Хәүефле ҡумта

Хәүефле ҡумта

Хәүефле ҡумта

Шәмбе кис мунсанан хәлем бөтөп, башым әйләнеп, ныҡ һыуһап ҡайттым. Оло сынаяҡҡа сәй яһап, йәһәт кенә эстем дә залдағы диванға барып ауҙым. Шунда тик кенә ятһамсы!

 

Ошо бүлмәгә инеү менән ҡулдарым үҙенән-үҙе пультҡа үрелеп, ғәҙәтемсә, "телейәшник"те ҡабыҙып ебәрҙем. Каналдар әллә ни күп тә түгел һымаҡ − егерме генә. Һәр ваҡыттағыса, байтағында реклама йә йәнем һөймәгән фэнтэзиҙар, икәүһендә нисәмә йыл тынмаған сәйәси бәхәстәр бара ине. Күңелем матур кадр, ҡыҙыҡлы сюжет һораны. Төймәләргә баҫҡылай торғас, иғтибарымды СТС каналында башланған бер фильм, дөрөҫөрәге, ыҫпай кейенгән геройы йәлеп итте. Экранда − төҫө-башы менән журналдағы манекенщиктарға оҡшаған бик һылыу ир-егет тыныс ҡына этен һыйпай. Мунсанан һуң романтика көҫәп, телевизор ҡабыҙған миңә, иҫәргә, етә ҡалды, уңайлыраҡ ятырға тырышып, модалы, зауыҡлы геройҙың тормошон күҙәтә башланым.

Әммә бер нисә минуттан "йәшник"те һүндерергә тура килде, сөнки мыҡты кәүҙәле, һылыу ир антигерой − киллер булып сыҡты. Бер нисә минут эсендә тамашасы (мин дә шул иҫәптә) кешене юҡ итеү һәм ытырғаныс енәйәтте полиция тотмаҫлыҡ итеп башҡарыу инструкцияһын алды. Күңел асыу каналы көн әйләнәһенә халыҡты шундай әшәке, ерәнгес контент менән һыйлай! Шуныһы ҡыҙғаныс: ялтырауыҡ ҡағыҙға төрөп "ағыу" һалып биргән каналдар илебеҙҙә шул тиклем күп, балаға күрһәтә алырҙайҙары − бармаҡ менән һанарлыҡ. Киллерҙы төп герой итеп яһауҙарына шаңҡыған мин шул кистә бер нәмәгә генә – улымдың иртәрәк йоҡлап китеүенә һөйөндөм. Ә башҡа ваҡытта ни эшләргә һуң беҙгә, өлкәндәргә? Был яманлыҡтан нисек араларға?

Бик күп ата-әсәләрҙе борсоған һорау: телевидение баланың аңына тәьҫир итәме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик ныҡ тәьҫир итә. Статистика буйынса, һәр бер ғаиләлә телевизор уртаса 7-8 сәғәт эшләй. Мәктәпкәсә йәштәге һәм уҡыусы балалар көн һайын өс-дүрт сәғәтен зәңгәр экран алдында үткәрә икән, был иһә емелдәгән техникаға биш дәрес дауамында текәлеп ултырҙы, тигән һүҙ. Ошо ваҡыт эсендә балабыҙ телевизорҙан – өс тапҡыр көсләү һәм үлтереү кадрын, 8 мәртәбә наркотик ҡулланыуҙарын, тәмәке тартыуҙарын һәм бер оятһыҙ сюжет күреп өлгөрә. Быларҙың барыһы ла балаға нисек инде тәьҫир итмәһен? Мәктәпте тамамлағансы, бала экрандан 8 меңгә саҡлы үлтереш, 100 меңдән ашыу көс ҡулланыу осрағын күҙәтә.

Бер ваҡыт психологтар төркөмө төрмәлә ултырған кешеләргә: "Телевидение һеҙҙе криминаль трюктарға өйрәтә аламы?" − тигән һорау биргән. Ун кешенең һигеҙе ыңғай яуап биргән, унауҙың өсәүһе ҡасандыр экрандан күҙәткән сюжетҡа оҡшатып енәйәт ҡылыуҙарын һөйләгән. Шуға күрә енәйәт кадрҙарын ҡарап үҫкән баланың да көндән-көн тиҫкәреләнә һәм агрессия һыҙатының нығына барыуы бик ихтимал.

