Бала күңелен хәстәрләп...

Бала күңелен хәстәрләп...

Бала күңелен хәстәрләп...

Һуңғы йылдарҙа йәнһүрәттәрҙең бала күңеленә нисек тәьҫир иткәнен гәзит-журналдарҙа, интернет киңлегендә йыш уҡырға тура килә. Айырыуса Уолт Дисней компанияһыныҡы насар йоғонто яһай, тип бара белгестәр. Баҡһаң, был индустрия үҙенең фильмдарында «йәшерен» 25-се кадр ҡуллана икән! Әммә был турала бик күп һүҙ сурытһалар ҙа, береһенең дә анимация әҫәрҙәрендәге персонаждарҙың сихырсылыҡ менән шөғөлләнгәндәрен иғтибарға алғаны юҡ әле. Бик йәл, сөнки был бөгөн киң таралған күренеш, һәм ул күп кенә ата-әсәләрҙе хафаға һала, сығырынан сығара!

 

Әгәр ҙә элек совет заманында беҙ ҡарап үҫкән йәнһүрәттәрҙә сихыр һәм төрлө «им-том» менән мәскәй әбей, убырлы ҡарсыҡ кеүек тиҫкәре персонаждар ғына шөғөлләнһә, бөгөн ниндәй герой ыңғай, ҡайһыныһы насар икәнлеген аңларлыҡ та түгел, сөнки был сериалдарҙа бөтәһе лә тиерлек шикле төнәтмәләр ҡайната, бер-береһен сихырлай, тылсымлы таяҡтары менән һелтәнә.

Унда яҡшыны ямандан айырырмын тимә! Сөнки ундағы «ыңғай» геройҙар насарлыҡты сихырсылыҡ алымдары менән еңеп сыға, һәм яуызлыҡ та «яҡшылыҡҡа» шундай уҡ яуап ҡайтара. Иң хәүефлеһе – шул хөрәфәтте бөтә нәмәгә ышанып барыусан балалар ҡарай!

Күп кенә ата-әсәләрҙән балаларының «тылсымлы» таяҡ һоратып йөҙәтеүе тураһында ишеткәнем бар. Шуның өсөндөр ҙә бөгөн был тәтәй – уйынсыҡтар кибетендә иң үтемле тауарҙарҙың береһе. Күп бала, мөғжизәгә ышанып, теләгәненә шул «таяҡса» менән ирешә алам, тип хыяллана икән. Беҙҙе иһә тырыш хеҙмәт, яҡшы тәртип күрһәтеп, тылсымлы «зинһар» һүҙен ҡулланыу кәрәклеген күндереп үҫтерҙеләр. Аллаһҡа шөкөр, бер ниндәй «тылсымлы шырпы»ға ла, әпсен-төпсөн, минән китһен, тигәнгә лә ышанманыҡ, әкиәт итеп ҡабул иттек! Сихырлау, магия кеүек нәмәнең һәр ваҡыт насар, хәүефле икәнен белеп үҫтек. «Мөғжизә» һүҙе яҡшы кешеләр, мәҫәлән, Золушка кеүек ыңғай героиняларҙың тормошондағы матур үҙгәреште күрһәтеү өсөн файҙаланылды. Бик изгелекле, сабыр, тырыш булғанға ла, Золушка мөғжизәгә юлыҡты. Дюймовочка ла үҙ бәхетенә сихыр һүҙҙәрен әйтеп түгел, мәрхәмәтле булмышы, йомшаҡ мөғәмәләһе менән иреште.

Рус терминологияһында был һүҙҙәр нимәне аңлата һуң? Вики-педияға күҙ һалайыҡ:

Сихырсылыҡ, сихырлау – тылсым менән һөнәр булараҡ шөғөлләнеү, бында сихырсы иблис, ендәр, әрүахтар менән бәйләнешкә инеүен белдерә.

