Яҡын кешеләр

Яҡын кешеләр

(үткән быуаттың 30-сы йылдарында булған хәл)

Сафураны тағы ла күңелһеҙ уйҙар солғап алды. Ниндәй ғәйебе өсөн уны күрә алмай икән Зәбихә апай? Былай ҙа өлкән ҡатын булараҡ донъяға үҙе баш, үҙе түш булып йөрөй, нимә етмәй уға? Өйҙәренә үҙем менән биш бала эйәртеп килгәнде яратмаймы? Әллә Бәхтейәрҙең, ҡарт көнөндә булһа ла, атай бәхетен татыйһы килеп, ике туған ағаһы мәрхүм булғас, тол ҡалған йәш ҡатынына өйләнгәнен ене һөймәйме? Йә Аллаһ, ҡырҡты уҙғас, йәш буламмы инде, тигән уйҙарына көлөмһөрәп ҡуйҙы Сафура.

Ҡайҙа һәм кем менән йәшәһә лә, был ипле, эшлекле ҡатындың күңеле һәр ваҡыт тыныс, татыу мөхитте яҡын күрҙе, күрше-күләне араһында ғына түгел, Юлдыбайының тотош берҙәм булыуын теләне. Яҡшы тормоштан ҡасып был йортҡа килгән тиһеңме, ҡанаттары ҡайырылған ҡошсоҡтар ише ҡалған балаларына терәк эҙләп, атай тәрбиәһен күреп үҫеүҙәрен теләгәнгә күрә, ҡайнағаһының тәҡдименән баш тарта алманы шул.

Был өйгә буш ҡул менән килмәне. Сафураның малына ҡыҙығып ҡараусылар күп ине Юлдыбайҙа, Бәхтейәргә үҙе менән бер нисә һыйыр, ат эйәртеп килде. 20-се йылдарҙа был ҙур байлыҡ тип һанала ине. Шулай ҙа мал-болоноң күплеге, бирнәләре менән дә ярай алманы ҡарттың тәүге ҡатынына. Өлкән хужабикәнең һалҡын ҡарашын килен булып төшкән көнөнән үк һиҙҙе. Килеп инеүе менән өйҙәге бар мәшәҡәтте оло ҡатын тулыһынса Сафураға йөкмәтте. Хәҙер Зәбихәнең көндәре «йәш киленгә» бойороҡтар биреү, эшкә ҡушыу менән үтте.

Мулла булғас, Бәхтейәрҙең йортонан кеше өҙөлмәне, сит ауылдан да йыш ҡына килделәр. Ошо мәлдәрҙә Сафура самауырын бер туҡтауһыҙ яңыртып, хәләленең ҡунаҡтарын һыйланы, күңелен күрҙе, уларға бар яҡлап ярарға тырышты. Зәбихә өҫтәл түренән күндәм,талымһыҙ ҡатынға төрлө эш ҡушып, эре ҡиәфәттә бойороҡ биреп кенә ултырҙы. Ә бер көндө өйҙәре саҡ янып китмәне. Шуны иҫкә төшөргән һайын, Сафураның сәстәре үрә тороп, йөрәге «жыу» итеп, сәнсеп алып китә. Ҡыштың сатлама һыуығы ине. Тышта мал ҡарап йөрөгәндә, Зәйнәбе өйҙән йүгереп сыҡты ла: «Әсәй, иҙән тоҡанып китте, иҙән яна!» – тип, йән көсөнә ҡысҡырҙы. Өйгә атылып килеп инде Сафура, ә унда сытырлап янған усаҡтан иҙәнгә ҡуҙҙар сәсрәгән, бына-бына тоҡанып китер һымаҡ, аҫтындағы таҡталары ҡарая башлаған ине. «Зәбихә апай, күмерҙе мейескә кире ташлауы ҡыйынмы ни?"– тип,ярһыуын баҫа алмай, көндәшенә ҡысҡырып ебәрҙе Сафура. Зәбихә ыжламай ҙа, һикелә тыныс ултыра бирә: “Был һинең бурысың! Йәшһең бит, өлгөр әйҙә!”

Сафура Бәхтийәренә дүрт бала – Зәйнәб, Йәмилә, Мөслим һәм Ҡасимды табып бирә. Түҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ шул! Кесе килен өлөшөнә төшкән һынауҙарҙы ҙур сабырлыҡ менән ҡабул итә. Бола-сыуалыш таралған заманда ла намаҙын ҡалдырмай. Партия йыйылышы һайын улар һымаҡтарҙы «аҡылға бер төрлөрәк» тип һүкһәләр ҙә, хаҡ юлдан тайпылырға уйҙары юҡ ине Сафура менән Бәхтийәрҙең. Һәм тиҙҙән шуның өсөн язаһын алалар ҙа инде.

