Бала ни өсөн алдаша?

Бала ни өсөн алдаша?

Бала ни өсөн алдаша?

Балаларҙың алдашыуын күрмәгән, һиҙмәгән, уға тап булмаған ата-әсә юҡтыр был донъяла. Ғәҙәттә, баланан ялған һүҙ ишетеү атаәсә өсөн көтөлмәгән асыш була. Был − насар ғәҙәт, тимәк, бала менән ниҙер булған һәм ни өсөн ул мутлаша, тип уйлана һәм баш вата башлай.

Тамырына ҡара

Баланың алдашыуын атаәсәләр башлыса аптырап, асыуланып ҡына түгел, ярһып ҡабул итә. Өлкәндәрҙең негатив хистойғолары баланы оялтырға теләп битәрләүҙә йәки яза бирергә теләүендә сағыла. Сөнки ата-әсәне төп башына ултыртыу − иң насар нәмә, өлкәндәргә ышаныс белдерергә кәрәк, тигән фекерҙә улар. Тәрбиәгә ҡарашыбыҙҙың ысынбарлыҡ менән тап килмәүе лә оторо ярһыта беҙҙе шул саҡта. Ҡатмарлы мәсьәләне хәл иткәндә баланың алдашыуының тамырҙарын асыҡлау мөһим. Ошоно аңлағас ҡына, йәш быуынға ярҙам итә алабыҙ.

Беренсе сәбәп

Бала һеҙҙе алдаған икән, мутлашыуҙың беренсе һәм төп сәбәбе − яҡын кешегеҙ язанан ҡурҡа! Эйе-эйе! Бала язанан, орошоуығыҙҙан өркөп, алдашырға мәжбүр. Был һеҙҙең уҫал, яһил икәнлегегеҙҙе аңлатмай, әммә баланың башында нәҡ шундай уйҙар ғына әйләнә! Баланың ялғаны, тимәк, ата-әсәнең асыуын, тәнҡитен һәм язаһын, йәғни уны ҡурҡытҡан һәм эмоциональ йәки физик дискомфорт килтергән бөтә нәмәне булдырмаҫҡа тырышыуынан килеп сыға. Шуға ла беҙ, өлкәндәр, баланың беҙҙең менән гел асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, эсендәгеһен йәшермәһен тиһәк, тәнҡит тураһында онотоп, уға ярҙам һәм хеҙмәттәшлегебеҙҙе генә күрһәтергә тейешбеҙ.

Бер көндө Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм менән күптән күрешергә теләгән ҡарт уның янына килгән. Унда булғандарҙың береһе лә оло кешегә хөрмәт күрһәтергә, ултырырға урын бирергә ашыҡмаған. Шул саҡта Аллаһ Илсеһе: «Кем кеселәргә мәрхәмәтһеҙ, өлкәндәргә ихтирамһыҙ, ул беҙҙең аранан түгел», − тигән (Әт-Тирмизи).

Икенсе сәбәп

Бала нимәнелер аңламай ҡалғанға күрә лә, хәбәре беҙҙең өсөн ялған булып яңғырай. Тимәк, был алдашыу түгел. Был осраҡта һеҙҙең аралашыуҙа аңлашылмаусанлыҡ бар. Шуға күрә яҡынығыҙҙың нимә аңлағанын һәм уға еткерергә теләгән мәғлүмәт-фекерегеҙҙе үҙегеҙ өсөн аныҡ ҡына билдәләп ҡуйығыҙ..

Өсөнсө сәбәп

Ҡайһы саҡта бала нимәнәндер ҡурҡып, һағышланып, һыҙланып, үҙен яңғыҙ тойоп, ауыр кисерештәрҙе еңә алмай, уйҙырма-фантазиялар уйлап сығара. Ҡайһы бер ата-әсәләр быны алдашыу итеп ҡабул итә. Ауыр кисерештәрҙең сәбәбе бала менән булған төрлө хәл-ваҡиғалар булыуы мөмкин: яҡындарының: өләсәһе йә ҡартатаһының үлеме, йорт хайуанын юғалтыу, икенсе фатирға, урынға, мәктәпкә йә балалар баҡсаһына күсеү һәм башҡалар.

Дүртенсе сәбәп

Башҡалар алдында үҙенең бәҫен күтәрәм тигән бала ла һөйләгәндә шапыртып, шаштырып, алдаштырып ебәреүсән. Бигерәк тә атаәсәһе алдында. Шулай булмай ни, ул бит яҡын кешеләре өсөн ер кендеге! Был баланың үҙ-үҙенә ышанмауын, үҙенең ҡаҙаныштарына шикләнеүен, шуға ла уның тирәйүндәгеләр (ата-әсәләр) алдында яҡшы күренергә теләүен аңлата. Ошондай хәлдә ғәзизегеҙгә уның ни тиклем ҡәҙерле, кәрәкле, һөйөклө икәнен күрһәтегеҙ. Уны һәр ваҡытта ла яратыуығыҙ хаҡында белгертергә ашығығыҙ. Бының өсөн алдашырға кәрәкмәй, тиегеҙ. Уның йәшенә ҡарап, йорт эштәрен ҡуша башларға мөмкин. Башҡарған хеҙмәте өсөн ихлас рәхмәт әйтергә, ғаилә өсөн ни ҡәҙәр күп эшләүен, баланың иғтибарлы, ярҙамсыл, изгелекле булыуына ҡыуанып, туғандарығыҙға белгертергә мөмкин. Баланың күңеленә ҡанат ҡуйыр өсөн!

