Хаҡ юлға йомшаҡлыҡ, сабырлыҡ менән өндәйек!

Хаҡ юлға йомшаҡлыҡ, сабырлыҡ менән өндәйек!

Бынан өс йыл элек һалынған йола буйынса, йәй һайын улым менән икебеҙ ялыбыҙҙы хозур тәбиғәт ҡосағында һыйынып ҡына ултырған бер лагерҙа үткәрәбеҙ. Рияҙ ял итә, ә мин йыйыштырыусы булып эшләйем.

 

Ҙур биләмәлә бер нисә йорт, ике стадион, ашхана, бөтә уңайлыҡтар − кинәнеп йәшә, рәхәтләнеп ял ит, көс йый! Иң һөйөнөслөһө: намаҙ уҡыр өсөн ыҡсым ғына мәсете бар. Һәр ғибәҙәтханалағы кеүек ике өлөшкә бүленгән, ҙурырағы – егеттәр өсөн, инеү урыны айырым. Ике арала ағас диуар ғына, шуға барыһы ла – ингән кешенең тәһәрәт алғаны, намаҙ уҡығаны, хатта ғибәҙәттән һуң телефонға йәбешкән үҫмерҙәрҙең быш-быш һөйләшкәндәре асыҡ ишетелә. Малай халҡы, ғәҙәттә, таралашырға ашыҡмай, телефондарын розеткаға тыға ла уйнарға керешеп китә.

Бер көндө шулай иртән эштәремде теүәлләгәс, духа намаҙын уҡырға кәрәк, тип мәсеткә индем. Бер ваҡыт егеттәр яғындағы ишек асылды ла, ниндәйҙер ир, уйынға әүрәгән балаларҙы шаңҡытып, ҡыҙҙар яғында ултырған, әллә ни ҡурҡып бармаған мине, терт иттереп, ҡысҡырырға тотондо:

«Ни эшләп бында йәйелеп китеп ултыраһығыҙ әле? Намаҙҙарығыҙҙы уҡығанһығыҙҙыр бит? Шулай булғас, тамыр йәйҙегеҙме әллә, сығып тайығыҙ бынан, был намаҙ урыны, эшкинмәгәндәр, йүнһеҙҙәр!!!»

Йөрәгем һулҡылдап алып китте: «Ни эшләп, улай ҡылана икән, бала күңелен һыуындыра бит мәсеттән был хәҙер! Ҡалай үҙен һауалы тота, тыныс ҡына малайҙарға: улай буштан-буш ултырыу килешмәй мәсеттә, әйҙәгеҙ, сығығыҙ, тиер урынға, балаларҙы мәсхәрә итә, улай ғына түгел, Аллаһ йортонан, диндән биҙҙерә бит, ғүмерлеккә биҙҙерә!» Теге яҡта барыһы ла һыпыртып сығып тайҙы. Минең инде кәйефем төштө, ҡулдарым ҡалтырап китте (ҡысҡырһалар, гел ҡалтырап алып китәм, бәләкәйҙән шулай!), һәм бынан утыҙ йыл элек булған бер ваҡиға иҫемә төштө.

Өсөнсө курстың йәйге сессияһы көсөргәнешле булды, береһенән-береһе ҡатмарлы биш имтихан тапшырҙыҡ. Ниндәйҙер имтихан алдынан Гөлшат әхирәтем артыҡ борсолғас, Туҡай урамындағы мәсеткә барып, хәйер бирергә хәл иттек.

Мәсеткә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына инергә торғанда, ғибәҙәтхана ишегенән башына аҡ сәллә ураған, өҫтөнә йәшел сапан кейгән бер бабай килеп сыҡты ла, беҙҙе күреү менән ярһып әрләй башланы: «Өҫ-башығыҙҙы күрегеҙсе, әйкәйем! Ошо ҡиәфәтегеҙ менән мәсет буҫағаһын аша атлап, Аллаһ йортона инергә йыйынаһығыҙмы? Әҙ генә булһа ла оят түгелме һеҙгә?» Әхирәтем менән әле генә ишеткән һүҙгә аптырап, мәсеткә инеп барған ерҙән туҡтап ҡалдыҡ та, бер-беребеҙгә ҡарап ҡатып ҡалдыҡ. Шул мәлдә генә Гөлшат кейгән күлдәк итәгенең ҡып-ҡыҫҡа ғына икәнлеген шәйләнем, ә ул инде минең ҡыҫҡа еңле футболкама ҡарап ҡуйҙы. Аптырауҙан бер һүҙ ҙә әйтә алмай, кирегә боролдоҡ.

