Үҙеңде онотма!

Үҙеңде онотма!

Үҙеңде онотма!

Бала саҡтағы һымаҡ башты мендәргә терәү менән мышнап ҡына йоҡлап китһәң икән ул. Юҡ шул, ни тиклем йоҡоң килеп, арып-талып тигәндәй, килеп ятаһың. Инде тәмле йоҡоға сумам, тип, күҙҙәреңде йомоп, бер аҙ ятыуға әллә ҡайҙан, уйламаған-нитмәгән ерҙән, әкрен генә шылышып, ниндәйҙер бер уй башҡа килеп инә. Сыҡмай ҙа ҡуя бит. Ҡыуып та ҡарайһың − юҡ, китмәй, етмәһә, уға ялғанып, икенсеһе, өсөнсөһө килеп тула. Уларҙан ҡотолорға маташҡан арала йоҡо тигән нәмә сығып та оса. Шунан ятаһың инде йоҡоңдоң килерен көтөп. Уйланмаған уй ҡалмай, әрләшмәгән кеше ҡалмай, барыһын да тикшереп сығаһың. Бер мәл сират үҙемә етте. Бәй, үҙемде күҙ алдына килтерәйем, тиһәм, булмай бит малай. Йөҙөмдө онотҡанмын... Иҫкә төшмәй ҙә ҡуя. Бөгөн көҙгөгә лә ҡарағайным буғай. Көҙгөләге сағылышты иҫләргә тырышам. Килеп сыҡмай. Ә бына башҡаларҙың йөҙө − кемде генә уйлаһам да − күҙ алдымда. Бына ирем − битендәге һәр бер һырын һанап бирә алам. Улым тора ҡарап. Бына уның шатлыҡлы йөҙө, бына һағышлы мәле. Бына ҡыҙым, кейәүем, ейәнсәрем, туғандарым... Бөтәһенең дә йөҙөн ап-асыҡ итеп күрәм. Бына әхирәттәрем, күршеләрем, хатта бала саҡта бергә уйнап үҫкән дуҫтарым, класташтарым... Ә мин юҡ.

Уйлай торғас, башҡа барып етте: Һуң мин бит уларҙы көн дә күрәм, йәки күргәнмен. Үҙемде иһә мин бөтөнләй күрмәйем. Ара-тирә көҙгөгә ҡарап алғанда ғына. Эйе, кешегә күҙ башҡаларҙы күрер өсөн бирелгән. Шуға күрә ул гел бүтәндәрҙе тикшерә, етешһеҙлектәрен күрә, тәнҡитләй, маҡтай. Ә үҙен күрмәй, күрмәгәс, үҙе тураһында белмәй. “Кеше күҙендәге сүпте күрә, үҙендәге бүрәнәне күрмәй”, − тип халыҡ та юҡҡа әйтмәгән бит. Минең өләсәйем: “Әҙәм балаһы үҙен ситтән ҡарап торһа, аҡылдан яҙыр ине, ти. Аллаһу Тәғәлә шулай эшләгән инде − бәндә үҙен әхирәткә барғас ҡына күрә (ерҙә ни ҡыланғанын)”, − ти торғайны. Минеңсә, кеше, күрмәй генә түгел, ғөмүмән, үҙен белмәй. Әҙәм балаһы өсөн иң таныш түгел кеше – ул үҙе. Шуға күрә һәр кемгә үҙен телевизор йә видеонан ҡарауы ҡыҙыҡ. Ә бына, мәңгелек донъяға күскәс, ул ысынлап үҙен (ерҙәге тормошон) ситтән күрә икән, сөнки бар ғәмәлдәребеҙ яҙыла бара. Һәм ул үҙенең ғәйебен, гонаһтарын тулыһынса таный, бер нисек тә бәхәсләшә алмай, бөтәһе менән дә килешә икән. Ҡыҙғаныс, ошо донъяла уҡ күрһәтһендәр ине ул. Хәйер, кәрәкмәй – йә, өләсәйем әйткәндәр хаҡ булып, кешеләр аҡылдан яҙа башлар...

Былай ҙа бар донъя аҡылын юйғандай... Ләкин ҡайғырмай торайыҡ. Аллаһу Тәғәлә әҙәм балаһына күренмәй торған күҙҙәр ҙә биргән бит әле: аҡыл күҙе, күңел (ҡәлеп) күҙе. Тик беҙ уларҙы файҙаланырға ғына онотабыҙ йыш ҡына. Ә бит улар маңлай күҙенән күпкә көслөрәк. Аҡыл һәм ҡәлеб күҙе менән һин үҙеңде туҡтауһыҙ күҙәтә, контролдә тота алаһың: телеңде ғәйбәттән тыя, хис-теләктәреңде, йәғни нәфсеңде йүгәнләй, уйҙарыңды, хатта атлап йөрөшөңдө үҙгәртә алаһың. Бөтәһе лә ябай, ләкин бының өсөн ихтыяр көсө кәрәк. Суфыйҙар (ысын суфыйҙар) тәүлегенә 24 сәғәт үҙҙәрен күҙәтеү аҫтында тота ала икән. Улар шул юл менән ҡәлептәренең таҙалығын һаҡлай, унда Аллаһтан башҡа бер ниҙе лә индермәй. Уларҙың ҡәлебе (йөрәге, күңеле) асыҡ һәм ул Аллаһ менән тоташҡан. Ул һәр саҡ, Аллаһ, тип тибә. Ул кимәлгә ирешкәндәр һирәктер арабыҙҙа. Әммә Аллаһу Тәғәлә аҡыл һәм ихтыяр көсөн барыбыҙға ла биргән икән, ниңә унан файҙаланмаҫҡа?

