ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Коронавирустан вафат булған кеше шәһит (Аллаһу Тәғәлә юлында үлгән) булып һаналамы?

Шәһиттәр ике төркөмгә бүленә. Беренселәр – һуғыш яланында үлгәндәр. Уларҙы, донъя һәм әхирәт шәһиттәре, тип атайҙар. Икенсе төркөм − әхирәт шәһиттәре. Улар рәтенә дауалап булмаған ауырыуҙан вафат булған, һыуҙа батҡан, утта янған һәм башҡа шуның кеүек хәлдәр арҡаһында әхирәткә күскән тәҡүәле мосолмандар инә. Әммә улар үлемен сабырлыҡ менән ҡабул итергә тейеш. Был төркөмгә коронавирус ауырыуынан мәрхүм булғандарҙы ла индерергә була. («Фиҡһ әл-Ислам үә әдилләтүһ»)

Мәрхүмдең ҡәберенә барғанда уның менән һөйләшергә буламы?

Мөмкин, бында бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Мәрхүмдәрҙең йәндәре тере һәм улар ишетә. Әммә һеҙ Ҡөрьәндән берәй сүрә уҡып, мәрхүмдәргә доға бағышлаһағыҙ, Аллаһу Тәғәләнән, уларҙың гонаһтарын ғәфү итеүен һәм уларға ҡарата рәхимле булыуын, һораһағыҙ яҡшыраҡ буласаҡ. («Хәшийәтү Тәхтәүи»).

Йыш ҡына, мәүлит ул биҙғәт, тигәнде ишетергә тура килә. Шулай ҙа элек минең олатай-өләсәйҙәр ундай мәжлестәрҙе гел генә үткәрә торғайны. Бының ҡайһыһы дөрөҫ?

Әгәр ҙә һеҙ Ҡөрьән уҡыр өсөн, салауаттар әйтер өсөн үткәрелгән йыйылыштарҙы күҙ уңында тотаһығыҙ икән, ундай мәжлестәр, киреһенсә, бик сауаплы һәм уларҙы дин буйынса күберәк үткәрергә тәҡдим ителә.

Әгәр хәләл ефетем алкоголь эсемлектәре эсһә, беҙҙең никах боҙоламы?

Хәмер эсеү − ул иң ҙур гонаһтарҙың береһе булып иҫәпләнә. Ләкин һеҙҙең никахығыҙ боҙолмай.

Донор булып ҡан бирһәм, ураҙам боҙоламы?

Ҡан биргәндән ураҙа боҙолмай («Лүбәб»).

Әгәр коронавирустан мәрхүм булған кешенең мәйетен йыуырға рөхсәт итмәһәләр, нимә эшләргә?

Иң мөһиме, мөмкин булғанса, мәйетте йыуҙырырға рөхсәт алырға тырышып ҡарарға кәрәк. Әгәр йыуырға рөхсәт алынһа, хәүефһеҙлек нормаларын ҡулланып, йәғни, махсус кейемдә, бирсәткәлә, битлек кейеп йыуырға кәрәк. Әгәр йыуырға рөхсәт булмаһа, тәйәммүм эшләргә кәрәк. (Битен, ҡулын ҡоро ер менән һөртөү). Әгәр ҙә мәйеттең тәнен йыумаһалар, тәйәммүм дә эшләмәһәләр, был мәрхүм өсөн уҡылған йыназа намаҙы дөрөҫ булмаясаҡ. Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, йыназа намаҙын үтәр өсөн, мәйеттең намаҙ үтәүселәр алдында ятыуы шарт булып тора. Әгәр мәйеттең кәүҙәһе булмаһа, йыназа намаҙы үтәлмәй. Мәрхүмде ерләгәс кенә, уның ҡәберендә йыназаны үткрәрергә була.

Һеңлем ауырлы сағында ире менән йыш ирешеп, айырым йәшәй башланы. Балаһы тыуғас, яулығын систе, намаҙ үтәмәй башланы һәм хәҙер ҙә диндең башҡа ҡанундарын үтәмәй. Уларҙың никахы боҙолманымы икән? Уға ғиддәт срогын үткәрергә кәрәкме? Әгәр һеңлем тәүбә итһә, ул яңынан икенсе кешегә кейәүгә сыға аламы?

Әгәр уның хәләл ефете талаҡ һүҙҙәрен әйтмәһә, уларҙың никахы боҙолмаған. Һеңлегеҙҙең дин ҡанундарын үтәмәүе, уның диндән сығыуын аңлатмай. Икенсе кешегә кейәүгә сығыр өсөн башта беренсе иренән шәриғәт ҡануны буйынса айырылырға тейеш. («Бахру Раик»).

