Иң отошлоһо – баланы диндә тәрбиәләү

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: “Бала Аллаһу Тәғәләнең ата-әсәгә ебәргән иң ҙур бүләге, аманаты”. Һәм был аманат өсөн ата-әсәгә Ҡиәмәт көнөндә яуап бирергә тура киләсәк. Хәҙерге ваҡытта бала тәрбиәләү ауыр эш, хатта ҡайһы бер ата-әсә өсөн ҙур проблема ла булып тора. “Йәш саҡта нисек яҡшы ата-әсәй, ә оло йәшкә еткәс ҡәҙерле олатай-өләсәй булырға, йәки баланы тәрбиәләгәндә ниндәй принципҡа таянырға?” – тигән һорауҙы күп бирәләр.
Иң яҡшы өлгө булырлыҡ ғаилә – ул дини ғаилә. Бала бәләкәйҙән Аллаһу Тәғәлә исемен ишетеп үҫергә тейеш, был – баланың хоҡуғы, сөнки “һәр бер бала фитри иман менән (тыумыштан иманлы) тыуа”, хатта ул бала христиан, йәһүди йәки мәжүси ғаиләһендә тыуһа ла, “һуңынан ата-әсәһе балаһын йә мосолман, йә христиан, йә йәһүди, йә мәжүси итеп тәрбиәләй”, – тиелгән пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә. Бөтә кешенең дә фитри иман менән тыуғанын ғалимдар фәнни яҡтан иҫбатлағандар! Баланы тәрбиәләү әсә ҡарынында уҡ башланырға тейеш. Бының өсөн әсәй кешегә һәр ваҡыт Ҡөрьән сүрә-аяттарын уҡырға (“Әл-Фатиха”, аят “Әл-Көрси” һ.б.), тыңларға, күберәк зекер әйтергә, матур һүҙҙәр һөйләргә, тыныс булырға кәрәк, сөнки ғалимдарҙың фәнни асышы буйынса, сабый баланың ишетеү ағзаһы әсәнең ҡарынында уҡ үҫешә башлай һәм әсәһенән ишеткәндәрен хәтерендә ҡалдырырға һәләтле. Әсәнең ауырлы ваҡыттағы халәте (үҙен нисек тотҡан), бала тыуып, үҫә төшкәс беленә башлай, врачтар хәҙер быны “гиперактив” йәки башҡа һүҙҙәр менән атай. Баланы ике йәшкә тиклем имеҙеүҙән (“Әсәләр үҙ балаларын теүәл ике йыл имеҙһендәр...” (2:233), матур мәғәнәле мосолман исеме ҡушыуҙан, ғәҡыҡа ҡорбаны салыуҙан, сәсен алыуҙан (ҡырыу), ир балаларҙы сөннәткә ултыртыуҙан, сабый бала менән әсәнең бер түшәктә йоҡлауынан тыш, бала тәрбиәләгәндә тағы ла ошоларға иғтибар итергә кәрәк:
