Йәнә бер мөмкинлек

Йәнә бер мөмкинлек

Хикмәт бабай һәм Искәндәр иҫке парк аша үтеп барғанда, ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшкән, йәмһеҙ итеп хахылдап көлгән тауыштар ишетелде. Ағастар араһынан ҡулдарына шешәләр тотҡан өс иҫерек ир килеп сыҡты. Улар тәңгәленә еткәс, алданыраҡ килгәне Хикмәт бабайға уҫал ҡарап һорау бирҙе:

– Нимә ҡарап тораһың? Һин минең ҡайғым тураһында нимә беләһең?

Ҡулы менән күкрәген төйөп, ул асырғанып ҡысҡырҙы:

– Минең йөрәгем яна!

Ҡалған икәүһе, бер-береһен терәп, аяҡтарында саҡ баҫып тора. Сәстәре туҙған, бысраҡ кейемле алдағы иргә 35-40 йәш тирәһе биреп була:

– Ике балам менән ҡатыным һәләк булды. Улар менән мин дә үлдем! Ҡаты һынай мине яҙмыш! Нимә эшләйем мин бында? Ни өсөн йәшәйем мин? Эсеүҙән башҡа тағы нимә ҡала миңә?

Хикмәт бабай өндәшмәйенсә генә уны тыңлап торҙо. Ысынлап та, был әҙәмдең йөрәге яна ине. Ул күңеленә йыуаныс бирерҙәй, ҡайғыһын баҫырҙай әмәл эҙләне, тик шешә төбөндә уны таба алманы. Хикмәт бабайға ул ярҙам һорап оран һалған кеүек тойолдо. Был иҫереккә ул асыуланманы, йәлләне генә. Динебеҙ ҙә бит гонаһты күрә алмаҫҡа, ә гонаһкәргә миһырбанлы булырға өндәй. Шуға күрә Хикмәт бабай уға дуҫтарса шулай тине:

– Улым! Мин һинән өлкән, моғайын, атайыңа йәштәшмендер. Тыңла әле әйткәнемде. Ана, ауыл артында зыярат. Унда ятҡандар кемдеңдер ата-әсәһе йәки балалары, кемдеңдер ире йәки ҡатыны. Аллаһу Тәғәлә уларға ғүмер биргән һәм китеү сәғәтен билдәләп ҡуйған. Беҙ ҙә – кемдер иртәрәк, кемдер һуңыраҡ – был фани донъянан китәсәкбеҙ, уларға ҡушыласаҡбыҙ.

Хикмәт бабай һөйләй башлағас, был әҙәм ҡапыл уңайһыҙланды. Ниндәйҙер вәсүәсәнән ҡотолғандай, үҙенә баҡты, эселеп бөтмәгән шешәһен күреп, артына йәшерҙе. Тын ғына ҡалып, был осраҡлы үткенсене тыңлай башланы:

– Хаҡтыр, улым, Раббыбыҙ Аллаһтың үҙенең ҡолдарына Мәрхәмәте һинең үҙ балаларыңа мәрхәмәтеңдән бик күп тапҡыр артыҡ. Кем белә, уларҙың был донъянан гонаһһыҙ китеүе киләсәк тормоштарында бөйөк бәхет булып әүерелеүе лә ихтимал. Беҙгә үҙебеҙ йәшәгән мәл генә билдәле. Киләсәк тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Улар ниндәй кеше булыр ине? Ниндәй кеше булып китерҙәр ине? Яҡшы булырҙар инеме, әллә яман булырҙар инеме? Шуға күрә беҙ барыһын да тулыһынса Аллаһу Тәғәләгә тапшырабыҙ, Уға инанабыҙ, Уға тәүәккәл итәбеҙ, сөнки Ул ғына киләсәгебеҙҙе белә. Уның Мәрхәмәте беҙҙең мәрхәмәттән бик күпкә артыҡ, шуға күрә ҡайғырма!

Әҙәм ҡулының һырты менән күҙенән субырлап аҡҡан йәштәрен һөртөп алды. Яңы ғына бар донъяға үпкәләгән, бөтә кешеләрҙе башына төшкән бәләләрҙә ғәйепләгән был кеше буранда ояһын юғалтҡан һәм Хикмәт бабайҙың күңел йылыһына ышыҡланырға тырышҡан ҡошсоҡҡа оҡшап ҡалды.

