Кейем-һалым тураһында

Кейем-һалым тураһында

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өсөн кейемдең һөйөклөһө күлдәк булды. Күлдәгенең еңе беләҙектәренә тиклем ине. Мәғлүм булһын: ҡара бүрек кейеү – мөстәхәб (мотлаҡ булмаған, маҡтаулы ғәмәл). Мамыҡ һәм йөн кейем кейеү – Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәте.

 

Тѳҫтәрҙең һѳйѳклѳһѳ – аҡтыр. Йәшел нәмәгә ҡарау күреү һәләтен арттыра. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йәшел бишмәт кейҙе. Йәшел тѳҫтәге кейем кейеү – сѳннәт. Ир кеше ҡыҙыл һәм һары тѳҫтәге, ебәк йә ебәк ҡатышҡан кейемдән йыраҡ торорға тейеш.

Намаҙ ѳсѳн кейемдең таҙалығы фарыз булған кеүек, намаҙҙан тыш та бысраҡ кейем кейеү шәриғәтебеҙҙә тыйылған. Хәҙис-шәрифтә былай тиелә: «Дѳрѳҫлѳктә, Аллаһу Тәғәлә үҙенең биргән ниғмәтенең әжерен ҡоло ѳҫтѳндә күреүҙе ярата».

Байлығыбыҙ булып, ниәтебеҙ тәкәбберлек булмағанда, пак һәм нәфис кейемдәр кейеп йѳрѳү сѳннәттер. Байлыҡ була тороп, иҫке кейем кейеү үҙеңде түбәнәйтеү булыр. Кейемде уң яҡтан кейә башларға, һул яҡтан сисергә кәрәк.

Хәҙис-шәрифтә: «Дѳрѳҫлѳктә, ендәр кешеләрҙең кейемдәре һәм ҡоралдары менән файҙаланырҙар. Һеҙҙең берегеҙ, кейемен һәм күлдәген яңыртһа, “Бисмил-ләһ”те әйтһен, сѳнки Аллаһу Тәғәләнең исеме ул кейемгә мәһәр булыр».

Эш кейемен кейгәндә, «Фатиха» сүрәһен уҡыр кәрәк. Кейемде, шатланып, иңгә-буйға тартма, сѳнки былай ҡыланыу тәкәбберлек булыр. Күлдәкте салбарҙан элек кейеү Пәйғәмбәрҙәр сѳннәтенән булыр. Дошман үрелмәһен, һәм бәлә килмәһен тиһәң, салбарҙы ултырып кей. Кейемде ҡайҙа етте, шунда ырғытыу әҙәпһеҙлек һанала. «Шайтан кеймәһен ѳсѳн»дѳң мәғәнәһе: кейемде теләһә ҡайҙа ташлаусы шайтан булыр, шуға кейемде кейеүсе үҙе лә шайтан булыр. Дѳрѳҫлѳктә, ул кейем әйтер: «Һин мине кис менән зиннәтлә, мин һине кѳндѳҙ зиннәтләрмен». Йәғни, кейемде кисен сискәс, таҙартып, бѳкләп ҡуй.

Тѳрлѳ биҙәкле кейемдәр кеймә, бигерәк тә хайуан һүрәттәре булған кейем кейеүҙән һаҡлан, сѳнки ундай кейем кейгәндәрҙе фәрештәләр һаҡламаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙар тәндәре күренерҙәй йоҡа кейем кеймәһен. Сѳнки бындай кейем кейгән ҡатындарға ирҙәрҙең күҙе тѳшһә, ирҙәр гонаһлы булыр.

Яңы кейем кейгән кешене күргәндә: «Был әйберҙе маҡтаулы хәлдә кейеп тереклек итергә яҙһын!», «Иҫән-һау кейеп туҙҙырырға насип итһен!», «Йылы тәнеңдә туҙһын!» – тип әйтеү хәйерле булыр.

 

 

Рәхимйән Ғәләүетдинов әҙерләне,

Белорет районы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...