Шул хәлдән һуң мәсеткә оҙаҡ ҡына аяҡ баҫманым. Гөлшаттыҡы ла шулай булғандыр. Йылдар үткәс кенә, диндең тормошобоҙҙа мөһим урын алып торғанын аңлай башланым, әсәйемдең яман сире яҡынайтты мине исламға, тиергә мөмкин. Ҡәҙерлемдең хәле насарая башлағас, «Ғофран» мәсетенә йүгерҙем, Усман хәҙрәт беҙ торған фатирға килеп, «Йәсин» уҡыны. Тап шул саҡта үтә лә ныҡ һөйкөмлө имамдың йомшаҡлығы, иплелеге менән дингә һүрелеп барған ҡыҙыҡһыныуым терелеп, күңелем ирене, өмөт сатҡыһы уянды, Аллаһтың Рәхмәте төшһөн!

Хәҙер нилектәндер кешенең күңеле ҡылдай нескә, уны яңылыш ысҡынған тупаҫ һүҙ, ҡырын ғынамы, битараф ҡараш менән дә һүрелдереп була. Шуға беҙгә, мосолмандарға, аралашҡанда, һәр һүҙҙе мең иләк аша үткәреп, һәр осраған кешене әүлиәләй күреп, яҡшы мөнәсәбәт, ихлас мөғәмәлә менән һөйөндөрөү мөһим.

Кешенең күңелен тынысландырыу урынына, киреһенсә, ярһытып, ҡанатландырам, тип күңеленә бер туҡтауһыҙ шик-шөбһә һалып, ҡурҡытып йөрөмәйбеҙме икән үҙебеҙ? Кем белә, бәлки, берәй кеше беҙҙең арҡала үкенес ғазабын кисереп өҙгөләнәлер?

Ошо көндәрҙә Интернет киңлектәрендә (ышаныслы сайтта) иғтибарымды йәлеп иткән был мәҡәлә һеҙҙең өсөн дә фәһемле булыр, ислам динен ҡабул иткән урыҫ ҡыҙы яҙа:

«Ислам мине үҙенең ябайлығы һәм тыныслығы менән арбаны. Аллаһ беҙгә еңеллек теләп, нәсихәт итеп Ҡөрьән ебәргән. Бынан тыш, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ мираҫы – сөннәтенә таянырға тейешбеҙ. Динебеҙ үтә лә ябай, тик ҡайһы бер мосолмандар уны ни өсөндөр ҡатмарлаштырып ебәрә.

Ислам динен ҡабул иткәс, минең өсөн өп-өр яңы тормош башланды. Ниһайәт, инанысым, динем, Аллаһ менән бәйләнешем бар, тип һөйөндөм. Ҡөрьән уҡыу, доға-ғибәҙәт ҡылыу кәрәклеген төшөнөп, ихлас итеп сүрәләр ятларға, дөрөҫ итеп намаҙ уҡырға өйрәнә башланым. Тәүҙәрәк сүрәләр яҙылған ҡағыҙ биттәрен иҙәндәге намаҙлыҡҡа һалып, ҡарап уҡый торғайным. Ҡөрьәнде лә бәләкәй мәктәпкә йыйынған бала ишеләй ижекләп кенә уҡыным, бик ауыр бирелде миңә тәжүид ҡағиҙәләре, шуға ла иң ҡатмарлыһы уҡырға өйрәнеүҙер, тип уйланым башта.

Дин юлында йәмәғәт менән бергә булырға кәрәк, тигәстәр, имандаштарым менән аралаша башланым. Әммә күбеһе мине тупаҫ «кәңәш»е, тәнҡите менән аптыратты. Иң башта телевидениеның, музыканың, хижәптән башҡа кейемдең хәрәм икәнен еткерҙеләр. Өҫтәүенә, оҙаҡ итеп ҡатын-ҡыҙға әҙәп буйынса ни ярай, ни ярамай икәнлеген төшөндөрөргә тырышты диндәштәрем.

