Бала тыуғас башҡарылған йолаларҙы үтәүҙең әһәмиәте
Йола төрҙәре
Дүртенсе сөннәт ғәмәл – сабый тыуғас, уның өсөн «ғәҡыҡа» ҡорбаны салыу. «Ғәҡыҡа» һүҙе, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, сабыйҙың «йомшаҡ сәсе» тигәнде аңлата, йәғни, салынған хайуандың «ғәҡыҡа» тип аталыуы уны салған ваҡытта баланың сәсен ҡырыу ғәҙәтенән килә, тип әйтә ғалимдар. «Ғәҡыҡа» ҡорбаны, бала тыуғас, Аллаһу Тәғәләгә биргән ниғмәте, бүләге өсөн рәхмәт йөҙөнән салына. Был ҡорбанды, сабый тыуған көндән алып, бәлиғ булғансыға тиклем, салырға мөмкин, ләкин ҡорбанды бала тыуғандың 7-се, 14-се йәки 21-се көндәрендә салыу яҡшыраҡ. «Аллаһ Рәсүле, ейәндәре Хәсән менән Хөсәйен тыуғандан һуң, етенсе көнөнә ҡорбан салды һәм шул уҡ көндө исем ҡушты», тип әйтелгән Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисендә. Ир бала өсөн ике, ә ҡыҙ бала өсөн бер һарыҡ (кәзә) салыу тейеш.
«Ғәҡыҡа» ҡорбаны өсөн дә үәжиб ҡорбанлыҡҡа ҡуйылған шарттарға эйә булған һарыҡ алына. Ҡорбандың дөрөҫ булыуы өсөн түбәндәге шарттар үтәлергә те-йешле: А) Ҡорбанға килтереләсәк хайуандың һау-сәләмәт, таҙа булыуы шарт. Был турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙ хәҙисендә әйткән: «Ҡорбанға килтереләсәк хайуан дүрт төрлө кәмселектән арыныулы булырға тейеш: дөм һуҡырлыҡ, аҡһаҡлыҡ, асыҡ беленеп торған ауырыуҙар, хәле булмаҫлыҡ дәрәжәлә ябыҡ булыуы». Б) Шулай уҡ бер йәки ике күҙе һуҡыр, ҡорбан салынасаҡ урынға үҙ аллы барып етә алмаҫлыҡ аҡһаҡ, күп тештәренең ҡойолған, тыумыштан уҡ ҡолаҡһыҙ, танауы киҫелгән, ҡолаҡ һәм ҡойроғоноң өстән бер өлөшөнөң артығы ҡырҡылған, күҙҙәре тоноҡ, гермафродит булған һәм нәжес, бысраҡ нәмәләр менән туҡланған хайуандарҙы ҡорбанға салыу ты-йыла. Әгәр теләһә ниндәй бысраҡ нәмәләр менән туҡланған хайуанды, итенең еҫе яҡшырһын өсөн, айырым урынға бикләп (кәзә – һарыҡ малын 10 көн) тотҡан осраҡта, ҡорбан итеп салыу рөхсәт ителә. Әгәр хайуан һатып алынғанда һау булып та, һуңынан ауырып китһә, йәки ҡорбанлыҡ итеп салыуға ҡамасаулыҡ иткән берәй төрлө кәмселек беленһә, ике төрлө юл бар: 1) әгәр кеше бай, хәлле булһа, яңы ҡорбанлыҡ хайуаны һатып алырға тейеш; 2) әгәр ярлы булып, яңынан ҡорбанлыҡ хайуаны һатып алырға хәле етмәһә, шул кәмселекле хайуанын ҡорбан итеп салыр. Малды салыр алдынан: «Әй, Раббым! Был ҡорбан Һинең ризалығың өсөн генә салына. Әй, Раббым! Был хайуан (баланың исеме) исеменән салына» тип әйтергә кәрәк. Ата кеше ғаҡыҡа ҡорбанын үҙ малынан салырға тейеш, ә балаға мираҫ, васыят йәки бүләк итеү юлы менән күскән малдан (баланың шәхси милегенән) ғаҡыҡа ҡорбаны салыу тыйыла.
