Улар беҙгә өлгө булдылар!
Күптән уйлап йөрөгән хыялымды тормошҡа ашырырға булдым. Һүҙем иң ҡәҙерле кешеләрем: атайым һәм әсәйем тураһында булыр.
Атайым
Атайым Бикҡужин Байтүрә Шәрәфулла улы 1928 йылда (пас-портта 1930 йылғы тип теркәлгән) Күмертау районы Урта Бабалар ауы-
лында тыуған. Тирә-яҡҡа билдәле булған, Көйөргәҙе йылғаһының ике ярында берәр тимерлек тотҡан, оҫта тимерсе булған атайымдың атаһы. Шәрәфулла олатайыма ике тимерлек тә уның атаһы Бикҡужин Атаулла исемле данлыҡлы тимерсенән күскән. Шәрәфулла олатайҙың беренсе ҡатыны ҡартайып, тимерлектәрҙә ярҙам итә алмай башлағас, икенсегә йәш, көслө Ғәфүрәгә өйләнә. Икенсе ҡатынынан Сибәғәт һәм минең атайым Байтүрә тыуған. Шәрәфулла олатай Көйөргәҙенең ике ярына ике ағас өй һала. Шулай ике ҡатыны, бала-сағалары менән ҡышҡыһын өйҙәрҙә, йәйгеһен тирмәләр ҡороп йәшәгәндәр. Олатай оҫта һунарсы, балыҡсы, балта оҫтаһы булған.
Атайыма ла олатайҙың бөтөн һәләттәре лә күскән.
Бөйөк Ватан һуғышы башлан-ғанда, атайыма 12-13 йәштәр тирәһе була. Өфөләге Ҡасим Дәүләт-килдиев исемендәге һынлы сәнғәт мәктәбенән, райондар буйлап һәләтле балаларҙы йыйырға, тип комиссия ебәрелә. Атайым һүрәт төшөрөргә әүәҫ булғас, уны һайлап алып, Өфөгә интернат-мәктәпкә алып китәләр. Уҡый башлағас, ауылдан әсәһенең ауырып китеүе тураһында хәбәр килә. Атайым, уҡыуын ташлап ҡайтып, әсәһен дауалап, аяҡҡа баҫтыра. Шулай уҡыуынан ҡала. Шәрәфулла олатай һуғыш башланғанса уҡ вафат була. Атайым гел: «Мин 9 йәшемдән ололар эшенә егелдем, Аллаһҡа шөкөр, ошоғаса эшләп ашайым», – тиер ине.
Атайым 13 йәшендә үҙе, ағастан арба яһап, ике үгеҙҙе егеп өйрәтеп, флягаларҙа Көйөргәҙе йылғаһынан фермаға һыу ташыған. Аттарҙы фронтҡа ебәргәндәр. Һуғыш ваҡытында ауылдарҙа тик ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-саға ғына булған. Атайым, тимерсе улы булараҡ, тимерҙән кемгә күнәк, кемгә сүмес, ҡыҫҡаһы, хужалыҡта кәрәк-яраҡты яһап биргән, ремонтлаған. Үҫмер сағында, беренсегә трактор үтеп барғанын күреп, артынан йүгереп барып, әрйәһенә менәм тигәндә, бер аяғының үксәһе ҡыҫылып, аяғы аҡһай башлай. Шулай, бәләкәй саҡтан эшкә егелеп, егет ҡорона ингәс, 1950 йылда әсәйем Кәүсәриә Әғзәм ҡыҙына өйләнә. Бер-бер артлы Ғәҙенән, Миңзәлә, Мөнирә, Буранбай, Закир исемле балалары тыуа. Дүртеһе ҡыҙылсанан (табиптар булмағас) бер йәшкә тиклем үлгәндәр, Закир ғына өс йәшенә етеп үлгән. Атай менән әсәй үҙ-ара татыу булғас, ҡайғыларға бирешмәй, артабан йәшәргә көс табалар. Атайым баҫыуҙар ҡарауылсыһы, объездчик булып эшләй. Аяғында гангрена башлана. Өфөгә барып, бер аяғын ҡырҡтырып, протез ке-йеп йөрөй башлай. Өсөнсө группа инвалидлыҡ ала ла, эшен дауам итә. Әсәйем фермаға һауынсы булып кергәс, атайым уның янына малсы булып бара.
Атайым менән әсәйем ғүмер буйы, колхоз эшенән башҡа, гектарлап сөгөлдөр утанылар, үҙ хужалыҡтарында бик күп мал аҫранылар, гөрләтеп баҡса үҫтерҙеләр. Икеһе лә эшһеҙ торманылар. Атайым тирә-яҡтағы халыҡҡа, биш буй киҫеп, күндән сыбыртҡы үреп, ағас тотҡаһын семәрләп эшләй ине, ҡурай, ҡумыҙ ҙа эшләне. Салғының тимеренән бысаҡ, бәкеләр яһай ине. Кәстрүл, йә күнәк-маҙар тишелһә, һыу аҡмаҫлыҡ итеп, ямау һалып бирер ине. Өҫтәл, ултырғыс, эскәмйәләр яһаны. Алтын ҡуллы ине. Әсәйем арып киткән саҡтарында, атайым ашарға бешерә ине. Үҙе гел: «Ир эше, ҡатын эше, тип бүлешеп йәшәмәнек, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ», – тиер ине. Атайымдың һүрәт төшөрөү һәләте беҙгә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә күскәндер. Апайымдың ҡыҙы Лилиә менән минең ҡыҙым Гөлфиә художество мәктәбен тамамланылар.

