Ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тый...

Ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тый...

«Ҡыҙыңдың тәрбиәһенең сере ниҙә?» – тип һоранылар бер осрашыуҙа. «Ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тый, тигән халыҡ мәҡәле бар. Әсәйем дә үҙемде ошо ҡағиҙәгә ярашлы тәрбиәләне. Мин үҙем дә ҡаты тотам ҡыҙҙарымды», – тип яуапланым яуаплауға. Аҙаҡ икенсе төрлөрәк уй килде. Һәp тәрбиәнең нигеҙе балаға юғары талап ҡуйыуҙан ҡоролалыр ул. Ҡыҙҙарыма бәләкәй саҡтан юғары талап, юғары маҡсат ҡуйылды. Улар шул талапҡа яуап бирергә ынтыла. Ә бының өсөн һиндә яуаплылыҡ тойғоһо көслө булырға тейеш. Һәр көнөң, hәp аҙымың, hәp әйткән һүҙең, hәp эшең өсөн яуаплылык тойғоһо...

Ошо көндәрҙә Өфөлә ике башҡорт ҡыҙының үлтерелеү хәбәре таралды. Береһе – Бөрйән, икенсеhe Белорет районы ҡыҙы. Төрлө имеш-мимештәр йөрөй уларҙың үлеме хаҡында. Кемдәрҙер ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен ғәйепләй. Кемдәрҙер ҡыҙҙарҙың тәртипле булыуын, хатта берәүһенең намаҙға баҫырға әҙерләнеп йөрөүөн раҫлай. Һәp хәлдә, ошо икенсе фаразға бик тә ышанғы килә...

Ошо урында беҙҙең әсәйҙәребеҙ тәрбиәhен, «Ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тый» тигән мәҡәлдең асылын тағы ла бер тапҡыр ҡыҙ балаларыбыҙ иғтибарына йүнәлтке килә. Эйе, беҙҙе әсәйҙәр ҡаты тотто. Аҙаҡтан, әсәйҙәрҙән айырылып, баш ҡалаға килеп, үҙ аллы йәшәй башлағас, ул тыйыуҙар hәp аҙымда иҫкәртеп торҙо беҙҙе. Иртән уҡыу йортона йүнәләһең икән, тырышып белем алыуҙан алып, үҙ-үҙеңде әҙәпле тотоу, иғтибарлы булыу, укытыусыларыңды хөрмәт итеүгә тиклем бар әҙәп-тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә тейешhең. Был хаҡта әсәйҙәр өгөтө иҫкәртеп тора. Кисен ҡайҙалыр урамға сығаһың икән, мотлаҡ эт-ҡоштан, насар кешеләрҙән һаҡланыу сараларын күрергә, алдыңды-артыңды ҡарап йөрөргә тейешheң – быныhы ла тыйыуҙар менән ҡаныбыҙға hеңгән. Ул тыйыуҙар әле булha, ҡартлыҡ ҡорона инеп барғанда ла, беҙҙең менән. Fүмер буйы оҙата килә улар.

Ә баяғы ҡыҙҙарға шундай тыйыуҙар һеңдерелмәнеме икән ни? Ни өсөн улар кис һуң ғына дөйөм ятаҡтан сығып киткән? Ниңә ингәндәр кафеға? Кисен кафеларға йүнле ҡыҙҙар йөрөмәй, тигән фекер һеңдерелмәнеме икән ни зиhендәренә? Эйе, ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тый, тигәнде бер генә әсә лә онотмаҫка тейеш. Ҡыҙ балағыҙ бәхетле, имен, hay-сәләмәт булһын, тормош юлында йүнле ир hайлаһын тиһәгеҙ, ошо халыҡ мәҡәлен ҡулланығыҙ тәрбиәлә. Бер нигә ҡарамай, ҡырҡ урындан тыйығыҙ ҡыҙ балағыҙҙы...

ГӨЛФИӘ ЯНБАЕВА

“Елле фекерҙәр елгә осмаһын” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....