Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар
«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас та башланған. Әсә кеше, үҙенә күҙ тейеүҙән һаҡланыу өсөн, йөккә ҡалыуын йәшерергә тырышҡан.
Башҡорт халҡында бала тыуыуға бәйле йолала иң төп фигура – кендек әбейе булған. Ул баланы ҡабул иткән, ҡулына еп бәйләгән һәм ваҡытлыса исемен атаған (йүргәк йәки кендек исеме). «Йүргәк» исеме тип Буранбай, Йомабикә, Ҡылысбай, Бикә һ.б. исемдәр ҡушҡандар. Был исемде бер кем дә белмәгән, ә һуңынан балаға олатаһы, атаһы йәки мулла рәсми рәүештә ҡолағына аҙан һәм ҡамәт әйтеп, кешеләр уға шул исем менән мөрәжәғәт итәсәк исемде ҡушҡан. Бала ятҡылығын (аналыҡ) доға уҡып сайҙырып, аҡ туҡымаға төргәндәр һәм ышыҡ урынға күмгәндәр.
Ислам динен тотоу, Аллаһу Тәғәләнең бойорғандарын, шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәттәрен үтәп йәшәү халыҡтың йәшәү рәүеше булған. Быны баланың аңҡауына тәхник (бал) һөртөү, ғәҡыҡа ҡорбаны салыу, сәсен ҡырыу, ир балаларҙы сөннәткә ултыртыу йолаларын ҙурлап, оло байрам ойоштороп үткәреүҙәрендә күрәбеҙ.
Халҡыбыҙҙа бала тыуғас башҡарылған матур йолаларҙың береһе – бәпес күрә барыу, йәғни, «Бәпәй сәйе». Был байрамды бала тыуғандан һуң өс йәки ете көн үткәс ойошторғандар. Бәпес хөрмәтенә ҡунаҡтар үҙҙәре менән май, ҡаймаҡ, тәм-том, ҡоймаҡ, бәлеш алып килгәндәр. Ә хужабикә, байрам тамамланғас, ҡунаҡтарға кәтүкле еп, шулай уҡ күкрәксә (түшелдерек), янсыҡ, туҡыма киҫәктәре таратҡан. Ҡунаҡтар әсәгә һәм балаға изге теләктәрен әйтеп таралышҡан. Бала күрә килгән кешеләр матур-матур теләктәр әйткәндәр. Ир бала булһа, уның батыр, ата-әсәһенә терәк, тәүәккәл, дәртле, егәрле, зирәк, намыҫлы, ә ҡыҙ балаға хәстәрле, инсафлы, матур, саф күңелле булыуын теләп доға ҡылғандар. Элек-электән ҡалған был ғәҙәт сабыйы тыуған әсәгә ярҙам итеү теләгенән башҡарылған, сөнки йәш баланан яңы ҡотолған әсә хәлһеҙ була, аш-һыуын да төрләй алмай, башҡа эштәргә лә өлгөрә алмауы мөмкин.
Ҡайһы бер ерҙәрҙә, халыҡ бала күрә барыуға алдан һөйләшеп, ҡайһы көндә кем барырға тейешлеген билдәләп ҡуйған. Һәр көн һайын, ғәҙәттә, ҡырҡ көнгә тиклем, кемдер һурпа, кемдер ҡоймаҡ, кемдер бәлеш тотоп бара, йәш әсәне һыйлай, балаға бүләк алып килә һәм бер аҙ ярҙам итешеп ҡайта торған булғандар. Әгәр йәш әсәнең ярҙамсылары (әсәһе, ҡәйнәһе һ.б.) бар икән, хәл белешеп, сәй эсеп ҡайтҡандар. Ләкин баланы ҡотлау өсөн күмәкләшеп килмәгәндәр, был әсәне лә, баланы ла йонсотоу булып һаналған.
Тағы ла бер матур йола − «Бишек» туйы, йәғни. баланы сәңгелдәккә һалыуға бағышланған махсус байрам. «Бишек (сәңгелдәк)» туйы балаға 3, 7 йәки 40 көн булғас үткәрелә торған булған. Байрамға тик ҡатындар һәм балалар ғына саҡырылған. Ҡунаҡтар төрлө күстәнәстәр алып килгән. Кендек әбейе баланы бишеккә һалып, бишек тапҡырына тәм-том, тәңкә һипкән, ә бала-саға уларҙы сүпләгән. Һуңынан күмәкләп ултырып сәй эскәндәр һәм балаға матур теләктәрен әйтеп таралышҡандар.
Сәңгелдәк йыры ла йоланың бер төрө. Сәңгелдәк йырҙарының күбеһе әсәнең балаға күңел йылыһын биреп уйланыуы, шатланыуы, моңайыуы рәүешендә сығарылған, шулай уҡ ир йәки ҡыҙ бала булыуына ҡарап әйтелгән изге теләктәре, бәхетле яҙмыш, һаулыҡ теләүе доға кеүек яңғыраған.
