Ҡотолғоһоҙ яза

Ҡотолғоһоҙ яза

Организмды ағыулаусы спиртлы матдәләргә мөнәсәбәт. Теге донъяла уларҙы ҡулланған өсөн ниндәй яза ҡаралған?

 

Динебеҙ беҙгә мөлкәтебеҙҙе һәм һаулығыбыҙҙы һаҡларға ҡуша, сөнки улар Аллаһтан тапшырылған аманат. Шуның өсөн дә Ислам рөхсәт ителгән, йәғни хәләл юл менән генә һатып алыуҙы талап итә. Бының менән ул, кеше мәнфәғәтен һаҡлап, һаулыҡ һәм мөлкәтте бушҡа һәм зыян килтергән нәмәгә сарыф итеүҙе тыя.

Кеше һаулығына килгәндә, организмға зыян иткән бөтә нәмә тыйыла, ә уға зарар килтергән кешенән Хөкөм көнөндә бик ҡаты һорау алынасаҡ. Зыян иткән әйберҙәргә алкоголь һәм башҡа иҫерткес матдәләр инә. Аллаһу Тәғәлә әйтә (мәғәнәһе): «Әй, мосолмандар! Хәмер эсеү, аҙғын уйындар уйнау, һындарға баш эйеү, фал астырыу, ырымланған уҡтар менән шыбаға һалыу шайтан ғәмәлдәрелер, шаҡшылыҡтыр, уларҙан йыраҡ тороғоҙ: бәхеткә ирешерһегеҙ!» ( «Мәидә» сүрәһе, 90-сы аят).

Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Хәмерҙән һаҡланығыҙ, ысынында ул әшәкелектең башы» (Ән-Нәсәи). Алкоголь һәм иҫерткес матдәләрҙең организмға ҙур зыян килтереүе күптәргә мәғлүм, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был кешеләрҙе туҡтатмай. Алкоголдең йәмғиәткә ниндәй зыян килтереүен күҙ алдына баҫтырыу өсөн, әйҙәгеҙ, статистиканы бер аҙ байҡап сығайыҡ.

Енси көс ҡулланыу осраҡтарының 90 проценты, планлаштырылмаған ауырға ҡалыуҙың 70 проценты, енси юл менән инфекция йоҡтороуҙың 60 проценты, юл-транспорт фажиғәләренең яртыһы, йәғни 50 проценты, эскелек арҡаһында һәр икенсе ғаиләнең тарҡалыуы, кеше үлтергән осраҡтарҙың 50 проценты, суицидтың 25 проценты – ошо ҡурҡыныс афәттәрҙең барыһы ла алкоголь арҡаһында килеп сыға. Уйланырға урын бар. Йәмғиәтебеҙҙә араҡыға бәйле проблема булмаһа, күпме кешенең ғүмерен, һаулығын һаҡлап ҡалып булыр ине, күпме ғаилә тарҡалмаҫ ине?!

Иҫерткес эсемлектәр ҡулланған кеше Аллаһу Тәғәлә ҡушҡанса йәшәй алмай. Сөнки ул яуаплылыҡ кеүек төшөнсәне ҡабул итмәй һәм үҙ өҫтөнә алмай. Бихисап яуыз, насар ғәмәлдәре арҡаһында башҡаларҙың ышанысын юғалта, шуға ла бер ерҙә лә шаһит була алмай. Уның бер һүҙенә, бер ҡылығына ла ышанмайҙар.

Йәмғиәткә, ғаиләһенә, үҙенең һәм яҡындарының һаулығына зыян итеүҙән башҡа, спиртлы эсемлектәр менән ныҡ итеп мауыҡҡан кеше үҙенә Раббыһының асыуын төшөрә. Жәбир еткергән хәҙис буйынса Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Ысынлап та, Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә хәмер эсеүсене тинәтүл-хәбәл менән һыйларға вәғәҙә бирҙе». Һәм шул саҡта сәхәбәләр һораны: «Ә нимә һуң ул тинәтүл-хәбәл?» Аллаһ Илсеһе ﷺ: «Йәһәннәм әһелдәренән тамған тир», – тип яуап биргән (Мөслим).

