Тәрбиәләйме әллә балаға зыян килтерәме йәнһүрәт?

Тәрбиәләйме әллә балаға зыян килтерәме йәнһүрәт?

Йәнһүрәткә әүрәп, зомби кеүек телеэкран алдында сәғәттәр буйына ҡатып ултырған, ата-әсәһенең, тамаҡ ялғаныңмы, балам, бар, тышта йөрөп кил, тигәненә лә тамсы ла ыжламаған, киҫәтеүҙәрен ишетмәгән балалар бөгөнгө көндөң ғәҙәти күренешенә әйләнеүе һеҙҙе әҙ генә булһа ла хафаға һалмаймы, ошо юлдарҙы уҡыусы хөрмәтле ҡәрҙәштәрем?

Минең өйҙә лә һигеҙ йәшлек улым менән шул уҡ хәл: оҙаҡ ҡарайһың, етте, күҙең боҙола бит, әйҙә, башҡа нәмә менән булайыҡ, һүрәт төшөрәйек, дәрес әҙерләйек, тиһәң, кескәй генә «зомби» бер килке ишетмәмеш була йә, “һүндермә”, “ике минуттан”, шунан инде бер туҡтауһыҙ «хәҙер-хәҙер», тип ваҡытты һуҙа-һуҙа торғас, ҡараңғы төшә. Йомшаҡ әйтеүҙе аңламағас, йәнең көйөп, розетканы йолҡоп алырҙай булып һүндерергә мәжбүрһең, һәм өйҙә шау-шыу, тауыш ҡуба. Йөрәк ярып сыҡҡан ғәзиз балаң былай ҙа һыҙлаған күңелеңә ҡан һауҙырып, ибәтәйһеҙ ҡыланып, тажылдығын сыға, ябай һәм мөһим әйберҙәргә ҡаршылыҡ күрһәтә башлай. Йә Аллаһ, ни өсөн һуң шулай? Ахырызаман яҡыная, тигәнең шул буламы әллә? Беребеҙ ҙә насарлыҡҡа өйрәтмәйбеҙ бит баланы.

Балаларҙы оҙайлы ваҡытҡа экран алдында ҡалдырырға яратҡан өлкәндәр, һеҙ үҙегеҙ телевизорға күҙ һалғанығыҙ бармы? Унда бала сағыбыҙҙа һирәк-һаяҡ ҡына күрһәтелгән йәнһүрәттәрҙең ҡапма-ҡаршыһы хәҙер. Эйе, беҙ ысын мәғәнәһендә ҡурсыулы инек, «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр» һәм «Әкиәттә ҡунаҡта» тапшырыуҙарында күрһәтелгән тәрән йөкмәткеле ҡарыһүҙҙәр күңелебеҙҙе күтәрҙе, беҙҙе һәр береһе яҡшылыҡҡа әйҙәне. Ә хәҙер тәүлектәр буйына эшләгән каналдарҙың контентына күҙ һалһаң, сәсең үрә торорлоҡ.

Уҙған быуаттың 70-се йылдарында психологтар телевидениела күрһәтелгән бөтә нәмәнең балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы булыуын асыҡлай. Канаданың билдәле психологы Альберт Бандура экрандың тамашасыға йоғонтоһон тикшергәндә, телевизор аша күрһәтелгән бер генә тәртип миҫалы (моделе) миллиондарса кешеләргә ҡабатлау өлгөһө була алыуын билдәләне.

«Яҡшылыҡҡа өйрәт» проекты «Бала саҡ хәүеф аҫтында: зарарлы йәнһүрәттәр» исемле ҡыҙыҡлы брошюра сығарҙы. Ул электрон форматта ла бар. Авторҙың һүҙҙәре хаҡ: кемдер беҙҙең балаларҙы маҡсатлы тәрбиәләй. Уларҙы «бөйөк» маҡсатҡа әҙерләй. Ошо аҡыл емергес йәнһүрәттәргә яуған тәнҡит һүҙҙәрен был «тәрбиәләүсе»: «Пультың бар ҙа инде, тот та һүндер», − тип йылмайып ҡына ҡабул итә.

Ниндәй йәнһүрәттәр ул? Улар аңға ниндәй йоғонто яһай? Нимәгә өйрәтә?

