Һорауҙар һәм яуаптар

Һорауҙар һәм яуаптар

Намаҙ ваҡытында сөскөрһәң, нимә эшләргә?

Күңелдән, телде ҡыбырлатмай ғына, «Әлхәмдүлилләһ», тип әйтергә кәрәк. («Фәтәүә Татархания»)

Улымдың биш балаһы бар. Машинаһы юҡ. Ейәндәрем көн һайын мәктәпкә күрше ауылға йәйәү йөрөй. Миңә улар йәл, сөнки башҡа балаларҙы ата-әсәләре машина менән йөрөтә. Шуға көн һайын Аллаһтан ул балаларға ҙур машина һорайым. Минең уйҙарым көнләшеү булып һаналамы?

«Мәрәҡ әл-Ғубудия» китабында көнләшеүҙең төрлө дәрәжәләре (кимәлдәре) ҡаралған. Шуларҙың береһе − мәҫәлән, кеше башҡа берәүҙә берәй яҡшы нәмә күреп, үҙенә лә шундайҙы (ләкин ул кешенекен түгел) теләй. Әммә теләгәненә эйә булмаһа, теге кешенең ниғмәте юғалһын, тип теләмәй. Бындай көнләшеү мөмкин, йәғни, әгәр ул хәләл булған донъяуи әйберҙәргә йәки әхирәт өсөн файҙа килтерә торған нәмәләргә ҡарата булһа, бындай көнләшеүҙең зыяны юҡ.

Әйтелгәндәрҙән сығып, ошондай һығымта яһарға мөмкин: һеҙҙәге көнләшеү тойғоһо гонаһ булып һаналмай, киреһенсә, ул маҡтаулы тойғо, сөнки һеҙ бит уны үҙегеҙгә теләмәйһегеҙ һәм был ҡомһоҙлоҡ түгел. Һеҙ, икенсе кешеләргә яуызлыҡ теләмәйенсә, улығыҙға, яҡшы ниәт менән файҙалы итеп ҡулланһын өсөн, Аллаһу Тәғәләнән машина һорай алаһығыҙ.

Минең хаж ҡылырға финанс яғынан мөмкинлегем бар, әммә һаулығым арҡаһында хаж йолаларын үҙ аллы үтәй алмаясаҡмын. Миңә нимә эшләргә?

Хажға барырлыҡ аҡсағыҙ йыйылған икән, һеҙгә хаж ҡылыу фарыз. Әгәр ҙә хаждың ҡайһы бер йолаларын үҙ аллы үтәй алмаһағыҙ, тәүәф ҡылғанда, йәки Сафа менән Мәрүә араһында йөрөр өсөн, ярҙамсылар ялларға була. Улар, һеҙҙе коляскаға ултыртып йәки носилкаға һалып, был йолаларҙы үтәргә ярҙам итәсәктәр. Ғәрәфә тауында торор өсөн, күп көс талап ителмәй. Уның өсөн Зөлхизә айының 9-сы көнөндә төш ваҡытынан алып күпмелер ваҡыт тау эргәһендәге палаткала үткәреү етә.

Аллаһу Тәғәлә барыбыҙға ла, Үҙенең Рәхимлеген күрһәтеп, хаж һәм ғөмрә ҡылырға насип итһен! («Ихтияр»)

Мәрхүмдең тырнаҡтарын ҡырҡалармы? Шулай уҡ, йыуған саҡта, мәрхүмәнең сәсен тарайҙармы?

Юҡ, мәрхүмде йыуып тәрбиәләгән саҡта, уның тырнаҡтарын һәм сәстәрен ҡырҡмайҙар, һәм башҡа тән ағзаларынан бер нәмәне лә бүлеп алмайҙар.

«Мәрәҡил Фәләх» китабында, мәрхүмдең сәсен тарамайҙар, сөнки ул матурлыҡ өсөн эшләнелә, мәрхүм быға мохтаж түгел, тиелгән. Ҡойолған сәстәрҙе ҡәбергә һалырға мөмкин.

Баланың ғәүрәтен йыуыу тәһәрәтте боҙамы?

Баланың ғәүрәт ерҙәренә тейеү тәһәрәтте боҙмай. Шулай уҡ үҙеңдең йәки икенсе кешеләрҙең ғәүрәттәренә ҡағылыу ҙа тәһәрәткә тәъҫир итмәй. («Мухтасар әл-Виҡая»)

Диндә артист һөнәренә ниндәй ҡараш? Ҡөрьән һәм хәҙистәрҙә нимә тиелә?