Әхмәд, Ән-Нәсәи һәм Ибне Һүзәймә еткергән хәҙис буйынса, Аллаһ Рәсүле ﷺ былай тигән: «Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ﷻ өс кешегә – ата-әсәһен тыңламағанға, ир-егеткә оҡшарға тырышҡан ҡатын-ҡыҙға һәм ҡатынын көнләшмәгән (насарлыҡтан) ир-егеткә иғтибар итмәҫ. Шулай уҡ өсәү – ата-әсәһен һанға һуҡмай, уларға ҡаршылыҡ күрһәтеүсе, эскелек менән мауығыусы һәм дә кешегә яҡшылыҡ эшләп, шул турала бер туҡтауһыҙ уға иҫкәртеп шелтәләп тороусы – Йәннәткә инмәҫ».

Тәбиғиндәр (сәхәбәләр менән күрешеп, аралашҡан тәҡүәлеләр) заманында булған ваҡиғаны һөйләп үтмәксемен. Аллаһтан бер туҡтауһыҙ ғәфү һораған кешенән: "Тәүбә итеүеңә нимә сәбәпсе булды?" – тип ҡыҙыҡһынғандар. Ул былай тип яуап биргән: «Элгәре мин ҡот осҡос шөғөл –ҡәбер ҡаҙып, кәфен, мәйеттәрҙең биҙәүестәрен урлау менән булыштым. Бер ваҡыт мин ҡибланан боролоп ятҡан мәйеттәргә юлыға башланым. Улар тураһында туғандарынан һорашҡас, мәрхүмдәрҙең иҫерткес эсемлектәр эсеп, ошо ҡылығына тәүбә ҡылмай үлеп киткәндәрен белеп ҡалдым».

Аллаһтың асыуы фәҡәт хәмер эсеүсегә генә төшә, тип уйлағандар бик ныҡ яңылыша. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Аллаһу Тәғәлә хәмерҙе, уны эсеүсене һәм башҡаларҙы эсереүсене, уны етештергән, әҙерләгән, һатҡан һәм эсеүсегә алып барып еткергән кешене ләғнәт ҡылды» (Әбү Дауыт, № 3674; Ибне Мәджәһ, № 3380; әл-Хәким, 2/32). Аллаһтың асыуы, ҡәһәре төшөүҙән нисек ҡурҡмай улар?! Аллаһтың Язаһынан нисек тә булһа ҡотолоп ҡалырбыҙ, тип уйлайҙармы икән? Хөкөм көнөндә һәр ғәмәле өсөн яуап биреүҙәрен күҙ алдына нисек килтерәләр икән? Әллә уларҙың, аҙаҡ ҡартайыңҡырағас, күпләп тәүбә ҡылырмын, ул саҡта мине Аллаһу Тәғәлә мотлаҡ ғәфү итер, тип һылтанып йәшәү менән мауығып китеүҙәреме?

Аллаһтың уларҙы кисереүенә ышаныс, инаныу ҡайҙан? Ғәҙеллек хөкөм иткән көн дә бит әле ул Яуап көнө! «Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә өс кешенең намаҙын һәм яҡшы ғәмәлдәрен ҡабул итмәҫ: хужаһынан ҡасҡан ҡолдоң − кире хужаһына әйләнеп ҡайтҡанға ҡәҙәр; иренең асыуын килтергән ҡатындың − уның күңелен күтәргәнгә тиклем; иҫеректең − һушына килгәнсе» (Ибне Һүзәймә).

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә беҙҙең ерлеккә теш-тырнағы менән йәбешкән насар ғәҙәттән, яман сирҙән ҡотолорға ярҙам итһен! Әмин!

 

Илдар Әселдәров, Светлана Ғәлиуллина тәржемәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...