Тишек нәскиҙән яралған уйҙар

Тишек нәскиҙән яралған уйҙар

Былтыр йыл аҙағында үткәрелгән презентация кисәһе алдынан редакциябыҙ менән бергә йыйылып алдыҡ. Һәр ваҡыттағыса осрашыуыбыҙҙы Ҡөрьән аяттары менән башлап ебәрҙек. Етәксебеҙ һәр беребеҙгә эш ҡушты. Кисәлә кем нимәгә яуап-лы икәнлеген төшөнгәс, тын да алмай Мөхәммәт хажиҙың нәсихәтен тыңланыҡ, йәш ғалимдың вәғәзе бик тә урынлы булды. Йыйылыштың башынан аҙағынаса мин алғы рәттә диктофонымды бер ҡабыҙып, бер һүндереп ултырҙым. Аҙаҡ инде, яҡынайып килгән сара уңышлы үтһен, тип доғалар ҡылып, мосолмандар өсөн именлек-бәрәкәт һорап, теләктәр әйтеп, күтәренке кәйеф менән йорттарыбыҙға таралыштыҡ.

 

Ҡайтыу менән кәйефем төштө... Өйҙә һыңар нәскийемдең тишек икәнен аңғарып ҡалдым. «Ҡатын башың менән һәпрә булмаһаң инде, эшем эйәһе булып, алғы рәткә барып ултырған була бит әле», – тип, иғтибарһыҙлығым өсөн көйөп-янып, әрләнем үҙемде.

Шул мәлдә ҡапыл донъяла иң ҙур банҡтың хужаһы менән булған бер ваҡиға иҫемә төштө. Ул осорҙа мәсеткә тишек нәскиҙәре менән ингән был бахыр ағайҙы кемдәр генә сәйнәмәне Интернет киңлектәрендә! Был яңылыҡ, тип әйтәйемме икән, әллә хәбәрме «мейестән сыҡҡан эҫе бөйөрөк» кеүек порталдан-порталға, сарлаған телдән-телгә таралып китте. Тәжрибәмдән сығып әйтәм, был осраҡта кешенән көлөргә, төймәнән дөйә яһарға бер сәбәп тә юҡ ине, сөнки эшенә мөкиббән һәр кемдең шундай хәлгә тарыуы бар. Шәхсән үҙемә шул саҡта: «Был ағайға сепрәк-сапраҡ та, тышҡы ҡиәфәте лә мөһим түгел икән, тәү урында уның өсөн – яратҡан эше», – тигән уй килде.

Интернетта халыҡ ваҡ-төйәк нәмәне еңел генә үткәреп ебәрмәй, оло ағайҙы һаран, һәр тинен һанаған һыҡмыр олигарх, тип, бихисап уҫал комментарийҙар яҙҙы.

Уйлап ҡараһаң, был күренеш бөгөнгө йәмғиәтебеҙгә, һәр беребеҙгә тиерлек хас ҡылыҡ: нимәнелер күреп, ишетеп ҡалыу менән, был хәлдең айышына төшөнмәйсә, шунда уҡ һығымта яһау, «мөһөр һуғыу», ҡушамат тағып үсекләү, улай ғынамы, иң ҡурҡынысы – үҙ «сценарийыбыҙҙы» кешегә таратыу. Ул «сюжет»та ни генә юҡ – яҙыусыларҙы ғәжәпләндерерлек фантазия ла... Аллаһу Тәғәләнең асыуын килтергән ялғанлыҡ, насар фараздар!

Кеше «сәйнәп», яҡының менән дә, сит-яттар менән дә туҡтауһыҙ булышып, үҙ асылыбыҙға, иманыбыҙға зыян итмәйбеҙме икән?

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ беҙҙе былай тип киҫәтте: «Яман уй-фараздан, шик-шөбһәнән һаҡлан, сөнки улар – иң ялған һүҙҙәр! Һәм бер-берегеҙ артынан шымсылыҡ ҡылмағыҙ, бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, асыуланмағыҙ, дошман булмағыҙ, эй кешеләр, бер-берегеҙҙе яҡын күрегеҙ!»

