Ир-егетте нимә көслө итә?

Ир-егетте нимә көслө итә?

«Көслө ир” төшөнсәһе күп яҡлы. Физик әҙерлекте, беләк көсөн генә күҙ алдына килтереү бигүк дөрөҫ булмаҫ.

Аҡыл. Ғәйрәтле булып күренеү өсөн генә түгел, көсөн ғәмәлдә иҫбатлау өсөн ир-атҡа һәр бер мәсьәләне аҡыл менән хәл итергә кәрәк. Төрлө хәл-ваҡиғаны дөрөҫ баһалай белеү, һығымта яһау − ир-егет фиғеленең иң ҡиммәтле яғылыр.

Ир-егет арсеналында йәнә бер көслө ҡорал ул − белем. Ғилем алыуҙың сиге юҡ,шуға ла белемгә даими ынтылып йәшәгән, яңы һөнәргә өйрәнгән көслө зат ҡына рухи һәм физик яҡтан үҫә һәм нығына. Китап уҡыу кешегә белем өҫтәй, әммә фәтеүә бирерҙәйҙәренә генә тотонорға кәрәктер. Файҙаһыҙ әсбаптарға ваҡытты әрәм итмәү хәйерлерәк. Бөтә китаптарҙы уҡып сығыу мөмкин түгел, әммә кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ арала табырға өйрәнеү һәм белеү берәүгә лә ҡамасауламаҫ, моғайын.

Намыҫлы булыу − ирегет өсөн иң ябай һәм көслө ҡорал. Көс-ҡеүәт. Ир-ат һыу һымаҡ. Бер урында торған һыу, ғәҙәттә, боҙола, бысрай, болғаҡҡа әйләнә. Ғүмерен һәм эшен артыҡ хәүефҡурҡыныс аҫтына ҡуймай, маҡсатына ирешер өсөн ир кеше бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып ҡарарға тейеш. Намыҫ кеүек мәрхәмәтлек тә ир-егет өсөн ныҡ шәп сифат. Ә выжданлыҡтөрлө сетерекле хәлдән таҙа намыҫ һәм лайыҡлы сыға белеү менән бер. Был сифаттар шәхестең тәртипле һәм әҙәпле икәнлегенә ишара.

Юморҙы аңлау ҙа ирегетте биҙәй. Әммә саманан ашып китһә, тиҫкәре ҡараш тыуҙырыуы бар. Асыуҙы һәм хистойғоларҙы йүгәнләй белеү − ирҙәр өсөн иң көслө сифаттарҙың береһе. Сит телдәрҙе белеү. уларҙың береһендә генә булһа ла иркен аралашыу көслө зат алдында яңы офоҡтар һәм мөмкинлектәр аса, ошо телдә баҫылған әҙәбиәткә һәм мәғлүмәткә юл яра. Көс хаҡында һүҙ сыҡҡас, нисек инде үҙ аллылыҡ, азатлыҡ һөйөү кеүек сифаттарҙы урап үтергә мөмкин, тиеүселәр булыр. Әлбиттә, һәр ир бөтә йәһәттән үҙ аллы һәм ирекле булырға теләйҙер. Әммә тәбиғәте буйынса кеше бөтөнләй ирекле һәм азат була алмай. Көслө ир ҙә яратҡан кешеләргә мохтаж, ә һөйөү үҙе бер бәйлелек.

Шуға ла абсолют иреккә ынтылыу кәрәкмәҫ. Бар яҡлап азат кешенең мөмкинлектәре тормошта файҙаланылмай ҡала. Иң көслө ир-азамат бәйле һәм мохтаж. Иң ҡеүәтлеләре иһә холоҡ-фиғелен тәрбиәләп, үҙендә матур сифаттар үҫтергән, тормошонда барыһы ла Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләнән икәнлеген аңлап, секунд һайын Уның ярҙамына мохтаж булып, Уға ғына һыйынғандар.

Ир-егетте нимә көсһөҙ итә?