Еренә еткереп намаҙ ҡылырға, дөрөҫ итеп сүрәләр уҡырға өйрәнер өсөн тырышлыҡ һалдым, әммә һаман да башҡа мөхиттә тәрбиә алғанға күрә үҙемде башҡалар араһында кәм-хур күрә инем. Ҡыйыулығым кәмене, Аллаһ минән төңөлдө, ислам диненә лайыҡ түгелмен, һымаҡ төшөнкө уйҙарға бирелә башланым. Барыһы ла мин ишеткән «ҡаты» һәм ҡәтғи кәңәштәр арҡаһында! Ә бит бындай «ярҙам» менән ислам динен яңы ғына ҡабул иткәндәрҙе өркөтөргә мөмкин!

Аҡыл өйрәтеүҙең матур өлгөһөн әллә ҡайҙа эҙләйһе түгел, уны беҙ Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ алырға тейешбеҙ. Әнәс ибне Мәлик  еткергән хәҙистә: «Бер ваҡыт ниндәйҙер бәҙәүи, Аллаһ Илсеһенең ﷺ мәсетенә кереп, кесе ярау иткән. Быны күреп, сәхәбәләр: «Туҡтат! Туҡтат!» – тип ҡысҡыра башлаған.

Әммә Аллаһ Илсеһе ﷺ сәхәбәләренә тынысланырға, бәҙәүигә бәйләнмәҫкә ҡуша. Сәхәбәләр кәңәште тыңлай, әҙәпһеҙ эшен бөтөргәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был кешене янына саҡырып ала ла уға:

– Мәсеттәрҙә бәүел һәм бысраҡ өсөн урын юҡ. Был Аллаһты зекер итеү, Ҡөрьән уҡыу, ғибәҙәт ҡылыу урыны, – шунан инде сәхәбәләренә ҡарап. – Ысынында, һеҙ был донъяға ауырлыҡ өсөн түгел, кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙәр еткереү өсөн ебәрелгәнһегеҙ. Ошо урынға бер биҙрә һыу ҡойоғоҙ.

Был хәҙисте әл-Бохари һәм Мөслим еткергән.

Яңы ғына ислам динен ҡабул иткән кеше өсөн хаталар яһау тәбиғи. Ваҡ-төйәккә ныҡ иғтибар биреп, ҙур маҡсатығыҙҙан тайпылып ҡуймағыҙ. Аллаһтың Ризалығына һәм Рәхмәтенә ирешеү юлында тырышлыҡ күрһәтегеҙ, яҡтылыҡ баҫҡысына үрләгеҙ. Динебеҙҙең нигеҙе – намаҙыбыҙҙа, йөрәгебеҙҙең, ниәтебеҙҙең сафлығында.

Мосолманмы ул кеше, әллә мосолман түгелме, бер кем дә был донъяға камил булып, динебеҙҙең бөтә нескәлектәрен белеп тыумаған. Аллаһты танып-белеү юлында һәр кемдең үҙ һуҡмағы. Ислам динен ҡабул иткән һәр кеше төрлө кәртәләр аша нығына.

Дингә килеүебеҙ – ҙур бәхет, Аллаһтың ҡөҙрәте менән бирелгән даланлы юл. Әммә был юлға баҫыу менән исламса йәшәү рәүешен һә тигәнсе ҡабул итеп, бөтә ҡанундарын еңел генә үтәп китеүе еңел эш түгел. Бәләкәй аҙымдар менән, яйлап күнәһең. Ярай ҙа эргәңдә, ауырлыҡ һалып, ҡаты хөкөм сығарған кеше урынына һәр башланғысыңа еңеллек биреп, ҡанатландырып тороусың булһа! Аллаһтың иң яратҡан ҡоло, иң яратҡан пәйғәмбәре – Мөхәммәдтең ﷺ бер кемгә лә ауырлыҡ килтермәй, хаҡ юлға йомшаҡлығы, сабырлығы менән өндәгәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Иң күркәм өлгө ул булыр!»

 

Светлана Ғәлиуллина

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...