1937 йылдың ноябре аҙағында төнөн Бәхтейәре артынан килделәр. Баҡһаң, мәсеттең асҡысын бирмәй, коммунистарға ҡаршылыҡ күрһәтеп, 65 йәшлек ҡарт совет власы өсөн ҙур ҡурҡыныс һәм хәүеф тыуҙырған икән. Ул ҡулға алына, мәсеттең манараһын да ҡырҡып алып ергә ауҙаралар, изге йорттан клуб яһайҙар. Өфө төрмәһендә күп тә тормай, Бәхтейәре үлеп китә. Сафура өйөр бала менән бер үҙе ҡала. Юҡ, бер үҙе түгел, Зәбихә апай менән.

Ниһайәт, мөғжизә! Бергә кисергән ҡайғы, оло юғалтыу ҡатындар араһындағы боҙ һалҡынлығын һыпырып алып юҡҡа сығара, көндәштәр, бер ни булмағандай, бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғына йәшәп алып китә. Сафура ла өлкән ҡатындың элек күрһәтмәгәнде күрһәтеп, аҙым һайын үпкәләткәнен тиҙ онота, ихлас күңелдән ғәфү итә. Зәбихә лә шул мәлдә уның бар нәмәне сабыр кисереүен, кенә һаҡламай, йылылыҡты, туғанлыҡты һаҡлап ҡала алыуына хайран ҡала. Ошо ваҡыттан улар иң яҡын кешеләргә әйләнә.

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Шәүүәл айы

Рамаҙан айынан һуң Шәүүәл айы башлана. Рамаҙанда иһә һәр хаҡ мосолман күберәк изегелектәр эшләп ҡалырға ашыҡһа, тырышһа, Шәүүәл айы ла беҙгә ошо яҡшылыҡтарыбыҙҙы тағы ла арттырырға, байытырға мөмкинлек бирә. Бәлки, тотҡан ураҙаларҙа хата-кәмселектәр булғандыр, йә ҡайһы бер көндәре тороп ҡалғандыр,...


Ахырзаман – аяҡ аҫтында

Бала саҡта: «Үлем – күҙ менән ҡаш араһында, ахырзаман – аяҡ аҫтында», – тигән һүҙҙәрҙе өләсәй ауыҙынан йыш ишетергә тура килде. Нух пәйғәмбәрҙең туфан һыуынан, тереклектәр донъяһын һаҡлап алып ҡалыуы ла һүҙ урауында аңға һеңдерелде.   Яҙғы ташҡын осоронда, Нөгөш...


Шайтан яҙмалары

Ай-ай-ай Бөгөн минең менән ныҡ насар бер хәл килеп тыуҙы. Ай-ай-ай. Мин илайым, сөнки миңә бик ҡыйын. Нисек иламайһың инде? Ай-ай-ай. Бер ай элек, Мәхсә менән Мәрзиәнең араһын боҙор өсөн, ниҙәр генә эшләмәнем. Ул саҡта ҡыҙҙар тасма тас килеп ирешкәйне, ә бөгөн ҡабат дуҫлашып киткәндәр. Әйҙәгеҙ,...


Һөйәк һурпаһы

Һурпаны әҙерләү өсөн һөйәктәр, алма һеркәһе, ҡара борос, зәғферән (куркума) тамыры кәрәк. Дөрөҫ итеп әҙерләнгән һурпала коллаген, аминокислоталар, гликозаминогликандар, микроэлементтар (магний, фосфор, баҡыр, цинк, калий, тимер) күп була. Көтөүҙә йөрөгән, үлән ашаған малдың һөйәктәрен ҡулланырға...


Балаларға ҡағылышлы им-том йолалары

Әйтеп киткәнебеҙсә, хәҙерге ваҡытта бүҫер (өс йән), күкрәк шешен (мастопатия), тимерәү, күҙгә сыҡҡан арпаны һәм сөйәлде имләү, ҡот ҡойоу, мейе үлсәү кеүек йолаларҙы белгән кешеләр юҡ кимәлендә. Яңы тыуған сабый балалар өсөн бик кәрәкле был йолаларҙы белгән, балаларға шуның менән ярҙам күрһәткән...