Ғәҙәти ҡорбан менән ғәҡыҡа ҡорбаны бер үк, ләкин бер нисә айырмаһы бар: а) ғәҡыҡа ҡорбанының итен алған хәлле кеше, был итте һатып та ебәрә ала, ә үәжиб ҡорбанының итен һатыу ярамай; б) ғәҡыҡа ҡорбанының итен бешкән килеш өләшеү хупланһа, ә үәжиб ҡорбанының ите сей килеш таратыла; в) ғәҡыҡа ҡорбанының артҡы уң ботон бешермәйенсә, «кендек инәһенә» (бала ҡабул иткән табип-акушер) биреү кәңәш ителә; г) ғәҡыҡа ниәте менән салынған малдың хәлдән килгәнсә, һөйәктәрен һындырмау тәҡдим ителә, ләкин бүлгәндә йәки эшкәрткәндә һөйәктәрҙе бөтөн итеп һаҡлап булмай икән, һындырыуҙа артыҡ зыян юҡ, тиҙәр ғалимдар. «Ғәҡыҡа» ҡорбанының итен яҡындарға, күршеләргә, дуҫтарға таратырға йәки бешереп ярлы, мохтаждарҙы туйҙырыу хуплана, шулай уҡ хәлле кешеләргә биреү ҙә йәки ғаиләлә ҡалдырыу ҙа рөхсәт ителә.
Ғәҡыҡаның хикмәте: 1) Аллаһу Тәғәләгә бала бүләк иткәне өсөн рәхмәт, шөкөр белдереү; 2) Туғандарға, дуҫтарға бала тыуыу тураһында шатлыҡлы хәбәр еткәреү; 3) Кешелә йомартлыҡ тәрбиәләү, шулай уҡ йөрәкте һаранлыҡтан, ҡомһоҙлоҡтан таҙартыу; 4) Ғаилә ағзаларын, туғандарҙы һәм дуҫ-иштәрҙе ҡорбан ите менән һыйлау өсөн бергә йыйыу, арала мөхәббәтте, үҙ-ара хөрмәтте арттыра. «Салған дөйәләрегеҙҙең иттәре һәм ҡандары Аллаһҡа ирешмәҫ, ләкин һеҙҙән Аллаһу Тәғәләгә тәҡүәлек һәм изге ғәмәлдәр генә ирешер...» («Әл-Хаж» сүрәһе, 37-се аят). Эйе, Аллаһу Тәғәлә беҙҙең ҡорбандарға мохтаж түгел, Уға беҙҙең салған ҡорбандарыбыҙ кәрәкмәй. Ә был, Уның бойорғандарын үтәп, был донъяла ла, әхирәттә лә тик Уның ризалығына, рәхмәтенә дусар булырға, шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтен ихлас күңелебеҙ менән үтәп, уның шәфәғәтенә ирешергә тырышыуыбыҙҙыр.
Сабый тыуғас, 7-се көнөнә сәсен ҡырыу – сөннәт ғәмәлдәрҙең бишенсеһелер. Тәүҙә башының уң яғын, һуңынан һул яғын ҡырыу һәм сәсенең ауырлығын үлсәп, алтын йәки көмөш хаҡынан мохтаждарға саҙаҡа биреү. Һуңынан баланың сәсен таҙа ергә күмеү. Бала тыуғандан һуң 40 көн арауығында сәсен ҡырыу уның күреү, һиҙеү һәм ишетеү һәләтен яҡшырта, сәсен нығыта, зиһенен аса һәм тағы ла бик күп файҙаһы бар, ти медицина ғалимдары. Әгәр ҙә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ был сөннәте бала тыуғандан һуң 7-се көнгә эшләнһә, файҙаһы тағы ла арта.
Алтынсы сөннәт ғәмәл – ир балаларҙы сөннәткә (циркумцизия) ултыртыу, йәғни енес ағзаһының башын ҡаплап тороу-сы тирене ҡырҡып ташлауҙыр. Был сөннәт ғәмәл, атабыҙ Ибраһим пәйғәмбәрҙән ҡалған һәм бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, шул иҫәптән Ғайса пәйғәмбәр ҙә сөннәтле булған. Баланы сөннәткә ултыртыу өсөн айырым йәш юҡ, бала тыуғандан алып бәлиғ булғанға тиклем һәм унан һуң да рөхсәт ителгән, мәҫәлән, атабыҙ Ибраһим пәйғәмбәр Аллаһу Тәғәләнең әмере менән 80 йәшендә сөннәткә ултырған, ә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде тыуғандан һуң 7-се көнөнә сөннәткә ултыртҡан. Хәҙерге көндә был сөннәт ғәмәлде хәстәханала, хирургтар ҙа үтәй. Баланы сабый саҡта сөннәткә ултыртыу, простатаны яман шештән һаҡлай, һейҙек-енес ағзаларында төрлө инфекция таралыуҙы кәметә, ҡатындарҙа аналыҡ муйынтығы яман шеше һирәк билдәләнә, ти ғалимдар үҙҙәренең фәнни асыштарында.
