Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

 

Зәкәтте икенсе төбәктә йәшәгән кешеләргә бирергә буламы?

Зәкәтте кеше үҙенең мөлкәте булған ерҙәге кешеләргә бирергә тейеш. Икенсе ерҙәге мосолмандарға зәкәтте биреү мәкрүһ булып һанала. Әммә ул урында ныҡ мохтаждар йәки туғандарығыҙ йәшәһә, ул саҡта зәкәтте уларға бирергә була.

Әгәр ҙә зәкәт йыл бөтмәҫ борон түләнә икән, был осраҡта уны икенсе төбәккә бирергә ярамай. («Лүбәб»)

 

 

Ауырлы ҡатынға, намаҙҙа рөҡүғ менән сәждәне үтәгән саҡта ауыртыуҙар тойһа, уны нисек үтәргә була?

Әгәр ҙә һыҙланыуҙар арҡаһында ул намаҙҙы тулыһынса үтәй алмаһа, ул, үҙенә нисек уңайлы, шулай итеп уҡый ала. Мәҫәлән, ултырғыста ултырып. Башта ул намаҙға тороп баҫа ла, шунан кәрәкле сүрәләр менән доғаларҙы уҡый. Шунан ултыра ла, алға табан әҙерәк эйелеп, рөҡүғ эшләй. Шунан кире турайып ултыра һәм артабан сәждәгә эйелә. Бында рөҡүғҡә ҡарағанда нығырыҡ эйелергә кәрәк. Сәждәгә эйелгән саҡта маңлайҙы тейҙерер өсөн алға бер нәмә ҡуйырға кәрәкмәй (мәҫәлән, яҫтыҡ һ.б.)

Әгәр ҙә ҡатынға ауыртыуҙар һәм баш әйләнеү арҡаһында рөҡүғ менән сәждәне эшләүе ҡыйын икән, был осраҡта ул башын эйеп кенә уларҙы үтәй ала. Шулай уҡ сәждәлә башты алғараҡ эйергә кәрәк буласаҡ.

Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Намаҙҙы баҫып тейешенсә үтә, әгәр ҙә уға хәлең булмаһа, ултырып уҡы, әгәр ҙә уға ла көсөң булмаһа, таянып үтә» (әл-Бохари). («Радд үл– Мохтар»)

 

 

Нәфел ураҙаһын боҙорға яраймы?

Нәфел ураҙаһын сәбәпһеҙ боҙорға ярамай.

Ниндәй сәбәптәр арҡаһында боҙорға була:

  1. Табында ҡатнашыу. Мәҫәлән, ураҙа тотоусы берәйһенә ҡунаҡҡа килһә йәки үҙендә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алһа. Был осраҡта уның нәфел ураҙаһын боҙорға хаҡы бар. Әммә был хәл төшкә тиклем булған саҡта ғына. Ата-әсә өсөн генә ташлама яһала. Уларҙы үпкәләтмәҫ өсөн, төштән һуң да ураҙаны боҙорға була.

Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Әгәр ҙә берәйегеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырһалар, ул саҡырыуҙы ҡабул итегеҙ һәм әгәр ҙә ул ураҙа тотһа, Аллаһҡа доғалары менән йәмәғәт өсөн мөрәжәғәт итһен дә ашаһын», − тип әйткән (Әхмәд).

  1. Енси яҡынлыҡ. Нәфел ураҙаһын тотҡан ҡатын, иренең теләге буйынса боҙа ала. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ҡатын иренең ризалығы булмай тороп, ураҙа (нәфел ураҙаһы) тота алмай, тик ул сәфәрҙә булған саҡта ғына», − тигән (әл-Бохари).

Боҙолған ураҙаны ҡаза итеп тоторға кәрәк. Бында кисерерлек сәбәп булһа ла, мәҫәлән, ҡатындың күреме башланһа, сәбәп булмаһа ла, ҡаза итеп тотоу үәжиб булып һанала. («Радд үл-Мохтар»)

 

 

Йыл бөтмәҫ борон мөлкәттән зәкәтте түләргә буламы?

Зәкәт – динебеҙҙең бер нигеҙе һәм, әгәр ҙә беҙҙең мөлкәтебеҙ булһа, беҙ зәкәт түләүселәр һанына инәбеҙме юҡмы − шуны асыҡларға кәрәк.

Бер мәл бер кеше Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ: «Миңә Ожмахҡа эләгер өсөн берәй ғәмәлгә өйрәт» − ти.  Быға Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыл, намаҙ үтә, зәкәт түлә һәм туғанлыҡ ептәрен нығыт»,  –  ти (әл-Бохари).

Әгәр ҙә мосолмандың зәкәт бирә торған мөлкәте булһа, ул йыл үтмәҫ борон уҡ уны түләй ала.