Ниңә әле кеше тикшереп, эсебеҙгә гонаһ йыйырға, юҡ-бар уйҙар менән ҡәлепте бысратырға? Әлбиттә, үҙеңде гел генә күҙәтеп, контролдә тотоу еңел түгел. Тәүге мәлдәрҙә көҙгө лә ярҙам итә ала. Әйтәйек, һинең кемгәлер асыуың килеп, ҡысҡырыр, насар һүҙҙәр әйтер хәлгә барып еттең, ти. Шул ваҡытта, үҙеңде ҡулға ала алмаһаң, йүгереп барып көҙгөгә ҡара. Үҙеңдең бүртенгән йөҙөң, аларған күҙеңде күреп, асыуыңды оноторһоң. Оят булып китер. Кемдең иблискә оҡшағыһы килһен инде. Тынысланғас, ярай әле ауыр һүҙ әйтеп, кешене рәнйетмәгәнмен, тип ҡыуанаһың. Ә инде, был темаға етдирәк ҡарайыҡ, тиһәк, уҡымышлы дин әһелдәренең һүҙҙәренә иғтибар итәйек: “Бер кешене рәнйетеү (йөрәген яралау) 70 тапҡыр Ҡәғбәне емереүҙән насарыраҡ! Сөнки кешенең йөрәген Аллаһу Тәғәлә яһаған, ә Ҡәғбә кеше ҡулы менән (Ибраһим ғәләйһиссәләм тарафынан) төҙөлгән” (Йә Хоҙай! Ә беҙ (мин!) үҙ ғүмеребеҙҙә ошо иң изге урынды нисәмә мең тапҡыр емерҙек икән..?).

Халҡыбыҙҙа әйтем дә бар бит: “Кеше күңеле быяла − һаҡһыҙ ҡағылһаң, ыуала”) Шулай уҡ әйтелә: тәүбәгә килгән бәндәһен Аллаһ ғәфү итә, әммә кемделер рәнйетеп, унан ғәфү үтенмәй тороп, Раббы һине ярлыҡамай... Шәйех Әхмәтхажи Абдулаев үҙенең “Изгеләр әҙәбе” китабында яҙған: “...Аллаһу Тәғәлә Үҙе өсөн асыуланмай, һәм кеше лә үҙе өсөн асыуланырға, үс алырға тейеш түгел. Әгәр Ғаләмдәр Раббыһы үҙе өсөн асыуланһа, күҙ асып йомған арала бар донъяны юҡ итер ине”. Мөшриктәр менән барған бер һуғышта Ғәли ибне Әбү Талип дошман яугирен бәреп йыға һәм, үлтермәксе булып, ҡылысын күтәрә, шул саҡ һалдат Ғәлиҙең битенә төкөрә. Ғәли ҡапыл күтәргән ҡылысын кире төшөрә. Уның был ҡыланышына аптырап ҡалған яугир: “Ғәли, ни өсөн ҡылысыңды кире төшөрҙөң, ниңә мине үлтермәнең?” − тип һорай. “Һин минең йөҙөмә төкөрөп, мине түбәнһетергә, мыҫҡыл итергә, шуның менән мине ярһытырға теләнең. Әгәр ошо ваҡытта мин нәфрәтемде баҫа алмайынса, уға буйһонған булһам, мин һине үҙемдең асыуымды, нәфсемде ҡандырыр өсөн үлтергән булыр инем. Ә был мосолманға хас ҡылыҡ түгел.

Мин − үҙем менән ғорурланыр өсөн түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн Уның юлында көрәшеүсе” − тип яуаплаған Ғәли t. Ошондай юғары тәҡүәлеләрҙең әҙәбен өйрәнеү иһә беҙгә үҙ-үҙебеҙҙе күҙәтеп, контролдә тоторға айырыуса ярҙам итә. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙеңде күҙәтеү башҡаларҙы күҙәтеүгә ҡарағанда күпкә ҡыҙығыраҡ. Ул һинең зиһенеңде эшләтә, уйҙарыңды таҙалай, йыйнаҡлата, ихтыяр көсөн арттыра, әҙәбеңде, ғәҙәттәреңде үҙгәртә, кешеләр менән мөнәсәбәтеңде яҡшырта. Бер һүҙ менән әйткәндә, һин үҙ-үҙең менән ныҡлап танышып, уны тәрбиәләйтәрбиәләй, үҙеңә бына тигән ышаныслы, тоғро дуҫ таба алаһың.

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...