Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сифаты һәм холоҡтары

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сифаты һәм холоҡтары

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сифаты һәм холоҡтары

Аллаһу Тәғәлә Үҙенең хәбибе (һөйөклөһө) булған Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмде бик күркәм, үҙенсәлекле сифаттар менән яратҡан. Беҙҙең мөхәббәтебеҙ Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ҡарата тағы ла артһын өсөн уның ҡайһы бер сифаттарын һанап китәбеҙ.

 

Хәҙрәти Рәсүл урта буйлы, мөһабәт кәүҙәле, бик сәләмәт тәнле, киң күкрәкле, ҡуйы һаҡаллы ине. Оҙонсараҡ аҡ йөҙлө, бик матур һәм тулған ай кеүек нурлы, киң маңлайлы, ҙур ҡара күҙле, оҙон һәм ҡуйы керпекле, нескә ҡашлы, уртаса ҡалҡыуыраҡ танаулы, тештәре саф һәм ынйы кеүек аҡ һәм тигеҙ ине. Сәс һәм һаҡалы ҡап-ҡара булып, бер аҙ бөҙрәләнеп, тулҡынланып тора ине.

Йөрөгән ваҡытта киң аҙымдар менән атлап йөрөй, һис бер ваҡытта унда-бында ҡарамай. Хәҙрәти Рәсүл ғәйәт мөһабәт булғанлыҡтан, тәү күргән кеше ҡурҡып китә, йәғни, Хәҙрәти Рәсүлдең мөһабәте баҫа ине. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән ултырҙаш булған кеше, мәжлесенә ғашиҡ булып, шатлана, ҡайғылы әҙәм булһа, бөтөн ҡайғыһын онота ине.

Хәҙрәти Рәсүлдең тауышы күркәм, һөйләшеүе мөләйем үә йомшаҡ, һүҙе ғәйәт фәсих (асыҡ) булып, һүҙҙе кәрәк ваҡытта ғына һөйләй ине. Уйнап һөйләшмәй, мәғәнәһеҙ, насар үә ярамаҫ һүҙҙәр әйтмәй, һис кемде ғәйбәт ҡылмай, һүҙ һөйләгәндә, һүҙҙәрен һанап торорға мөмкин ине. Һүҙ һөйләргә керешһә, мәжлестәге кешеләр тып-тын булып бик ихласлыҡ менән тыңлайҙар.

Хәҙрәти Рәсүл һәр кемгә, хатта дошмандарына ла асыҡ йөҙлө, татлы һүҙле булып, һис кемгә һытыҡ йөҙ менән тормай, кешеләргә әүәл үҙе сәләм биреп, күрешкәндә башлап ҡулын һуҙа. Һөйләшә башлаһа, кеше һүҙен бөтөргәнсә тыңлап тора, йәғни, уны ташлап китмәй.

Кешегә барғанда, рөхсәт һорап инә һәм “Кем бар?” тип һорағанда, “мин”, тип кенә әйтмәй, “Мөхәммәд”, тип яуап бирә ине. Мәжлестә, ҡайҙа урын булһа, шунда ултыра, һүҙ һөйләгәндә, бер кешегә генә ҡарап һөйләмәй ине.

Ниндәй ғәжәп нәмә күрһә лә, ҡысҡырып көлмәй, йылмайып ҡына ҡуя. Берәр кеше насар һүҙ ысҡындырһа, илтифат ҡылмай (иғтибар итмәй) йәки ипләп кенә улай ярамағанлыҡты аңлата ине.

Хәҙрәти Рәсүл һәр кемгә түбәнселекле булып, үҙен һис кемдән артыҡ күрмәй. Фәҡир һәм меҫкендәрҙе, йәтим ҡатындарҙы риғәйә ҡыла, йәғни, ҡайғырта, хәстәрлек күрә, уларға иғтибарлы була, уларҙың хәлдәрен һораша, уларға ярҙам итә ине.

Үҙенең эштәрен эшләтергә кеше тапһа ла, күп ваҡытта үҙе эшләй, “мин пәйғәмбәр”, тип эреләнеп тормай. Баҙарға барһа, әйберҙәрҙе үҙе күтәреп алып ҡайта, ваҡ-төйәк йорт эштәрен дә үҙе эшләргә ауырһынмай, хатта үҙ кейеменең йыртыҡтарын үҙе тегә, кейемдәрен таҙарта. Ҡул тирмәне менән он тарта, хайуандарҙы ашата һәм эсерә ине. Ҡунаҡ килһә, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, ахырҙа үҙе оҙата ине.

Хәҙрәти Рәсүл ғәйәт киң холоҡло, сабырлы булып, һис кемгә асыуланмай, берәүҙән дә үс алырға теләмәй, үҙенә уҫаллыҡ ҡылған, зарар килтергән кешеләрҙе лә ғәфү итә ине.

Рәсүлебеҙ бик йомарт булып, ҡулында булғанда, һис кемде буш ебәрмәй, малын ҡыҙғанмай биреп ебәреүсән ине. Ҡулына ни саҡлы мал керһә лә, һәммәһен таратып бөтөрә. Ни дәрәжәлә йомарт булғанлыҡтан, вафат булған ваҡытта бик аҙ малы ҡалды, хатта бер кейеме закладта ине.

Хәҙрәти Рәсүлдең тормошо ла уртаса булып, һис бер тәкәлләфте (исраф, әрәм-шәрәмде) яратмай, туйғандан артыҡ ашамай, ашағандан һуң Аллаһҡа шөкөр ҡыла, һуңынан ҡулын йыуа ине.

Ғүмерен һис бер ваҡытта буш үткәрмәй, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла, мосолмандарға мәслихәт (файҙалы) һәм кәрәк булған эштәрҙе ҡарай, эшләгән эштәре менән маҡтанмай ине.

Ҡулында ни саҡлы малы булған ваҡытта ла, артыҡ тотонмай, артыҡ малын фәҡир һәм меҫкендәргә өләшеп бөтөрә ине.

Хәҙрәти Рәсүл паҡлыҡ һәм таҙалыҡты ғәйәт рағәйә (таҙалыҡты һаҡлай) ҡыла, кейемдәрен таҙа тота, тырнаҡтарын киҫә, сәстәрен майлап йөрөй, янында һәр ваҡыт хуш еҫ аңҡып тора.

Хәҙрәти Рәсүл ғәйәт баһадир булып, ҡурҡыуҙың ни икәнен белмәй, һис бер ваҡытта ла дош-манынан ҡурҡып ҡасмай ине.

Рәсүлебеҙ Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәр кеүек Ҡәғбәтулланы яңыртыуҙа ҡатнашҡан.

 

(Дауамы бар)

 

Әғләметдин Ғәзизов,

Әминә Ноғоманова–Ғәзизова,

Сибай ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...