Ояһында ни күрһә, осҡанында – шул булыр!
Ояһында ни күрһә, осҡанында – шул булыр!
“Дини тәрбиә биргән гәзит сығара башлаған икәнһегеҙ! Баҫмағыҙҙы уҡып барам. Бик кәрәкле әйбер! Шул тиклем ҡыуандым”, – тип редакция менән бәйләнешкә сыҡты 91 йәшлек ил инәһе, фиҙаҡәр йәмәғәтсе Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы Бейешева. Рухиәт һағында торған ағинәйебеҙҙең фатихаһын ишетеү беҙгә лә бик күңелле булды. Етмәһә, бар ғүмерен илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы менән бәйләгән хөрмәтле ветеран гәзитебеҙ менән хеҙмәттәшлек итергә ихлас теләге барлығын белдерҙе.
Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙына Аллаһу Тәғәләнең оло ризалығына ирешеүен теләп, ул яҙып тапшырған тәрбиәүи материалды уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим, тип башлайым әйтер һүҙемде.
Һуңғы йылдарҙа илдә үҙгәрештәр булыуы һәр кемгә мәғлүм. Шулар араһында күңелгә йылылыҡ, киләсәккә өмөт биргәне: бер быуатҡа халыҡты диндән мәхрүм итеп, динһеҙ тәрбиә биреүҙе алға ҡуйып тотош бер быуынды рухи яҡтан зәғиф итеп тәрбиәләүҙең һөҙөмтәһен күреп, ниһайәт, динебеҙгә юл асылды. Әлхәмдүлилләһ.
Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ислам диненең тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Оло йәштәге кеше булараҡ, бала саҡта атай-әсәй, инәй-олатайҙар күңелемә һеңдергән тәрбиә алымдары менән уртаҡлашҡым килде.
Мин Эйек йылғаһының ярында ғына урынлашҡан ҙур булмаған, әммә бөхтәлеге, халыҡтың берҙәмлеге менән айырылып торған Туйөмбәт (Туйымбәт) исемле ауылда үҫтем.
Баланың әсә ҡарынында уҡ буласаҡ холҡо, фиғеле, киләсәк булмышы формалаша башлай, тип фән дә хәҙер иҫбат итә. Былар бөтәһе лә әсәнең үҙен тотошо, йәшәү рәүеше, холҡо, тәбиғәте аша балаға һеңешә башлай. Шул уҡ ваҡытта ата ҡаны ла үҙ өлөшөн индерә. Дини китаптарҙа ла бит бала тыуғанда уҡ уның маңлайына киләсәк яҙмышы Аллаһу Тәғәлә тарафынан яҙылып ҡуйылғаны тураһында әйтелә. Тимәк, бала тыуғанда уҡ уның яҙмышына беренсе көндән нигеҙ һалынған була, артабанғы тәрбиә тирә-яҡ мөхиттән, ата-әсәнең, ололарҙың балаға ҡарата мөнәсәбәтенән тора.
Беҙҙең Туйөмбәт (Туйымбәт) ауылында ХХ быуаттың башынан алып 1950 йылдарға тиклем бер генә кендек инәһе Һәйепъямал (Хәбибъямал) инәй бар ине. Асыҡ йөҙлө, тәүәккәл, кешелекле инәй, тип иҫемдә ҡалған.
Баланы ул, бисмилләне әйтеп, доға ҡылып ҡабул итә торған булған. Һәр балаға үҙенең теләк-доғаларын әйтеп һамаҡлаған:
Эй, ир бала, ир бала.
Илаҡ булма, батыр бул,
Илеңдең терәге бул,
Ата-әсәңә юлдаш бул,
Ололарға йомшаҡ бул!
Йәки:
Эй ҡыҙ кеше, ҡыҙ кеше –
Фәрештәгә тиң кеше.
Өйҙөң ҡото бул,
Иреңә ярҙамсы бул,
Әсәйеңә серҙәш бул!
Ошо рәүешле баланы йүргәккә төрөп, аҡ биләүгә биләп, “Аллаһүммә ғфир ли үәр-хәмни, үәһ-дини, үәр-ҙуҡни”, – тип бәхет доғаһын уҡып, сәңгелдәккә һала торған булған. Йәш әсәгә: “Баланың бер үҙен өйҙә ҡалдырма. Сыҡһаң, өҫтөнә бисмиллә итеп, бысаҡ һалып сыҡ, юғиһә ен алмаштыра”, – тип әйтер булған.
Элек бит ауылда балалар баҡсалары юҡ ине: бала-сағаны бөтә ауыл тәрбиәләй ине. Ололар әйткән һүҙ – беҙгә закон булды.
Таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә ошолай итеп өйрәтерҙәр ине:
− Йыуынып йөрө, Аллаһу Тәғәлә бысраҡты хупламай.
− Ашағандан һуң ауыҙ-мороноңдо сайҡат, юғиһә ауыҙыңды ен балаһы ялар.
− Торғас та урыныңды йыйып ҡуй, йылы урыныңа ен балаһы килеп ҡунмаһын.