– Раббыбыҙ Аллаһ Изге Ҡөрьән аша иҫерткән, аҡылды томалаған барса нәмәне харам ҡылған. Әммә ләкин кеше һаман хәмергә ынтыла. Хәмер, бөтә организм өсөн мөһим булған күҙәнәктәрҙе ағыулап, әҙәм мейеһенә ҡурҡыныс һөжүм яһай. Был иһә уға бәйле барса ағзаларға – йөрәккә, бауырға, бөйөргә, ашҡаҙан аҫты биҙенә зыян килтерә. Хәмер күҙәнәктәрҙең генетик кодын боҙа, түлһеҙлеккә йәки кәмселекле, аҡылы камил булмаған балалар тыуыуға сәбәпсе була. Организмда хәмер емергес эшен башлай. Ҡанға килеп ингәс, ул туҡымаларға кислород ташыған, уларҙан углекислый газды алған эритроциттарға кире йоғонто яһай. Ғәҙәти хәлдә эритроциттарға бер төрлө заряд хас, шуға күрә улар бер-береһенән этәреләләр. Спирт эритроциттарҙың зарядын нейтралләштерә һәм тегеләр, ҙурыраҡ шарҙар барлыҡҡа килтереп, бер-береһенә йәбешә башлай. Күберәк эскән һайын, шарҙар ҙа ҙурая. Улар инде мейенең нескә капиллярҙары аша үтә алмай, ә бөкө кеүек уларҙы ҡаплап ҡуя. Нервы күҙәнәктәренең ҡайһы бер төркөмдәре ҡан менән тәьмин ителмәй, шулай итеп баш мейеһенең ҡайһы бер өлөштәрендә үҙенә күрә зыяраттар барлыҡҡа килә. 100 грамм араҡынан һәләк булған мейе күҙәнәктәрен тергеҙеүгә уңайлы шарттарҙа ла 2-3 йыл китеүе ихтимал. Иртә менән баштың сатнап ауыртыуы баш мейеһенән үлгән күҙәнәктәрҙең сығарылыуына бәйле. Алкоголиктың мейеһе көйә ашаған кейеҙгә оҡшап ҡала. «Ләззәт» өсөн үҙенең камил мейеһен, шәхесен емергән кеше бына шундай хаҡ түләй. Аллаһ бойора:

«Әй, мосолмандар! Хәмер эсеү, аҙғын уйындар уйнау, һындарға баш эйеү, фал астырыу, ырымланған уҡтар менән шыбаға һалыу – шайтан ғәмәлдәрелер, шаҡшылыҡтыр, уларҙан йыраҡ тороғоҙ, бәлки, бәхеткә ирешерһегеҙ. Иҫерткес һәм аҙғын уйындар менән шайтан арағыҙҙа дошманлыҡ сәсә; Аллаһты иҫкә төшөрөүҙән һәм намаҙҙан биҙҙерергә теләй. Һеҙ был эштәрҙән ваз кисә алырһығыҙмы икән?» («Әл-Мәидә (Табын)» сүрәһе, 5/90-91).

Наркотиктарҙың, аҡылды ала торған ағыулы матдәләрҙең зыяны һис тә кәм түгел. Был золомға йәбешкән кеше наркотиктарҙың, бер стакан араҡының психологик һәм физик ҡолона әүерелә. Сиргә алып барып еткергән ул ҡоллоҡтан ҡайһы берәүҙәр һуңғы һулышына ҡәҙәр ҡотола алмай. Бөйөк тәғәйенләнешен онотҡан, хатта ки уйлау һәләтен юғалтҡан, бахыр булып йәшәгән кешенең кеше тип аталырға хаҡы бармы икән? Ә бит кешене Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә иң гүзәл һүрәттә ерҙә хәлиф итеп яратҡан һәм хәҡиҡәтте таныһын өсөн тура юлды күрһәткән:

«Һине юҡтан бар иткән Раббы-ның исеме менән уҡый башла. Аллаһ инсанды бер ғәләктән (күҙәнәктән, яралғынан) хасил итте. Уҡы! Раббың һинең сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе» («Әл-Ғәләк (Яралғы тамсыһы)» сүрәһе, 96/1-3).