Балаға һәм үҙеңә нисек ярҙам итергә

Бала ниндәй генә сәбәптән алдашмаһын, тәү нәүбәттә бер-берегеҙгә ҡарата ышаныс тыуҙырыу һәм уны нығытыу зарур. Был иһә ваҡыт һәм ҙур түҙемлек талап итә. Шуға күрә:

1. Иғтибарлы булығыҙ. Тыныс тауыш менән сабыйға, әгәр дөрөҫөн әйтһә, яза бирмәүегеҙ һәм асыуланмауығыҙ хаҡында белдерергә тырышығыҙ. Һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Һеҙҙең менән аралашыуҙа бындай тәжрибә тик ыңғай һөҙөмтә бирер. Бындай һөйләшеүҙәр берберегеҙгә ышанысығыҙҙы нығытыр. Һәм алдашыу осраҡтары, һис шикһеҙ, һирәгәйер. Тик вәғәҙәгеҙҙе боҙмағыҙ йәки, үтәмәҫ булһағыҙ, балаға ундай вәғәҙә бирмәгеҙ!

2. Балағыҙға асыу, ҡәнәғәтһеҙлек кеүек хис-тойғоғоҙҙо, тәртипһеҙлегенә сыҙай алмайса ҡысҡырып, бер туҡтауһыҙ янап, үпкәләүегеҙҙе күһәтмәҫкә тырышығыҙ. Бындай негатив реакция баланың алдашыу ғәҙәтен нығытасаҡ ҡына.

3. Хәл нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, һеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе өсөн балағыҙға рәхмәтегеҙҙе йәлләмәгеҙ. «Миңә һинең дөрөҫөн һөйләүең ҡәҙерле», − тип маҡтап ебәрегеҙ.

4. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлын бала менән бергәләп эҙләгеҙ, унан кәңәш һорағыҙ, мәҫәлән: «Был мәсьәләне йырып сығыр өсөн ни эшләйбеҙ? Әйҙә, ныҡлабыраҡ уйлайыҡ», − тип.

5. Балаға үҙ хистәрегеҙҙе белгертегеҙ: «Мин һинең өсөн бик борсолам, быны юрый эшләмәүеңде төшөнәм. Бындай хәлгә күптәр тарый ала».

6. Баланы ялҡаулыҡта, вайымһыҙлыҡта ғәйепләгәнсе, эш ҡушығыҙ, мәҫәлән, өй йыйыштырырға, һәм үҙегеҙ ҙә ярҙам итегеҙ. Улығыҙ йәки ҡыҙығыҙҙың өйгә эшен тикшергәндә, дәрестәргә әҙерләнеп өлгөрмәгән сағында: «Өйгә эште эшләнеңме?» − тип һорар урынға,: «Дәрескә ниндәй пландарың, уйҙарың бар, һиңә ярҙам кәрәкме?» − тип балағыҙға теләктәшлек белдерегеҙ. Былар бала, үҙен ғәйепле, кәмһетелгән итеп тойоп, алдашыу юлы менән аҡланмаһын өсөн кәрәк.

7. Баланың яңылышыуы − ул нормаль күренеш, хаталар − нимәгәлер өйрәнеү өсөн ҙур мөмкинлек, тип аңлатығыҙ. Барыһы ла яңылыша. Әгәр ҙә берәй нәмә килеп сыҡмаһа, уны төҙәтергә мөмкин: «Ошо эште яңынан үтәргә булһа, һин башҡаса эшләр инеңме? Әйҙә, уйлап ҡарайыҡ, икенсе ваҡытта быны тағы ла нисек хәл итеп була?» Балағыҙға һығымта яһарға мөмкинлек бирегеҙ һәм өйрәтегеҙ.

8. Бала хата эшләгәнме, тәртипһеҙ ҡыланамы, уны бер нигә лә ҡарамай яратыуығыҙ хаҡында әйтегеҙ, ул үҙен яҡлаулы тоясаҡ.

9. Улының йәки ҡыҙының алдашырға өйрәнеп китмәүен теләгән ата-әсәләр үҙҙәре лә ошо етешһеҙлектән ҡотолорға тейеш. Тап беҙҙән үрнәк ала бит улар! Бала ғына түгел, тирә-йүндәгеләр ҙә беҙҙән ғәҙел һәм хаҡ һүҙҙәр генә ишетһен, сөнки үҫмер бар нәмәне күҙәтеүсән һәм кескәй ялғанды ла ул күреп ҡаласаҡ. Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәп тә, баланың алдашыуы дауам итһә, кисекмәҫтән балалар психологына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

ЛАУРА ДАЛГАТОВА, ПСИХОЛОГ

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...