Беренсенән, атай менән әсәй бер һүҙле (фекерҙәш) булырға тейеш. Был бик мөһим. Бала нимәлер эшләргә, әйтәйек, ҡайҙалыр барырға һорай икән, тәүҙә уйларға кәрәк, ә, ҡырҡа тыйып, һуңынан риза булыу йәки киреһенсә эшләү ярамай. Шуға күрә әсәй кешенең, ире менән бер һүҙҙә булып: “Атайың нимә әйтә, шулай була”, – тип әйтеүе яҡшыраҡ. Был бала алдында атай кешенең абруйын да күтәрә. Икенсенән, үрнәк күрһәтеү. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡайһы бер осраҡтарҙа башта үҙе сәхәбәләренә күрһәтеп эшләгән. Йәғни күп һөйләүҙән (нәсихәт уҡыуҙан) файҙа юҡ, ә күрһәтеп эшләй башларға кәрәк һәм быны ярты юлда ташлап ҡуйырға ярамай (мәҫәлән, ашар алдынан “Бисмилләһи-ррахмәниррахим” тип әйтеү, бергә намаҙ уҡырға саҡырыу, сәхәр эсергә уятыу, уң ҡул менән ашау, йоҡлар алдынан берәй сүрә уҡыу, бәҙрәфкә ингәндә башты ҡаплап инеү һ.б.). Баланың күңелен бәләкәйҙән иман менән тултырырға кәрәк, әле бәләкәй, аңламай, тип уйлау атаәсәнең иң ҙур хатаһы. Бәләкәйҙән үк баланы әҙәп-тәүфиҡҡә өйрәтеп, күңелен иман менән тултырыу, йәғни диндә тәрбиәләү уны күп насар, гөнаһ эштәрҙән аралап ҡаласаҡ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, баланың күңелендә боҙоҡ ғәмәлдәргә ҡарата “тормоз педале” (кәртә) барлыҡҡа килтереү. Аллаһу Тәғәлә тыйған берәй эште (алдау, урлау, суицид, араҡы эсеү, наркотик ҡулланыу, зина ҡылыу һ.б.) эшләр алдынан ошо “тормоз педале” өҫкә ҡалҡып сыға һәм кеше уның аҙағын, Ҡиәмәт көнөндә, Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһына барғас, ни тип яуап бирәсәген уйлаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ата-әсә балаһының күңелен иман менән тултырырға ашыҡмай, ә “Ярай, башын ҡатырмайыҡ, ҙурайғас, үҙе аңлар әле”, “Динде гөнаһлы кешеләр тотһон”, “Донъяның рәхәтен күреп йәшәһен”, “Әбей кеүек яулыҡ ябынып, матурлығын йәшереп” кеүек һүҙҙәр менән үҙҙәренең “хаҡлығын” балаһы алдында кире, әшәке, гөнаһлы эштәр менән иҫбатларға маташа. Бының шулай икәненә күп миҫалдар килтерергә мөмкин: балалар алдында рюмкаларҙы сәкәштереп араҡы эсеү, байрамдарҙа (баланың тыуған көнө һ.б.) алкоголһеҙ тип эсемлектәр ултыртыу, атаәсәнең бала алдында әрләшеүе, һуғышыуы, үҫмер балаларының кеҫәләренә презервативтар һалыу (мәҡәләлә ысынбарлыҡта булған миҫалдар килтерелде) һәм башҡа шуның кеүек гөнаһлы эштәргә балаһын ата-әсә үҙе үк этәрә. Өсөнсөнән, балаларҙы күберәк маҡтарға (ләкин сәбәпһеҙгә түгел), сөнки маҡтау баланың күңелен үҫтерә, яҡшы, сауаплы эштәргә дәртләндерә.