Шулай уҡ тағы ла бер матур ғәҙәт әле лә һаҡланып ҡалған. Баланы тапҡас (элекке ваҡытта өйҙә тапҡандар, ә хәҙер бала тыуҙырыу йортонан ҡайтҡас), иң элек туғандары менән таныштыралар. Өлкәнерәк (5-6 йәшлек) балаларға: «Һин хәҙер ағай (апай) булдың», − тип әйтеү ҙә етә. Ә бәләкәйерәк (2-4 йәшлек) балаларға: «Һин ағай (апай) булдың», − тип бәпестең иң тәүҙә аяҡтарын (тәпәйен) асып күрһәтәләр. Юғиһә, бәләкәй балаларҙың бәпестән көнләшеүе бар. Бәләкәй сабый әле бер ни аңламай, шуның өсөн уны ҡулға алғас, ҙурыраҡ туғандарын иркәләп алыу кәрәк, ти халыҡ.
Борон замандарҙа, тормош-көнкүреш шарттарының ауыр-лығы арҡаһында, тейешле медицина ярҙамы булмағанлыҡтан, йәш балалар йыш үлә торған булған. Шунлыҡтан, бик боронғо замандарҙа йәш баланың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән ырым-юрауҙар, йолалар формалашҡан. Бөтә был юрауҙар, йолалар балаға зыян килтерерҙәй көстәрҙе (ен-шайтандар, бисуралар һ.б.) алдатыуға, өркөтөүгә йүнәлдерелгән булған. Бала тыуғас, тәүге ҡырҡ көн иң хәүефле һаналған. Был көндәрҙә, боронғолар, әсә менән бала янында яуыз көстәр йыйыла, тигәндәр, сөнки әсә лә, бала ла бик хәлһеҙ, көсһөҙ, ауырыуҙарға бирешеүсән булалар. Йола буйынса, йәш баланы ҡырҡ көн буйына бүлмәлә бер үҙен ҡалдырып сыҡмағандар. Сәңгелдәккә йыш ҡына бысаҡ, ҡайсы һалып, ә ҡайһы бер кешеләр сәңгелдәккә айыу, бүре йәки бөркөт тырнағы бәйләп ҡуйыр булған.
Бала тыуыуға бәйле йолалар үҙәгендә исем ҡушыу туйы торған. Исем ҡушыу аҙан әйтеү менән башланған. Баланы мулланың алдына һалғандар, ул баланың һәр ҡолағына өсәр тапҡыр: «Һинең исемең фәлән булһын», − тип ҡысҡырған. Байрам хөрмәтенә мул табын әҙерләнгән, баланың әсәһе ҡунаҡтарға бүләктәр таратҡан. Ә ҡунаҡтар яңы тыуған сабыйға ҡолон, быҙау, аҡса әйткәндәр. Балалары йыш ҡына үлеп торған ғаиләләрҙә йәш баланы һаҡлап ҡалыуға йүнәлдерелгән тотош бер йола системаһы формалашҡан булған. Йәш балаға, мәҫәлән, малаймы, ҡыҙмы икәнлеге асыҡ билдәле булмаған исем ҡушҡандар (Фәрүәз, Сәрүәр, Сулпан һ.б.). Шулай эшләһәң, йәнәһе, яуыз заттар баланы эҙләп таба алмай. Бүребай, Арыҫланбай, Бөркөтбай, Тимербай кеүек исемдәр ҙә, имеш, балаға бүре һаулығын, тимерҙең ныҡлығын бирергә тейеш булған. Ошо ерлектә халыҡ араһында баланы күҙ тейеүҙән һ.б. нәмәләрҙән һаҡлау өсөн төрлө һамаҡтар барлыҡҡа килгән.
Был байрамдарҙан тыш, тағы ла һөт теше сығыу, баланың тәүге аҙымы (тәпәй сәйе), сөннәткә ултыртыу (бабаға биреү) байрамдары ла ҙурлап билдәләнгән. Был байрамдар халыҡты берләштергән, татыулаштырған.
Шулай уҡ халыҡ араһында йәш балаларҙың ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланылған, халыҡ тарафынан быуаттар буйы формалашҡан дауалау сараларының береһе − им-том йәки арбау булған. Им-том үҙенең йөкмәткеһе менән ифрат күп төрлө, шуға күрә халыҡ телендә ул имләү, ҡот ҡойоу, бүҫер ҡыуыу, татран ҡыуыу, биртек ҡыуыу һәм башҡа исемдәр менән әйтелеп йөрөтөлә. Им-том үҙенең тәбиғәте, үткәреү йолаһы менән ҡатмарлы ғына күренеш. Имсе ауырыуҙы дауалау өсөн арбау менән генә сикләнмәй, киреһенсә, ул быуаттар буйы халыҡ тәжрибәһенән сығып тупланған им-том сараларын файҙалана. Ә был сараларҙың күбеһе халыҡ медицинаһын (үләндәр менән дауалау) файҙаланыуға ҡайтып ҡала, йәғни, имләү ярҙамсы роль уйнай.