Эй был ғүмер... Тик бер мәл генә

Эй был ғүмер... Тик бер мәл генә

Тормош юлыңда һиңә осраған һәр кеше – ул һинең уҡытыусың, тиҙәр. Кемдер һине көслө булырға, кемдер – аҡыллыраҡ булырға, кемдер Һине ғәфү итә белергә, кемдер бәхетле булырға һәм һәр яҡты көнгә ҡыуанып йәшәргә өйрәтә, тиҙәр. Ә кемдер һине бер нимәгә лә өйрәтмәй, ул бары тик һине һындыра, әммә беҙ унан да һабаҡ алабыҙ, сынығабыҙ, тиҙәр.

Мин бәхетлемен. Яҙмышымда осраған уҡытыусыларым менән бәхетлемен. Әйтер һүҙем – минең тормош юлымда яҡты, сағыу, тәрән эҙ ҡалдырып, мәңгелек донъяға күскән яҡын кешем, тормош иптәшем Наил Хәбирйән улы Ҡолтаев тураһында. Беҙҙең бергә ғүмер итеүебеҙ ҡыҫҡа ғына, ни бары өс йыл ғына булды. Әммә кешенең был донъяла бәхетле йәшәүе уның ғүмер оҙонлоғо менән түгел, ә ошо юлда күпме бәхетле кисерештәр татыуы менән бәйлелер. Ә беҙ бәхетле булдыҡ. Бергә булыуыбыҙҙың ҡыҫҡа булыуын һиҙгәндәй, беҙ гөрләп йәшәнек. Ул миңә «алтыным», мин уға «йәнекәйем» тип кенә өндәштек.

Наилем – булмышы менән тәбиғәт балаһы ине. Шуғалыр ҙа уның күңел донъяһы бай, сағыу, киң, тәрән булғандыр. Йәйен-көҙөн, яҙын-ҡышын беҙ тәбиғәт ҡосағында булдыҡ, уның менән һоҡлана белдек, биргән ниғмәттәренә рәхмәтле булып, самаһын белеп йыйҙыҡ, тәмен белеп ҡулландыҡ. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, ул миңә, тирә-яҡтағы ерһыу атамалары менән таныштырып, уларҙың тарихын һөйләр ине. Һәр ағастың, үләндең үҙенсәлеген, шифаһын әйтер ине. Һәр өлкәлә – тарих, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәйәсәт булынмы – ул киң мәғлүмәтле булды, төплө үҙ фекере, ҡарашы булды. Мин уны тыңлап туя алмай инем. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған ниндәй генә һорау бирмәйем, ул уға ихласлап, кинәнес менән, фәнни яҡтан дәллиләп, яуап бирер ине. Икебеҙ ҙә халҡыбыҙҙың сәнғәтенә, мәҙәниәтенә битараф булмаған, йырмоңға ғашиҡ, рухташ булараҡ, эштә лә, ял иткәндә лә, юлда ла йырлап ҡына йөрөнөк. Ҡурайҙа ла, баянда ла үҙе уйнағас, беҙгә бигерәк тә күңелле ине. Ә уның егәрлелеге, эшһөйәрлеге тураһында һөйләй китһәң, иҫ китерлек. Бер минут та тик тормаҫ, эш яратҡан, эштән кинәнес алған, бөтә йәнен-тәнен биреп эшләгән, алтын ҡуллы ине минең яратҡаным. Маҡтаһам, мин түгел ул, инструмент эшләй, тип әйтә торған ине. Уның мәңге ҡоламаҫ ныҡлы ҡапҡалары, семәрләп биҙәп эшләгән ҡоймалары үҙенең һәм күптәрҙең ихатаһын биҙәй.