Дүртенсенән, дөрөҫ “яза” бирә белергә: а) балаларға ҡысҡырмай, ләкин тауышты күтәреберәк, интонацияны үҙгәртеп әйтеүҙе Ислам дине тыймай; б) балаларға һуҡмау - “7 йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, 10 йәштән намаҙға баҫтырығыҙ, әгәр тыңламаһа, сыбыҡлағыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ , ләкин, һуғығыҙ, тимәгән. Олатайөләсәйҙәребеҙҙең өйөндә һәр ваҡыт сыбыҡ ҡыҫтырыулы торған, бәлки, ул сыбыҡ торған урынынан төшмәгәндер ҙә, ләкин был балаларға һабаҡ булып тоған. Ә өрлөккә (балка) сыбыҡ ҡыҫтырыу тураһында пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә әйткән: “Һуғыу өсөн түгел, ә тәрбиә өсөн урҙаға сыбыҡ элегеҙ”; в) балаға асыуланғанда, алама итеп, һүгенеү, ҡарғыш һүҙҙәре менән әрләү ярамай. Кешенең тәбиғәте шундай: асыуланған ваҡытта берәй насар һүҙ әйтә һәм кеше тынысланып ҡала, ә һүҙҙе әйткәс, кире ҡайтарып булмай, һуңынан күңелгә ауыр булып ҡала һәм, иң ҡурҡынысы - ҡарғыш һүҙҙәр ҡабул булып, балаға зыян килеүе мөмкин (тормошта бындай миҫалдар күп), пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙә әйткән: “...атаәсәнең балаһына ҡылған доғаһы ҡабул була”. Өләсәйҙәребеҙ асыуланған ваҡытта ла алама һүҙ әйтмәгән, уларҙың һәр һүҙе доғаға тиң булған, балаға фатиха биреү кеүек яңғыраған. Мәҫәлән, “Аллаһ иманыңды арттырһын”, “Ауыҙыңа май бирәйем”, “Бәхетле булғыры”, “Аллаһ бәхетеңде бирһен” һ.б. Шуға күрә, бала һүгенә башлаһа йәки берәй насар хәлгә тарыһа ғәйепте урамдан, балалар баҡсаһынан йәки мәктәптән эҙләргә түгел, ә ата-әсә үҙ телмәренә иғтибар итергә тейеш.
Бишенсенән, алдашмау! Атаәсә балаһын иң тәүҙә: “Мә, кил, мәмәй бирәм”, – тип алдай башлай, һуңынан: “Ҡыш бабайҙан һора, бүләк алып килер”, – ти. Әгәр “мәмәй” бирмәһә, йәки булмаған “Ҡыш бабайҙы”, бар, тип алдаһа, Ҡиәмәт көнөндә шул алдағаны өсөн яуап бирергә кәрәк буласаҡ. Хатта шаяртып алдау ҙа ҙур гөнаһ. Шулай итеп, алдап һөйләгән атаәсәгә ышаныс сабый саҡтан уҡ ҡаҡшай икән. Алтынсынан, ғәфү үтенә белеү! Балағыҙҙың нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хатта бер йәшлек булһа ла. Ата-әсә үҙенең хаҡ түгеллеген белһә, уға кисекмәҫтән, үҙенең яңылышҡанлығын аңлатып, баланан ғәфү үтенеү кәрәк. Етенсенән, балаларҙы тыңлай белеү. Һеҙҙең өсөн ваҡ ҡына тойолған нәмә бер йәшлек бала өсөн “ҙур проблема” булыуы мөмкин. Тәүҙә ауыр булһа ла, ваҡытығыҙ тығыҙ булһа ла, баланың “проблемаһын” аҙағына тиклем тыңлап бөтөрөгөҙ, һуңынан кәңәш бирегеҙ, был хәлдән сығыу юлын әйтегеҙ һәм бала өлкәнәйгәс тә һеҙҙең менән кәңәшләшәсәк, һеҙ уның өсөн ғүмерлеккә “авторитет” булып ҡаласаҡһығыҙ.
