Апайыма асыҡ хат

Апайыма асыҡ хат

Апайыма асыҡ хат

Һаумы, апай! Ошо көндәрҙә һиңә 75 йәш тула! Мин донъяға килгәндә һиңә 22 йәш булған. Мәскәүҙә Аҙыҡ-түлек сәнәғәте институтының һуңғы курсында уҡып йөрөгән сағың булғандыр.

 

Һинән ике йәшкә кесе Мәҙинә апайым, һөйләшеүҙәр пунктынан (переговорочный пункт) шылтыратып, һөйөнсө һораған:

– Апай, беҙҙең һеңлебеҙ тыуҙы! Зөлфиә тип исем ҡуштылар.

– Нисек инде Зөлфиә?! Их, мин бит ҡыҙым тыуһа, шул исемде ҡушырмын, тип хыяллана инем, – тигәнһең күҙҙәреңә йәш алып...

Һуңынан, күп йылдар үткәс, ике улға әсәй булғас: “Әл дә генә шул саҡ һиңә Зөлфиә тип исем биргәндәр, туғаным! Мин барыбер ул исемде ҡуша алманым. Исмаһам, һеңлем Зөлфиә булды, тип ҡыуанам хәҙер”, – тинең.

Апай, һин – ғаиләлә баш бала, бәләкәйҙән уҡыуға отҡор булғанһың. Етенсе класҡа тиклем Дыуан районының Иҫке Хәлил мәктәбендә, артабан Өфөләге 1-се һанлы интернат-мәктәптә белем алғанһың. Һәйбәт уҡығаның, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаның өсөн һине “Артек” Бөтә Рәсәй пионер лагерена путевка менән бүләкләгәндәр.

“Нисек тырышып уҡымайһың инде? Атайым менән инәйем бит беҙҙең баш осонда Рәфисә апайымдың аттестатын болғап үҫерҙеләр”, – тип шаярта торғайнылар Зөфәр һәм Илдар исемле ағайҙарым. “Апайың кеүек тырышып уҡы, балам!” – тип миңә лә йыш ҡына күрһәтеп ала торғайнылар тик бишлеләр теҙелеп киткән “тарихи” аттестатыңды.

Ауыл мәктәбен былай арыу ғына билдәләргә тамамлап, 9-сы класҡа Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға килдем. Алгебра дәресендә контроль эш яҙҙыҡ. Минең дәфтәрҙе ҡулына алғас, тәжрибәле уҡытыусы Мәйсәрә Сәләхиевна Әхтәмова аптыраулы ҡарашын төбәне:

– Зөлфиә, һин Ханнанова Рәфисә менән Ханнанов Илдарҙың һеңлеһе түгелме ни ул?

– Һеңлеләре. Бер туған...

– Һуң, шулай булғас, апайың менән ағайың математика фәнен шул тиклем һәйбәт белә ине бит!.. Ә һин ни эшләп насар билдәгә яҙҙың?

Оялышымдан ер тишегенә инерҙәй булдым...

Ҡайҙа инде, апай, һиңә етеү! Һин, ана, мандолинала ла уйнайһың, мин күпме тырышһам да булдыра алманым. Оҫта тегенсеһең дә. Йәйгеһен ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡаныңда, хатта өй эсендә лә бер ҡасан да халатта йөрөмәнең. Үҙең теккән бал итәкле, ғәләмәт матур күлдәктәреңде кейеп алыр инең.

“Ошо Рәфисә бигерәк пөхтә (бөхтә) инде!” – тиер ине инәйем.

Һин бер ҡасан да биҙәнеү әйберҙәрен ҡулланманың. Әммә һәр саҡ зауыҡлы, ыҫпай, гүзәл булдың.

Иҫләйһеңме икән, бер ун йылдар элек икәүләп тыуған ауылыбыҙға ҡайтып әйләнергә булдыҡ. Мин ни, юлға ярар әле тип, әрһеҙгә кейә торған кейемдәремде кейеп алдым. “Апай, һин әҙерме?” – тип әйләнеп ҡараһам, ул саҡта етмешкә инеп барған һин, бейек үксәле туфлиҙа, өр-яңы плащта сынъяһау булып баҫып тораһың. Һиңә күҙ генә һирпеп алдым да, барып өҫтөмдө алмаштыра һалдым. Бәй, етмеште ҡыуған апайым шулай күркәм генә булып ҡайтып барғанда ни!.. Бына ошолай, бер һүҙ өндәшмәй, ҡылған ғәмәлең менән генә лә тәрбиәләгән саҡтарың булды, апай!

Марсель еҙнәм хәрби кеше булғас, һеҙ Мәскәү өлкәһендә урынлашҡан хәрби ҡаласыҡта йәшәнегеҙ. Һин инженер-экономист булып эшләнең. Марат һәм Руслан исемле ике ул үҫтерҙегеҙ. Мине бәләкәйҙән йыл һайын Мәскәүгә ҡунаҡҡа йөрөттөләр. Бер йылы инәйем менән барам, икенсе йылы – атайым менән. Өлкән йәштә булғастары: “Юлда бер-бер хәл булһа, иптәш булыр,” – тигән булалар. Бына хәҙер, күп йылдар үткәс ғәжәп итәм. Ул “бер-бер хәл” тигәндәре була ҡалһа, мин, бәләкәй генә ҡыҙ бала, нимә эшләргә тейеш булдым икән?          

