Өләсәйҙәр мираҫы

Өләсәйҙәр мираҫы

Беҙҙең быуын кешеләренең күптәре өләсәйҙәрҙең тәҡүә образын күңелдәрендә аманат шикелле ҡәҙерләп һаҡлай. Дин бөтөнләй тыйылған заманда улар, йәндәрен пак тоторға тырышып, һуңғы һулышымды иманлы килеш алһам ине, тип теләк теләнеләр. Өләсәйҙәрҙең, йәшеренеп тотҡан ураҙалары, намаҙҙары менән бергә, киләһе быуынға ислам диненә ярашлы тәрбиә биреүе – динде һаҡлап ҡалыуҙа үҙе бер тарихи феномен булып тора.

 

«Әс-сәләм» гәзитенең октябрь һанындағы өлкәндәр тураһындағы баҫмаларҙы уҡығас, беҙ бәләкәй саҡта һәм, үҫә төшкәс, күреп белгән ауыл инәйҙәре, өләсәйҙәр берәм-берәм күҙ алдына баҫты.

 

Бисмилләһ

Ҡорбан салыуға арналған мәжлестәрҙең береһендә, Ҡөрьән уҡылып, доғалар ҡылынғас, ғәҙәттәгесә, аш ултырттылар. Арабыҙҙа иң өлкән йәштәге кеше, туҡһанға еткән ағинәй, «Бисмилләһ» һүҙен әйтеп, икмәккә үрелде. Ҡөрьән аштарында була торған тынлыҡты ярып яңғыраны был һүҙ. Оло кешенең был һүҙгә тәрән мәғәнә биреп әйтеүенәнме, йәиһә, фитраларыбыҙ күптән онотҡан, ләкин иң ҡәҙерле исемде ишеткәнгәме – ҡапыл йоҡонан уянып киткәндәй булдыҡ.

Ул ваҡытта табыныбыҙҙы йәмләп ултырған Зәйтүнә апай Баязитованың вафатына ике йыл тулды. Күптән түгел тарихи-мәҙәни үҙәк төшөргән видеояҙмала Зәйтүнә апайҙың һағыҙ ҡайнатыу серҙәрен өйрәткән кадрҙар күҙгә салынды.

Услап ҡайын туҙын алғанда ла, туҙҙы ҡайнап торған ҡаҙанға төшөргәндә лә әйтелгән бисмилләһ һүҙе, тәбиғәт биргән матди байлыҡты рухи донъя менән бәйләгәндәй, шифа һәм көстө бергә туплай. Шундай ризыҡтан йәнгә дауа, тәнгә шифа табыла. Донъя һәм әхирәт бәләләренән ҡотҡара торған был һүҙҙе оло быуын кешеләре ҡәҙерләп һаҡлаған.

Аҡмулла һүҙҙәре менән әйткәндә:

Һәр заман һүҙ башланыр Бисмилләнән,

Һәр ваҡыт эш башланыр Бисмилләнән;

Яҡшылар Бисмилләһеҙ эш ҡылмаған,

Эш тамам Бисмилләһеҙ һис булмаған.

 

Күрше хаҡы

Күршеһен ҡайғыртыу, уның хаҡын бәхилләү – өләсәйҙәрҙең иң ҡайғыртҡан ғәмәле булды. Бөгөнгөләй хәтерҙә, самауыр ҡайнап сығыр-сыҡмаҫтан, өләсәй беҙҙе күрше Шәмсиҡәмәр әбейҙе саҡырырға йүгертә. Өләсәйҙең бер үҙе сәй эсмәгәнен белеп торған күршеһе, беҙҙе күреү менән, төрөлгән еңен төшөрөп, беҙҙең арттан юллана.

Рамаҙан айы етеү менән, күршеләр тағы ла нығыраҡ берләшер ине. Мәсет урамында йәшәгән Хәйриямал инәй һөйләгәндәре хәтерҙә ҡалған:

– Һуғыштан һуңғы ауыр заманаларҙа, кемдең сәхәргә ризығы бар, шул өйҙөң тәҙрәһенә кистән ҡыҙыл сепрәк элеп ҡуя торғайнылар. Ашарына булмаған күрше-күлән шунда кереп сәхәр ашарҙар ине.

Йәшәгән йылдарында һәр көндөң ҡәҙерен белергә тырышып, киләсәк хаҡына ҡурҡыу, борсолоу һәм өмөт араһында булды ул быуын инәйҙәре. Күрше-күлән бер- береһенә туған һымаҡ булып бөткәнгәме, элегерәк ишеккә йоҙаҡ элеп йөрөү ғәҙәте лә юҡ ине ауылда.

 

Йөҙөң аҡ булғыры

«Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – йән ҡаҙығы», – ти халыҡ мәҡәле, ә изге Ҡөрьән һәм динебеҙ күркәм холоҡ һәм мәрхәмәтлелеккә өндәй. Беҙ бәләкәй саҡта шелтәгә лайыҡ берәй эш эшләһәк, өләсәйҙәр беҙҙе «күп йәшәгере» тип әрләй торғайны. Һуңынан, үпкәләмәнеме был, тигәндәй, яратып ҡарап, «Аллаһ биргән» тип өҫтәп ҡуйырҙар ине.

Ауылда мәртәбәле ағинәйҙәрҙең береһе булған Гөләйфә әбей Яҡупованың

«йөҙөң аҡ булғыры» тигән йөмләһен хәтерләмәгән кеше юҡтыр. Үҙе менән һөйләшеп ултырған әңгәмәләшсеһенә ул әленән-әле, дәртләндереп, «йөҙөң аҡ булғыры», тип өндәшер ине.

Көҙ көнө, һыуыҡтар төшкәс, сысҡандар, Гөләйфә әбейҙең кәбәркәһенә инеп, он тоғон тишкәндәр. Ишекте асып инеүгә, онға батып, бите ап-аҡ булып бөткән бер сысҡан, тоҡ артынан йүгереп сығып, Гөләйфә әбейгә ҡарап тора икән. Нимә эшләргә?! «Иих, йөҙөң аҡ булғыры!» – тиеүҙән башҡа сара ҡалмай хужабикәгә...

 

(Дауамы бар)

 

Гөлнур Сәфәрғолова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...