Мосолмандың теләге булһа, ул зәкәтте хатта бер нисә йыл өсөн алдан түләп ҡуя ала. Әммә зәкәт түләнгәс, мөлкәттең хаҡы нисаб хаҡынан кәмемәҫкә тейеш. Мәҫәлән, нисаб хаҡы 370 мең һум, мосолмандың 400 меңлек мөлкәте бар. Был осраҡта ул дүрт йыл өсөн 10 мең һумдан дүрт йыл өсөн алдан түләй ала.

Түләнгән хаҡ зәкәт булып һаналһын өсөн, бер нисә шарт бар:

  1. Зәкәт түләнерлек мөлкәт йыл уртаһында бөтмәҫкә тейеш.
  2. Йыл аҙағында мөлкәттең хаҡы нисаб хаҡына барып етергә тейеш.

Ауыл хужалығы продукцияһынан, сәсеү бөткәс тә, ул үҫеп етмәһә лә, уңыш алғансы, алдан зәкәт бирергә була.

Әгәр ҙә фәҡир кешегә алдан зәкәт бирелгәндән һуң, ул йә үлеп китһә, йәки байыһа, йәки диндән сыҡһа, уға бирелгән зәкәт барыбер һанала. Сөнки был осраҡта уға бирелгән ваҡыт күҙ уңында тотола. («Радд үл-Мохтар»)

 

 

Һатыусы нимәнелер (мәҫәлән, өйөн) бүлеп түләү шарты (рассрочка) менән һатҡан саҡта, һатып алыусыға, әйберҙең хаҡын тулыһынса түләп бөтмәйенсә, артабан һата алмайһың, тип талап ҡуя аламы?

Һатыусы, бүлеп түләү шарты менән һатҡан саҡта ла, һатып алыусыға сауҙа килешеүҙәренә ҡаршы килгән шарттар ҡуя алмай. Сөнки был талап һатып алыусының тауарға ҡарата хоҡуғын сикләй. («Лүбәб»)

 

 

Намаҙ ваҡытында ҡайҙа ҡарарға?

Намаҙҙы дөрөҫ үтәү шарттарының береһе − намаҙ ваҡытында күҙ ҡарашын тейешле урындарға йүнәлтеү. Баҫып торған саҡта, күҙҙәрҙе сәждә ҡылына торған ергә йүнәлтергә кәрәк. Рөҡүғ ваҡытында аяҡтың остарына ҡарайбыҙ. Сәждә ваҡытында танауҙың осона ҡарашты йүнәлтәбеҙ. Ултырған саҡта кейемдең итәгенә, ә сәләм биргән саҡта уң һәм һул яурынға ҡарайбыҙ. Быларҙың барыһы ла намаҙ үтәүсегә Аллаһ алдында буйһоноусан һәм иғтибарлы булырға ярҙам итә. Мөьминдең ҡарашы ян-яҡҡа йүнәлтелмәһә, ул тулыһынса Аллаһҡа иғтибарын туплаясаҡ. («Хәшиәтү Тәхтәүи»)

 

 

«Әл-Фатихә» сүрәһендәге хәрефте хаталы уҡыған имам артынан йәмәғәт намаҙында эйәрергә буламы?

Әгәр ҙә «Әл-Фатихә» сүрәһендә имам ҡайһы бер хәрефтәрҙе әйтә алмай икән, уның артынан эйәреп уҡығандарҙың намаҙҙары ҡабул булмай. Тик шундай уҡ хаталары булған мосолмандарҙан башҡа ғына. Әгәр ҙә дөрөҫ итеп уҡыған имам артынан намаҙ үтәү мөмкинлеге булһа, намаҙҙы мотлаҡ уға эйәреп үтәргә кәрәк.

Әммә бында бер хәреф урынына икенсе хәреф әйткән хәлдә лә, әгәр ул хәҙрәт өн өҫтөндә тырышып өйрәнеүен дауам итә икән, уның артынан үтәлгән намаҙ ҡабул була. Әгәр ҙә ул өндәр өҫтөндә тырышмаһа һәм өйрәнмәһә, уның артынан үтәлгән намаҙ ҡабул булмай.

Шуға күрә беҙгә намаҙҙа уҡыған «Әл-Фатихә» һәм башҡа бәләкәй сүрәләрҙе генә түгел, бөтөн Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыуҙа белемебеҙҙе туҡтауһыҙ камиллаштырып торорға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙﷺ: «Һеҙҙең арағыҙҙа иң яҡшыһы − Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм башҡаларҙы өйрәтеүсе» – тигән (әл-Бохари). («Радд үл-Мохтар»)

 

 

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...