Әсәйем
Әсәйем Ильясова Кәүсәриә Әғзәм ҡыҙы 1930 йылда Күмертау районы Үрге Бабалар ауылында Әғзәм мулла менән Кәримә абыстай ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Әғзәм олатай, бай көтөүен көткәндә, үпкәһенә һалҡын тейҙереп үлеп китә. Кәримә өләсәй, тол ҡалғас, балаҫ һуғып, йөн иләп, ойоҡбаш бәйләп, һағыҙ ҡайнатып, емеш-еләк йыйып һатып, алты балаһын ҡарап аяҡҡа баҫтырған. Уны беҙ ҙур әнәй тип йөрөттөк. Ҙур әнәйебеҙ 94 йәшенә тиклем (Әхирәткә күскәнсе!), намаҙ уҡып, үләндәр, Ҡөрьән аяттары менән халыҡты дауалап йәшәне.
Әсәйем ҙур әнәйемдең һүҙенән сыҡманы, беҙ ҙә уны ныҡ яраттыҡ. Әсәйем күмәк балаларын мунсала бер-бер артлы йыуындырырға, көн аралаш мейестә алтышар таба икмәк бешерергә, фермала эшләргә, сөгөлдөр утарға, үҙ хужалығындағы һыйырҙарын һауып, һөтөн эш итергә, атайыма баҡсала ярҙамлашырға ҡайҙан көс тапҡандыр, иҫ киткес! Элекке кешеләрҙең түҙемлелегенә, егәрлелегенә һоҡланам һаман.
Әсәйем шиғыр юлдары менән һөйләшә ине. Иҫемдә бер аҙы ғына ҡалған:
Һандуғастың балалары
Талға ҡуна, арығас.
Инде ни хәлдәр итәйем
Был хәлдәргә тарығас?!
Шиғыр яҙыу һәләте миңә әсәйемдән күскәндер, моғайын.
Атайым менән әсәйем үҙ-ара бик татыу булдылар. Атайым һөйләгәндә, әсәйем шым ғына тыңлап ултыра ине. Аҙаҡ: «Эйе шул, бабай, дөп-дөрөҫ әйтәһең», – тип ҡеүәтләп ҡуя ине.
Әле һаман атай йортонда беҙ аунап үҫкән урындыҡ тора. Атай-әсәй күптән гүр эйәләре, ә урындыҡ тирәһендә уларҙың йәндәре һаман эргәлә генә һымаҡ тойола. Урындарығыҙ ожмахта булһын, ҡәҙерлеләребеҙ!
Йомағаҡлау урынына
Беҙ ғаиләлә 8 бала үҫтек: Мөнир (1959), Нәзир (1961), Уралбай (1963), Нурзилә (1965), Фирүзә (1967), Заһир (1970), Илшат (1971), Фәнүзә (1973). Ағай -апайҙарымдың барыһы ла алтын ҡуллы булды. Уҡыуға ла барыбыҙ ҙа шәп булдыҡ, әлхәмдүлилләһ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы биш абзыйым да оҙон ғүмерле булманы. Әлеге ваҡытта ғаиләбеҙҙән мин һәм ике апайым ғына иҫәнбеҙ. Ошолай ҙур ғаиләлә тыуғаныма мең шөкөр. Атай-әсәй биргән һабаҡты бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Улар беҙгә өлгө булды. Атай-әсәйебеҙҙең тәрбиәһенә таянып, үҙ балаларыбыҙҙы үҫтерҙек.
Үрҙә әйткәнемсә, атайым, һирәк булһа ла, тәмле итеп ашарға бешерә ине. Бала саҡта яратып ашаған ябай ғына ризыҡтар шул тиклем һағындыра бөгөн. Атайым бешергән ризыҡтарҙың ҡайһы берҙәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итмәксемен.
Ҡурмас
Бойҙайҙы табала, көйҙөрмәй генә, болғатып тороп ҡураһың. Алһыу-ҡыҙғылт төҫкә ингәс, табанан башҡа һауытҡа бушатып, бер аҙ тоҙ, бер-ике аш ҡалағы һыйыр майы (аҡ май) ҡушып бутайһың. Ныҡ сәйнәргә кәрәк. Кетерләп кенә тора. Телеңде йоторлоҡ тәмле лә, файҙалы ла, туҡлыҡлы ла!
Ҡурҙаҡ
Малдың бешкән эс ҡарынын, үпкә-бауырын ит турағыстан үткәреп, әҙ генә көнбағыш майын тамыҙып, табала бутап тороп ҡурырға кәрәк. Ул тиҙ үк әҙер була. Бысаҡ менән туралғанға ҡарағанда был ысул яҡшыраҡ, ныҡ ваҡланғас, ашҡаҙанға эшкәртеүе лә еңелерәк. Самалап тоҙ, ҡара борос һибергә.
Рәхим итеп, әҙерләп ашағыҙ был милли ризыҡтарҙы. Кәйефегеҙ күтәренке булһын! Һау-сәләмәт булайыҡ!