Ғәйбәтселәр Ожмахтың еҫен дә татымаясаҡ!
Ғәйбәтселәр Ожмахтың еҫен дә татымаясаҡ!
«Үҙ-үҙен һәйбәт белгән кешегә, башҡалар уның тураһында ни һөйләһә лә, ҡурҡыныс түгел» (Имам Шәфиғи).
Айырым бер социумға ҡарау һәм аралашыуға мохтаж булыу − ризыҡланыу һәм һыуһынды ҡандырыу кеүек үк, кеше тәбиғәтенең генетик үҙенсәлеге. Әммә йәшәйештең тәүге осоронда кешелеккә аралашыу өсөн күп һүҙ кәрәк булмаған, тейере генә әйтелгән. Бөгөн, әлбиттә, хәл башҡасараҡ.
Хәҙерге көндә, киреһенсә, Homo sapiens оҙон-оҙаҡ итеп ғәп һатырға ярата. Кәрәген дә кәрәкмәгәнен дә теҙеп алып китеп, тыңлаусыларҙы әллә күпме мәғлүмәт менән күмә. Ә бит беҙҙе хайуандарҙан айырып торған телмәр оҫталығы, көнө-төнө буш хәбәр сурытыр өсөн бирелмәгән. Телмәр байлығы кешегә хәйерле эштәр башҡарыуҙа ярҙам булараҡ ебәрелгән.
«Тел ҡеүәте биреп, һине Раббым
Хайуандарҙан айырмалы иткән.
Тик хайуандар һинән артығыраҡ –
Бик күп һөйләп, сығыр булһаң сиктән... » (Саади).
Тел ярҙамында кеше яҙмыштарының ҡыйратылыуы тураһындағы тарихтар туп-тулы бөгөн һәм был айсбергтың иң өҫтөндә ғәйбәт тигән «термойәҙрә ҡоралы урын алған». Әгәр кешеләр рухи ауырыуҙарҙан һуң тән ауырыуҙарындағы кеүек үлем кисерһә, боһтан (яла яғыу) һәм ғәйбәттән һәләк булған кешеләрҙең һаны яман шеш һәм СПИД ауырыуы менән киткәндәрҙең һанынан күпкә өҫтөн булыр ине.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Әнәс (Аллаһ унан риза булһын) аша килеп еткән киң билдәле хәҙисендә былай тиелә:
لما عرج بي مررت بقوم لهم أظفار من نحاس يخمشون وجوههم وصدورهم، فقلت: من هؤلاء يا جبريل؟ قال: هؤلاء الذين يأكلون لحوم الناس، ويقعون في أعراضهم
«Миғраж төнөндә мин еҙ тырнаҡтары менән үҙҙәренең йөҙҙәрен һәм күкрәктәрен сапсыған кешеләр янынан уҙҙым, һәм: «Йә, Ябраил фәрештә, былар кемдәр булыр?» – тип һораным. Ул әйтте: «Былар – кеше итен ашаусылар (донъялыҡта кешеләр тураһында насар һүҙ һөйләүселәр һәм хурлыҡҡа ҡалдырыусылар (ғәйбәт һүҙ һөйләүселәр)». (Әбү Дауд)
Асылда, ғәйбәт – ул башҡалар алдында яманатлы итеп күрһәтеү өсөн кешегә батҡаҡ атыу. Был ниндәй маҡсат менән атҡарыла? Кешене шундай йәмһеҙ, маҡтауға лайыҡ булмаған ҡылыҡҡа нимә этәрә?
Киң билдәле ирланд шағиры һәм фәйләсүф Оскар Уайльд үҙ ваҡытында бик ҡыҙыҡлы бер фекер әйткәйне: ғәйбәт нигеҙендә һәйбәт тикшерелгән әхлаҡһыҙлыҡ ята. Бының менән килешмәү мөмкин түгел. Тәрбиә кимәле юғары булған кешеләр юҡ-бар әңгәмәнән, бигерәк тә кемделер тикшереүҙән, ғәйеп эҙләүҙән йыраҡ торорға тырышасаҡ. Хатта бер нимә менән дә аптыратып булмаған донъяуи йәмғиәт тә телдәренән ағыу сәселгән кешеләргә ҡарата ыңғай ҡарашта түгел, ә инде мосолман донъяһында ундайҙар гонаһлыларҙан да гонаһлы һанала.
