Ҡыҙҙарҙы нисек ысын мосолман итеп үҫтерергә?
Ҡыҙ тыуыу менән ғаилә Аллаһу Тәғәләнең Рәхмәтенә солғана: һәр ата-әсәнең бәхете арта, уларҙың тормошона, йәшәгән йортона бәрәкәт ҡуна. Тәнәй сағынан уҡ матур тәрбиә алған ҡыҙ бала ата-әсәһен гел ҡыуандырыр. Шуға күрә үҙебеҙ ҙә уларға яҡшы өлгө булайыҡ, бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышайыҡ.
Йәмғиәтебеҙҙә хәҙер һәр өлкәлә тиерлек ҡатын-ҡыҙҙы ир-аттың иғтибарын йәлеп иткән ымһындырғыс бер тәтәй итеп кенә күрәләр, һәм нәфис заттың һомғол кәүҙәһен төрлө рекламала ҡулланып, төрлөсә ҡыландыралар. Беҙгә, мосолмандарға, динебеҙгә тап килмәгән ошо яман, тиҫкәре йоғонтонан, көнитмешебеҙҙе ағыулаған әшәке күренештәрҙән нисек һаҡлап ҡалырға икән ҡыҙҙарыбыҙҙы? Бының өсөн:
- Ҡыҙыбыҙ Аллаһу Тәғәләнең яратыуын белһен, ошоно иҫенә йышыраҡ төшөрөп тороғоҙ. Бәләкәй сағында һәр бала күп нәмәне артыбыҙҙан ҡабатларға әүәҫ, шулай бит? Ғәзизебеҙҙең ҡыҙыҡһыныусанлығы һүрелмәҫ борон, кескәй йөрәгендә Аллаһҡа һөйөү уятып, көндәлек ғибәҙәткә өйрәтеп ҡалырға кәрәк. Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тормошонан төрлө ваҡиғалар тураһында бәйән итеп, беҙ тыуғанға тиклем бынан 14 быуат элек Мөхәммәдтең ﷺ беҙҙең өсөн дә ихлас доға ҡылғанын бәйән итегеҙ.
- Ҡыҙығыҙҙың нимәгә мохтаж булыуын, нимә менән шөғөлләнгәнен белешеп тороғоҙ, ошо турала ҡабаланмай ғына һөйләшегеҙ. Тырышып уҡырға һәм төрлө һөнәрҙәргә өйрәнергә дәртләндереп тороғоҙ. Яҡшы хис-тойғоларға, ышаныс белдереүгә ҡоролған бындай һөйләшеүҙәр кескәй ҡыҙҙарға ла, үҫмерҙәргә лә ныҡ кәрәк. Ҡыҙығыҙға көн һайын ваҡыт бүлегеҙ. Шөғөлдәрен күҙәтеп, төрлө яҡтан үҫергә ярҙам итегеҙ, мәҫәлән, доктор булып уйнаған ҡыҙығыҙҙың киләсәктә табип булып китеүе бик ихтимал.
- Белем алырға теләге булһын. Һәр баланың быға хоҡуғы бар, малай кешегә нисек, ҡыҙҙарға ла был донъяла һәм әхирәттә файҙа килтерәсәк ғилем алырға рөхсәт ителә. Уҡыған бала, буй еткергәс тә, йәмғиәт һәм ғаиләһе тормошона тос ыңғай өлөш индерер. Аллаһтың Хәбибе Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Белем эстәү һәр мосолман һәм мосолман ҡатыны өсөн фарыз» (Әт-Тирмизи). Шуға күрә, дини белемдән тыш, беҙҙең ҡыҙҙарға донъяуи фәндәрҙе лә үҙләштереү мөһим. Бөгөн диндең бөтә ҡанундарын үтәгән хижәпле ҡыҙҙарҙы йәмғиәтебеҙҙең төрлө өлкәһендә осратырға мөмкин. Гүзәл зат медицинала, фән, мәғариф өлкәһендә, сауҙала уңышлы эшләй. Әммә ваҡытты күп алған карьераһы ҡатын-ҡыҙҙың йорт усағына бүлә торған иғтибарына ярайһы ғына зыян итә. Ҡыҙҙарыбыҙ шуны аңлаһын: һайлаған һөнәрҙәре артабан − кейәүгә сыҡҡас, ғаиләләренә, ҡатын-ҡыҙ һәм әсәлек бурысын үтәргә − бер яғы менән дә ҡамасау итмәһен.