Бала сағымда ундай ҡайғылар урап үтһә лә, Аллаһу Тәғәлә беҙҙән һынауҙарын йәлләмәне. Атайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсеп, бер йыл үтеүгә 44 йәшлек кенә Зөфәр ағайымды ерләнек. Был ҡайғылар инәйебеҙҙе түшәккә ҡаҙаҡланы. Беҙ, өс ҡыҙ, өс йыл дауамында уны алмаш-тилмәш ҡарап, ҡәҙерләп, һуңғы юлға оҙаттыҡ. Унан һуң – Илдар ағайымды, Мәҙинә апайымды... Иң өлкәне – һин һәм иң кесеһе мин генә тороп ҡалдыҡ. Шул саҡ һиңә шиғыр бағышлағайным, иҫләйһеңме:

Ни арала, апай, биш баланан

Ике бөртөк кенә ҡалғанбыҙ,

Иремәҫ тә кеүек һис ҡасан да

Күңелемә ҡуша туңған боҙ.

Тыуған өйгә (ул һатылды инде!)

Эркелешеп ҡайтмаҫ бишебеҙ.

Киткәндәргә доға оҙатыусы

Ике генә бөртөк кеше беҙ.

Оҙонораҡ булһын һинең ғүмер,

Иртә китмәһәмсе мин үҙем,

Был донъяла, ай-һай, ҡыйындыр ул

Тороп ҡалыуҙары бер үҙең...

Әсәйем дә, атайым да һин бит,

Апайым һәм ике ағайым –

Барыһын да һинең йөҙҙә күрәм,

Ҡайҙа әле усаҡ яғайым!

Саҡырайым сәйгә.

Икәүләшеп беҙ иҫләрбеҙ күмәк саҡтарҙы,

Йылы һүҙең, йылы ҡараштарың

Күңелдәге боҙҙо аҡтарҙы.

Килсе, апай! Йәсин бағышлайыҡ,

Киткәндәрҙең рухын шат ҡылып,

Раббыбыҙҙың киң ҡөҙрәте менән

Ҡәберҙәрҙе нурлар яҡтылыҡ.

Килсе, апай, юҡһа, юғалтыуҙар

Йөрәгемде өтә ҡуҙ кеүек,

Биш баланан икәү генә ҡалдыҡ:

Беребеҙ әсәй, беребеҙ ҡыҙ кеүек.

Биш баланан икәү генә ҡалдыҡ,

Имен-аман, апай, торайыҡ,

Бер-беребеҙгә терәк булайыҡ беҙ,

Бер-беребеҙгә кәрәк булайыҡ!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғыла-рыбыҙ уның менән генә бөтмәне. Ғәзиз уландарыңды ла бер-бер артлы ер ҡуйынына һалдың. Мин һине ауыр ҡайғыларҙан бөгөлөп төшөр, тип ҡурҡтым. “Апай, мине үҙеңдең ҡыҙың, тип иҫәплә. Минең улым һәм ҡыҙҙарым һинең ейән-ейәнсәрҙәрең булыр”, – тинем. Һин, ысынлап та, шуларға бауыр баҫтың. Әле ейәнсәрем Сафияны ла бүләсәрең кеүек күреп яратаһың.

Һеҙ күптән еҙнәмдең тыуған яғы, Илеш районына күсеп ҡайттығыҙ. Һәр ваҡыттағыса, ҡыйып кергеһеҙ таҙа донъяғыҙҙа, иҫ киткес тәмле бәлештәреңде бешереп, ҡунаҡ итәһең. Еҙнәмә рәхмәт, һиңә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы, беҙгә ҡарата ихтирамлы булды. Үҙеңә мең рәхмәт, миңә тип әле һаман ҡайнатмалар ҡайнатаһың, бәшмәк йыйып киптерәһең. “Эшең тығыҙ, ваҡытың ҡалмайҙыр”, – тип, биҙрә-биҙрә һалмалар ҡырҡып ҡуяһың.

Беҙ икәү бергә сәфәргә сығырға яратабыҙ. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Берәй ерҙә туҡтап намаҙ уҡып алабыҙ. Мин һинең дини белем алыуыңа, инде бер нисә тапҡыр үҙаллы Ҡөрьән сығыуыңа ҡыуанам. Мине лә, балаларымды ла доғаларыңдан ташламаҫыңды беләм. Әлхәмдүлилләһ, быйыл Аллаһтың киң рәхмәте менән Хаж ғәмәлен үтәп ҡайттың. Унда ла мине онотмай, бүләккә икебеҙгә бер төҫтән затлы күлдәк алып ҡайтҡанһың. “Икәү генә серләшеп, ауылға ҡайтып килербеҙ әле, йәме!” – тигән булаһың.

Ин шәә Аллаһ, апай, Ин шәә Аллаһ! Матур ғына итеп, бер иштән кейенеп ҡайтырбыҙ, ивет?!

 

Зөлфиә Ханнанова

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...