Мөғжизә – тәбиғәттең билдәле ҡанундары менән ярашмаған һәм килеп сыҡҡан ваҡиғаның тәбиғәт закондарына түгел, ә ниндәйҙер өҫтөн (шул иҫәптән, кешеләрҙең йәки берәй мифик заттың) көстәре йоғонтоһонда барлыҡҡа килеүе. «Мөғжизә» төшөнсәһенең объектив мәғәнәһе донъяны фәлсәфәүи күҙлектән күҙәтеү, сәбәпселек теорияһы менән билдәләнә. Ғәҙәттән тыш һәм аңлайышһыҙ хәл-ваҡиғаларҙы мөғжизә тип атар өсөн ғилем эйәһе булырға кәрәк.

Дини терминологияла мөғжизә тураһында былай тиелә:

«Мү’джизәт» һүҙенең лексик мәғәнәһе – ғилми ҡанундар менән аңлатыла алмаған һәм илаһи көстәр тарафынан булдырылған, һәм шуға инанған кешеләр өсөн ғәжәп йәки мөғжизәле ваҡиға. Был һүҙҙең терминологик мәғәнәһе – Аллаһу Тәғәләнең Ихтыяры менән пәйғәмбәрҙәрҙең күрһәткән нәмәләренең ябай кеше өсөн ғәҙәти булмауы. Аҡыл һәм тәбиғәт закондары менән аңлатып булһа, был күренеш серлелеген юғалтып, береһен дә ғәжәпләндермәй, ғәҙәти хәл һымаҡ ҡабул ителә.

Шулай итеп, телевизор алдында ғына балаларыбыҙ яҡшыны ямандан айырырға, бәхет һәм именлеккә илтеүсе гүзәл холоҡҡа, сауаплы ғәмәлдәргә өйрәнә алырмы икән? Юҡ шул, бер нисек тә өйрәнә алмаҫ. Сөнки бик күп заманса йәнһүрәттең персонаждары кесе быуынды кешелеклелеккә, мәрхәмәтле, намыҫлы булырға, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеү урынына киреһен эшләй: сюжетында бер фәһемле диалог юҡ, йыш ҡына геройҙары бер-береһенә яман ҡушаматтар тағып, туҡтауһыҙ кәмһетә.

Персонаждарҙың тышҡы ҡиәфәтен ташҡа үлсәйем! Әйтерһең дә, сәйер контенттың авторҙары үҙ алдына кескәй тамашасының холҡон боҙоу, йәмһеҙ, ытырғаныс нәмәне ғәҙәти тип ҡабул итергә өйрәтеү маҡсатын ҡуйған! Иманһыҙ бәндәләрҙең генә эше был! Тап шундайҙар йәмғиәтебеҙҙе бөгөн төрлө алымдар менән емерергә, тыумыштан бирелгән матурлыҡты юҡ итергә, үҙгәртергә, яманайтырға маташа. Бындай «кәңәш» биреүселәр хәҙер аҙым һайын. Йәнһүрәт геройҙары ла аңлайышһыҙ төҫ-ҡиәфәте менән баланы аптырата, ҡурҡыныс уҫал хайуандар, енесһеҙ персонаждар, әллә ниндәй әтрәғәләмдәр психикаһын ағыулай!

Тәбиғәттә осраған ысын хайуандар, бөжәктәр һүрәтләнгән «Лунтик», «Бал ҡорто Майя» кеүектәрен ҡарарға мөмкин әле. Сөнки һәр бер серияһында геройҙар үҙ хатаһын танып, кескәй тамашасыны әхлаҡи ҡағиҙәләргә өйрәтә. Тәрбиәүи фильмдарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ шул хәҙер! Күбеһенән баланы ҡурсырға кәрәк!

Балаларыбыҙ, пультҡа сат йәбешеп, телевизор йә ком-пьютерға ҡапланып ултырырға яратһа, яман ғәҙәткә әйләнмәҫ борон, сараһын күрәйек, ғәзиз кешебеҙгә ваҡытты йәлләмәйек. Яҡшы фильмдарҙы бергәләп ҡарарға мөмкин, унан инде йәнһүрәткә ниндәй ҙә булһа һығымта яһап, тәьҫораттарығыҙ менән бүлешергә була. Психикаға, аҡылға зарар килтереүсе каналдың, йәнһүрәттең зыянын аңлатып, баланың күҙенә эләккәнде ҡырҡ иләк аша иләп күрһәтеү зарур.

 

Айна Замаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...