Ысынында, Ҡиәмәт көнөндә беҙҙән карьерабыҙ һәм уның баҫҡыстары тураһында һорау алмаясаҡтар. Яратҡан Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисенән күбеһенә мәғлүм: ул көндө эштә биләгән вазифаларыбыҙҙы түгел, ә хәләл ефетебеҙ, балаарыбыҙҙы, йәшәгән йортобоҙҙо нисек ҡарағанбыҙ, яҡыныбыҙға матур тәрбиә биреп, күркәм мөғәмәләне һаҡлай алғанбыҙмы − шуларҙы һорарҙар, ай-һай, яуап биреүҙәре ул көндө анһат булмаҫ!
Әсәй булараҡ, ҡыҙыбыҙҙың белеме ике донъя өсөн дә файҙалы булыуын ҡайғыртырға тейешбеҙ. Йәш ҡыҙҙарға өйгә ингәндә һәм сыҡҡанда, йоҡо алдынан һәм башҡа һаҡланыу доғаларын өйрәтеп, был ғилем арттырыуға тағы бер матур сәбәп булыр. Ислам дине буйынса нәшер ителгән китаптар һәм төшөрөлгән йәнһүрәттәр ҙә быға ныҡ булышлыҡ итер. Ваҡытығыҙҙы йәлләмәйсә, ошо әсбаптарҙы балаларығыҙ менән бергәләп өйрәнегеҙ, өҫтәл тирәләй ғаиләгеҙ менән йыйылып, уларҙы ҡысҡырып уҡығыҙ.
- Дуҫ булығыҙ. Өлкәнәйгән һайын, етдиерәк темаларға һөйләшегеҙ. Әсә кешегә ҡыҙына енси яҡтан өлгөрөү, күрем килеү һәм унан һуң таҙарыныу, ғөсөл ҡойоноу, ниндәй көндәрҙә намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға ярай, ҡайһыларында ярамай кеүек һорауҙарҙы ентекләп аңлатыу мөһим. Был мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙып, йәрингә ҡалдырмаҫҡа, ваҡытында хәл итергә кәрәк! Күп ҡатындар ошо сетерекле һорауға иғтибар итмәй, заман башҡа, заң башҡа, былай ҙа аңларҙар, тип вайымһыҙ ҡала. Әсәһен яҡын әхирәте кеүек күргән ҡыҙҙар, унан эс серҙәрен дә, борсоған һорауҙарын да йәшереп тормаҫ, сөнки үҫмер өлкән кешенең һәр ваҡыт уны аңлауын, урынлы кәңәшен биреп, проблемаһын хәл итергә ярҙам итә алыуын яҡшы белә һәм үҙен ҡурсыулы тип һанай.
- Тыйнаҡ һәм ипле ҡыҙ итеп үҫтерегеҙ. Кибеттәрҙә һатылған күпселек кейем ҡулланыуға яраҡһыҙ, шуға ҡарамаҫтан, беҙ балаларҙы кескәй сағынан матур, ипле итеп кейенергә өйрәтергә бурыслыбыҙ. Әкренләп хижәпкә һөйөү уяныр. Һәм шунан инде улар артабанғы тормошон хижәпһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмаҫ. Йәмғиәтебеҙ иһә, киреһенсә, кескәй ҡыҙҙарҙы ярым шәрә кейенгән ҡатындарҙың миниатюр версияһына әүерелдергә тырыша. Итәктәре – ҡыҫҡа, салбарҙары – тар, яурындары – яланғас... Ҡыҙҙарҙы бәләкәйҙән шулай кейендерһәк, иплелеккә уларҙы нисек өйрәтербеҙ? Үҫмер сағында хижәпте яратырмы?
Яулыҡ ябынғанда, ҡыҙығыҙға комплименттар йәлләмәгеҙ, ата-әсәһенең ғорурланыуын, һоҡланыуын бала белһен! Тыйнаҡлыҡ уның өсөн ауыр йөк, йәки көсләп тағылған әйбер һымаҡ түгел, тәбиғи булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәрҙең айырмаһы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп, икенсе енес менән аралашыуҙы сикләргә бурыслыбыҙ. Шулай уҡ ир туғандарынан кемеһе менән иркен, ә кемеһе менән ара һаҡлап ҡына һөйләшә алыуҙарын аңлатып китергә кәрәк. Әхирәттәренең дә ҡыҙҙарыбыҙға тик ыңғай йоғонто яһауҙарын асыҡлау зарур. Ғәзиз кешеһенең хаҡ юлда булыуын теләгән һәр ата-әсә лә уның кем менән уйнағанын һәм дуҫтарының ниндәй мөхиттә тәрбиәләнгәнен белергә тырыша.
