Ни өсөн балалар үҙҙәренә ҡул һала?

Ни өсөн балалар үҙҙәренә ҡул һала?

«Балалар суициды” − ҡурҡыныс һүҙ. Әммә балалар һәм үҫмерҙәр араһында үҙҙәренә ҡул һалыусыларҙың артыуы − бөгөнгө көндөң аяуһыҙ ысынбарлығы.

Баланың ниндәй хәлдә икәнен белеп, уға нисек ярҙам итеү тураһында психолог Марина Багандова һәм дин эшмәкәре Мөхәммәтрәсүл Гимбатов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Нисә йәштәр тирәһендә балалар араһында суицидлыҡ проблемаһы башлана? Был нимә менән бәйле?

Марина Багандова: Статистика буйынса балалар араһында иң киҫкен ваҡыт 12 йәштән алып 19 йәшкә тиклемге осор. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәйерәк йәштәге балалар араһында ла үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары әҙ түгел. Балалар үлеменең сәбәптәре араһында, ауыр йәрәхәт һәм дауалап булмаған сирҙәрҙән һуң, суицид өсөнсө урында тора.

Суицидтың төп сәбәптәре − ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ, ата-әсәнән, йәмәғәттән ҡурҡыу, берәй ҡылыҡты баһалауҙан ҡурҡыу, уҡыуҙағы йәки мөхәббәт өлкәһендәге уңышһыҙлыҡ, көсләү, туҡмау.

Бала кеше, ярҙам һорап, бер кемгә лә мөрәжәғәт итә алмағанға суицид ҡорбаны була ла инде. Ул проблемалары менән үҙенең иң яҡын кешеләре менән дә уртаҡлаша алмай. Уның өсөн был “хәл ителә алмаҫлыҡ” һымаҡ тойола. Шуға күрә, был хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы − үҙеңде юҡ итеү, тигән фекергә килә. Башҡа ысулдарҙы ул күрмәй.

Ни өсөн ата-әсәләр менән бәхәс беренсе урында тора?

Марина Багандова: Бында сәбәп − ата-әсәләр менән насар мөнәсәбәт түгел, ә ҡурҡыу. Бала берәй яңылыш эш эшләһә, ул ныҡ ҡурҡа башлай − атай йәки әсәй әрләр, тип, йәғни, шул хәлдең эҙемтәләре менән осрашыуҙан ҡурҡа. Был − бала өсөн ҙур тетрәнеү. Уның психикаһы был ҡурҡыу тойғоһон еңә алмай.

Ата-әсәләрҙең балаларын ишетмәүе һәм аңламауы арҡаһында бәхәс сыға. Бигерәк тә үҫмер йәштә, баланың шәхесе формалашҡанда. Үҫмер был ваҡытта үҙ-үҙен эҙләй. Тап шул осорҙа йыш ҡына ике быуындың ҡараштары тура килмәй.

Ата-әсәгә улы йәки ҡыҙында ҡурҡыныс уйҙар барлыҡҡа килеүен нисек белергә?

Марина Багандова: Әгәр ҙә балала ундай уйҙар барлыҡҡа килһә − унда ныҡ эмоциональ көсөргәнеш буласаҡ, һөҙөмтәлә, йоҡоһо боҙола, аппетиты булмай, тәртибе үҙгәрә. Ҡайһы саҡта баланы урамда йәки мәктәптә йәберләһәләр, уны әшәкелеккә ылыҡтырһалар, бала үҙ-үҙенә ябыла, депрессияға бата. Ғөмүмән, баланың үҙгәреүе һиҙеләсәк. Ата-әсәләр уны мотлаҡ күрәсәк, сөнки бала ул саҡта ныҡ үҙгәрәсәк.

Ата-әсәләргә был осраҡта үҙҙәрен нисек тоторға кәрәк?

Марина Багандова: Һөйләшергә, нисек тә һәйбәт мөнәсәбәт булдырырға. Баланың хис-тойғоларына иғтибар итергә. Буллинг бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киң таралған. Баланы мыҫҡыллау, көлөү, исем тағыу кеүек нәмәләр ҙә буллингтың төрө. Һәр бала быны төрлөсә кисерә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында суицид хәлдәре артып бара. Ни өсөн һәм уны булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Марина Багандова: Яҡын һәм ышаныслы аралашыуҙан тыш, балаға рухи тәрбиә биреү бик мөһим. Бының өсөн уны дин нигеҙҙәре менән таныштырырға кәрәк, сөнки унда суицид темаһы яҡшы аңлатыла. Был осраҡта бала үҙенең тормошо тураһында икенсе фекерҙә буласаҡ.

