ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ни өсөн фарыз намаҙын уҡып бөткәс, сөннәт намаҙын уҡыр алдынан икенсе урынға күсәбеҙ?

Бер урындан икенсе урынға күсеү мотлаҡ түгел, әммә фарыз намаҙҙан һуң, сөннәт йәки нәфелдәрен уҡыр өсөн, үҙ урыныңды алыштырыу яҡшыраҡ.

Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙы яңғыҙ уҡығандан айырыр өсөн шулай эшләйҙәр, юғиһә ситтән был ғибәҙәттең йәмәғәт намаҙының дауамы булып күренеүе мөмкин. Бынан тыш, фарыз намаҙынан һуң урын алыштырыу менән, кешенең ер йөҙөндә сәждә ҡылған урындары күбәйә, һәм был урындарҙың һәр береһе беҙҙең өсөн Ҡиәмәт көнөндә шаһитлыҡ итәсәк.

Әммә, тирә-яғыңда кешеләр ғәйәт күп булып, намаҙ уҡыған кеше алдынан үтергә тура килгән осраҡта, намаҙ урынын алыштырға, күсенергә кәрәкмәй. («Китабүл-Фәтәүә»)

 

 

Күптән түгел миңә, һәр фарыз намаҙҙан һуң сөннәт һәм нәфел намаҙҙарын уҡып тормайынса, уның урынына элекке йылдарҙа уҡылмай ҡалған намаҙҙарға ҡаза ҡылыу хәйерлерәк, тинеләр. Ысынлап та шулаймы?

Фарыз намаҙҙарға ҡаза ҡылыу – нәфел һәм сөннәт ғәйре-мөәккәдә намаҙҙарына ҡарағанда күпкә өҫтөнлөклө. Шуға күрә, ҡалдырған намаҙҙарығыҙ булһа, хатта бының өсөн нәфел һәм сөннәт намаҙҙарын ҡалдырырға тура килһә лә, уларҙың барыһына ла ҡаза ҡылырға тырышырға кәрәк. Сөннәт-мөәккәдә намаҙҙарын ҡалдырырға ярамай.

Иҫкәрмә. Юғарыла әйтелгәндәр фарыз намаҙҙарға ҡаза ҡылғанда, тәһәжжүд, духа, ишраҡ һәм башҡа нәфел намаҙҙарҙы ҡалдырырға мөмкин, тигәнде аңлатмай. Төп иғтибарыбыҙ − ҡазаға ҡалған намаҙҙарҙа, шунан һуң ғына нәфел намаҙҙарҙа булырға тейеш.

 

 

 

Йыназа намаҙы буйынса бер нисә һорауым бар. Мәккәлә булғанда, был намаҙҙы иртәнге һәм икенде намаҙҙары артынан уҡығандарына иғтибар иттем. Белеүемсә, был намаҙҙарҙан һуң ошо ваҡыт арауығында башҡа намаҙҙарҙы уҡырға ярамай. Шулай уҡ имамдың йыназа намаҙында «Әл-Фәтиха» сүрәһен уҡыуын ишетеп торҙом. Тыңлаған кешегә лә уҡырға яраймы был сүрәне? Был намаҙҙа нисә тапҡыр сәләм бирәләр? Ундағы имам бер тапҡыр сәләмләне. Ә миңә ни эшләргә?

1) Дөйөм ҡағиҙә иһә шулай: иртәнге намаҙҙы уҡығас та, шунда уҡ һәм икенде намаҙынан һуң нәфел намаҙҙар уҡылмай. Йыназа намаҙы был ҡағиҙәгә инмәй, сөнки был ғәмәл фарыз, ул мосолман булып үлгән һәр кешегә уҡыла. Шуға күрә йыназа намаҙын теләгән ваҡытта уҡырға мөмкин.

2) Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, башҡа намаҙҙарҙан айырмалы рәүештә, йыназала “Фәтиха” сүрәһен уҡымайҙар. Әгәр кеше уны уҡырға теләһә, ул быны доға ҡылыу ниәте менән эшләй ала.

3) Йыназа намаҙында сәләмдәрҙең һаны буйынса төрлө фекер бар. Нисек кенә булмаһын, әгәр йыназа намаҙын уҡыған имам бер сәләм әйтә икән, уға ойоп уҡыусы ла уның артынан бер сәләм бирә. («Китабүл-Фәтәүә»)

 

 

 

Тәһәрәтләнгәндә, ҡулымдағы гипсҡа мәсех ҡылдым. Намаҙҙан һуң гипсты алыштырҙылар. Бынан һуң тәһәрәтем боҙолдомо?

