Нәфсе ҡоло булмайыҡ

Нәфсе ҡоло булмайыҡ

Кеше нәфсеһенең биш төрлө дәрәжәһе була. Ошо турала Әхмәт Хажи Абдулаевтың “Изгеләр әҙәбе” китабында шулай тип әйтелә: “Нәфсе – ул яман сир. Уға яуызлыҡ, яҡшылыҡтың баһаһын төшөрөп, уны яман итеп күрһәтеү хас”. Көслө теләк, дәрт, тормоштағы насар хәлдәргә тиҙ генә яраҡлашып, туҡтауһыҙ гонаһ ҡылыу – уның төп билдәләре. Ошо темаға бәйле бер хәл тураһында һөйләмәксемен.

 

Бүлмә эсе геү килә. Барыһының да йөҙҙәре яҡты. Сырайҙары шат. Ҡыуанырлыҡ та шул, сөнки бөгөн Испартак ҡыҙы Нәргиз ошо йортта көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Уның килеүе тураһында хәбәр йәшен тиҙлегендәй ауыл буйлап таралыуға, әхирәттәре, кәңәш һораусылар был йорт яғына ағыла. Алсаҡ, мөләйем йөҙлө ханым ихлас сәләмләп, барыһын да асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Уларҙы борсоған һорауҙарына яуап бирергә тырыша. Бына әле лә изге йән эйәһе иң яҡын тип һанаған әхирәттәренә инселәп алған бүләктәрен таратып мәж килеүе.

Беҙҙең яҡта, бүләк биргәндең битенә ҡарамайҙар, тигән лаҡап бар. Хаҡы күпме, ҡасан, ҡайҙан һәм нисек тигән һорауҙар менән йөҙәтмәйҙәр. Сөнки бында осрашҡандарҙың күптәре дин юлында. “Бәҡара” сүрәһендә иҫкә алынған һыйырҙы салыуға бәйле һорауҙарҙы Муса пәйғәмбәргә яуҙырған кеүек, ҡунаҡты улай йонсоторға тырышмайҙар. Ләкин һәр кемдең күңеленә оялаған, үҙенең генә һүҙен һүҙ итергә тырышҡан әлеге нәфсе-дошман араға килеп ҡыҫылырға ғына тора. Уның маҡсаты – үҙенең теләктәрен бойомға ашырыуға ирек ҡуйыу. Мәле лә сыҡты. Имсе йылмайып, янындағы ҡатынға, быныһы һиңә, тип ап-аҡ халатты һоноуы булды, тегеһе, шуны ғына көтөп торғандай, миңә анауы оҡшай, шуны бирегеҙ, тип үҙ һүҙен бирмәне. Ханым да бер мәлгә албырғап ҡалды. Был гонаһ ҡылырға этәрә түгелме? Ниҙер аңғартырға маташып, шелтәләүсе нәфсеһе лә уны ҡеүәтләне. Бүләк биреүсенең зиһенен, ахырҙа, яңылыштым шикелле тигән үкенес тойғоһо биләп алды. Ләкин эш уҙғайны. Әстәғәфирулла тәүбә, тип үҙен ҡулға алды.

Икенсе әхирәтенә лә сираты етте. Бына ул халатты кейҙе. Көҙгө алдында улай былай әйләнгеләне. Ниндәй һоҡланғыс! Аллаһу Тәғәләгә мең шөкөр, беҙҙе ҙурланығыҙ.Үҙегеҙҙе лә шулай ҙурлаһындар, тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишеткәс, бүләк эйәһенең йөҙөнә лә нур йүгерҙе. Сирень төҫөндәге булманымы, тип хәбәр һалыуын-һалһа ла, тиҙ генә хатаһын төҙәтергә ашыҡты: барлыҡ төҫтәр ҙә күңелемә яҡын. Уның һуңғы һүҙҙәренең матдиләшеүе йәйғор төҫөндәге ҡорама рәүешендә күҙ алдына килде. Һәм тиҙҙән был хыялы бойомға ла ашты. Өсөнсө танышы һүҙһеҙ генә Нәргиз янына килде. Рәхмәт әйтеп, күгелйем төҫөндәге кейемде алды. Ҡәнәғәт төҫ менән йылмайып, рәхмәтле күҙҙәре менән ҡунаҡҡа баҡты. Был икәү һүҙһеҙ генә аңлашты. Аллаһу Тәғәлә риза булған нәфсе кимәленә еткәндәр генә шулай: береһе риза, икенсеһе ҡәнәғәт ҡалды.

Кешенең нәфсеһен ҡайғыртып, Аллаһу Тәғәлә ергә Шәриғәт ҡанундарын ебәрә. Изге китаптар, Пәйғәмбәрҙәр ебәреүҙең маҡсаты ла уның нәфсеһен камиллаштырыуға бәйле.

 Шулай итеп, әҙәм балаһы уның менән ғүмере буйы тартҡылаша. Һөҙөмтәлә, ҡайһы берәүҙәр тәүбә итеп, хаҡ юлға ҡайтһа, нәфсеһен ауыҙлыҡлай ала. Ололар һүҙенә ҡолаҡ һалмаған бәғзеләр уның ҡолона әүерелә. Шулай булғас, нәфсе ҡоло булмайыҡ!

 

Зөбәйҙә Ҡәләмова, Учалы районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...