Никах һәм ғаилә

Никах һәм ғаилә

Никах һәм ғаилә

Бер-береһенә тартылыу көсөн һалып, Үҙе барлыҡҡа килтергән мәхлүктәрҙе парлы итеп яратҡан Аллаһ ҡына бер. Берләшеп, физик һәм рухи камиллыҡҡа ирешһендәр өсөн, Аллаһ ﷻ кешеләрҙе шулай бер-береһенә бәйләгән. Һис шикһеҙ, тыумыштан бирелгән һөйөү һәләте – Аллаһу Тәғәләне һөйөүҙең тәүге баҫҡысы. Шуға күрә Аллаһ ﷻ, әҙәмдәр пак һәм бәрәкәтле рәүештә ерҙәге хәлифә булараҡ иң гүзәл сүрәттә үҙ ырыуын дауам итһен өсөн, шәриғәт ҡанундарына ярашлы ғаилә ҡороуҙы фарыз ҡылған.

 

Өйләнешеү – һәр кешенең рухи һәм социаль бурысы, намыҫын, дәрәжәһен, бәҫен һаҡлау сараһы. Ғаилә төҙөүҙең төп шарты, образлы итеп әйткәндә, ғаилә усағын тотоп тороусы стеналар – никах.

Ҡатын-ҡыҙ өсөн никах – үҙенең ҡатынлыҡ хисен, Аллаһ тарафынан уға бирелгән бөтә һәләттәрен ҡаршы тарафтағы енескә тапшырыу. Шул рәүешле никах, Илаһи әмер булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙың намыҫын, бәҫен һаҡлай.

Ир-ат өсөн никах – тән һәм йәнеңде пак тотоусы, алама яҙмыштан аралаусы, лайыҡлы ғаилә тормошо менән йәшәргә мөмкинлек биреүсе иң яҡшы юл.

Никах күңелгә тыныслыҡ бирә, кеше организмы эшмәкәрлегенә яҡшы шарттар тыуҙыра. Никах күркәм холоҡло булырға ярҙам итә, ғаиләнең һәм бөтә йәмғиәттең именлеген, гармониялы йәшәйешен тәьмин итә. Һис шикһеҙ, әсә бала тыуҙырыу, тәрбиәләү менән бәйле барса ауырлыҡтарҙы фиҙакәр үткәрә, бәпәйен имеҙгәндә, күңеленә әйтеп бөтөргөһөҙ мәрхәмәт, шәфҡәт тула. Ир кеше, ғаиләһе өсөн яуаплылығы ҡәлебендә нығый барған һайын, хәстәрле ғаилә башлығына әүерелә. Ғаилә – йәмғиәттең һәм дәүләттең бәләкәй генә, әммә төп ячейкаһы. Йәш көйө күккә олғашҡан Ғайсанан (ғәләйһис-сәләм) башҡа, бөтә Аллаһ Илселәре лә ғаиләле булған, тәҡүә мөьминдәрҙең күбеһе шул рәүешле тормош ҡорған.

Салих заттар өсөн, Аллаһтан ҡурҡыу хисенән ҡала, иң мөһиме – иманлы ҡатыны. Иманлы, тәүфиҡлы ҡатын – бәхетле тормош һарайының иң гүзәл биҙәге. Милләттең сәскә атыуы һәр айырым ғаилә именлегенә туранан-тура бәйле. Бер парҙан, бер ир һәм ҡатындан, кешелектең барлыҡҡа килеүенең йәшерен сере – Аллаһу Тәғәләнең сикһеҙ хикмәтенең кәүҙәләнеше. Яҡты зиһенле әҙәмдәргә Раббыбыҙ никахтың йәшерен бәрәкәте тураһында хәбәр итә:

 

وَمِنْ آيَاتِهِ أَنْ خَلَقَ لَكُم مِّنْ أَنفُسِكُمْ أَزْوَاجًا لِّتَسْكُنُوا إِلَيْهَا وَجَعَلَ بَيْنَكُم مَّوَدَّةً وَرَحْمَةً إِنَّ فِي ذَلِكَ لَآيَاتٍ لِّقَوْمٍ يَتَفَكَّرُوننَ

 

Мәғәнәһе: «Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар» (әр-Рум, 21).