Бала хоҡуҡтарының етенсеһенә – балаға ике йәшенә тиклем күкрәк һөтө имеҙеү ҙә инә. Был турала Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Әсәләр балаларын тулы ике йыл имеҙһендәр...» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 233-сө аят). Ә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә: «Балаға имеҙелгән әсә һөтөнөң бер тамсыһы ла, әжер-сауапһыҙ ҡалмаҫ...» тигән. Күкрәк һөтөндә балаға кәрәкле бөтә туҡлыҡлы матдәләр (аҡһым, май, углевод, витамин, минерал һәм микроэлементтар) бар. Һөттөң күләме һәм составы баланың йәшенә ҡарап, ай һайын үҙгәрә, шулай уҡ күкрәк һөтө һәр ваҡыт стерилле һәм уның температураһы ҡышын да, йәйен дә бала өсөн ҡулайлаштырыла.
Медицина ғалимдары әсә һөтөнөң бала организмы өсөн ни тиклем файҙалы икәнлеген үҙ асыштарында ла күрһәткәндәр: 1) Балаһын ике йәшкә тиклем имеҙгән ҡатындың, һөт биҙе рагы һирәк күҙәтелә һәм был ауырыуҙың барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы, нисә бала имеҙеүгә ҡарап кәмей; 2) Яһалма аҙыҡтар менән туҡланған балалар үлеме, күкрәк һөтөн имгән балалар менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк; 3) Күкрәк һөтөн имгән балаларҙың аҡыл һәләте күпкә юғары, ти белгестәр; 4) Күкрәк һөтөн имеҙеү, балаларҙы төрлө бактериаль һәм вируслы инфекцияларҙан һаҡлай, шулай уҡ ҡан рагы барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. 5) Күкрәк һөтө баланың аш эшкәртеү системаһын һәм иммунитетын нығыта.
Шулай уҡ балаға күкрәк һөтөн имеҙеү әсә менән бала араһында ныҡлы рухи бәйләнеште, бер-береңә ышанысты, яҡынлыҡты, яратыу хисен арттыра. Күкрәк һөтө менән туҡланған баланың психик һәм нервы һәләте тыныс була, ти кеше психологияһын өйрәнгән ғалимдар.
Шуны ла әйтеп үтәһе килә, хәҙерге заманда баланы күкрәк һөтө менән имеҙеү ҡатын-ҡыҙҙың фигураһын боҙа тигән миф таралды. Күкрәк һөтөн имеҙеү, киреһенсә, ҡатын аналығының ҡыҫҡарыуына (тартылыуына) килтерә, йәғни аналыҡ элекке торошона кире ҡайта һәм ҡатын-ҡыҙҙың фигураһы һаҡлана, ти ғалимдар.
Әсә менән баланың бер түшәктә йоҡларға тейешлеге лә, бала хоҡуҡтарының һигеҙенсеһе, тип әйтеү мөһим, сөнки балаларҙың был хоҡуғын, көнбайыш илдәренең модаһына эйәреп, үтәргә тырышмау йәки бөтөнләй үтәмәү, ғаилә эсендә әсә менән бала араһында, шулай үк йәмғиәттә лә булған бик күп проблемаларҙы тыуҙыра һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуҙырған да инде.
Яңы тыуған сабый бала менән әсә кешенең бер түшәктә йоҡлауы нормаль, тәбиғи физиологик күренеш һәм бала өсөн әсәһе менән бер түшәктә йоҡлау бик мөһим. Был турала Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Балаларҙы 10 йәштән һуң айырым һалығыҙ...» тип, 1442 йыл элек үк үҙенең хәҙистәрендә әйтеп ҡалдырған. Ғалимдар үҙҙәренең фәнни асыштарында ла, әсә менән баланың бер түшәктә йоҡларға кәрәклеген иҫбат иткән.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)