Аллаһтың Һөйөклөһө ﷺ Әбү Сәит Әл-Худри (Аллаһ унан риза булһын) аша еткерелгән хәҙисендә әйткән:
الغيبة أشد من الزنا. قيل: وكيف؟ قال: الرجل يزني ثم يتوب، فيتوب الله عليه، وإن صاحب الغيبة لا يغفر له حتى يغفر له صاحبه
«Ғәйбәт зинаға ҡарағанда ла әшәкерәк». Унан ﷺ һорағандар: «Нисек инде ғәйбәт, зинанан әшәкерәк булыуы мөмкин?» Аллаһ Илсеһе ﷺ былай тип яуаплаған: «Әгәр зина ҡылған кеше, Аллаһтан уны кисереүен һораһа, Аллаһ уны кисерер, ә ғәйбәтсе, ғәйбәтенә ингән кеше ғәфү итмәй тороп, Аллаһ тарафынан кисерелмәҫ». (Табәрани; Әл-Әүсат)
Күреүебеҙсә, ғәйбәт үҙенең емергес көсө буйынса зина кеүек оло гонаһ менән бер рәттә тора. «Кем күп һөйләүҙән туҡтай, уға төплө аҡыл бүләк ителә, кем башҡаларҙың кәмселектәрен эҙләүҙән туҡтай, уға үҙ етешһеҙлектәрен төҙәтеү мөмкинлеге тыуҙырыла», – тип әйткән оло аҡыл эйәһе Хәсән Басри.
Кешеләрҙең ошо йәмһеҙ шөғөлгә бирелеүенең икенсе сәбәбе – рухи донъяһының ярлы булыуында. Тормошоңдо әллә кемдәр уйлап сығарған шаблон буйынса ҡороу, үҙ өҫтөңдә эшләмәү, был донъяла бер ниндәй маҡсатҡа эйә булмаған кешеләр йәмғиәтендә теләһә ниндәй ток-шоуҙар ҡарау менән мауығыу – былар, әйләнә-тирәләгеләрҙең һәр аҙымын тикшереп, буш һүҙ һөйләргә яратыусыларҙың ҡайһы бер айырым һыҙаттары ғына. Бик боронғо заманда ғәйбәт таратыусы кешеләрҙе ауыҙынан сыҡҡан һаҫыҡ еҫ аша таныу мөмкинлеге булған, ләкин ваҡыт үтеү менән, гонаһҡа нығыраҡ бата барған йәмғиәттә йәшәүселәр ул еҫте танып-белеү ҡеүәһен юғалта.
Джәбира бине Абдуллаһтан (Аллаһ унан риза булһын) бәйән ителә:
- كنا مع النبي صلى الله عليه وسلم فارتفعت ريح جيفة منتنة، فقال رسول الله صلى الله عليه وسلم: أتدرون ما هذه الريح؟ هذه ريح الذين يغتابون المؤمنين
«Беҙ Аллаһ Илсеһе ﷺ менән бергә ултырғанда, ҡапыл уҡшытҡыс үлек еҫен тойҙоҡ. Пәйғәмбәребеҙ: «Бының ниндәй еҫ икәнлеген беләһегеҙме? Был мосолмандарҙың артында ғәйбәт һөйләүселәрҙең еҫе», – тип әйтте». (Имам Әхмәд)
Бында тағы шуға иғтибар итергә кәрәк: иблис ауыҙынан ғәйбәт һөйләүсе менән бергә генә уны өнһөҙ тыңлаусы ла оло гонаһҡа бата. Мәҫәлән, эш кабинетында яҡындан аралашҡан коллегалары кем тураһындалыр үҙе юҡта «ҙур һөнәри оҫталыҡ менән» ләстит һата. Һеҙ һүҙгә ҡушылмайһығыҙ, әммә тел сарлаусыларҙың хәбәре эске аңға үтеп инә һәм коллегағыҙҙың яҡты образына бер ни тиклем ҡара яғыла. Танышмы был хәл? Ә бит бөтә ерҙә лә тиерлек шулай. Һәм, ошо хәбәрҙе туҡтатыу мөмкинлеге була тороп та, уны туҡтатмаған кеше ошо бысраҡ гонаһҡа ҡатнашлыҡ итә.