Әгәр ҙә саҡ мәктәпкә уҡырға барған бала боевиктар ҡарарға яратһа, уның төҙәтмәҫлек ныҡ агрессив булып үҫеүе ихтимал. Телевидениеның барлыҡҡа килеүе менән АҠШ-та, Канадала һәм башҡа илдәрҙә кеүек, Рәсәйҙә лә енәйәттәр ҡапыл арта башланы. Миҫал өсөн СССР кинотеатрҙары буйлап шаулап үткән «Фантомас»ты ғына алайыҡ. Шул заманда һәр ишек алдында тиерлек малайҙар Фантомасты эләкләп бер булды, ҡайһы бер үтә шуҡтары, был герой һымаҡ, уйынсыҡ урынына автомобилдәрҙе әйләндереп уйнарға маташты. Ә ҡасандыр ныҡ популяр Тарзандың каскадерҙар өсөн дә ныҡ хәүефле трюктарын ҡабатларға тырышҡан күпме бала йәрәхәтләнеп, ғәрип булып ҡалды икән?

Тәбиғәте менән агрессив булмаған баланың яратҡан геройҙарынан өлгө алыуы, уларға оҡшарға тырышыуы бер ҡасан да эҙһеҙ үтмәй, ваҡыт үтеү менән көтмәгәндә холҡонда өнәп етмәгән һыҙаттың сағылып ҡалыуы ғына түгел, тышҡа бәреп сығыуы бар. Йыш ҡына үҫмер фильм авторҙарының фантазияһын ысын тормоштан айыра белмәй. Ябай тормошта ла беҙ үҙебеҙҙе экранда кеүек тота алабыҙ, тип уйлай ул. Бөтә нәмәгә ышанып барыусан балалар ҙа бар.

СССР-ҙың халыҡ артисы, Мәскәү ҡалаһы балалар ҡурсаҡ театры етәксеһе Сергей Образцов ижади осрашыу мәлендә һәр ваҡыт тамашасыһына ғүмере буйына үҙе таянған төп ҡағиҙәне: ете йәшкә тиклемге балаларға көс ҡулланыу, ҡанһыҙлыҡ, хайуандар һәм кешеләр менән ҡаты мөғәмәлә итеү сәхнәһен күрһәтергә ярамай, тигәнде әйтеп ҡалырға тырышты. Сәхнә оҫтаһы бала күңеленең китапта уҡығанын, тормошта, сәхнәлә, экранда күргәнен губка һымаҡ һеңдерә алғанын бик яҡшы аңлаған.

Ни өсөн балалар йылдан-йыл агрессивыраҡ?

Ни тиһәң дә, һәр бер бала өлкән кешегә ҡарап өйрәнә, һөнәрен арттыра, үрнәк алырға тырыша. Олораҡ кешенең һәр ғәмәлен ҡағиҙә булараҡ ҡабул итә ул. Һүҙ-кәңәштең айышына төшөнгәнсе, ололарҙың ҡылығын ҡабатлау күпкә еңелерәк бит! Мәҫәлән, һеҙ ҙә йыш ҡына юл аша сығырға ярамаған урындан сығаһығыҙ икән, күреп тороғоҙ, ошоно көн һайын күҙәткән балағыҙ ҙа киләсәктә үҙен тап шулай тотасаҡ. Бала саҡтағы һәр нәмә йәш күңелдең аңына ныҡ итеп һеңеп ҡала һәм артабан уны төҙәтеп булмай, ти психологтар.

Геройҙарҙың яман ҡыланышын күҙәтеү баланы агрессияға ғына өйрәтеп ҡалмай, күңелен ҡатыра. Үҫмерҙең рухи нигеҙе ҡаҡшай: ярҙам итеүҙе онота, яҡынының кисерештәренә битарафлыҡ осраҡтары йышая. Тиктомалдан бер сәбәпһеҙ төрлө фобиялары барлыҡҡа килә. Экшн, триллер, детективтарҙы йыш ҡарағандар тыныслығын юғалта, үҙҙәренә һөжүм итеүҙән, төрлө эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡып йәшәй һ. б.