Ҡулы шул тиклем еңел булды, ул ултыртҡан ағастар, емеш-еләк, йәшелсә тиҙ генә үҫеп китеп, мул уңыш бирер ине. Кешеләргә, бигерәк тә өлкән быуын вәкилдәренә, ныҡ иғтибарлы булды. Улар менән ихласлап, ваҡытын йәлләмәй аралаша ине, хәлен һораша, йәш саҡтарын иҫтәренә төшөрөп, матур хәтирәләр менән уларҙың күңеленә дәрт, шатлыҡ өҫтәй ине. Бәләкәстәрҙең, балаларҙың күңеленә ниндәйҙер үҙе генә белгән асҡысы бар ине, бер күреп, танышып, аралашып ҡалған бала, уны һис онотмаҫ ине, яратып ҡалыр ине. Күңеле киң, йөҙө асыҡ, теле татлы, йомарт ине. Күстәнәсһеҙ, бүләкһеҙ булманы уның ҡулдары. Ҡайҙа ғына бармайыҡ, ул миңә: «Алтыным, беҙ ҡайҙа – шунда байрам, шунда күңелле булырға тейеш», – тип әйтә торғайны. Һәр нәмәлә тәртип, таҙалыҡ яратты, кейгән кейеме затлы, зауыҡлы булды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһу Тәғәләнең бәндәләре, һәр кем үҙенең был донъялағы изге ғәмәлдәре һәм ҡылған гонаһтары менән уның ҡаршыһына барып баҫасаҡ һәм яуап тотасаҡ. Шуға күрә изге китабыбыҙҙа ҡушылғанса, “Һинән ғәфү итеүеңде һорайбыҙ, Раббыбыҙ. Бөтәбеҙ ҙә Һинең яныңа әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ”, – тип доға ҡылабыҙ. Динебеҙгә, әрүәхтәребеҙҙең рухына күңеле менән тоғро, иғтибарлы булды. Ауылы мәсетенә ихлас ярҙам итте, йыназа, һуңғы юлға оҙатыу йолаларында ихлас ҡатнашты, мәрхүмдәрҙең был донъяла ҡылған изге эштәрен, яҡшы яҡтарын әйтеп ҡалырға ашыҡты. Бына шундай оло йөрәкле кеше булды ул. Бындай тәрбиәлелек, әлбиттә, ғаиләнән килә. Мәрхүмдәр, бейемем Хәлимә һәм ҡайным Хәбирйән Ҡолтаевтар, алты балаға ғүмер һәм үҙҙәре өлгөһөндә күркәм тәрбиә биреүҙәренең изге емештәре был. Матур ғаиләгә килен, еңгә булып туғанлашыуыма Аллаһыма рәхмәтлемен. Наилем мине “алтыным” тине , ә мин, “бикәстәрем – алтын, кейәүҙәрем – көмөш ”, – тип әйтәм, бына тигән ҡайнағам бар, тип ҡыуанам.

Рәхмәтлемен һеҙгә, туғандарым. “Ир-егеттең аҫылы – ил эшендә танылыр”, – ти халыҡ аҡылы. Ауылдан сыҡҡан ябай башҡорт малайы башта үҙҙәренең мәктәбендә, артабан 9-10-сы кластарҙы Мораҡ 1-се һанлы мәктәбендә уҡый. “Мин бөтә көсөмдө, ваҡытымды ныҡлы белем алыуға йүнәлттем, тырышып уҡыным, үҙемде төрлө яҡтан үҫтерергә, физик яҡтан нығытырға, киләсәктә юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнем”,– тип һөйләгәйне. Ул ваҡытта башҡорт теле уҡытылмай. Китапханаға барып башҡорт яҙыусылары, уларҙың әҫәрҙәре менән үҙе таныша, алып уҡый. Яныбай Хамматовтың романдарын уҡып, ундағы мәҡәләйтемдәрҙе яҙып алып, һөйләшкәндә ҡуллана инем, ти. Бына ҡайҙан килә уның оҫта телмәр тотоуҙары! Үҙенең тырышлығы, үҙ өҫтөндә эшләү һөҙөмтәһе. Теүәл фәндәрҙе яҡшы белеүе уны район олимпиадаларында беренсе урын алып, республика кимәлендә яҡшы уңыштар яуларға, бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ Өфө ауыл хужалығы институтының механиктар әҙерләү факультетына уҡырға инергә ярҙам итә. Үҙенең студент саҡтағы хәтирәләрен кинәнеп һөйләр ине: “Ҡолас йәйеп, рәхәтләнеп уҡыным, уҡыу миңә еңел бирелде, сөнки нигеҙем ныҡлы ине. Шахмат буйынса ярыштарҙа маҡтаулы урындар яуланым. Спорт менән ныҡ шөғөлләндем, боксҡа йөрөнөм, үҙемде һәр яҡтан әҙерләү өсөн өҫтәлмә белем биреү факультетына йөрөп, журналистика һәм һөйләү оҫталығы серҙәренә өйрәндем. Былар миңә бөтәһе лә тормош юлында, эшемдә, кешеләр менән эшләгәндә, етәксе булғанда ныҡ ярҙам итте” .

