Көслө ҡорал

Көслө ҡорал

Көслө ҡорал

"Уй, Аллаҡайым, ни эшләргә икән миңә хәҙер, ҡайҙа йәшенергә? Кәрәгемде генә бирер инде хәҙер, ҡайыш менән ярам, үлтерәм, тип тә янаны бит ул миңә!" – тигән берҙән-бер уй ғына бырауланы ул көндө мейемде.

 

Ун йыл буйына әсәйемдең ғорурлығы – уның ҡәҙерләп, эркет йә ҡатыҡ һыуына сылатып үҫтергән сәсемде бөгөн мин үҙ ҡулдарым менән ҡырҡып, ҡайсының бер һелтәүе менән ғәзиз кешемдең бөтә тырышлығын елгә осорҙом. Нисек баҙнат иттең, дыуамал, һантый ҡыҙыҡай, тип битәрләрме икән инде? Нисәмә йыл инде киҫтерергә уҡталып ҡуйһам, үҙенең ризалығын бирмәй килде. Башҡа ваҡытта уның аппағы, матуры, йомшаҡҡайы булһам, сәсте ҡырҡтырып ташлау тураһында һүҙ сыҡһа, гел береһенән-береһе ҡатыраҡ язалар менән янаны ғәзиз кешем. Хәҙер был сюрпризға шаһит булһа, йоҙроҡтарын төйнәп ташланмаҫ тимә! 15 йәштә туҡмалһам, эх, ниндәй ғәрлек!

Рөхсәтһеҙ сәс ҡырҡып, башбаштаҡланыуымдың сәбәбе лә ул саҡта минең өсөн етди ине. Көҙгө каникулдың башында мунсаға барып, көтөлмәгән хәлгә тарыным. Юҡ, башым әйләнмәне, иҫемде лә юғалтманым. Әлеге-баяғы тиҫтә йыл буйына ҡулланылған ҡатыҡ проблема тыуҙырҙы. Уны өйгә ҡайтҡас ҡына аңланым. Сәсемдәге ҡатыҡты сайып төшөрөү өсөн саманан тыш йылы һыу ҡулланғанмын да, туҡлыҡлы эсемлектең бөтә ағы йәбешеп, әсәйем әйтмешләй, берҙән-бер матурлығым күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы – толомомдоң һәр бөртөгөнә йәбешкән эркетте бер нимә менән дә һыҙырып, сайып бөтөрөрлөк түгел ине. Тарап сығарыу туаһында һүҙ ҙә юҡ.

Көҙгө алдында ике көн этләнә торғас, өсөнсөһөнә каникулымдың заяға үтеүенә сыҙай алмай, проблеманы үтмәҫ ҡайсы менән хәл иттем. Теҙемә саҡлы төшөп торған ҡалын толомдарымды ҡырҡҡансы апаруҡ ваҡыт үтте.

Өркәк ҡуяндай тирә-яғыма алан-йолан ҡарана торғас, күҙемә әсәйемдең ҡыҙыл яулығы салынып ҡалды, тиҙерәк шуны ябындым. Ҡулдарым ҡалтырай, йөрәгем ситлеккә эләккән ҡош кеүек талпынып-талпына, күкрәгемдән сығып китер һымаҡ тибә. Был язанан анһат ҡына ҡотолормон тимә! Әсәйем, һис шикһеҙ, ярһыр, енләнер инде.

Шулай сағыу төҫлө яулыҡта өс тәүлек йөрөнөм. Ауыл ерендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшкә әүрәгән әсәйем тәүҙә быға артыҡ издиһат бирмәне. Әммә бер нисә көндән ялпылдығын сыҡҡан ҡыҙыл төҫ һиҫкәндерҙеме уны, әллә ҡыҙының сәйер ҡылығы аптыраттымы, уныһын белмәйем, ишек алдында йөрөгәнемдә, яныма килеп, мине тәүгә күргән кешеләй булып өндәште:

– Ҡыҙым, бөгөн мунса яҡтым, иртәгә мәктәпкә. Сәсеңде тарай алдыңмы шул?

Ыҡ-мыҡ килеп, яуап урынына нимәлер мыңғырҙап, оялышымдан бит алмаларым ҡыҙарып, йөрәгеп ярһып алып тибеп китте лә, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, үҙемдең йәшенер урыныма – мунса артына сығып тайҙым. Көтөлмәгән хәбәрҙе нисек әйтергә, күңелен нисек йомшартырға һуң? Ошо ҡатығың шул көнгә төшөрҙө лә инде мине, тип аңлатып ҡарарғамы икән, тип, ул саҡтағы сәбәләнеүем һаман иҫемдә.

Шул мәлдә ҡапыл әсәйемдең бер доғаһы иҫемә төштө. "Попуткала барғанда бер ҡатын өйрәтте, шуны әйтһәң, бер кем дә һиңә ябырылып, яуызлыҡ ҡыла алмай, тине. Әйҙә, ҡыҙым, ҡабатла артымдан, кәрәге тейер", –тип ятлатҡайны бер заман.

Мунса артында был доғаны бик оҙаҡ ҡабатланым. Һәм, ҡасып-боҫоп йөрөүҙән арыған йәнкәйем, ҡыйыулығын туплап, ниһайәт, асылырға йөрьәт итте. Ҡәҙерле кешем өсөн был шаҡ ҡатырғыс яңылыҡ булды. Үҙ күҙҙәре менән күрмәйсә, хәбәреңә ышанмайым, тигәндәй, әсәйем башымдан яулығымды һыпырып алды. Ҡот осҡос прическамды күреү менән бер ҡыҙарҙы, бер бүртенде. Әммә ауыҙынан бер өн дә сығара алманы.

Доғаның илаһи көсөнә тәү тапҡыр шаһит булыуым шул көндө булғандыр. Юныс ғәләйһис-сәләмдең доғаһына өйрәткәйне мине әсәйем. "Ләә иләәһә иллә әнтә сөбхәнәкә инни күнтүм-минәҙ-ҙаалимиин" (Һинән башҡа Илаһ юҡ. Һин һәр кәмселектән паҡһың. Һис шикһеҙ, мин үҙемә золом иттем, залимдарҙан булдым («Әнбиә» сүрәһе, 87-се аят).

Аллаһтың Һүҙенең көсөнә күп тапҡыр инандым. Йыраҡ райондан сәфәрҙән ҡайтышлай, кеҫәмдәге һәм телефондағы аҡсам бөтөп, төнгө ун икелә туҡталышта торғанымда ла, ошо доғаны ҡабатланым. Автобустар йөрөүҙән туҡтаған, урамда бер кеше лә юҡ, машиналар ҙа күренмәй, таксиҙы ла саҡыра алмайым. Ә минең күңелем тып-тыныс, телемдә Юныс пәйғәмбәрҙең  доғаһы ғына. Күп тә үтмәне, еңел машина килеп туҡтаны. Водителдең тап мин йәшәгән ауылға күрше урамға ҡайтыуын белгәс, ауыҙым ҡолағымаса йырылды, Йә Аллаһым, оло рәхмәттәр Үҙеңә, һин бер ҡолоңдо ла яуапһыҙ ҡалдырмайһың, тип шөкөр итеп, әҙәпле ауылдашымдың машинаһына ултырҙым. Доғалы булмыш бир, Үҙеңдән йырағайтма, Раббым! Һиңә генә ялбарып йәшәт, телебеҙҙе әҙәпле һүҙҙәр, доғалар менән байыт! Әмин!

 

Светлана Ғәлиуллина

 

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...