Кешенең йәшәү мәғәнәһе һәм тәғәйенләнеше тураһында

Кешенең йәшәү мәғәнәһе һәм тәғәйенләнеше тураһында

Аллаһ Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә яраттым.

Уларҙан миңә бер ниндәй өлөш кәрәкмәй.

Уларҙан ризыҡ та теләмәйем.

Ысынында, Аллаһ Үҙе –Биреүсе, Ҡөҙрәт Эйәһе, Ҡеүәтле (һис нигә мохтаж түгел) («әҙ-Ҙәрийәт» сүрәһе, 56-58-се аяттар)

 

Һәр мосолман Аллаһу Тәғәләнең ризалығына ынтылыу һәм Ожмахта булыу өмөтө менән йәшәй. Ошо ынтылыш һәм өмөт уның бөтә тормошоноң мәғәнәһе булып тора. Шуға күрә ул, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһу Тәғәлә алдында бар ғәмәлдәре өсөн яуап биререн күҙ уңында тотоп, гонаһтарҙан арынып, Йәһәннәмдән ҡотолор өсөн, бар иғтибарын изге ғәмәлдәргә йүнәлтергә тырыша. Был турала изге Ҡөрьәндә әйтелгән: «Ул, һеҙҙе ҡараңғынан яҡтыға сығарыу өсөн, Үҙе лә, Уның фәрештәләре лә һеҙгә фәтиха бирә. Мөьминдәргә Ул мәрхәмәтле» («әл-Әхзәб» сүрәһе, 43-сө аят). «Иман килтергән һәм изге эштәр ҡылыусыларға Аллаһ ярлыҡау һәм ҙур бүләк вәғәҙә итте» («әл-Мәидә» сүрәһе, 9-сы аят).

Аллаһу Тәғәлә кешегә йөкмәткән һәр нәмәне уның мөмкинлектәренә ҡарап билдәләгән һәм кешенең, уны тыныслыҡтан һәм уңыштарҙан яҙҙыра торған тәбиғи рәүештә ҡылынасаҡ хата һәм насар ғәмәлдәрен дә алдан билдәләгән. Аллаһтың рәхимлеге шунда – Ул кешегә үҙен гонаһтарҙан һәм Тамуҡтан ҡотҡарыу мөмкинлеген билдәләгән. Был турала Изге Ҡөрьәндә әйтелә (мәғәнәһе): «Ә кемдәр иман килтерә һәм изге ғәмәлдәр ҡыла − ә Беҙ кешегә уның мөмкинлектәренән артығын йөкмәтмәйбеҙ – Йәннәт әһелдәре булырҙар. Улар унда мәңгегә ҡаласаҡ» («әл-Әғраф» сүрәһе, 42-се аят) – тип әйтелә.

Иманлы кеше аңлы рәүештә, ихтирам менән лайыҡлы тормошҡа, татыу ғаилә ҡорорға ынтылырға тейеш, әммә саманын тыш донъя менән мауыҡмайынса. Изге Китапта: «Әммә һеҙҙе мөлкәтегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа Беҙгә яҡынайтмаҫтар (иманығыҙ яҡынайтыр). Әгәр иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылһағыҙ ғына. Шундай кешеләрҙең ҡылған ғәмәлдәре өсөн әжер сауаптары күп тапҡырға артасаҡ. Улар Ожмах йортонда именлектә булырҙар» («Сәбә» сүрәһе, 37-се аят).

Билдәле булыуынса, кеше тормошонда төрлө һынауҙарға дусар була һәм бөтәһе лә уларҙы лайыҡлы үтә алмай. Әммә был ҡыйынлыҡтарҙың барыһы ла Аллаһтан икәнен һәм ул һынауҙарҙың ниндәйҙер мәғәнәгә эйә икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Аллаһу Тәғәлә кешегә, ауыр минуттарында көс табып, артабан йәшәргә ярҙам итә. Әгәр ул әҙәмдең үлергә ваҡыты етһә, ул Аллаһу Тәғәләнең мәрхәмәтенә һәм сауабына өмөтләнә. «Сабырлылар, улар бәлә килгәндә: «Иннә лилләһи үә иннә иләйһи раджиғун» - тип әйтәләр [Ысынында, беҙ − Аллаһтан һәм Уға беҙ кире ҡайтабыҙ]» («әл-Бәҡара» сүрәһе, 156-сы аят). «Ул йәшәү бирә һәм уны кире ала. Көн менән төндөң алмашыныуы − уның ихтыярында. Ни өсөн һеҙ фекер итмәйһегеҙ [Аллаһ тарафынан яратылған ғаләм тураһында уйланмайһығыҙ] («әл-Мөьмин» сүрәһе, 80-се аят). Ислам динендә кешегә һынауһыҙ йәшәү тураһында вәғәҙә ителмәй, әммә уға тормошон лайыҡлы үтергә ярҙам ителеүе тураһында билдәле. Сөнки был тормош төрлө ауырлыҡтар, һынауҙар менән тулы. «Беҙ һеҙҙе һис шикһеҙ бер аҙ хәүефлек, аслыҡ, мөлкәтегеҙҙең кәмеүе, яҡындарығыҙҙы юғалтыу, үҫтергән емештәрегеҙҙең аҙайыуы менән һынарбыҙ. Сабырлыларҙы ҡыуандырығыҙ» («әл-Бәҡара», сүрәһе, 155-се аят). Тәҡүәлеләр билдәләүенсә, Аллаһ беҙгә күпкә яҡыныраҡ һәм бөтә өмөтөбөҙ тик Унда ғына булырға тейеш.

