Икәү

Икәү

Парк аша өйгә ҡайтып барам. Минән алдараҡ икәү атлай. Етәкләшкәндәр. Тик айыра алмайым: ҡыҙ менән егетме, әллә ике әхирәт ҡыҙмы? Сәстәрен бер үк төрлө артҡа йыйып, ҡойроҡ яһағандар, икеһе лә джинсы салбарҙа, аяҡтарында − кроссовки, курткалары ла оҡшаш.

Эсем бошоп китте. Был ниндәй мода инде ул! Ҡыҙы ла, егете лә, әбейе лә, бабайы ла тигәндәй, бер төрлө кейенә. Ә бит кейгән кейемдәре, ҡыланыштары менән ҡатындарҙың ирҙәргә, ирҙәрҙең ҡатындарға оҡшарға тырышыуы шәриғәттә тыйылған. Был хаҡта Ҡөрьәндә лә, Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә лә күп тапҡырҙар әйтелгән. Һәм был ҙур гонаһ булып иҫәпләнә.

Бара биргәс, бер-береһенә һыйынып ҡына атлаған был икәүҙең... икеһе лә егет һымаҡ күренде. Йөрәк “жыу” итеп китте. Кәйеф бөтөнләй төштө. Баштан әллә ниндәй уйҙар үтте. Ҡөрьәндә Аллаһу Тәғәлә иҫкә алған Лут пәйғәмбәр, һәм шул заманда ер йөҙөнән юҡ ителгән содом ҡәбиләһе иҫкә төштө. Был турала яңыраҡ Сәит әфәнде Чиркавиҙың “Пәйғәмбәрҙәр тарихы” китабында ла уҡығайным.

Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәне бирле ер йөҙөндә бығаса бер ҡасан да булмаған боҙоҡлоҡҡа төшкән был халыҡты иманға килтереү өсөн Аллаһу Тәғәлә Лут исемле пәйғәмбәрен ебәрә. Ҡөрьәндә әйтелә (мәғәнәһе): “Лут әйтте: “Бөтә ғаләмдә һеҙ генә бит ирҙәргә яҡынлыҡ ҡылып, Раббының һеҙҙең өсөн булдырылған ҡатындарығыҙҙан ситләшәһегеҙ. Эйе, һеҙ − сиктән сыҡҡан енәйәтсе халыҡ!” (“ӘшШуғара” сүрәһе, 165-166-сы аяттар).

Әммә пәйғәмбәр күпме генә ул халыҡты аҡылға килергә, яҡшылыҡҡа өндәмәһен, күпме генә Аллаһтың язаһы менән ҡурҡытмаһын, улар уны тыңларға ла теләмәй: “Һүҙең хаҡ булһа, язаһын ебәрһен әйҙә Раббың”, − тиҙәр. Аҙғынлыҡтың сигенә сыҡҡан был кешеләрҙән бөтөнләй өмөтөн өҙөп, уларҙың ерәнгес ҡыланышы башҡаларға ла күсер, тип ҡурҡып, Пәйғәмбәр Аллаһтан уларҙы юҡ итеүен һорай. Һәм Аллаһ уларға Күктән яза төшөрә. Һәр береһендә 12 мең кешеһе булған ете ауыл бер юлы юҡҡа сыға.

Ябраил фәрештә үҙенең ҡанаты менән был ауылдарҙы һуған ҡабығы кеүек кенә күтәреп ала ла, бейеккә күтәрелеп, ергә түңкәрә. Артынса, Раббы был ергә таш ямғыр яуҙыра, һәр ташта яза алған гонаһ әһелдәренең исеме яҙылған була. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә, бәндәләргә һабаҡ булһын өсөн, Лут халҡының ҡалдыҡтары һаҡланыуы хаҡында аят төшөрә (мәғәнәһе): “Беҙ аҡылы булған кешеләргә асыҡ билдә (ауылдарҙың харабаларын) ҡалдырҙыҡ” (“ӘлҒәнкәбүт” (Үрмәксе) сүрәһе, 35-се аят).

Ысынлап та Америка археологтары “Үле диңгеҙ” тирәһендә был ауылдарҙың эҙен таба. Шулай уҡ диңгеҙ кимәленән 400 метр тәрәнлектә ятҡан, үҙ тәрәнлеге йәнә 400 метр булған “Лут” күле айырым иғтибарға лайыҡ. Был күлдә балыҡ та, үҫемлек тә юҡ. Күлдең төҫө ҡап-ҡара тиерлек, унан һаҫыҡ еҫ килә. Әйтерһең дә ул кешеләрҙе гонаһ ҡылыуҙан, әшәке ҡылыҡтарҙан иҫкәртеп тора...

Күңелһеҙ уйҙарымдан ҡотолорға теләп, ирекһеҙҙән түбән эйелгән башымды күтәрҙем. Теге икәү юл ситендәге эскәмйәгә барып ултырған. Бәй, ныҡлабыраҡ ҡараһам, күрәм − былар ҡыҙ менән егет икән дә баһа! Йөҙҙәре лә мөләйем генә. Шатлығымдан күҙемдән йәштәр килеп сыҡты, йылмайып ебәрҙем. Уйҙарымдан оят булып китте. Туҡтап, уларҙың ҡулын ҡыҫҡым, бәхет теләгем килде. Әлбиттә, ҡыйманым.

Эсемдән генә доға ҡылдым: “Эй Аллаҡайым, ошо икәүгә иман бир инде, ҡәлебтәрен ислам диненә бор, ике донъя бәхетенә ирештер, барса йәштәребеҙҙе һәр төрлө боҙоҡлоҡтарҙан һаҡла, Раббым!” Күңелемдән ҡыҙыҡайға оҙон итәкле матур күлдәк, башына аҡ шарф ябындырҙым. Янындағы иптәше лә бөтөнләй икенсе ҡиәфәткә инеп, ысын ир-егет булды ла китте... Мин, хыялымдағы был гүзәл күренештең ҡапыл емерелеүенән ҡурҡып, артҡа боролоп ҡарарға ҡыймай, юлымды дауам иттем...

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...