- Ғимран ҡыҙы Мәрйәм , Хүүәйлид ҡыҙы Хәдижә , Мөхәммәд ﷺ ҡыҙы Фатима , Фирғәүендең ҡатыны Асият , Әбү Бәкер ҡыҙы Ғәйшә кеүек ғәжәйеп, күркәм өлгөлө мосолман ҡатын-ҡыҙҙары тураһында күберәк һөйләргә тырышығыҙ. «Ҡөрьәндә телгә алынған ҡатын-ҡыҙҙарҙың тарихы» исемле йәнһүрәтте бергәләп ҡарағыҙ. Был ысынлап та балалар өсөн шәп, матур һәм оҫта төшөрөлгән анимацион фильмдар.
- Иң яҡшы өлгө – ата-әсә үҙе. Ҡыҙығыҙ өсөн матур үрнәк булығыҙ. Атай кеше лә һәр ҡыҙҙың тормошонда бик мөһим урын биләй. Кескәй улы абынып йығылһа, атаһы уның үҙ аллы тороп китеүен көтһөн. Ҡыҙы ҡолағанда иһә, һис шикһеҙ, ярҙамға ашығырға кәрәк ир-егеткә! Нескә зат бәләкәйҙән атаһының ярҙамын һәм хәстәрлеген күреп үҫһен!
Йортоғоҙ һәр ваҡыт Аллаһу Тәғәләне зекер итеү урыны булһын. Ислам рухында тәрбиәләнгәс, ҡыҙығыҙ Раббыны йыш телгә алған, Ҡөрьән уҡылған мөхиттә пәйғәмбәрҙәр һәм сәхәбәләр тарихын өйрәнеп үҫергә тейеш. Барыһы ла өйҙән башлана, тип иҫбатлай педагогтар ҙа. «Бала өйҙә күргәнде ҡабатлай», – тип әйтергә яратҡан боронғолар ҙа. Әсәһенең көн һайын биш намаҙын ҡалдырмай, Ҡөрьән уҡып, хәҙистәр өйрәнеп, күрше-күләне менән яҡшы мөғәмәләлә булып, ирен сикһеҙ ихтирам иткәнен күреп үҫкән ҡыҙ бала, һис шикһеҙ, һөйөклө кешеһенә эйәрергә тырышыр. Эйе, бала ата-әсәһенең бар нәмәһен дә ҡабатлай, шуға күрә беҙгә, әсәләргә, һәр бер ҡылығыбыҙҙы, һәр һүҙебеҙҙе иләк аша үткәреп, уяу һәм һаҡ булырға кәрәктер.
- Хис-тойғоларҙы ете ҡат йоҙаҡ аҫтында бикләп тотмағыҙ, арағыҙҙы яҡынайтырға, һөйөүегеҙҙе күрһәтергә тырышығыҙ! Һөйөклө Рәсүлебеҙ ﷺ үҙенең ҡыҙы Фатимаға күрһәткән ихласлығын иҫкә төшөрөү етә. Ҡыҙы килеп инеү менән, Мөхәммәд ﷺ, әгәр ҙә ултырған булһа, гел урынынан тороп, Фатимаһының янына килеп, маңлайын үпкән.
- Ҡыҙ баланың Аллаһу Тәғәләнең беҙгә тапшырған Аманаты, Ниғмәте икәнлеген онотмай, ошондай ҙур бүләккә рәхмәтебеҙҙе еткереп йәшәйек. Ҡыҙ тәрбиәләү – ғаиләбеҙҙең тотош бер быуынын бағыу менән бер. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: «Буй еткергәнсе ике ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән һәр кем, ошоноң кеүек, Хөкөм көнөндә янымда буласаҡ», – һәм ул ике бармағын бер-береһенә терәп күрһәткән (Мөслим). Хәҙистә, ҡыҙҙарына ашатып-эсереп, кейендереп һәм бөтә уңайлыҡтар булдырып ҡына ҡалмай, Аллаһҡа тәүәккәл итеп йәшәргә өйрәткән, гүзәл һыҙҙаттар тәрбиәләгән кеше тураһында һүҙ бара. Һөйөклө ҡыҙҙарыбыҙға иғтибарыбыҙ нәҡ шундай булырға тейеш! Динебеҙ беҙҙе сабыр, хәстәрлекле, ярата белгән ата-әсә булырға өндәй! Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә һәр беребеҙгә ҡыҙҙарыбыҙҙы Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өммәте өсөн лайыҡлы, тәүфиҡлы. игелекле мосолмандар итеп үҫтерергә насип итһен! Ин шәә Аллаһ Рахман!
Әминә Евпатова, Светлана Ғәлиуллина тәржемәһе