Рауил Алеев: “Суицид − ярҙам тураһында ялбарыу, әммә уны берәү ҙә ишетмәне”, − тип әйткән. Һеҙ был фекер менән ризаһығыҙмы?

Марина Багандова: Ҡайһы осраҡта балалар суицидты ата-әсәләр яғынан үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итер өсөн эшләй, уның ахыры нимә менән бөтөрөн, бер нәмәне лә кире ҡайтарып булмаясағын аңламайҙар. Мәҫәлән, ҡулдарындағы ҡан тамырҙарын ҡырҡалар. “Һин ысынлап та үҙеңде үлтерергә булдыңмы” − тип һораһаң: “Юҡ, мин әсәйемдең миңә иғтибар итеүен теләгән инем”, – ти бала.

Әгәр ҙә бала кемдеңдер үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләүе тураһында әйткәнен ишетһә, ул нимә эшләргә тейеш?

Марина Багандова: Әгәр ҙә ул синыфташы йәки әхирәтенән шулай эшләргә теләгәнен ишетһә, уға үҙе ышанған берәй өлкән кеше янына барып, был турала әйтергә кәрәк. Ул кеше булып, мәҫәлән, мәктәптә − класс етәксеһе, психолог, өйҙә – әсәй, атай, ағай, апай булыуы мөмкин. Иң мөһиме, ваҡытты һуҙмай, был осраҡты кисектерер өсөн, ул баланың ғаиләһенә, класс етәксеһенә еткерергә кәрәк.

Мөхәммәтрәсүл Гимбатов: Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу бөтөн диндәрҙә лә иң ҙур гонаһтарҙың береһе булып тора. Кафырлыҡ һәм ширктан һуң, үлтереү − иң ауыр гонаһ. Үҙен үлтергән кеше шул категорияға инә.

Тәрбиәгә килгәндә, ата-әсә балалары менән асыҡ, ышаныслы мөнәсәбәт ҡорорға тейеш. Бала үҙе менән булған хәлде ата-әсәһенә һөйләргә ҡурҡмаҫҡа тейеш. Бала, экзаменды бирә алмаһам, ата-әсәйем минән баш тартыр, тип, ҡот осҡос хәлгә еткәнсе ҡурҡырға тейеш түгел.

Ҡайһы саҡта көсләүсе: “Барыһы тураһында ата-әсәйеңә әйтәм”, − тип ҡурҡытыуы мөмкин. Бала менән ата-әсә араһындағы мөнәсәбәт шундай кимәлдә булырға тейеш, бала уларҙың яҡлауына тулыһынса ышана алырлыҡ булһын. Ата-әсә баланың терәге, таянысы булырға тейеш, уларҙан бала ҡурҡырға, бер нәмә лә йәшерергә тейеш түгел.

Ҡайһы бер ата-әсәләр, балаға смартфон урынына фонарик бирһәң, бының менән бар бәләнән ҡотолоп була, тип уйлай. Әммә хәҙерге балаларҙы цифр хәүефһеҙлегенә өйрәтеү мотлаҡ. Был темаға интернетта күп файҙалы мәғлүмәт табырға була. Башланғыс класс балалары артынан күҙәтеү мотлаҡ. Ниндәй сайтҡа ингән, нимәне үҙенә күсергән, былар барыһы ла мөһим.

Әлбиттә, беҙ бөтәбеҙ ҙә эштәбеҙ, беҙҙең үҙебеҙҙең дә борсолоуҙар етерлек. Әммә, үҙемдең шәхси тәжрибәнән алып әйтәм, балаларығыҙ менән аралашҡанда, һүҙегеҙҙе: “Мин һине яратам”, − тип тамамлағыҙ. Кискеһен күрешкән саҡта, балағыҙҙы ҡосаҡлағыҙ. Уға хатта 20 йәш булһа ла, хатта тағы ла олораҡ булһа ла. Ябай ҡосаҡлау ул күп нәмәне аңлата.

Хәдижә Рамазанова

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...