Ата-әсә уяулығын юғалтмай, балаһын ун ике йәшенә тиклем ытырғаныс, насар йөкмәткеле фильм-тапшырыуҙарҙан араларға тырышһын ине. Аҙаҡ сабый кеше үҫмер ҡорона инһә лә, ошо ҡағиҙәгә таянып, уның телевизор алдында ваҡыт уҙғарыуын, ниндәй контентҡа иғтибар итеүен күҙ уңында тотоу мөһим. Шуға ла иғтибар итәйек: үҙебеҙ ҙә көн һайын зәңгәр экранға оҙаҡ ҡына текәлеп ултырырға яратыусыларҙан түгелме икән? Мәҫәлән, көнөнә ике-өс сәғәт ултырабыҙ икән, тимәк, йылына 1000 сәғәтебеҙ заяға үтте тигән һүҙ. Балабыҙ менән туйғансы һөйләшеп, күңелле уйындар менән үткәргән ваҡыттың баһаһы ла, сауабы ла ҙур, шуға күрә иғтибарыбыҙҙы уларға бағышлайыҡ! Бала-сағаға телевизорһыҙ ҙа тормошобоҙ иҫ китмәле матур һәм ҡыҙыҡ икәнен күрһәтеү һабағы ла был!

Баланы әҙәпле, тәҡүәле итеп тәрбиәләгән ата-әсәнең йортонда һәр ваҡыт тыныс һәм рәхәт була, хужаларҙың йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу балҡый. Бындай ырыҫ, балалар тәүфиғы һәр беребеҙгә насип булһын, Ин шәә Аллаһ Рахмән! Тәрбиәһеҙ, холоҡһоҙ быуын үҫкән йортҡа инәһе лә килмәй, ундағы хужаларҙың борсолоулы йөҙөндә шатлыҡ осҡоно ла юҡ, телдәрендә зар, йөрәге тулы хафа-ҡайғы. Иманһыҙ быуын тәрбиәләгән кешенең теге донъяла бәхетле булыуы икеле. Быны барыһы ла белә.

Шуға күрә һәр мосолманға тәү нәүбәттә балаларын Аллаһтың ике донъя сәғәҙәтен вәғәҙә итеп, күрһәткән тура юлына баҫтырып, тайпылмайса барыуҙарын, яманлыҡҡа борған хәүефле тыҡрыҡтарҙан һаҡланып тороуҙарын хәстәрләү яҡшыраҡтыр. Түбәнһетергә, мәсхәрәгә ҡалдырырға маташҡан иблистең ҡотҡоһона бирешмәйсә, ауырлыҡтарға баш эймәй, аҡылы булған һәр кешегә изге йүнәлештә барыуҙың кәрәклеген, бөйөклөгөн аңларға һәм кесе быуынға аңлатырға кәрәк.

Һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-саләтү үә сәлләм әйткән: «Кемдең балалары Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм шул өйрәнгәне буйынса йәшәгән, уларҙың ата-әсәләренең башына Ҡиәмәт көнөндә нурҙан яһалған таж кейҙерелер, ул таждың балҡышы ҡояш кеүек, һәм уларға быға тиклем бер кем дә күргәне булмаған кейемдәр бирерҙәр. Улар: «Ни өсөн беҙгә бындай хөрмәт?» − тип һорар. Уларға: «Һеҙҙең балаларығыҙ Ҡөрьән өйрәнгән өсөн», − тип яуапларҙар". Ҡөрьән уҡыусының ата-әсәһен шулай ҙурлағас, Изге Китапты һөйөүсе кешене нисек ололарҙар икән?! Йә Аллаһ, һәр бер баланың зиһенен ас, тәүфиҡ, күркәм сабырлыҡ менән нурландыр, әхлаҡтарын камил ҡыл, бар тереклеккә сикһеҙ хөрмәт менән ҡарауҙарын насип ит! Илаһи әмин.

Әйҙәгеҙ, миҫал өсөн кескәй генә Илдарҙың мәктәптән ҡайтып, телевизорҙы тоҡандырып ебәреүе менән: «Миңә һеҙҙең «16+» фильмдарын ҡарап ултырыу кәрәкмәй, миңә Ҡөрьән дәресенә ашығырға кәрәк!» – тип әйтерен, ғәрәп теле әлифбаһын тотоп, мәҙрәсәгә ашҡыныуын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле. Йә кино урынына, беҙҙең кәңәште тыңлап, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре, әнбиәләр тормошон һүрәтләгән фәһемле йәнһүрәт менән фильмдарҙы ҡуйыуыбыҙҙы һораһа. Ошо саҡта һәр ата-әсәнең башы күккә тейер ине. Һәр беребеҙгә шундай бәхет яҙһын, йөрәгебеҙҙе ярып сыҡҡан балаларыбыҙ изге күңелле булып, ғилем балҡышында ҡанат нығытһын, башланып торған ғүмерҙәренең һәр секунды файҙалы үтеп, имандары ҡеүәтләнһен! Бирһен Аллаһ!

 

 

Светлана Әбсәләмова

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...