Үҙ-үҙеңде ишетеү

Үҙ-үҙеңде ишетеү

Үҙ-үҙеңде ишетеү

Был донъяла бер ҡайҙа ла тынғылыҡ юҡ. Һәр ғаиләлә ниндәй ҙә булһа проблема. Йәмғиәтебеҙҙе дер ҡалтыратып, йә көтөлмәгән ерҙән пандемия килеп сыға, уныһы бөтһә, һуғыш башлана, ут күршелә генә ер тетрәй, үҙебеҙҙә лә тыныс түгел: йә һыу баҫа, йә янғын сыға. Ҡурҡыныс ваҡиғаларҙан, насар яңылыҡтарҙан ярыла яҙған йөрәк нисек түҙә икән!

 

Төрлө яҡтан өҙлөкһөҙ яуған мәғлүмәтте туҡтатам, тигән кеше мораҙына ирешә алмай, йонсой, йөҙәп бөтә. Был мәхшәрҙән ҡотолоу юлы бар ул. Ошо күренештең кире тәьҫирен иҫкәртер өсөн беҙгә бер аҙға туҡтаңҡырап, үҙебеҙгә – йөрәгебеҙгә ҡолаҡ һалыу мөһим.

Бер аҡыл эйәһе әйткән: «Кеше бөтә донъяһын онота ала, ләкин үҙен бер ҡасан да онотмаясаҡ ул». Шулай булғас, беҙгә күңел тыныслығын нисек һаҡлап ҡалырға һуң? Хәҙер беҙ һеҙгә бер нисә ысул тәҡдим итмәксебеҙ. Кем белә, бәлки, уларҙың фәтеүәһе тейер.

Мөмкин тиклем телефон менән ултырыуҙы сикләргә, эш буйынса ғына ҡулланырға тырышығыҙ. Күбебеҙ өсөн был ысул үтәй алмаҫлыҡ ауыр тойола. Әммә был алым һөҙөмтә бирә. Белгестәр күптән инде кешелектең аҡыллы механизм, йәғни гаджетҡа бәйлелеге хаҡында һөйләй. Әлбиттә, был техника ҙур зыян килтерә (был темаға бик күп мәҡәләләр табырға мөмкин). Һүҙ ҙә юҡ, электрон ҡоролмаларҙың файҙаһы ла бар, баһалап бөткөһөҙ, шулай ҙа беҙгә сама белеүҙе онотмаҫҡа ине. Файҙанан зыяны күберәк булып сыҡмаһын. Телефонға әүрәп, ваҡытыбыҙҙы исраф итмәйек. Ысын тормош емелдәгән экрандан күпкә ҡыҙығыраҡ бит!

Кеше йәмғиәттән айырылғыһыҙ булһа ла, тәбиғәт ҡосағында йышыраҡ булырға тырышығыҙ. Ҡайһы бер саҡта яңғыҙ ҡалыу ҡамасау итмәҫ. Иң яҡшыһы – тәбиғәт менән икәүҙән-икәү ҡалыу. Саф һауа һаулығыбыҙға ғына түгел, шулай уҡ менталь һәм рухи торошҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Урман эсендә ҡоштар йырын, шишмә сылтырауын, ағас япраҡтары серләшеүен тыңлап, күҙҙәр асылып китә, баш мейеһе лә ял итә. Шулай итеп, донъя малы артынан ҡыуыуҙан бер аҙға бушап, кеше үҙенә: “Кем мин?”, “Миңә нимә кәрәк?” “Минең үҙемә нимә оҡшай, нимәһе оҡшамай?” һәм башҡа һорауҙар бирә ала.

Үҙегеҙҙе ижади шәхес итеп һанамаһағыҙ ҙа, ижад тигәнең һеҙҙе бер яғы менән ымһындырмаһа ла, сәнғәттең берәй төрө менән шөғөлләнә башлағыҙ. Был тәңгәлдәге эшмәкәрлек ныҡ мауыҡтырғыс һәм файҙалы. Уның менән шөғөлләнеү өсөн көс-дарман, ресурс та кәрәк. Ул бөтәһендә лә бар, һәр беребеҙгә һалынған, әммә ҡайһы берҙә кеше үҙенең көсөн бушҡа, үҙ-үҙенә зыян килтереү өсөн тотона. Ижад итер урынға башҡаларҙы төрлө гонаһтарҙа ғәйепләй, хаталарын фашлай, үҙенә "аяуһыҙлыҡ" күрһәткән бөтәһенә лә, бар ғаләмгә ризаһыҙлығын белдерә. Бәхеткә күрә, һәр ваҡыт һайлау мөмкинлегебеҙ бар. Ваҡ-төйәккә туҡтауһыҙ зарланып, ярһып көн итеүҙеме, әллә ижад даирәһен гиҙеп, матурлыҡҡа сәбәпсе булыуҙы һайлайбыҙмы?

Хәрәкәт. Физик яҡтан әүҙем тормош алып барған кеше һаулығын ҡайғырта. Хәрәкәттә − бәрәкәт икәнен яҡшы белә ул. Етмәһә, нимә менәндер шөғөлләнгәндә, психикаһы ла бушана, зиһене яҡтыра. Шуныһы ҡыҙыҡ: тап ошо күнегеүҙәр мәлендә күңелде өйкәгән ҡатмарлы һорауҙарға яуаптар табыла. Әйтәйек, һеҙҙе ниндәйҙер мәсьәлә борсой, һәм һеҙ уны хәл итеү юлын таба алмай ҡаңғыраһығыҙ. Шул саҡта көсөргәнеш, физик көс талап иткән берәй нәмәгә тотоноу ыңғай һөҙөмтә бирер: фатирығыҙҙы йыйыштыра башлағыҙ йә йүгерергә сығығыҙ, велосипедта йөрөп килергә мөмкин. Физик эшкә тотоноу менән, уйҙарығыҙ шундуҡ ипкә килер, һорауға ла аныҡ яуап табылыр. Ошо һөҙөмтәле ысулды һынап ҡарағыҙ әле.

Кешеләргә ярҙам итегеҙ. Яҡынмы ул кеше һеҙгә, сит кешеме − уныһы мөһим түгел, уға ярҙам күрһәтеп, изгелек ҡылғанда, файҙалы, урынлы кәңәш биргәндә, үҙегеҙҙең ынтылыш-асылығыҙҙы аңлау кимәленә ирешергә мөмкин. Был иң шәп алымдарҙың береһе. Ғөмүмән, әҙәм балаһы үҙен уратып алған кешеләргә ярҙам иткәндә генә үҙенең потенциалын аса ала.

Нисек кенә сәйер тойолмаһын, «нисек үҙеңде ишетергә?» тигән һорауға яуап һорауҙың үҙендә: үҙеңде ишетеү генә кәрәк. Ваҡ-төйәккә иғтибар итмәй, үҙеңдең йөрәгеңә, асылыңа бағыу. Тиҙ генә тағала торған йомғаҡ түгел ул. Уның өсөн беҙгә рухи яҡтан үҫергә лә үҫергә, алға барырға кәрәк! Асыштар тулы был мажаралы юлда барыбыҙға ла уңыш, сабырлыҡ юлдаш булһын!

 

Сәмиә Ғүмәрова

 

Светлана Ғәлиуллина тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...