Ҡәҙерлеләрем минең, һау, имен аҡыллы булығыҙ! Аллаһтың бөйөк бүләгенән үҙегеҙ ҙә, башҡалар ҙа файҙа күрерлек итеп йәшәгеҙ, изге ғәмәлдәрегеҙҙе арттырыуға файҙаланығыҙ уны!

Ирҙең елкәһенә ҡулын һалып, Хикмәт бабай былай тине:

– Яман ғәҙәтеңде ташлап, тормошоңдо төҙәтергә насип итһен Аллаһ. Ниндәй генә ваҡиғалар булмаһын, бер көн килеп бөтәбеҙ ҙә был донъянан китәбеҙ һәм әхирәттә осрашабыҙ. Ул саҡта һин балаларың менән осрашырһың һәм улар менән Йәннәткә инерһең.

Ир ошондай хәлгә ҡалыуына ояла ине. Иҫерек ике дуҫы ҡосаҡлашҡан килеш айҡала-сайҡала нимәлер көйләп китеп барғас, ул, башын эйеп, әйтте:

– Мин һеҙҙе рәнйеттем, ғәфү итегеҙ мине!

– Бошонма, улым! Һин ҡоҙоҡҡа төшөп киткән кешене күрһәң, ни эшләр инең?

– Арҡан ташлап тартып сығарырға тырышыр инем.

– Мин дә бына һиңә арҡан ташларға тырышам. Һине яман уйҙарҙан, йөрәк әрнеүеңдән, һағыштарҙан аралағым килә.

Ир түгелеп илай, хатта инде бите буйлап аҡҡан күҙ йәшен һөртөргә лә тырышмай ине.

– Раббыбыҙ Аллаһ балаларыңа һәм ҡатыныңа мәрхәмәтле булһын инде, уларҙың ятҡан ҡәберен Йәннәт баҡсаларынан бер баҡса итһен. Һәм һәммәбеҙгә лә Ул риза булырлыҡ итеп йәшәргә, ваҡыт еткәс, иман менән донъя ҡуйырға насип итһен.

Ир шунда, ҡулындағы эселеп бөтмәгән шешәһенә ҡарап, эргәлә торған сүп һауытына ташланы.

Уның йонсоу йөҙөндә өмөт сатҡыһы балҡып китте. Хикмәт бабай уға былай тине:

– Һин, атай булараҡ, балаларыңды яратаһың һәм йәлләйһең. Уларҙың кескәй генә көйө үлеүе һиңә фажиғә. Әммә кешене, бөтә мәхлүктәрҙе бар ҡылған һәм уларға бер-береһенә ҡарата миһырбанлыҡ, мәрхәмәт бүләк иткән Раббыңды иҫкә төшөр. Бөтә йән эйәләренең бер-береһенә ҡарата мәрхәмәте – Уның был донъяға төшөргән рәхмәтенең йөҙҙән бер өлөшө генә.

Аллаһ Ихтыяры менән балаларың гонаһһыҙ көйө әхирәткә күскән, Ихтыяр итһә, Йәннәткә лә индерер. Уларҙың киләсәге ниндәй булырын беҙ бит белмәйбеҙ. Бәлки, ҙурайғас, улар яңылыш юл менән китер ине. Бер аятта әйтелә:

«…Шулай ҙа була: һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнәһегеҙ, ә ул һеҙҙең өсөн файҙалы; ҡайһы саҡ һеҙ үҙегеҙгә зарарлы булған нәмәләрҙе лә яратаһығыҙ. Быларҙың барыһын да Аллаһ белә, һеҙ белмәйһегеҙ!» («Әл-Бәҡара (Һыйыр)» сүрәһе, 2/216). Шуға күрә, беҙҙең менән нимә генә булһа ла, Аллаһтың Ихтыярына, Рәхмәтенә өмөтләнергә тейешбеҙ.

Фәруҡ Кангер, “Ҡөрьән серҙәре донъяһына сәйәхәт” китабынан

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...