Хәүефһеҙ тәмәке тартыу – үлемесле миф

Хәүефһеҙ тәмәке тартыу – үлемесле миф

Хәүефһеҙ тәмәке тартыу – үлемесле миф

Төрлө хуш еҫле өҫтәмәләр (персик, еләк, карамель һәм башҡалар) ҡушылған вейптар менән мауығыу тәү ҡарашҡа ғына хәүефһеҙ. Баламдың әйберҙәре араһынан килеп сыҡҡас, мин башта уны, электрон сигаретаһы икән, тип уйламаным да. Төтөнө лә, тәмәкегә хас әсе еҫе лә юҡ бит әле, килеп тороп тотоуға уңайлы, зауыҡ менән эшләнгән, дизайны ла ымһындырғыс. Шуғалыр ҙа күп ата-әсәләр тәүҙә, минең кеүек алданып, был «уйынсыҡ»тың ни тиклем хәүефле икәнлеген башына ла килтермәйҙер.

 

Ә һеҙ, йәнәһе, «зарарһыҙ» тәмәке тартыу ысулдары тураһында беләһегеҙме? Электрон тәмәке «вейп» инглиз телендәге vapour һүҙенән алынған – «быу», «быу сығарырға» тигәнде аңлата. Ябай сигаретаға оҡшаған был тартыу ҡорамалы аккумулятор ярҙамында эшләй. Вейпта шыйыҡса тултырылған картридж файҙаланыла, ә йылытыу ҡоролмаһы шыйыҡсаны кеше тын алған парға (быуға) әйләндерә.

Тәүге тапҡыр электрон тәмәкене 2004 йылда Ҡытайҙа уйлап сығарғандар. Был ғәҙәткә ылыҡҡан кешене никотинға бәйлелектән ҡотҡарыу маҡсатынан сығып эшләнгән был әйбер сәләмәт йәшәү рәүешен хәстәрләгән әҙәмдәр араһында танылыу яулай. Кешеләргә яман ғәҙәттән ҡотолорға ярҙам итеү ниәте менән сығарыла башлаһа ла, тора бара был ҡоролманың тәмәкесе өсөн дә һәм ошо быу менән тын алырға мәжбүр тирә-яҡтағылар өсөн дә бик хәүефле икәнлеге асыҡлана. 2019 йылда электрон тәмәке тартыу сәбәпле тәүге үлем осрағы теркәлгән.

Тәмәке шыйыҡсаһы составындағы ароматизаторҙар һәм никотинлы һыу иң көслө нейротоксиндарҙан һанала. Шыйыҡсала никотин 25% тәшкил итә, йәғни тәмәкене бер һурғанда организмға нулдән алып 30 мгк никотинға тиклем эләгә.

Никотин – ныҡ ағыулы матдә, шуға күрә уны һурғанда, шыйыҡсаның күләмен күҙәтеп барырға кәрәк, сөнки вейп ярҙамында тиҙ ағыуланаһың – йөрәк тибеше йышая, баш сатнай һәм әйләнә, күңел болғана, уҡшыта башлай. Сигарет составындағы никотин көслө бәйлелеккә килтерә, яман ғәҙәткә әйләнә. Һәм шуны ла әйтергә кәрәк: ябай тәмәкесегә ҡарағанда вейп «һөйөүсе» йышыраҡ тарта, һөҙөмтәлә, организмына никотин күберәк эләгә. Электрон сигареттың пары менән тын алыу үпкә һәм тын юлдарын ныҡ зарарлай, бронхитҡа, күп сирҙәргә, хатта үлемгә килтереүе бар.

Шуныһы ҡурҡыныс, һуңғы ваҡытта был яман ғәҙәткә кесе һәм урта мәктәп йәшендәге үҫмерҙәр ылығып китте. Йәнәһе, ҡарағыҙ миңә, мин бик текә егетмен (ҡыҙмын), һеҙҙең кеүек ваҡ малай-шалай түгел, тип эре сирттереп, тәмәкеһен һура-һура, тиҫтерҙәренә яман өлгө күрһәтә. «Вейпинг» ярҙамында һәр береһе үҙенең ир-егет йә ҡыҙ булып үҫеп етеүен иҫбатларға теләгән кеүек. Ябай тәмәкене ошо ҡорамалға алыштырыу йәмғиәтебеҙҙә «вейпер»ҙарҙың яңы субмәҙәниәтен булдырыуға булышлыҡ итте.

