Ҡөрьән Кәримде уҡыу – файҙалы ла, сауаплы ла

Ҡөрьән Кәримде уҡыу – файҙалы ла, сауаплы ла

Аллаһ тарафынан бәндәләренә ебәрелгән, төшөрөлгән иң изге китап – ул Ҡөрьән Кәрим. Быны һәр мосолман белә. Ҡөрьән Кәрим – ул беҙгә йәшәүҙе, тормошто аңлау, хаҡ диндә булыу, тура юлдан барыу һәм хаталар-гонаһтар эшләмәү өсөн күрһәтмә лә – шуның менән бигерәк тә ҡәҙерле изге Китап!

 

Ҡөрьән Кәримдең аяттарын аңлау өсөн беҙгә бик күп уҡырға, Уны өйрәнергә кәрәк. Бихисап серҙәренә төшөнөргә бар кешелектең аҡыл-зиһене етмәйҙер әле, тип уйлайым. Изге Китапты уҡып, аяттарҙың, сүрәләрҙең мәғәнәһен аңлаған һайын, Раббыбыҙ Аллаһтың ни тиклем ҡөҙрәтле, рәхимле, мәрхәмәтле икәненә инанаһың. Шуға ла Аллаһҡа тағы ла бер аҙға ғына яҡынайыу һәм Уның рәхмәтенә, сауапҡа ирешеү өсөн Ҡөрьән Кәримде уҡырға өйрәнеү – хаҡ мосолман өсөн изге бурыс. Ысын күңелдән уҡығанда, саф йөрәктән Ҡөрьән бағышлағанда күҙҙән йәштәр сыға, күңел дә нисектер тынысланып ҡалғандай була. Ә мин иһә, уҡытыусы-дефектолог булараҡ, Ҡөрьән Кәримдең аяттарын уҡығанда алған бөтмәҫ файҙаһын әйтеп үтәһем килә.

Изге Китап Ҡөрьәнде уҡыр өсөн иң башта 28 хәрефте танырға, яҙырға, улар белдергән өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнергә кәрәк. Бынан тыш 28 хәрефкә өҫтәлмә хәрәкәләр (тамғалар) ҡуйылһа, өндәр тағы ла өс тапҡырға артып китә. Ошо хәреф-өндәрҙе ятлау, ҡабатлау ғына ла хәтерҙе үҫтерә, нығыта, зиһенде байыта бит! Ә инде «мәд» булған өндәрҙе һуҙып уҡыу тын алыу өсөн үҙенә бер күнегеү, сөнки билдәле тамғаларға ярашлы һуҙынҡы өндәрҙе әйтеү өсөн дөрөҫ тын алырға, тынды һуҙа белергә кәрәк. Китапта яҙылған күп һүҙҙәрҙә йомшаҡ һәм ҡаты өндәр сиратлашып килә, шуға ла бер өндө йомшаҡ һәм шунда уҡ икенсе өндө ҡаты, өсөнсөһөн тағы ла йомшаҡ әйтеү ауыҙ-тел ағзаларына файҙалы күнекмә була, телдең һығылмалығын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ҡөрьән аяттарын ҡысҡырып уҡығанда, беҙ фекерләү ҡеүәһен дә әүҙемләштерәбеҙ. Сөнки кеше күрә, уҡый, ишетә, аңлай – бер нисә психик эшмәкәрлек актив эшләй. Хәҙер билдәле психологтар ҙа хәтерҙе үҫтереү, фекерләү процесын әүҙемләштереү өсөн көнөнә 15-20 минут ҡысҡырып китап уҡырға кәңәш итә. Ә инде сит телдә уҡыған текст бигерәк тә файҙалы, тип иҫбат ителгән ғалимдар тарафынан.

Изге Ҡөрьәндә күп һүҙҙәр ҡабатлана. «Шәйтан» һүҙенең генә лә бер нисә тапҡыр әйтелеүе, Аллаһтың әҙәм балаһына шайтандан һаҡ булырға, уның йоғонтоһона, ҡотҡоһона бирелмәҫкә кәрәк икәнлеген иҫкәрткәндәй тойола. Ә инде «жәһәннәм» һүҙен, хатта уҡығанда ғына ла, шундай ҡурҡыныс булып китә, йәһәннәмдең ни тик-лем ҡурҡыныс та, хәүефле лә икәнлеге һиҙелгәндәй була.

Ҡөрьән Кәримде уҡыуҙың файҙаһы күп икәнен бик оҙаҡ һанарға мөмкин. Ә иң мөһиме – Аллаһ ризалығы өсөн, саф йөрәктән уҡылған Ҡөрьәндең бөтмәҫ сауабын Раббыбыҙ үҙе генә белә, шуның хаҡына мәнфәғәтен, шәфәғәтен бәндәһенә бирә. Ул Китапты уҡыған һайын уҡыйһы килә, өйрәнгән һайын өйрәнәһе, күберәк аңлайһы килә. Һәм Уны уҡыған һайын күңелгә шул тиклем рәхәт булып ҡала, барса арыу-талыуҙар бөтә, хатта әрнеү-һыҙланыуҙар онотола, тынысланаһың, сабыр, тәүфиҡлы, инсафлы булырға өйрәнәһең. Ысын мәғәнәһендә, «Һис бер шик булмаған был Китап – тәҡүәле кешеләр өсөн хаҡ ҡулланма» («әл-Бәҡара» сүрәһе, 2-се аят).

Ҡөрьән Кәрим – Аллаһ һүҙе. Бар мөьмин мосолмандар Ҡөрьән аяттары телендә һөйләшә, берләшә. Бер ваҡыт Индонезиянан Өфөгә килеп уҡыған һәм әле район дауаханаһында практика үткән табип-практикант беҙҙең мәсеткә йома намаҙына килгәйне. Йәмәғәт менән уҡылған йома намаҙы тамамланғас, хәҙрәт унан аят уҡыуын һораны. Һәм табип-егет рус, инглиз телендә генә һөйләшһә лә, шул тиклем матур һәм аңлайышлы итеп «Ихлас» сүрәһен уҡыны. Ниндәй генә ерҙә тыуһаң да, ниндәй генә милләттә булһаң да, тәнең ниндәй генә төҫтә булһа ла, хаҡ мосолман икәнһең, һине Ҡөрьән телендә бар ерҙә лә аңлаясаҡтар, ихлас ҡабул итәсәктәр – бына ҡайҙа ул Раббыбыҙ тарафынан бирелгән оло аҡыл, бына ни өсөн беҙгә Ҡөрьән Кәримде өйрәнергә, уҡырға, аяттарын ятларға кәрәк!

 

Айһылыу Сирбаева, Дыуан районы.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...