Дуҫым минән бурысҡа 50 мең аҡса һораны. Ул ошо аҡсаға күмәртәләп мандариндар һатып алып, артабан баҙарҙа һатырға ниәтләнде. Мин уға, кире биргәндә, миңә 55 мең итеп ҡайтарһаң, риза булам, тип шарт ҡуйҙым. Ул да риза булды. Миңә дуҫымдан өҫтәп аҡса алыу гонаһ буламы?

Кеше менән бергә уртаҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнер өсөн аҡса биреп торорға мөмкин. Аҙаҡ килгән килемде лә уртаға бүлешеү шарт булып тора. Был килешеү «кираз» тип атала. Әммә буласаҡ килемдең суммаһын алдан билдәләргә ярамай, ул риба булып һанала. Шуға күрә һеҙ аҡсаны биргәндә: «Һиңә ошо аҡсанан килгән килемде уртаҡ бүлешеү шарты менән бирәм» − тип әйтергә була («Дурар Хуккам»).

Хәләл тауыҡ хәләл булмаған тауыҡтан нимәһе менән айырыла?

Хәләл − ул дини ҡәғиҙәләр буйынса салынған хайуандың йәки ҡоштоң ите. Ислам шарттары буйынса салынмаған ит − үләкһә булып иҫәпләнә. Ит төргәгендә “хәләл” билдәһе булһа ла, ул ысынбарлыҡта хәләл булмаҫҡа ла мөмкин: беренсенән, малды салыу ҡәғиҙәләрен үтәмәү сәбәпле, икенсенән, уның составында башҡа хәрәм матдәләрҙен ҡушылыуы арҡаһында . Шуға күрә аҙыҡ һайлағанда иғтибарлы булырға кәрәк. Аллаһу Тәғәлә үләкһә ите тураһында Ҡөрьәндә былай ти: «Ысынында, Ул (Аллаһ) һеҙгә үләкһәне (дин ҡанундары буйынса салынмаған итте, үҙенең үлеме менән үлгән хайуандың итен), ҡанды, сусҡа итен һәм Аллаһ өсөн салынмаған итте ашарға тыйҙы...» («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 173- сө аят). Шуға күрә хәләл булмаған итте ашарға ярамай. («Радд үл-Мөхтәр»).

Ауырлы ҡатын менән никахлашырға буламы?

Әгәр ул ҡатын һеҙгә тиклем никахта булған сағында ауырлы булһа, аҙаҡ иренән айырылғас, балаһы тыумайынса, яңынан кейәүгә сығырға ярамай. Әгәр ул сит ирҙән ауырға ҡалһа, был ҙур гонаһ − зина булып иҫәпләнә. Ул ваҡытта уға өйләнергә була, бала тыуғанын көтөргә кәрәкмәй. Әммә, ул ҡатындың балаһы тыумайынса, йәки ауыры төшмәйенсә, уның менән енси мөнәсәбәткә инергә ярамай. Әгәр ул ҡатын уға өйләнергә теләгән ирҙән никахһыҙ ауырлы булһа, был осраҡта ла зина булып һанала. Әммә никахтан һуң уларға енси мөнәсәбәт рөхсәт ителә.

Әгәр, дауалап булмаған ауырыу сәбәпле, Рамаҙан айында ураҙа тота алмаһам, нимә эшләргә?

Әгәр, ысынлап та, һеҙҙең сирҙән дауа юҡ икәне билдәле булһа, был осраҡта һеҙгә һәр көн өсөн фидиә түләргә кәрәк. Ул фытыр саҙаҡаһы һымаҡ түләнә. Һәр көн өсөн мохтаждарға 1600- 1800 грамм бойҙай онон йәки 3200-3600 грамм финикты бирергә кәрәк. Йәки ошо аҙыҡтарҙың хаҡтарына тиң аҡсалата ла түләргә була («Хәшийәтү ибне Ғәбидин»).

Офтальмолог миңә күҙгә дарыу тамыҙырға ҡушты. Унан минең ураҙам боҙолмаймы?

Күҙгә дарыу тамыҙғандан ураҙа боҙолмай. Шулай уҡ кешенең тәнендәге күҙәнәктәр аша берәй нәмә инеү ҙә ураҙаны боҙмай («Мәрәҡ әлФәләх»).

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...