Вейпты ҡулланыу яман ғәҙәткә әүерелеп, йәш кешенең организмына ныҡ зыян итә. Физиология яғынан был бик ҡурҡыныс сирҙәргә килтерә – йәш кешегә гипертония, ишемия һәм стенокардия, миокард инфаркты хәүефе янай. Электрон тәмәкене йыш ҡулланыу ашҡаҙандың сей яра ауырыуын, хатта яман шеш барлыҡҡа килеүен ҡуҙғыта. Электрон тәмәке составындағы «химия»ның үҫеп килеүсе организмға йоғонтоһо тәүҙә бик үк һиҙелмәһә лә, был продукцияны даими йәки йыш ҡулланғанда, насар тәьҫире, һис шикһеҙ, үҙен белдерә, тартыусының сәләмәтлеге ҡаҡшай. Тәмәке тартыуҙың «хәүефһеҙ» алымдары бар, ти хәрәм юл менән аҡса эшләп, килем алырға тырышҡан ҡайберәүҙәр, мәҫәлән:

  • Кальян менән мауығыусылар, уның төтөнө зарарһыҙ, тиеүҙәре бар, әммә ысынында ошо ҡоролмала янған бер ҡаптан (10 г тәмәке ҡатнашмаһынан) – 800 мг ыҫмала сыға, ә был биш ҡап тәмәкенең эквиваленты. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тикшеренеүҙәре буйынса, кальян тартыуҙың бер сеансы эсендә, бер тәмәке тартҡанға ҡарағанда, үпкәгә төтөн 200 тапҡырға күберәк эләгә. Бынан тыш, был осраҡта гигиена ҡағиҙәһен үтәмәү ҙә ҡурҡыныс тыуҙыра. Кальянды бер нисә кешенең һурыуы гепатит, герпес, туберкулёз кеүек вирустарҙың таралыуына сәбәпсе була. Каль-ян ашҡаҙан аҫты биҙенең сей яраһының, үпкәлә яман шештең барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра, шулай уҡ ошо ысул менән тартырға яратыусының организмына кислород етмәй, йөрәк ауырыуҙарына, түлһеҙлеккә, ДНК мутацияларына ла килтерә.
  • Спайстар – синтетик наркотиктар төркөмө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны башлыса үҫмерҙәр ҡуллана. Спайстың төп хәүефе – был пакет тышына ниндәй ҡатнашма икәнлеге лә, шулай уҡ уны ҡулланыу нимәгә килтереүе хаҡында ла бер ниндәй мәғлүмәт яҙылмаған. Ә был матдәләр көтөлмәгән хәлгә, хатта үлемгә килтереүе бар; шулай уҡ опиат төркөмөнән булыуы мөмкин, ә улар тәүге ҡулланыуҙан һуң дюфамин рецепторҙарын зарарлай һәм физик бәйлелек тыуҙыра. Билдәһеҙ химик матдәнән һуң хәле насарайған кешегә ярҙам итеү ныҡ ҡатмарлы, хатта ҡайһы осраҡта мөмкин дә түгел.
  • Снюс (ауыҙҙа иретәләр), нәсүәй (сәйнәйҙәр), ҡоро снафф (һурып тын алалар) кеүек төтөнһөҙ ҡуллана торған әйберҙәр бар. Улар ҙа кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн бик хәүефле.

 «Тәмәке тартыуға ҡаршы закондар» илебеҙҙә ниндәйҙер кимәлдә тәмәжниктәрҙең процентын кәметте, әммә шул уҡ ваҡытта электрон сигарет, кальян һәм шуға оҡшаш башҡа зарарлы матдәләргә әһәмиәт биреүселәрҙең һаны ҡырҡа артты. Айырыуса үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә уны ҡулланыу модаға әүерелде. Бик үкенесле, әлбиттә.

Ошо ғәҙәттең зарары тураһында балалар һәм үҫмерҙәр менән нисек һөйләшергә:

  • Тыныс һәм алдашмайса. Был һөйләшеүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, һуңға ҡалдырмағыҙ, сөнки тәмәке тартыу ғәҙәте 11–12 йәштә башлана.
  • Балағыҙға тәмәкенең зыяны тураһында мәғлүмәтте күберәк һәм йышыраҡ һөйләгеҙ.
  • Әйберҙәре араһында вейп, спайс һәм башҡаларҙы тапҡан осраҡта баланы фашлаусы позицияһынан ғәйепләргә ашыҡмағыҙ, тәүҙә проблеманың нимәлә икәнлеген асыҡларға тырышығыҙ.
  • Ошо һөйләшеүгә элек тартып та был ғәҙәтенән бөтөнләйгә арынырға көс тапҡан таныштарығыҙҙы, был мәсьәләне фәнни йәһәттән өйрәнеп, яман күренештең ни тиклем зарарлы һәм насар икәнлеген иҫбатлаусы белгестәрҙе, табиптарҙы йәлеп итегеҙ.
  • Баланың үҙегеҙгә ҡарата ышанысын юғалтмағыҙ: әгәр бала бәләгә осраһа, ул һеҙҙең ярҙам итәсәгегеҙҙе белергә тейеш.

Тәмәке ҡоролмаһының йәки матдәнең ҡайһы төрөн һайлауға ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе тирә-яҡтағыларға ла, тәмәке тартыусының организмына ла ҙур зыян килтерә. Никотин ҡулланыуҙың хәүефен оноторға ярамай, һәм ошо насар ғәҙәттең ниндәй һөҙөмтәгә килтереүен халыҡҡа еткереп торорға, иҫкәртеү сараһын даими күрергә кәрәк. Гүзәл еребеҙҙә яман күренештәр тамыр йәймәһен, йәш быуын тәүфиҡлы, әҙәпле, һау-сәләмәт булып үҫһен, Аллаһ барыбыҙға ла бала бәхете бирһен!

 

Мария Волкова, Светлана Ғәлиуллина тәржемәһе

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...