Аллаһу Тәғәләнең ихтыярына буйһонған кеше бар нәмәне: яҡшыны ла, насарҙы ла Унан тип ҡабул итә. «Унда − барлыҡ серҙәрҙең (ғәйеп нәмәләрҙең) асҡыстары. Был хаҡта тик Ул ғына белә. Ерҙә ни барын, диңгеҙҙә ни барын да [бөтә тере һәм йәнһеҙ яратылмыш тураһында] Ул ғына белә. Уға ағастан өҙөлөп төшкән һәр япраҡ тураһында билдәле. Тупраҡ аҫтындағы һәр бойҙай бөртөгө, һәр еүеш һәм ҡоро нәмә – былар барыһы ла − Ләүхәл-Мәхфүздә» («әл-Әнғәм» сүрәһе, 59-сы аят).

Күреүебеҙсә, үрҙә килтерелгән Ҡөрьән аяттары йәшәү мәғәнәһе һәм маҡсаты тураһында булған күп һорауҙарға яуап бирә. Был тормош кешегә һынау өсөн бирелгән, шул уҡ ваҡытта кешенең төп маҡсаты − изге ғәмәлдәр ҡылырға, Аллаһ ҡушҡанса йәшәргә тырышырға һәм насар ғәмәлдәрҙән арыныу.

Артабан беҙ кешенең йәшәү мәғәнәһен һәм маҡсатын билдәле аҡыл эйәләре, бөйөк ғалимдар күҙлеге аша ҡарарбыҙ.

Шәхес бүтәндәрҙән шуның менән айырыла, ул нәҫелдән-нәҫелгә күсмәй. Кеше үҫкән һәм камиллашҡан һайын, йәғни, ата-әсәй тәрбиәһе, хеҙмәт итеү, эшмәкәрлек, башҡа кешеләр менән аралашыу, элекке быуындарҙың тәжрибәһе менән танышыу арҡаһында шәхес һыҙаттарына эйә була башлай. Мәҫәлән, К. Маркс һәм Ф. Энгельс яҙыуҙарында: «Индивидтың үҫеше уның менән туранан-тура бәйләнештә булған йәки тығыҙ аралашмаған башҡа индивидтарҙың үҫеше менән бәйле» − тип әйтелә. Йәғни, халыҡ әйтеүенсә: «Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың».

Ғөмүмән, йәшәү мәғәнәһе һәм кешенең маҡсаты тураһында бөтә дини китаптарҙа ла яҙылған. Был турала күп философтар уйланған. Аристотель, Эпикур, Марк Аврелий, А. Шопенгауэр, шулай уҡ Г. Гессе, Л. Толстой, Ф. Достоевский кеүек яҙыусылар ҙа ла был һорауға яуап эҙләгәндәр. Мәҫәлән, А. Шопенгауэр фекеренсә, көнбайыш донъяһы аҡыл эйәләре кешене матди әйберҙәрҙә сама белергә, байлыҡ һәм дан артынан ҡыуыу бушҡа икәнлеген аңларға өйрәткәндәр. Күреүебеҙсә, был фекерҙәр изге Ҡөрьәндә килтерелгән аяттар менән тап килә.

Артабан Шопенгауэр боронғо ғалимдарҙың фекерҙәренә таянып: «кешенең бәхете – үҙендә өҫтөнлөк иткән һәләттәрен ирекле рәүештә тормошта ҡулланыу» − тигән. Был раҫлау һәр кемгә үҙ потенциалы менән идара итеү кәрәклеген асыҡ күрһәтә.

 

Мөхәммәт Букар Гамидуллаевтың

«Ислам фәне: шәхестең үҙидаралығы» китабынан

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...