Данлыҡлы “Исем” совхозында ойоштороусы булып эшләгән сағын һағынып һөйләр ине: “Эшемде шул тиклем яратып эшләнем, эшләгән кешенең хеҙмәтен күрә белдем, ҙурланым. Һауынсылар һәм малсыларға һәйкәл ҡуйырға кәрәк ул, улар бит ал-ял белмәй, йоҡо белмәй, кешелек донъяһын туйҙырыусылар. Ул ваҡыттарҙа колхоз-совхоздар араһында смотрҙар үтә торғайны, был – халыҡты мәҙәни яҡтан тәрбиәләү, эшкә дәрт биреү ысулы ине. Совхозыбыҙҙа ҡурайсылар, баянсылар ансамбле, бына тигән хор коллективы ойоштороп ебәрҙем. Беренселекте бирмәнек. Республика кимәлендә ҙур семинар беҙҙең совхозда үтте, һәр яҡтан да беҙҙе өлгө итеп ҡуйҙылар. Һаай, эшләмәгән эш ҡалманы минең! Ҡолас ташлап эшләнем, эш яраттым мин”. Бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла ҡурҡыу белмәй эшләү – уның рухи яҡтан иҫ китмәле көслө, үҙенә ышанысы, батыр йөрәкле булыуы тураһында әйтә . Яҙмыш елдәре уны Стәрлетамаҡ тегеү фабрикаһына ла алып килә. Уға 400-ләп тегенсе ҡатын-ҡыҙ менән етәкселек итергә, бөтөп барған ойошманы аяҡҡа баҫтырырға генераль директор вазифаһы йөкмәтелә. Үҙенең йыйған хеҙмәт тәжрибәһен, бөтә булған һәләтен, аҡылын ҡулланып, эште яйға һалыу юлын таба һәм фабрика гөрләп эшләй башлай. Ҡала етәкселеге уны башҡаларға өлгө итеп ҡуя, депутат итеп һайлана.

“Ҡайҙа эшләһәм дә үҙ башҡорттарымды күпләп эшкә алдым, төрлө яҡтан ярҙам иттем. Бәндәләргә ярҙам итә белгән кешеләрҙең аяҡтарына, сират күперен үткәндә, Аллаһ ҡеүәт бирер, тип әйтелә бит динебеҙҙә”, – тип һөйләр ине. Ир, атай кешегә йөкмәтелгән бөтә бурыстарын лайыҡлы үтәгән. Бына тигән өй һалған. Ҡыҙы-улына юғары белем биргән, өйлө, донъялы, башлы-күҙле иткән, тормош юлына баҫтырған. Минең улым-ҡыҙымдың йөрәктәрендә лә ул ҡайғыртыусан, ярҙамсыл, ышаныслы терәк, һәйбәт кәңәшсе, киң күңелле, яратҡан Наил абзыйҙары булып мәңге тороп ҡалды. Бер туғандары өсөн ниндәй шәп ағай булған ул! Ундай яҡшы ағайың булыу ниндәй бәхет. Һәр береһе өсөн өлтөрәп торған, тормош һынауҙарынан ҡурсалап, яҡлап, һәр ваҡыт ярҙам итеп, ҡыуанысшатлыҡтарын, ауырлыҡтарын уртаҡлашып, һуңғы көнөнә тиклем, үҙенең хәле ауыр булғанда ла, уларҙы ҡайғыртып ятты. Минең туғандарым Наилемде яҡын итеп, үҙ араларына ҡабул иттеләр, туған иттеләр, Ейәнсура кейәүе булып, бажалары, ҡайынбикәләре, балдыҙҙары, ҡәйнеше менән рәхәтләнеп бергә аралашып, эшләп, байрам-туйҙарҙы бергә үткәреп, уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәттеләр. Үҙемә килгәндә, мин, йәнкиҫәгем менән осрашҡас (ә беҙҙең осрашыу үҙе бер тарих), был осрашыуҙың осраҡлы түгеллеген, Хоҙай Тәғәләнең беҙҙе бушҡа ғына осраштырмауын һәм, күңелем менән, уны бәхетле итергә тейешлегемде, өҫтән миңә ниндәйҙер бурыс бирелгәнлеген тойҙом. Ысынлап та шулай булғандыр. Хикмәте бихисап бит Аллаһымдың. Шуны үҙеңә аңлау кәрәктер. “Ғүмер буйы һинең менән йәшәгән кеүек булдым. Мине бәхетле иттең, алтыным, мәңге ризамын “,– тине.

Йәшәү – бер, ә һуңғы көнөңдә яратҡан кешеңдең – йәреңдең яратыуын, тәрбиәһен күреп, тойоп китеү – үҙе бәхет түгелме?! Аллаһтың ризалығы – ир ризалығында, ти динебеҙ. Беребеҙ ҙә был донъяла мәңге йәшәмәйбеҙ. Беҙ бында ваҡытлыса. Бер кем дә ҡасан, нисек китерен белмәй. Наилем бәхетле китте. Раббым ҙурланы уны. Йәнең йәннәттәрҙә булһын, Йәнекәйем.Мин һине мәңге онотмам.

ҺИНЕ ЯРАТЫП ЗИЛӘҢ

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...