауҙарға яуап биреү, Дилара Рафиҡованың “Яугел” ансамбле әйткән мөнәжәттәре, шулай уҡ яҙыусыларҙың ҡатын-ҡыҙ хижәбе, яулығы тураһындағы шиғырҙарын уҡыуы менән бергә үрелеп барҙы. Килгән ҡунаҡтар араһынан билдәләп, уларға ун төрлө номинация тапшырылды. Байрам һуңында яулыҡ, шарфтар бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Апай-инәйҙәр Гүзәл Урал ҡыҙы Мөхәммәдйәнова бүләк иткән яулыҡ-шарфтарҙы баштарына матур итеп бәйләтеп, үҙҙәрен көҙгөнән ҡарағас, бик ҡәнәғәт ҡалдылар. Улар оҙон итәкле һәм еңле күлдәк, яулыҡ йәш ҡыҙҙарҙы матурайтһа, ә өлкән инәй-апайҙарҙы йәшәртеп, йәмләндереп ебәрә икәненә тағы ла нығыраҡ инандылар.

Ғәүрәтте ҡаплау ни өсөн мөһим?
Ҡөрьәндә әйтелә (мәғәнәһе): “Әй, Әҙәм балалары! Беҙ һеҙгә ғәүрәттәрегеҙҙе ҡаплар өсөн кейем бирҙек...” (7:26). Аллаһу Тәғәлә, кешеләргә ғәүрәт урындарҙы ҡаплар өсөн кейем биреп, уларҙы хайуандарҙан өҫтөн ҡуйҙы. Тимәк, ғәүрәтен ҡаплаған аҡыллы кешелә оят тигән хис бар, ә хайуандарҙа аҡыл да, оят хисе лә юҡ. Пәйғәмбәребеҙ, хатта үҙенең үлеме менән дә беҙҙең өсөн үрнәк булып, оят тураһында беҙҙе иҫкәртеп киткән. Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм үлем түшәгендә һуңғы сәғәттәрен кисергәндә, уның янына хушлашырға Ябраил фәрештә килә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ябраилдан: “Йә, Ябраил, мин үлгәс, һин был донъяға тағын киләһеңме?” − тип һорай. Ябраил: “Йә Аллаһ Рәсүле, миңә был донъяға һинең үлемеңдән һуң килеүҙән мәғәнә юҡ. Ләкин Аллаһ бойороуы менән мин ергә тағын ун тапҡыр төшәм”, − тип, ун сәбәпте һанап китә. Шуларҙың береһе – ҡатын-ҡыҙҙың оятын алам, тигән.
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың урамда нисек йөрөгәнен күреп торабыҙ. Иманлы атайға, ир кешегә үҙ ҡатынының, ҡыҙ балаһының, апай-һеңлеһенең урамға ярым-шәрә сығып киткәнен ҡарап ултырыуы ҙур гонаһ, был ир Ҡиәмәт көнө Аллаһ алдында яуап тотасаҡ. Ҡатын-ҡыҙ ғәүрәтен ҡапламауы сәбәпле, ғаиләләр тарҡала, төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килә, ауыр енәйәттәр ҡылына, сихыр, күҙ тейеүҙәр, хатта күҙ тейеүҙән үлеүселәр арта.
Ҡөрьәндәге “ғәүрәт” һүҙе буштан ғына “аура” (ғәүраһ, берлек һанында) һүҙенән алынмаған. Аура, йәғни, ғәүрәт, күплек һанынан көсһөҙлөк, насарлыҡ, хәлһеҙлек, етешһеҙлек; сибек, хәлһеҙ, ныҡлы булмаған, йомшаҡ урын; енси ағзалар, оят ер, тип тәржемә ителә. Йәғни ғәүрәтен ҡаплаған ҡатын-ҡыҙҙы Аллаһ бойороуы менән фәрештәләр шайтандарҙан, сихырҙан, күҙ тейеүҙән, төрлө психик ауырыуҙарҙан, яуыз уйлы кешеләрҙән һаҡлай. Элекке заманда ҡолдар баҙарҙа яланғас һатылған, ә кейемле кеше бай һаналған. Халыҡта “Кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар...”, тип юҡҡа ғына әйтелмәй.
Ислам динендә кейем-һалымға ла ҡарата талаптар бар. Юғарыла әйтелгәнсә, кейемдең төп тәғәйенләнеше: кешенең тәнен (ғәүрәт) ҡаплау, тәнде һалҡындан, эҫенән, зарарлы әйберҙәрҙән һаҡлау һәм матурлыҡ өсөн (7:26, 31; 16:81; Бохари).
Ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ кейеменә дөйөм талап:
– Тышҡы ҡиәфәткә иғтибарлы булыу (Мөслим).
– Көҙгөгә ҡарап, тышҡы ҡиәфәтте матурлау − пәйғәмбә-ребеҙ сөннәте (Әхмәд; ибне Хиббән).
– Кейемде таҙа тотоу (74:4; Бохари; Мөслим; Әбү Дәүд).
– Кейгән кейем уңайлы булырға тейеш (Бохари).
– Кейем-һалымда исраф булырға тейеш түгел (шкафта бик күп кейелмәгән өр-яңы кейем-һалым һ.б.) (Әхмәд).
– Кеймәгән артыҡ кейемдәрҙе мохтаждарға бүләк итеү сауаплы эш (Бохари; Тирмиҙи; ибне Мәджәһ; Нәсәи).
– Сусҡа тиреһенән башҡа, ҡыр хайуандары тиреһенән эшкәртелеп тегелгән кейемдәрҙе кейеү рөхсәт ителә (Тирмиҙи).
– Төрлө төҫтәге кейемдәр кейеү мөмкин (Бохари).
– Ләкин кейемде маҡтаныу, тәкәбберләнеү, бай булыуыңды күрһәтеү йәки төҫө (зәғфран (шафран), һары, сағыу ҡыҙыл һ.б.) менән күҙгә ташланып, айырылып торһон өсөн кейеүҙән һаҡланыу (31:18; Бохари; Мөслим; Әхмәд; Әбү Дәүд).
– Кеше үҙенең мөмкинлегенә ҡарап кейенергә тейеш (Әхмәд).
– Йәшел һәм аҡ төҫлө кейемдәрҙе кейеү Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте (Тирмиҙи; Әхмәд; Әбү Дәүд; ибн Мәджәһ; Нәсәи).
– Ҡатын-ҡыҙҙың ир-егеттәргә, ә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙға оҡшап кейенеүе тыйыла (Бохари; Тирмиҙи).
– Башҡа дин кешеләренә оҡшап кейенмәү (Әбү Дәүд).
– Салбарҙы иң тәүҙә Аллаһтың дуҫы Ибраһим пәйғәмбәр кейә башлаған.
– Намаҙ уҡығанда иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәү өсөн бик биҙәкле һәм һүрәтле кейемдәрҙе кеймәү (Бохари).
– Кейемгә нәжес (һейҙек һ.б.) тейһә, шул урынды яҡшылап йыуыу йәки икенсе кейемгә алмаштырыу.
– Кешеләрҙең кейеменә мәсхәрәләп ҡарау ярамай (Мөслим).
– Кеше, хайуан йәки ҡош һүрәттәре төшөрөлгән кейемдәрҙе кеймәү (Бохари; Әбү Дәүд; Әхмәд).
– Иманһыҙлыҡҡа, әхлаҡһеҙ-леккә саҡырыусы сит телдәге һүҙҙәр яҙылған йәки символдар (тәре һ.б.) кейемдәрҙе кейеүҙән һаҡланыу тейеш, ти мосолман ғалимдары.