− Һәр кесе йома йәки йома һайын тырнаҡтарыңды ҡырҡырға күнек, ҡырҡҡан тырнаҡтарыңды теләһә ҡайҙа туҙҙырма, ен-пәрей ашыңа һалып ҡуйыуы бар. Кесе йома, йома − тырнаҡ алыу көндәре. Башҡа көндәрҙә алһаң, шайтан тырнағы үсеүе мөмкин, тиерҙәр ине.
− Сәсеңде тарағас, матур итеп йыйнап ҡуй, ҡойолған сәс бөртөктәрен теләһә ҡайҙа ташлама, юғиһә башың һыҙлар, сәсең үҫмәҫ.
− Ашап бөткәс тә, табаҡ-һауытыңды йыуырға онотма. Фәрештәләрҙең ҡанаты талмаһын, улар һинең йыуып бөтөүеңде көтә.
− Фәрештәләр ике яҡ яурыныңда ултырып, уң яҡтағыһы − һинең яҡшы изге эшеңде, һул яҡтағыһы насар ҡылығыңды яҙа бара. Яуап көнөндә улар биҙмәнгә һалынып үлсәнә. Изге эшең күп булһа – Ожмахҡа, яуызлығың ауырыраҡ тартһа – Тамуҡҡа.
− Икмәкте ваҡлама, иҙәнгә төшөрмә, Аллаһу Тәғәлә асыуланыр ҙа башҡа икмәк бирмәҫ.
− Өйҙөң иҙәнен, бигерәк тә инер тупһаны ,бисмиллә итеп йыуыр инек, сөнки Бисмилләне аша атлап ен-пәрей инә алмай, ҡурҡа, тип өйрәтерҙәр ине.
− Ишек алдын таҙа тоторға ҡуштылар, ишек алдында ҡый булмаһын, ен ояһына әйләнмәһен, тип кенә торорҙар ине беҙ бәләкәй саҡта.
− Һыуҙың өҫтөн Бисмилләһ итеп ябып ҡуй, юғиһә төндә ен яңы тыуған балаһын йыуындырыр.
− Иҙән йыуған һыуыңды кискеһен урамға сығарып түкмә, зәхмәт ҡағылыр.
− Ҡысҡырып һөйләшмә, ҡысҡырып көлмә, ен-пәрейҙәр ҡыуаныр, үҙенә саҡырыр һ.б. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр тәрбиә эшендә халыҡ әйтемдәрен дә бик оҫта ҡуллана ине:
− Эшләгән тешләр, эшләмәгән ни эшләр?
− Эштең ояты юҡ.
− Әрле әрләнгәнсе, әрһеҙ ашап туйған.
− Ир кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә әҙ.
− Иртә торғандың ашы бешкән, һуң торғандың бите бешкән.
− Бөгөн эшләй торған эште, иртәгәгә ҡалдырма.
− Ҡалған эшкә ҡар яуа.
Беҙҙең халыҡ борондан йырҙарҙа, әкиәттәрҙә, ҡобайырҙарҙа, мөнәжәт-тәрҙә йәшерелгән шәхес тәрбиәләүгә тәғәйенләнгән иҫ киткес аҡылды йәш быуындың күңеленә һалғанда, ни тиклем отошло булыр ине! Әммә бөгөн бындай тәрбиә юҡ кимәлендә. Ата-әсәләрҙең дә ҡатмарлы, бәйел-һеҙ заманала тәрбиәгә иғтибар итергә мөмкинлектәре ҡыҫыҡ шул.
Бына ошо киләсәк быуынды ысын ил хужалары итеп, илдең тотҡаһы итеп тәрбиәләүгә етәкселәрҙең теләге етерлек булғанда, уйлап, ниәттәр ҡорғанда, кеше мәнфәғәтенә иғтибарҙы йүнәлткәндә, йәғни дин әһелдәре етәкселек менән берлектә был юҫыҡта эшләгәндә, илебеҙ ҙә, күҙгә күренеп алға барыр ине. Һүҙ менән генә түгел, ғәмәли эш менән әҙәм балаһын, бигерәк тә йәштәрҙе ышандырыу кәрәк.
Ә бөгөнгә аҡсаға ҡоролған илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс кәрәк! Яңы, донъяға кешеләрсә ҡараған быуындың үҫеп сығыуы мотлаҡ. Шуға ла тәрбиә эшен туҡтатырға ярамай. Бөгөнгө үҙебеҙ булдырған ғәрип быуынды һауыҡтырыу үҙебеҙҙән тора. Ә нисек?! Бында күмәкләп, бергәләшеп уйлау, иң фәһемле юлдарҙы табып ҡулланыу, бәлки, һөҙөмтәләрен бирер.
Ауыр, аңлайышһыҙ осорҙа ҙур батырлыҡ, ҡыйыулыҡ менән тәрбиә эшенә тотонған “Әс-Сәләм” гәзитенә төрлө яҡлап ярҙам итеү бөтә мосолмандарҙың ғына түгел, барлыҡ йәмәғәтселектең мөҡәддәс бурысы.