Был аят никахҡа һалынған хикмәтте асып һала һәм уның төп маҡсаты, Илаһи мөхәббәт һәм мәрхәмәткә лайыҡ булып, Аллаһҡа яҡынайыу икәнлеген төшөндөрә…

Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), кәләш һайлағанда, ҡыҙҙың ниндәй сифаттарына иғтибар итеү кәрәклеген асып бирә: «Ҡыҙға дүрт сифатына ҡарап өйләнәләр: байлығына, нәҫеленә, матурлығына һәм иманлы булыуына ҡарап. Бәрәкәткә эйә булыр өсөн, һеҙ иманлыһына өйләнегеҙ!..» (Бохари, Никах, VI. 123; Мөслим, Рада, 53).

Икенсе бер хәҙистә былай әйтелә: «Кешенең өҫтөнлөгө – иманында, киң күңеллелеге һәм намыҫлылығы – аҡылында, ә нәҫеленең затлылығы – никах менән яҡланған күркәм холҡонда».

Йәмғиәттә әхлаҡи юғарылыҡты һаҡлаусы төп сара – никах, шуға күрә Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өйләнешеү тәртибен артыҡ ҡатмарландырыуҙы өнәмәгән: «Артыҡ ҡыйынлыҡтар менән ҡатмарландырылмаған никах − иң яҡшыһы» (Әбү Дауыт, Никах, 32).

Никахлашыу ҡағиҙәләрен ҡатмарландырыу буйҙаҡ ир-атты, кейәүгә сыға алмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы арттыра, ә был иһә зинаға, әхлаҡһыҙлыҡҡа юл аса, йәмғиәтте һәләк итә. Бынан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы – йәштәргә ғаилә ҡорорға ярҙам итеү. Ислам тарихынан быға бик күп миҫалдар күрәбеҙ, шуларҙың береһе – яңғыҙ ҡатындарға, ата-әсәһеҙ үҫкән ҡыҙҙарға ярҙам итеүсе хәйриә ойошмалары. Ғосманлылар дәүләтендәге солтан ҡатыны булған Кёсәм Вәлиде Солтан етәкселек иткән хәйриә ойошмаһы был йәһәттән ҙур уңышҡа ирешә...

Мөхитдин Ғәрәби (ҡуддисә сирруһу) өйләнешергә ярҙам итеүселәрҙең ғәмәлен былай баһалай:

«Иң яҡшы саҙаҡа-жәриә1 – кемдеңдер өйләнеүенә ярҙам итеү. Был никахтан тыуғандың һәр бер изге ғәмәле никахҡа сәбәп иткәнгә сауап булып яҙыла».

Никах тантанаһын ойошторғанда, баҫалҡылыҡ һәм тотанаҡлылыҡ хаҡында онотмаҫҡа кәрәк. Ислам шәриғәтенә тап килмәгән яңылыҡтарҙан ҡасырға кәрәк, бәрәкәтле ғаилә тормошо башланыуына аяҡ салған урындағы йолаларҙан йыраҡ булырға кәрәк. Мосолмандарҙың Ислам нормаларына тап килгән һәм Раббыбыҙға доғалар менән тулы булған никах мәжлестәре генә бәрәкәтле.

Ғаилә һәм никах – матди һәм рухи нигеҙе булған бик нескә һәм динамик социаль күренеш, шуға күрә ул етди тырышлыҡ һәм айырым иғтибар талап итә. Никахҡа ике енес вәкиленең бергә йәшәй башлауы ғына тип ҡарау ғаиләне бик тиҙ тарҡата.

Аллаһ Илсеһе ﷺ: «Өйләнешегеҙ, әммә айырылышмағыҙ!.. Ғаиләләр тарҡалһа, Күк Ғәрше тетрәнә» (Мөхтәрүл-Әхадисин-Нәбәүиә, 228).

Ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәттәр һәм мауығыуҙар менән әүрәп, ҡатының менән айырылышыу – гонаһ һәм ғәҙелһеҙлек, уның өсөн мәңгелек донъяла яуап бирергә, яза алырға тура киләсәк. Ғәмһеҙ ҡылынған был ғәмәл – Аллаһтың икенсе бер ҡолоноң хоҡуҡтарын аяҡ аҫтына һалып тапау ул.

______________________________________

1 Саҙаҡа-жәриә – «өҙлөкһөҙ саҙаҡа», уның өсөн кеше әхирәттә лә сауап ала.

 

Нуриман Мусиндың «Мөхәббәт сере» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...