«Маша һәм айыу»ҙы күп балалар яратып ҡарай. Тәү ҡарамаҡҡа, ыңғай мультик кеүек. Әммә был әкиәттең картинкалары бик йыш, йәшен тиҙлегендәй үҙгәрә, ә был иһә логоневрозға, йәғни тотлоғоуға сәбәпсе булыуы мөмкин. Тәүге сериянан уҡ Машаның тиҫкәре персонаж икәнлеге күренә. Ишек алдына сыҡтымы, барыһы унан ҡасып йәшенә, сөнки был дыуамал ҡыҙыҡай нимә теләй, шуны ҡыла. Мәҫәлән, айыуҙың өйөнә килеп, бөтә донъяһын-ҡаралтыһын емереп сыға. Ни өсөндөр яман ҡылыҡтары өсөн Машаны шелтәләүсе, урынына ултыртыусы ла юҡ. Ҡыҙыҡай барыһына аяуһыҙ, шәфҡәтһеҙ, аҙым һайын хайуандарҙы яфалай, йырлап-көлөп һауыт-һаба ҡыра. Һәм мораҙына күҙ йәштәре аша, илап ирешә. Тотанаҡһыҙ, тыйнаҡһыҙ Маша беҙҙе нимәгә өйрәтә һуң? Был донъяла ни теләйһең, шуны эшләй алаһың, һәм бының өсөн һиңә бер ни ҙә булмаясаҡ, тигән емергес мәғәнә һалынған был йәнһүрәткә.

«Шрек» – Көнбайыш «шедевр»ҙарының береһе. Әкиәт мауыҡтырғыс һымаҡ, әммә юмор менән бирелгән ҡайһы бер эпизодтар тәбиғәтте һаҡлаусыларҙы шаҡ ҡатыра. Геройҙарҙың тәлмәрйендән һәм йыландарҙан шарҙар өрөп уйнағанын, ҡош ояларын туҙҙырыуын ғына иҫкә төшөрәйек. Әммә был йәнһүрәттә иң ҡурҡынысы − гендер бутау. Бында ҡатын-ҡыҙ һымаҡ биҙәнгән бармен, ҡыҙҙарса кейенгән ағас малай Пиноккио бар. Йәғни, ошо ытырғаныс персонаждар аша балаларға бындай хәлдәрҙең нормаль, ғәҙәти икәне һеңдерелә.

Аниме япон мультипликацияһының бер төрө ул – гендер-бендер. Нимәне аңлата ул? Был − тимәк, йәнһүрәт геройҙарының ниндәй енескә ҡарауын, йәғни, ҡайҙа малай, ҡайҙа ҡыҙ икәнен аңлап булмай. Уларҙың бөтәһе лә бер төрлө: оҙон сәсле, тар яурынлы, нескә хәрәкәтле... Шул уҡ ваҡытта енестәр араһындағы мөнәсәбәт аштырып күрһәтелә, үҫмер йәки унан да бәләкәйерәк булһалар ҙа, өҫтәрендә − нәҙекәй билдәренә, ҡалҡыу түштәренә һылашып торған кейемгә оҡшаш сепрәк-сапраҡ ҡына, йөҙҙәрендә − сағыу макияж.

Ҡот осҡос бит, ошо бәйһеҙлек, әҙәпһеҙлектән балаларыбыҙ өлгө ала башлаһа? Гендер тайпылыштар шулай уҡ «Сакура аҫтындағы ҡыҙ» тигән йәнһүрәттә һүрәтләнә. Төп герой һөйкөмлө бер ҡыҙ менән таныша, һәм күп тә үтмәй был ҡыҙсыҡтың ысынында малай булыуы асыҡлана. Йәки «Мария Холик» тигән йәнһүрәттә ҡыҙыҡайға әхирәте ғашиҡ була. Япония индустрияһында бындай сюжеттар аҙым һайын, ә аниме – бөгөн үҫеп килеүсе быуындың иң яратҡан жанрҙарының береһе.

Йәнһүрәткә ҡаршы ҡайһылай ҡаты тотондоғоҙ әле, тип әйтеүегеҙ ихтимал. Һис шикһеҙ, сәнғәттең был өлкәһендә лә тәрбиәүи яҡтан маҡтауға һәм иғтибарға лайыҡ өлгөләр бар, әммә бик әҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Баланың киләсәген уйлап, нығынып өлгөрмәгән психикаһын әшәкелектән араларға теләүҙән был. Буш һауытты ҡара ыҫмала менән тултырып, күпмелер ваҡыт үткәс, уның үтә күренмәле һыуға әйләнеүе икеле. Енси аҙғынлыҡты, ҡаты бәғерлекте күреп үҫкән баланан яҡшы холоҡло, мәрхәмәтле, эшлекле кеше сығырмы икән? Йәш быуындың ниндәй йәнһүрәт ҡарауына иғтибарлы булайыҡ.

Светлана Әбсәләмова

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...