Яман уйҙарҙан арынып буламы икән? Түбәндәге кәңәштәр, һис шикһеҙ, беҙгә ярҙам итер (islam.ru сайтынан алынды).

  1. Доға ҡылыу.

Бөтә изгелектең асҡысы ул – доға. Аллаһҡа ошо насар уйҙарҙан ҡотолор өсөн доға менән ялбарыр кәрәк. Хатта гонаһтан паҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙә Раббыһынан саф йөрәк бүләк итеүен һораған.

  1. Үҙеңде икенсе кешенең урынына ҡуя белеү.

Үҙен башҡалар урынына ҡуйып, уларҙың ҡылығын һәм әйткәнен баһалай белгән кеше, һис шикһеҙ, барыһы хаҡында тик яҡшы фекерҙә.

  1. Һүҙҙәргә яҡшы мәғәнә биреү һәләте.

Тәҡүәле сәхәбәләр ҙә беҙгә матур өлгө. Ғүмәр ибне Хаттаб былай тигән: «Имандашыңдың әйткәнен яман итеп ҡабул итмә, унда яҡшыһын күрә бел».

  1. Кешене аҡларға тырышыу.

Һеҙҙе йәберләгән йә рәнйеткән кешене аңларға һәм аҡларға тырышығыҙ. Шулай уҡ тәҡүәле мосолмандарыбыҙ был осраҡта уҫаллыҡҡа ниндәй яуап ҡайтарыр ине икән, тип күҙ алдына баҫтырып ҡарағыҙ. Сәхәбәләр бит гелән башҡалар тураһында яҡшы фекерҙә булған, һәр береһен аҡларға, яҡларға тырышҡан. Билдәле хәҙистә лә: «Диндәшегеҙҙе аҡлар өсөн 70 сәбәп табығыҙ», – тип әйтелә бит.

  1. Фараздарға таянып ҡарар сығармаҫҡа.

Был − кешеләр тураһындағы фекерҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн иң шәп ысул. Йәшерен (батын) ғилемде, кешенең йөрәгендәгеһен Аллаһ ҡына белә, һәм Ул беҙҙе насар уйҙарҙан ситләшергә, һаҡланырға ҡуша.

  1. Насар фараздарҙың нимәгә килтереүен иҫтә тотоу.

Башҡалар тураһында насар уйлаған кеше тыныс йәшәй алмай, һәр саҡ көсөргәнештә була. Һәр кемдең дә белеп һәм белмәйсә ҡылған хатаһы бар. Иң ҡурҡынысы – үҙеңде башҡаларҙан юғары һәм гонаһһыҙ тип һанау, сөнки динебеҙҙә тәкәбберлек ҙур гонаһҡа инә.

Әммә был мәҡәләлә килтерелгән хәҙистәр диҡҡәтһеҙ булыуымды бер нисек тә аҡлай алмай. Күҙҙәрем күрә, ҡолағым ишетә, аяғым йөрөй, өҫ-башымды ҡарарлыҡ хәлдәмен, әлхәмдүлилләһ! Төҫ-башты, холоҡ-фиғелебеҙҙе ҡайғыртмаһаҡ, ҡарамаһаҡ, беҙҙең менән аралашҡан, беҙҙе «лупа» аша күҙәткән башҡа халыҡтарҙың динебеҙ тураһында кире фекерҙә булып ҡалыуы бар. Тышҡы һәм эске торошобоҙ өлгөлө, әйткәнебеҙ яғымлы, мөғәмәләбеҙ йомшаҡ булғанда ғына хөрмәт арта беҙгә, динебеҙгә лә ҡыҙыҡһыныу уяна!

Баяғы йыйылышта артыма теҙелеп ултырған ҡыҙҙарҙың, хеҙмәттәштәремдең кешене тишә яҙып, энәһенән ебенә саҡлы тикшереп йөрөмәгәндәрен яҡшы беләм. Әммә, ҡайҙа йөрөһәк тә, теләһә нисек кенә һөйләшеп, арлы-бирле генә эшләп, яман кейенеп түгел, ер йөҙөндә иң гүзәл холоҡ эйәһе – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өммәтенән икәнебеҙҙе онотмай, артабан да үҙ өҫтөбөҙҙә эшләргә тырышһаҡ ине!

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...