Физик һәм рухи көсһөҙлөк − икеһе ике төрлө төшөнсә. Тарих биттәрендә лә физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ихтыяр көсөн, ҡаһарманлыҡ күрһәткән саҡтары хаҡында уҡығаныбыҙ бар бит. Көслө ирҙе нимә йомшарта, сибеккә әйләндерә һуң? Тирә-йүндәгеләрҙе ихтирам итмәү, кешенең ҡәҙерен белмәү. Тәкәбберлек һәм минминлек − көсһөҙлөктөң сағылышы һәм шул көсһөҙлөктө йәшерергә тырышыу.

Һаранлыҡ − рухи ярлылыҡ; ваҡ нәмәләрҙә сағылған һаранлыҡ айырыуса ҡурҡыныс. Һуңғы көнөндә лә байлығын һаҡлап ҡалыр өсөн, ҡарун үҙен бөтә нимәлә лә сикләй, ярлы кеше һымаҡ йәшәй. Ҡаты күңеллелек. Иң ҡурҡаҡ һәм көсһөҙ бәндәләр, асылда, шәфҡәтһеҙ, миһырбанһыҙ була. Ғәҙелһеҙлек. Ул да шулай уҡ көсһөҙ йәндәрҙән, рухи зәғифлектән тыуа. Донъя тарихында ла үҙ-ара низағлашыу, төрлө конфликттар ғәҙелһеҙлек арҡаһында ҡупҡан бит. Бер-береһенә ҡаршы тороусыларҙың барыһының да − үҙ “ғәҙеллеге”.

Ысынында иһә, ғәҙелһеҙ кеше күңеле менән үҙенең хаҡ түгеллеген белә, ләкин был хаҡта әйтергә көсө етмәй. Алдашыу ҙа ир-азаматты шыйығайта. Тәү нәүбәттә, үҙе алдында (йөрәктәге хаҡ һәм ялған үҙ-ара һыйышмай, кешене тарҡата, уның көсөн ала), алдашыуы асыҡланһа, башҡалар алдында ла түбәнгә тәгәрәй. Ябай ғына мәсьәләне хәл иткәндә лә ир кешенең ҡыйыуһыҙлығы, икеләнеүе уның менән аралашырға мәжбүр булған кешеләрҙә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ышанысһыҙ ир башҡаларҙы үҙенән биҙҙерә, ә үҫешергә, яңылыҡҡа ынтылырға, уҡырға теләмәү, ялҡаулыҡ иһә ир-аттың йәмғиәттәге позицияһын тағы ла хәүеф аҫтына ҡуя. Ир-егеткә үпкәләү, гел генә башҡаларҙы ғәйепләү, тырнаҡ аҫтынан кер, хата эҙләү ҙә килешмәй. Бөтә яҡлап ирҙе иҫерткес эсемлектәр, никахтан тыш мөнәсәбәттәр, наркотиктар, психотроп матдәләр ҡулланыу, уйындарға, интернетҡа, никотинға бәйлелек һәм хәҙерге йәмғиәттең башҡа тиҫкәре яҡтары көсһөҙ итә. Хаҡ Тәғәләгә һыйыныр урынына, Уның Рәхимлегенә һәм ғәфү итеүенә өмөтөн өҙгән ирҙәрҙең дә көсһөҙлөгө артҡандан-арта.

Ирҙәрҙең ғәфү итә белеүен, мәрхәмәтле булып, башҡаларға ихтирам менән бағыуын йомшаҡлыҡ (көсһөҙлөк) тип кенә һанау дөрөҫ түгел. Ир-егеттең иң бушаҡ урыны − йәненең көсһөҙлөгөн аңламай, нәфсе ҡотҡоһона эйәреүҙер. Бөгөнгө тормошта ҡыҙыҡтырғыс, ялтырауыҡ әйберҙәр ифрат күп, уның тоҙағына йыш ҡына, көслө булып күренһәләр ҙә, ирҙәр эләгә.Үҙ-үҙен ҡулда тота алған кеше һәм, тота алмаған хәлдә лә, хатаһын аңлап, тәүбәгә килгәндәр генә хөрмәткә лайыҡ. Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһында үҙеңдең йомшаҡлығыңды таныу мөһим, һәм шул саҡта ғына ир-ат көслө буласаҡ.

МОРАТ РӘЖӘПОВ

Светлана Әбсәләмова

тәржемәһе

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...