Һуңғы осорҙа ғәйбәткә ҡағылышлы темалар шул тиклем көнүҙәк. Ул йәмғиәтебеҙҙәге яман шеш кеүек. Юҡҡамы ни, дин ғалимдары менән үткәрелгән һәр осрашыуҙа күптәрҙең күңелен һыҙландырған был һорау мотлаҡ рәүештә сағылыш таба.
Тел һөйәкһеҙ, тиҙәр. Һеҙҙең имиджға был әйтемдең кире йоғонтоһо булмаһын өсөн, эштә нисек итеп дөрөҫ вербаль коммуникациялар ҡороу тураһында бер нисә кәңәшемде әйтеп китер инем.
Ҡулығыҙға блокнот һәм ручка алдығыҙмы? Киттек, улайһа!
- Үҙеңә ҡағылмаған бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынма!
Кемдең кемгә, ҡасан кейәүгә сығыуында һеҙҙең ни эшегеҙ бер? Таныштарығыҙҙың күпме аҡса алып эшләүе һәм уны ҡайҙа туҙҙырыуы һеҙгә нимәгә? Быларҙың бит һеҙгә бөтөнләй ҡыҫылышы юҡ, килешәһегеҙме? Бәхеткә ҡаршы, был хәбәрҙәр һеҙгә бер ниндәй файҙа ла, зыян да килтермәйәсәк. Үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙо яйға һалығыҙ. Үҙ-үҙегеҙҙән, ҡасан һуңғы тапҡыр берәй ҡыҙыҡлы китапты асып уҡығанығыҙ, дини ғилемегеҙҙе арттырыу буйынса ниҙәр эшләгәнегеҙ тураһында һорашығыҙ. Минең нимә әйтергә теләгәнде аңлағанһығыҙҙыр, тип уйлайым.
- Нимә әйтергә теләгәнеңде ҡат-ҡат уйла
Ә, бәлки, һин әйтергә самалаған әйбер бигүк мөһим хәбәр ҙә түгелдер. Ниңә уның менән эш мәлендәге тыныслыҡты боҙорға? Бер файҙаһыҙ һүҙ әйткәнсе, бәлки, өндәшмәй ҡалыу хәйерлерәктер? Ошо ябай ғына һорауҙар һеҙҙе, елдертеп, буш хәбәр упҡынына атып бәрәсәк, аттарҙың теҙгенен нығыраҡ тоторға һәм ваҡытында туҡтатырға ярҙам итәсәк.
- Хәбәреңдең дөрөҫлөгөнә инанысың 100% булмаһа, өндәшмәй тор
Кемдеңдер күҙаллауын дөрөҫлөккә сығарып, хәбәр итеп һөйләргә ашыҡма. Ундай хәл-ваҡиғаларҙың бик күп булғаны бар. Кеше һүҙе кеше үлтерә, ти халыҡ мәҡәле. Яҙмыштар менән уҫал шаярыу ҙур бәхетһеҙлеккә килтереүе мөмкин. Был хаҡта һис кенә лә оноторға ярамай!
Үрҙә әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, гәзит уҡыусыларға беҙҙең ғүмер сәғәтендәге көндәребеҙҙең, минуттарыбыҙҙың, секундтарыбыҙҙың алтын ҡомо уҡтай атылып, ҙур тиҙлектә ҡойолоуын иҫкәртер инем. Кемдер, һаман да көнөн бушҡа уҙғарып, бирелгән ғүмерен ыңғайға көйләр, мөмкин тиклем күберәк изгелектәр ҡылып, Раббыбыҙ ҡушҡанса, хәйерле-бәрәкәтле тормош юлы үтер өсөн бүленгән шансты йәнә юғалта. Кемдер ҡапыл ғына Мәңгелек донъяһына күсә...
Ҡыҫҡа ғына ошо ғүмеребеҙҙе ғәйбәт һөйләп, яла яғып, кеше хурлап үткәрергә яҙмаһын. Был алама ҡылыҡтар арҡаһында Аллаһу Тәғәлә ризалығынан һәм Йәннәт әһеле булыу мөмкинлегенән үҙебеҙҙе мәхрүм итмәйек!
Камал Магомедов