Әгәр ҙә кеше фильмда йәки театрҙа фәһемле роль уйнай икән, был тыйылмай. Дини фильмдарҙа, роликтарҙа төшөргә һәм бәләкәй сәхнәләрҙә ҡатнашырға була. Әгәр ҙә унда алдау, төрлө хәрәмгә әйҙәү һәм уны пропагандалау, мәҫәлән, эскелек, кеше үлтереү, аҙғынлыҡ булһа, ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хатта шаярып ҡына ла алдашмаған. Шуға күрә уйын-көлкө өсөн генә кәмитсе, клоун һәм башҡа мәғәнәһеҙ комик образдарҙы уйнау тыйыла.

Рәсүлебеҙ ﷺ: «Кем кешеләрҙе көлдөрөр өсөн төрлө хәл һөйләй, уға бәлә булыр, бәлә, бәлә», − тип әйткән (әт-Тирмиҙи, Әбү Дауд).

Был хәҙистән сығып, шуны әйтергә кәрәк: кешене көлдөрөр өсөн, уйлап сығарып, алдаҡ һәм мәғәнәһеҙ хәбәр һөйләү тыйылған.

Имам, йәмәғәт намаҙына ниәт ҡылып, «Аллаһу Әкбәр», тип әйткән саҡта, уның артынан эйәргән кеше ул әйтеп бөткәнен көтөп кенә намаҙға ҡушылырға тейешме?

Имам менән бергә тәкбир («Аллаһу Әкбәр») әйтеү сөннәт булып һанала, тик уны уҙҙырып әйтергә ярамай. Әбү Йософ һәм Мөхәммәд имамдары, имамға эйәреп намаҙ уҡығанда, унан әҙ генә артта ҡалып тәкбир әйтеү сөннәт була, тип һанағандар. Йәғни, имам «Әкбәр» һүҙенең «р» хәрефен әйтһә, уның артынан ойоусы тәкбир әйтә башлай ала.

Ике ысул да мөмкин. («Мәрәҡ үл-Фәләх»)

Мәрхүмдең туғандарына өс көн эсендә генә тәғзиә еткерергә (ҡайғы уртаҡлашырға) була, тип ишеткән инем. Ул ваҡытты ҡайһы көндән һанай башларға кәрәк: мәрхүм үлгән көндәнме әллә уны ерләгән көндәнме?

«Әл-Фәтәүә әл-Һиндия» китабында, тәғзиәт (ҡайғы уртаҡлашыу) ваҡыты кеше мәрхүм булғас та башлана һәм өс көн дауам итә, тиелгән. Был мөҙҙәт үткәндән һуң, тәғзиә еткереү мәкрүһ. Әммә ҡайғы уртаҡлашырға теләгән кеше, йәки, кемдең ҡайғыһын уртаҡлашырға кәрәк, шул кеше, (мәрхүмдең яҡыны) сәфәрҙә булып, йәки башҡа сәбәп менән ошо өс көн эсендә килә алмаһа, һуңынан да тәғзиә ҡылырға мөмкин.

Мәрхүмде ерләгәс, тәғзиәт белдереү яҡшыраҡ. Әгәр ҙә туғандарының ҡайғыһы кешене ерләгәндән һуң көсәйерҙәй булһа, йыуатыу һүҙен ерләгәнгә тиклем әйтеү хәйерлерәк.

Мәрхүмдең барлыҡ туғандары (өлкәндәре, йәштәре, ир һәм ҡатын туғандары (йәш ҡыҙҙарҙан башҡа) менән дә ҡайғы уртаҡлашыу кәрәк. Ҡыҙҙарға тик ҡатындар һәм ирҙәрҙән яҡын туғандар ғына (мәхрәмдәр) тәғзиә белдерә ала.

«Аллаһу Тәғәлә мәрхүмдең гонаһтарын ғәфү итһен һәм Үҙенең Рәхимлеген күрһәтһен, һеҙгә был һынауҙа сабырлыҡ һәм әхирәттә сауаптарын насип итһен», − тигән һүҙҙәр менән тәғзиәт белдереү сөннәт була.

Оло кеше, өйлә менән икенде намаҙҙарын үтәгән саҡта, рәҡәғәттәрҙә буталмаҫ өсөн, намаҙҙы тауыш менән уҡый аламы?

Юҡ, улай ярамай, сөнки ул намаҙҙарҙы шыбырлап уҡыу үәжип булып һанала. Намаҙҙа яңылышмаҫ өсөн, уға алдан әҙерләнергә һәм йыйнаҡлыҡ менән башҡарырға кәрәк. Аллаһ барыбыҙға ла ярҙамын бирһен! («Әл-Һидая»)

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...