Һигеҙенсенән, балаларға сәләм бирергә, күрешергә өйрәтегеҙ. Әгәр бала сәләм бирмәһә (ояла, уңайһыҙлана, онотҡан һ.б.), өлкән кеше үҙе башлап сәләм бирһен һәм бының өсөн ата-әсәне әрләмәгеҙ, тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ . Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе башлап балаларҙы сәләмләгән. Туғыҙынсынан, балаларҙы йышыраҡ ҡосаҡлап үбегеҙ – был баланың йөрәгендә мәрхәмәтлелек, йомшаҡлыҡ барлыҡҡа килтерә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ балаларҙы һәр ваҡыт ҡосаҡлап үпкән. Унынсынан, балаларға: а) Аллаһу Тәғәлә тураһында һөйләгеҙ, ләкин “Аллаһ бабай” тип әйтеү тыйыла, сөнки балалар һүҙҙе тура мәғәнәһендә аңлай һәм улар “аҡ һаҡаллы, башына түбәтәй кейгән, таяҡҡа таянған бабай”ҙы күҙ алдына килтерәсәк, ә быны һөйләгән ата-әсәгә, олатай-өләсәйгә гонаһ яҙыла; б) бала алдында һәр ваҡыт һеҙгә аҡыллы, матур, батыр (һ.б. матур һүҙҙәр) бәпес биргәне өсөн Аллаһҡа рәхмәт әйтегеҙ; в) бергә йыйылғанда (бигерәк тә өҫтәл янында, йоҡларға һалғанда) пәйғәмбәрҙәр тарихын, ҡиссалар һөйләгеҙ; г) әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен ҡыҫҡаса ғына аңлатығыҙ (мәҫәлән, ашағанда, йоҡлағанда, урамда йөрөгәндә, башҡа урындарҙа үҙеңде нисек тоторға). Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ һәр саҡ өлгө итеп ҡуйырға кәрәк, сөнки бала үҫә килә үҙенә тиңләшер, үрнәк алыр өсөн берәй “кумир” эҙләй башлай һәм быны ул күрһәтеп гөнаһ эштәр ҡылған, алама һүҙҙәр һөйләгән, мәғәнәһеҙ һәм оятһыҙ йырҙар йырлаған артистан йәки шундай уҡ башҡа берәүҙән табасаҡ; д) сүрә-аят һәм доғалар ятлатыу. Быларҙы балаларға артыҡ бәйләнмәй, әрләмәй генә, аңлайышлы, ябай телдә ҡыҫҡаса ғына аңлатырға кәрәк.
Ун беренсенән, баланы ҡурҡытмау! Ислам динендә кешене, шаяртып булһа ла, ҡурҡытыу тыйылған. Күп ата-әсә балаһын тыңлатыу өсөн мөйөшкә ҡуя, “Ана бапаҡ килә, һине ашай”, “Бабай килә, һине алып китә” йәки Аллаһу Тәғәләнең язаһы менән (“Аллаһ һине утта яндыра”, “Аллаһ башыңа һуға”) ҡурҡыта. Былай эшләү, беренсенән, алдау була, ә был ҙур гөнаһ. Икенсенән, Аллаһ Үҙенең бар иткән йән эйәләренең араһында иң яратҡаны кеше, шуларҙың араһынан иң һөйгәне – балалар. Өсөнсөнән, балаларҙы сабый саҡтан ҡурҡытыу баланың психик торошона йоғонто яһай, ти мосолман ғалимдары, сөнки кеше ҡурҡҡан саҡта уның эсенә ен-шайтандың инеп урынлашыуы өсөн иң уңайлы һәм еңел мәл икән, йәғни кешенең (бигерәк тә баланың) шул ваҡытта психикаһы, үҙен тотошо йомшара. Һеҙ шул турала уйлағанығыҙ юҡмы? Хәҙерге ваҡытта күп балаларҙы гиперактив, мыжыҡ, тыңлауһыҙ тиҙәр. Был бит бушҡа түгел, ә уйланырға урын барҙыр, тип уйлайым.
Бәләкәй бала пластилинға оҡшаған, нисек һәм нимә теләйһең шуны эшләргә мөмкин, ләкин бала ҡаралама (черновик) түгел, унда бер тапҡыр ғына яҙыла, яңылышһаҡ, ташлап, таҙа биттән башлап булмай. Шуға күрә, балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән тәрбиәләүҙе телевизорҙан, интернеттан, смартфондан юғарыраҡ ҡуяйыҡ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә әйткән: “Атаһының балаһына биргән иң ҙур, ҡиммәтле бүләге – яҡшы тәрбиә”. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларыбыҙға матур өлгө күрһәтеп, уларҙы иманлы итеп тәрбиәләргә насип булһа ине. Әмин.
Ә.НОҒОМАНОВА-ҒӘЗИЗОВА,
Сибай “Тәҡүә” мәсете мөғәллимәһе.