Яра төҙәлеп бөткәнсе, гипс бинтына мәсех ҡылына. Гипс бәйләүесен алыштырғас, тәһәрәт боҙолмай, шуға күрә мәсехте яңынан ҡылыуҙың кәрәге юҡ. Яра тулыһынса төҙәлеп бөтөп, гипстың кәрәге ҡалмаһа, был осраҡта инде мәсех кенә етмәй, уңалған яра урынын да, беләккә ҡәҙәр ҡулдарҙы йыуырға кәрәк.

Иҫкәрмә. Дин буйынса кисерерлек сәбәптәр: яра ысындан да гипсһыҙ төҙәлә алмай йә оҙаҡ уңала. Шул саҡта ғына мәсех ҡылыу урынлы. («Жәдид фикһ мәсәил»)

 

 

 

Ҡасандыр ниндәйҙер кеше тураһында насар һөйләһәм, аҙаҡ был кешенең үҙенән ғәфү һорарға кәрәкме, был осраҡта Аллаһу Тәғәлә алдында тәүбә итеүем етмәйме?

Был һорауға яуап ике төрлө:

а) был кеше һеҙҙең уның турала насар һөйләүегеҙҙе белмәй, был осраҡта Аллаһ алдында тәүбә ҡылаһығыҙ, ғәфү үтенәһегеҙ.

б) үҙе тураһында яман һөйләгәнде белә, һәм ул саҡта һеҙгә Аллаһтан ғәфү һорау ғына етмәй, был кешенән дә ғәфү үтенергә тейешһегеҙ. («Әш-Шәми»)

 

 

 

Ғүмеренең һуңғы ике айында туғаныбыҙ үҙ аңында булманы һәм намаҙҙарын уҡый алманы. Шул намаҙҙары өсөн фидиә түләргә тейешбеҙме?

Әгәр ҙә кеше биш һәм унан да кәмерәк намаҙ ваҡыты дауамында аңын юғалтып торһа, аңына килгәс, ул бөтә был намаҙҙарға ҡаза ҡылырға тейеш. Әгәр ҙә ул кеше ошоларҙы эшләй алмайынса үлеп китһә, был намаҙҙары өсөн фидиә түләнә.

Әгәр ҙә аңын юғалтҡан сағы алты намаҙ ваҡытынан ашып китһә, был осраҡта намаҙҙарға ҡаза ҡылырға, улар өсөн фидиә түләргә кәрәкмәй. («Әл-Һиҙәйә»)

 

 

 

Сәждәлә табандар күтәрелеп китһә, намаҙ боҙолмаймы?

Табандың бер өлөшөн булһа ла ергә (иҙәнгә) яҡынса бер-ике секунд (сәждәлә бер тапҡыр «Сөбхәнәллаһ» тип әйтеүҙең ваҡыты) дауамында терәү − вәжиб (кәрәк). Шуны билдәләп үтергә кәрәк, намаҙ һаналһа ла, бер сәбәпһеҙ бер аяҡты ғына ҡуйып, икенсеһен һауала ҡалдырыу – мәкруһ (харамға яҡын ғәмәл).

Әгәр ҙә сәждә ваҡытында кеше ҡыҫҡа ғына арауыҡҡа аяҡтарын, йәки бер аяғын булһа ла, ергә йә иҙәнгә терәп тора алмаһа, намаҙы һаналмай һәм уны яңынан уҡырға, намаҙҙың ваҡыты сыҡһа – уға ҡаза ҡылырға кәрәк. («Әхсәнүл-Фәтәүә»).

 

 

 

Бала сағымда минең өсөн ғәҡиҡә ҡорбаны салынмаған. Шуға үҙемдең исемдән ҡорбан салырға теләйем. Быны нисек эшләргә?

Ғәҡиҡә ҡорбанын яңы донъяға килгән сабыйҙың ата-әсәһе салырға тейеш. Уны башҡарыу мөстәхәб, әммә фарыз түгел. Шуға күрә, уны мотлаҡ эшләргә кәрәк, тиелмәгән. Әгәр ҙә кеше аҙаҡ үҙенең исеменән ҡорбан салдырырға теләһә, был рөхсәт ителә. Бының өсөн уға, мал һатып алып, уны ғәҡиҡә ниәте менән салыу етә. («Фәтәүә Мәхмүдиә»)

 

Хәнәфи мәҙһәбе буйынса

Мөхәммәт Ғәзимов әҙерләне

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...